«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИМӘН СӘТЛӘҮЕГЕ
+  - 

Имән сәтләүеген өлгөрөүенә ҡарап, ҡышҡылыҡҡа октябрь йә ноябрь айҙарында әҙерләйҙәр. Тәүге һыуыҡтар төшкәнсе. Ул бик тиҙ боҙола, шуға йыйғас та киптерергә кәрәк. Кипкән сәтләүектәрҙең дымлылыҡ кимәле 11 проценттан да артыҡ булмаҫҡа тейеш.

Имән сәтләүектәре менән дауаланыу серҙәрен борондан белгәндәр. Ғалимдар ҙа уның файҙалы булыуын тикшеренеүҙәр аша дәлилләгән: хатта бәләкәй генә орлоҡта ла аҡһым, углевод, танин, шәкәр, майҙар, дуплау матдәләре, крахмал күп. Быларҙы урман йәнлектәре лә яҡшы белә, юҡҡа ғына ҡабан, болан, айыу туйғансы ашарға, күгәрсен, суҡ турғай, фазандар етәрлек йыйнап ҡалырға ашыҡмайҙыр. Хатта ялан сысҡандары ла уны иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
Был шифаны йыл әйләнәһенә ҡулланырға ниәтләнһәгеҙ, белгестәр уны киптереп алырға кәңәш итә. Имән сәтләүеген тәүҙә өй башында йәки башы ябыулы урында киптерәләр, шунан духовкала. Тик шунан һуң ғына сәтләүектең тышын орлоҡ ҡабығы менән бергә һыҙырып алырға мөмкин.
Имән сәтләүектәренең төп "ҡоралы" - кверцетин флавонолы. Был матдә бик күп шифалы сифаттарға эйә, шулар араһында шешенеүҙе баҫыу, спазмалы синдром, яраларҙы бөтәйтеү. Бынан тыш, уның бәүел ҡыуҙырыу һәм антиоксидант йоғонтоһо ла бар. Әлбиттә, йәнлектәр өсөн файҙалы булған флавонол кешегә зарарлы, шулай ҙа сәтләүекте башта ебетеп, аҙағынан яҡшы ғына итеп ҡыҙҙырғанда, ағыуы тулыһынса юҡҡа сыға. Әммә дөрөҫ ҡыҙҙырыу кәрәк, көйҙөрмәү мөһим. Әҙер дауа ҡара төҫ урынына бер аҙ ҡыҙғылт төҫкә инергә тейеш. Шунан уны онтаҡлап, ҡәһүә өсөн төп ингредиент итеп ҡулланалар. Был эсемлеккә теләк буйынса һөт, шәкәр, бал ҡушып эсергә була. Имән сәтләүеге онон икмәк, бутҡа бешергәндә лә ҡулланырға мөмкин. Славяндар ҙа имән сәтләүегенең файҙаһын яҡшы белгән. Улар энурез, төрлө бәүел-енес ауырыуҙары булғанда, колит һәм теш һыҙлағанда ла ҡулланыуҙары тураһында мәғлүмәттәр бар. Халыҡ медицинаһы белгестәре ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолған осраҡта түбәндәгесә дауаланырға кәңәш итә: 1 балғалаҡ он итеп тартылған сәтләүеккә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, һыуығансы төнәтергә һәм һөҙөргә. Тәүлегенә 3 тапҡыр яртышар стакан эсергә. Дауаланыу осоро теүәл бер ай дауам итә, шунан туҡтап торорға һәм кәрәк булғанда тағы бер тапҡыр ҡабатларға була. Ошо рәүешле үк әҙерләнгән төнәтмә һалҡын миҙгелдә йүтәл, бронхит, йөрәк сирҙәре киҫкенләшеүе мәнән яфаланыусылар өсөн дә файҙалы.
Бүҫерҙән дауа әҙерләү өсөн бер тигеҙ өлөштә алынған имән япрағы, сәтләүеге һәм ҡайырыһын ваҡлап ҡушырға. 1 ҡалаҡ әҙерләмәгә 1 стакан ҡыҙыл виноград шарабы ҡойорға, 10 минут талғын утта ҡайнатып һөҙөргә. Төнәтмәнән бүҫергә компрестар яһарға.
Диабет булғанда киптерелгән сәтләүектәрҙе тартырға һәм көнөнә 3 тапҡыр ризыҡланырҙан алда 1-әр балғалаҡ ашарға.
Имән сәтләүеген ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.21 | Ҡаралған: 382

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru