«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙОНДОҘҘАР СӘХНӘЛӘ ҠАБЫНА
+  - 

Йондоҙло йыһан һоҡландырамы һеҙҙе? Уның тауышын ишеткәнегеҙ бармы? Уйламайынса тиҙ яуап бирергә яратҡандар, юҡ, тиер. Ашыҡмағыҙ. Тормош ығы-зығыһынан арынып бағығыҙ һеҙ күккә. Тыңлағыҙ. Иң һәйбәт музыка - тынлыҡ, тиһәләр ҙә, бар уның үҙ көйө, үҙ моңо. Күңел ҡылдарында тирбәлгән моңдо ул уй етмәҫ мәңгелеккә һәр кем үҙенсә яҙа ала. Бер кем дә ҡамасауламай...

Ҡала шау-шыуынан арыған ҡолаҡтарға ял биреп, моң ағыла. Бәй, был бит йондоҙло йыһан киңлеге! Беҙ ерҙән күҙәткән космос түгел, мәңгелек үҙенең сикһеҙ даръяһына йома. Ана бит, планеталар парады үҙе һиңә ҡаршы килә. Шым ғына ошо илаһилыҡта ос та ос! Рәхәт! Уйҙарҙан бер аҙ арындырып, шаршау асыла, концерт залында ултырыуың иҫкә төшә. Баҡтиһәң, йондоҙҙар үҙҙәре сәхнәгә төшкән бит. Сәхнә төбөндәге виртуаль донъяла тауҙарҙы шәйләргә була. Таҡыя башлы ҡурайҙар күҙгә салына. Ана-ана, ҡурай таждарында бер-бер артлы йондоҙҙар ҡабына. Оҙағыраҡ дауам итһә ине ошо сихри мәл, тигән уй килә башҡа. Быны күрергә кәрәк, бындай кисереште яҙып аңлатып булмай. Шулай башланып китә Сибай концерт-театр берекмәһенең 28-се ижад миҙгелен асыу концерты.
Баштан уҡ әйтәм, прологтағы кисерештәр тамаша бөткәнсе (концерт ике өлөштән тора) дауам итә. Элек ҡарап өйрәнгән стереотиплы концерттарҙан айырмалы, бер ниндәй ығы-зығыһыҙ, моң тулҡынында тирбәлгәндәй хис итәһең үҙеңде. Концерттың беренсе өлөшө тулыһынса мюзикл жанрында оркестрҙың тере тауышына солғанып бара. Был яңылыҡ, моғайын, бер Урал аръяғы өсөн генә шундай тәүге тамаша түгелдер. Мюзиклдың композиторы Рәмил Туйсиндың ҡаһарманлығы тип ҡабул итер кәрәктер был ынтылышты. Осто бөркөт, тиек! Нығынһын ҡанаттары. Фольклор менән академизмдың бергә үрелеүен көтөп алынған күренеш, тип ҡабул итәйек.
Алып барыусылар артистарҙың исем-шәрифен, лайыҡтарын әйтеп тормайынса, сюжет хәрәкәтен дауам иттерә. Урал батыр (Фларит Бирғәлин) менән Һомай (Зәриә Ырыҫмөхәмәтова) образдары төп сюжет һыҙығынан ситләштермәй, тамашаны бер бөтөн итеп күҙалларға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, концерт сценарийын Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова яҙған (уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы ла ишетәсәкбеҙ был тамашала). Сюжет үҫеше үҙе үк йондоҙҙар хәрәкәте менән ҡуша үрелгән. Теләй икәнһең, йыһан гиҙ, йә булмаһа, космос тураһында белемеңде арттыр. Бигерәк тә концерттың беренсе өлөшөндә "Урал батыр" эпосы менән йондоҙлоҡтарҙың исемдәре тап килеүенә хайран ҡалаһың. Ваҡытында мәшһүр ғалимыбыҙ Салауат Ғәлләмов эпостың йәше 4000 йыл булыуын ғилми дәлилдәргә таянып иҫбатлаһа, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев "Боронғо башҡорттарҙың космогоник ҡараштары" исемле хеҙмәтендә эпостың йөкмәткеһе йондоҙлоҡтарҙы күҙ уңында тотоп ижад ителеүен ышандырырлыҡ итеп яҙып сыҡҡайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғилмиәт ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә бындай дәлилдәрҙе. Ә бына дәүләт кимәлендәге филармонияның халҡыбыҙҙың рухи асылына мөрәжәғәт итеүе ҡыуаныслы. Әҙерлекһеҙ тамашасы өсөн бындай ынтылыш, бәлки, ҡапылғара аңлашылып та етмәҫ, әммә ҡасан да булһа тәүге аҙым яһалырға тейеш бит. Бер ҡайҙа ла аҡҡа ҡара менән, мәҙәни үҙәктәр тамашасы артынан эйәрергә тейеш, тип яҙылмаған да баһа. "Урал батыр" эпосы ла тап ошо төбәктә яҙып алынған бит. Тап ошо ерлек сәхнәһендә ҡанат ҡағыуына һис тә аптырарға түгел.
Тағы ла, концертта иң ҡыуандырғаны - оркестр соҡороноң буш булмауы. Беренсе өлөштө музыкаль яҡтан профессиональ музыканттар биҙәне. Яңы төҫ, яңы һулыш тамашаға йәм бирҙе, киләсәккә өмөт өҫтәне. Әйткәндәй, тамашасы өсөн әле таныш булмаған йәштәрҙе сәхнәлә күреү быға тағы бер дәлил булды. Уларҙы айырып билдәләп үтеү яҙыҡ булмаҫ. Филармонияның республикала йәш буйынса иң кеселәр булыуын нәҡ улар билдәләй. Бына улар: Нух Ҡотоев - йырсы, Нурия Аласова - бейеүсе, Илдар Рәхимғолов - йырсы, Алина Вәхитова - йырсы, Арслан Сәлимов - музыкант, Гөлназ Ишбулатова - бейеүсе, Сергей Филиппов - музыкант, Юлиә Иҫәндәүләтова - драма артисы, Радмир Иҫәнғолов - тауыш операторы, музыкант, Юлия Садовская - музыкант, Ильяс Азбеков - музыкант, Гөлкәй Хәсәнова - драма артисы. Сәхнә тултырып баҫып торған йәштәргә ҡарап, Сибай концерт-театр берекмәһенең киләсәге өмөтлө тип ышаныслы әйтеп була. Йәштәр тигәндән, Алина Вахитованың Миләүшә Ҡаһарманова һүҙҙәренә көйөн Рәмил Туйсин яҙған "Етегән йондоҙ" йырын башҡарыуы ла, яңылыҡ булды. Коллективҡа йәштәр килеүе, ысынлап та, яңы һулыш алыу менән бәрәбәр шул.
"Йондоҙҙар атылғанда", тип аталған тамашаны дөйөмләштереп, "Йондоҙҙар ҡабынғанда", тип атарға булыр ине. Иң мөһиме, халыҡ аңланы тамашаның йөкмәткеһен, концертты ойоштороусылар маҡсатына иреште.
Уңышлы кешеләр тураһында бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған, тиҙәр. Ә ниңә, бәхетле кешеләр өҫтөндә бәхетле йондоҙҙар ҡабыныуы мөмкин түгелме ни? Ни булһа ла, был тамашаға йондоҙҙар ҙа ҡыуанғандыр, тигән өмөттә ҡалайыҡ. Күктәге йондоҙҙар ҙа, Сибай сәхнәһендә ҡабынып, сәхнә йондоҙона әйләнеп, башҡа сәхнәләрҙә сығыш яһағандар ҙа...

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.21 | Ҡаралған: 286

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru