«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘЖЛЕСТӘРГӘ ЙӨРӨМӘЙ ТОРОҒОҘ!
+  - 

Ике йылға яҡын элек башланып, бөгөнгө көндә бөтә Ер шары халҡын тетрәтеп килгән тажзәхмәт сире донъялағы әллә күпме кешенең ғүмерен ҡыйҙы инде. Сәйер, әммә әҙәм балаһы һәр нәмәгә күнегеүсән. Баштараҡ Ҡытайҙа йә Ҡушма Штаттарҙа көнөнә фәләнсә кеше шул сирҙән үлгәнлеге хаҡында ишетеп, аптырап төшә инек. Ә хәҙер шундай статистик һандарға иғтибар ҙа итмәйбеҙ тиерлек. "Рәсәйҙә бөгөн бер меңдән, ә Башҡортостанда утыҙҙан ашыу кеше үлде", тигәнерәк хәбәрҙәрҙе беҙ "Фәләнсә кеше донъяға килгән" тигән һымағыраҡ ҡына ҡабул итә башланыҡ.

Хөкүмәтебеҙ әленән-әле сикләү режимы индереп тора тороуға. Күптәребеҙ ул сикләүҙәрҙе үтәп йөрөргә тырыша. Әммә сир йоҡтороусылар һаны ҡабаттан арта башлауы һиҫкәндерә. Инфекцияға ҡаршы көрәш тик табиптарҙан ғына түгел, ә барыбыҙҙан да тырышлыҡ талап итеүе тураһында бик уйлап еткермәйбеҙ, ахыры. Эшкә, уҡыу йорттарына, мәктәпкә йөрөүҙәрҙе туҡтатыу - оло проблема булыуы билдәле. Һәр төрлө предприятиеларҙың эштәрен бер аҙ ғына ваҡытҡа сикләү ҙә илебеҙҙә сәнәғәт үҫешенең аҡһай башлауын тойҙора. Шуға ҡарамаҫтан, хөкүмәтебеҙ һәр төрлө каникулдар ҙа уйлап сығара. Быны һәммәбеҙ дөрөҫ аңларға һәм һәр йәмәғәт урындарында битлек режимы, башҡа сикләүҙәр һаҡланып килеүен тейешенсә ҡабул итергә тейешбеҙ.
Мине тағы бер һорау ныҡ борсой: ни өсөн ауылдарҙа, ҡалаларҙа ла күп кенә милләттәштәребеҙ һаман булһа ҡунаҡ-мунаҡ йыйып, төрлө мәжлестәр үткәреүҙе кисектереп тормай? Туғанлыҡ бәйләнештәрен һаҡлау, яҡындар менән аралашыу, һис һүҙһеҙ, файҙалы һәм сауаплы. Әммә пандемия осоронда бына шундай йыйындарҙы туҡтатып торорға кәрәк ине ул. Берәй яҡының вафат була икән - туғандар, ауылдаштар йыйылышып, уны һуңғы юлға оҙатыу тигән йоланы, әлбиттә, урап үтеп булмай. Ә бына яҡыныңды ерләгәндән һуң тағы ла аяттар уҡытыу өсөн йыйылышып ултырыуҙар әлеге сирҙең артабан да таралыуына булышлыҡ итеүсе сәбәп булыуы мөмкин икәнен онотмаһаҡ ине.
"Аяттар ҙа үткәрмәй башлаһаҡ, беҙҙең мосолманлығыбыҙҙан нимә тороп ҡала?" тип ғәжәпләнеүселәр ҙә булыуы мөмкин. Эш тап ана шунда ла: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр мосолман булыу тик шунан ғына ғибәрәт тип һанай, әммә мосолманлыҡтың иң мөһим, иң кәрәк фарыздарын танырға теләмәй. Ә бит үҙеңде мосолман тип һанайһың икән, иң беренсе нәүбәттә Ислам дине терәктәрен инҡар итмәү, йәғни намаҙ, ураҙа кеүек фарыз ғәмәлдәрҙе үтәү кәрәк. Ошо хаҡта һүҙ алып бара башлаһаң, күптәрҙең хатта тыңлағыһы ла килмәй. Сөнки дин ҡанундарын белмәүселәр күпселек, ә белергә теләмәүселәр - тағы ла күберәк. Әлбиттә, әруахтарыбыҙҙың тереклектә ҡылған гонаһтарын кисереүен һорап Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылыу, мохтаж кешеләргә улар исеменән саҙаҡа биреү ҙә Бәйғәмбәребеҙ тарафынан бойоролған, сауаплы ғәмәлдәр. Әммә уның өсөн йыйылышып ултырыу мотлаҡ түгел. Мәрхүм ата-әсәңә Ахирәттә яҡшы булһын тиһәң - өйөңдә генә ултырып, улар өсөн Раббыбыҙҙан һора (нисек һорарға белмәй икәнһең, ауыл имамынан өйрән). Мәрхүмдәрҙең йә үҙеңдең исемеңдән саҙаҡа бирергә уйлайһың икән - битлегеңде генә кейә һалып, яҡындағы мәсеттең йәшнигенә алып барып төшөр, йә булмаһа, ана шул Аллаһ йортон бағыусы хәҙрәттең үҙенә биреп кит. Сөнки мәсеткә кәрәк-яраҡ алыу, электрға, газға түләүҙәр барыһы ла ана шул имамдың өҫтөндә бит. Мәсет һәр саҡ хәйриә аҡсаһына мохтаж, тимәксемен.
Үлемесле сир яныбыҙҙа ғына йөрөп ятҡан ваҡытта үҙебеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймайыҡсы! Ғәҙәттә, ана шул мәжлестәргә тап оло йәштәгеләр йыйылыусан. Әлеге тажлы вирус та оло кешеләрҙе айырыуса "ярата" икәнен һәммәбеҙ ҙә беләлер, моғайын (һуңғы осор ул хатта йәштәрҙе лә аямай башланы). Ҡунаҡта ултырған кешеләр, әлбиттә, битлекһеҙ һәм бер-береһе менән яҡын аралаша. Шундағы егермеләгән кеше араһында бер генә сирле әҙәм булһа ла, барыһына ла ауырыу йоғоу ҡурҡынысы бар. Хәҙрәттәребеҙгә лә еңелдән түгел. Саҡырғас, әлбиттә, кеше һүҙен йығырға баҙнат итмәй, мәжлестәргә йөрөй инде улар, тип аңлайым мин үҙемсә. Хәтерегеҙҙәлер, былтыр яҙ көндәре хатта ирҙәр өсөн фарыз булған йома намаҙына мәсеттә йыйылыуҙы ла ҡуйып торҙоҡ. Һәр мосолман йома намаҙы урынына үҙ өйөндә өйлә намаҙы уҡыу менән генә сикләнде.
Бына шундай ҡурҡыныс янап тороуға ҡарамаҫтан, әле бында, әле тегендә кешеләрҙең юбилей, хатта туй табындарына йыйылыуҙарын ишетәһең. Туйһыҙ ҙа һин дә мин йәшәп алып китергә һәм уны күпмелер ваҡыттан һуң да үткәрергә була. Ана бит, былтырҙары миллиардлаған халыҡлы Ҡытай илендә ҡандай киҫкен тора ине ошо мәсьәлә. Нисек кенә ауыр булһа ла, улар үҙ хөкүмәте ҡуйған сикләүҙәр режимын тотҡас, хәҙер ул илдә бындай сир юҡ кимәлендә.
Бигүк ғәҙәти булмаған был мәҡәләмде бәғзеләрҙең оҡшатып етмәүен дә күҙаллайым. Әммә миңә ошо афәт ҡорбаны булғандар йәл. Йәндәй күргән балаларыңдың, балдан татлы ейән-ейәнсәрҙәреңдең үҫеүен, уларҙың шат уйнағандарын күреп, һөйөнөп ғүмер итә башлаған мәлдә генә үҙеңдең битарафлығың арҡаһында кинәт кенә сиргә һабышып, был донъяны ташлап китеүе ҡыҙғаныс бит. Ғәҙәттә, сирлеләр реанимация бүлегендә үлә, шунлыҡтан, һуңғы минутыңда яныңда ауыҙыңа һыу тамыҙып ултырыусы яҡындарыңдың була алмауы ла, кәфенләнмәгән көйө "ҡара пакетта" ерләнеүе лә үкенесле… Кәрәкмәгән шундай йыйындарҙан тыйылайыҡ, хөрмәтле яҡташтар! Ваҡытында вакцинацияланыу зарурлығы хаҡында ла онотмайыҡ.

Айытбай ВӘЛИЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.21 | Ҡаралған: 301

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru