«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ҮҘЕМДӘ БАШҠОРТЛОҠТО ЯРАТАМ
+  - 

Был көндәрҙә мин дә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында ҡатнаштым һәм үҙемде башҡорт балаһы булараҡ тарихҡа теркәнем.

Мин Мәскәүҙә йәшәйем һәм минең эргәмдә, дуҫтарым араһында урыҫ, татар, йәһүд, сыуаш һәм Рәсәйҙә йәшәгән башҡа милләт вәкилдәре бар. Оло ғорурлыҡ һәм тулҡынланыу менән үҙемде "Башҡортмон, ялан-бөрйән ырыуы вәкилемен" тип әйтәм һәм һәр ваҡыт хуплау һүҙҙәре ишетәм.
Минең тыуған яғым Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылына ҡараған ялан-бөрйән ырыуының тарихына күҙ һалғанда, унда бик күп билдәле яҡташтарыбыҙҙы күрергә була. Улар араһында ҡурайсы, сәсән, яҙыусы, шағир, хеҙмәт һәм һуғыш геройҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар. Мәҫәлән, яратҡан яҙыусыларым Рәшит Солтәнгәрәев, Ғәлим Хисамов, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусы Ғәзиз Әлмөхәмәтов, шулай уҡ профессиональ башҡорт музыкаһын, айырыуса ҡурайҙы үҫтереүгә ҙур көс һалған Айрат Ҡобағошовтар - минең яҡташтарым. Был исемлектә шулай уҡ үҙемдең олатайымды, Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитовты ла телгә алыр инем. Уны ваҡытында бөтә ил яҡшы белде. Хәҙер ҙә Мәскәүҙә уны белгән кешеләрҙе йыш осратам.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, башҡорттарҙың үҙҙәренең бай тарихы һәм мәҙәниәте, бөйөк үткәне, матур бөгөнгөһө һәм шулай уҡ үҙенә генә хас донъяға ҡарашы һәм ҡабатланмаҫ философияһы бар. Мин үҙемдә башҡортлоҡто яратам, үҙемдең туған телемде яратам, сөнки ул 4000 йыллыҡ тарихы булған легендар "Урал батыр" эпосын һаҡлаусы. Башҡорттоң ҡабатланмаҫ халыҡ йырҙары - оҙон көйҙө ҡурайҙа яңғыратырға яратам. Башҡорт теле - моң, ҡумыҙ, ҡурай теле бит ул! Ошондай тылсымдан нисек ситләшергә мөмкин!

Марсель ВАХИТОВ,
РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет аппараты етәксеһе урынбаҫары.

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.21 | Ҡаралған: 557

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru