«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОШСОЛАР, ҺЫҘҒЫЛАР, ӨПӘЙҘӘР - ТӨНЬЯҠ БАШҠОРТТАРЫНАН БУЛАБЫҘ
+  - 


Тарихи Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш зонаһында уртаҡ этник һыҙаттары менән башҡа бер ырыуҙарҙан айырылыбыраҡ торған башҡорт ырыуҙары формалаша. Улар араһында ҡошсо, һыҙғы һәм өпәй ырыуҙары бар, улар быуаттар дауамында территориаль яҡтан йәнәш йәшәп, тығыҙ этник бәйләнештә була. Батша Рәсәйендә ҡабул ителгән административ бүленешкә ярашлы, ошо ырыуҙарҙың аҫаба биләмәләре Ҡошсо (Кушчинская/ Кущинская), Һыҙғы (Сызгинская) һәм Өпәй (Упейская) улустары тип аталған. Был ерҙәр Башҡортостандың хәҙерге Мәсетле, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск һәм Түбәнге Серге райондарына ҡарай. Төньяҡ зонала уларҙан башҡа Өфө-Шигер, Терһәк, Салйоғот улустары, Кама буйынан килгән ғәйнә башҡорттары шулай уҡ үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә көн итә.
Ҡошсо, һыҙғы, өпәй ырыуҙары төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының заманында үтә абруйлы һәм ҡеүәтле булған Әйле этник ырыуҙар берләшмәһенә (ҡәбиләһенә) инә. Шулай ҙа ҡошсоларҙың билдәле бер осорҙарҙа Ҡатай түбәһенә ҡарауы хаҡында ла тарихи документтар бар. Әммә, ошо дәүергә хас булғанса, рус хакимиәте һәр бер башҡорт ырыуын айырым, үҙаллы этник төркөм рәүешендә теркәп, ырыуҙар союзы (берләшмәһе) хаҡында әллә ни ентекле мәғлүмәт ҡалдырмаған. Билдәле башҡорт тарихсыһы, этнограф Раил Ғүмәр улы Кузеев әле һүҙ барған төньяҡ башҡорттары ырыуҙары тарихы хаҡында байтаҡ ҡына мәғлүмәт туплай алған. Ғалим ҡошсо ырыуының тарихи тамырҙарын Үҙәк Азия тарафтарында формалашҡан боронғо төркиҙәр менән бәйләй. Ул "Тан-шу" ҡытай хроникаһында нушиби исемле этник берләшмәгә ингән 5 ҡәбиләнең береһе "гэшу" тип аталыуына иғтибар иткән, ул берләшмә Көнбайыш Төрки ҡағанытының (603 - 704 йылдар) төп өлөшөн тәшкил иткән "ун уҡлы төркиҙәр"ҙән була. Ориенталистика (Көнсығыш халыҡтарын өйрәнеү) өлкәһендәге билдәле тикшеренеүселәр Э.Шаванна һәм Лев Гумилёв ҡытайса гэшу тип аталған төрки ҡәүеменең боронғо төркиҙәрҙең Хойто-Тамир (Монголия) ташъяҙмаһында теркәлеп ҡалған кушу ҡәбиләһе исеменә тап килеүен билдәләйҙәр. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, исеме аныҡ билдәле булмаған төрки хәрби юлбашсыһы тарафынан ташҡа соҡоп теркәтелгән руник яҙманың бер өлөшөндә "... йылдың... туғыҙынсы айында Кушуйыла мин ҡолдар алдым...", тигән һүҙҙәр асыҡланған. Азия төркиҙәре тарихын бик ентекле өйрәнгән ғалим Л.Н. Гумилёв тарихи реконструкция алымы нигеҙендә был ташъяҙмала Билге ҡағандың басмылдарға һәм башҡа көнбайыш төрки ҡәүемдәренә хәрби поход менән барып, уларҙың баш ҡалаһы булған Бешбалыҡты алыуы хаҡында мәғлүмәт теркәлгән, тип иҫәпләй. Ғалим Хойто-Тамир ташъяҙмаһының үҙе асыҡлай алған вариантын да килтерә: "В год обезьяны (720) в седьмой месяц двадцать… к табгачам [имперцам] ходили. В девятом месяце года [того же] кушуйские черные головы я раздавил [прижал]; осенью на табгачей… пошел с войском. Так много блага… [тюрки?], воюя, да не будут разбиты".
Күренекле совет тарихсыһы А.Н. Бернштам да был ташъяҙмала теркәлгән ҡәүем атамаһының "Ҡушу ҡарабаштары" тигәнде аңлатыуы хаҡында яҙа.
Көнсығыш халыҡтары тарихында киң билдәле булған төрки юлбашсыһы Кюль-тегинға арналған Орхон ташъяҙмаһында бына шундай юлдар бар (руссаға тәржемәлә): "Сев на белого коня героя Шалчи (Алп Шалчи), он произвел атаку. Убил (многих) из народной массы тюргешей и покорил (оставшихся). Снова (или назад) двинувшись… он сразился с Кушу-тутуком, его мужей он всех перебил, его дома и имущество без остатка все доставил (себе)".
Бында ниндәйҙер бер төрки ҡәүеменең Кушу-тутук исемле яу башлығы хаҡында иҫкә алына. Тутук - төрки халыҡтарында билдәле булған титул, уның этимологияһын "тутмак" ҡылымы һәм "оҡ" йәки "уҡ" исеме аша еңел аңлатып була. Төркиҙәрҙә тутмаҡ - тотоу, оҡ/уҡ уҡты йәиһә ҡәүем, ырыуҙы аңлата. А.Н. Бернштам билдәләүенсә, "тутуктар - ырыу-ҡәбиләләрҙең арҙаҡлы заттары вәкилдәре". Мәғәнәһенә ярашлы, тутук - ырыу-ҡәбиләне "тотоп тороусы", йәғни, ырыу башы була. Тимәк, Кушу-тутук төрки ҡошсолары ҡәүеме юлбашсыһы булған.
Ошо мәғлүмәттәр боронғо ҡошсо ҡәбиләһенең Көнбайыш Төрки ҡағанатының баш ҡалаһы Бешбалыҡтан төньяҡтараҡ, Алтай тауҙарының көньяҡ һырттарында көн итеүе хаҡында фараз итергә ерлек бирә. Икенсе бер тарихсы Н.А. Аристов та Тяньшань ҡырғыҙҙары составында кущу (кошчу) атамалы этник төркөм булыуын иғтибарға ала. Билдәле булған тарихи сығанаҡтарға таянып, этнолог Р.Ғ. Кузеев та ошондай һығымтаға килә: "Әгәр ҙә кушчу (ҡошсо) этнонимын ҡытай сығанаҡтарындағы гэшу ҡәбиләһе менән идентификациялау дөрөҫ булһа, ул саҡта VI-VII быуаттарҙа ҡошсолар төркиҙәрҙең Урта Азиялағы экспансияһында ҡатнашып, Көнбайыш Төрки ҡағанатының бер берәмеге булып торған".
Йәнә, рус хакимиәте чиновниктары тарафынан төҙөлгән бер документта ҡошсо ырыуы башҡорто Көҙәш (Козяш) Рахманғолов "старшина Кушуйской волости", тип теркәлгән. Бында башҡортарҙың "ҡошсо" тигәне боронғо төркисә "кущу/кушчу" һәм әүәлерәк төҙөлгән рус документтарындағы "кушу"ға тап килеүен инҡар итеп булмай. Тимәк, Ҡытай хроникаларындағы "гэшу", төрки ташъяҙмаларындағы "кушу", тип аталып йөрөтөлгән ҡәбилә атамаһының рус сығанаҡтарындағы "кушу/ кушчи" менән тап килеүе башҡорттарҙың ҡошсо ырыуының боронғо төрки тамырҙарын күҙалларға мөмкинлек бирә. Башҡорттарҙан башҡа, шул уҡ боронғо ҡәбиләнең ошо этноним менән аталып йөрөтөлгән этник төркөмдәре ҡырғыҙ һәм үзбәктәрҙең ырыу-ҡәбилә номенклатураһында ла бар.
Ҡошсо башҡорттарына биләгән территориялары бик яҡын булған тағы ла ике этник төркөм - һыҙғы (ҫыҫҡы) һәм өпәй ырыуҙары әлеге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Рус документтарында улар биләгән аҫаба ерҙәр Һыҙғы (Сызгинская волость) һәм Өпәй (Упейская волость) улустарына ҡараған.
Р.Ғ. Кузеев фекеренсә, һыҙғы һәм өпәй ырыуҙары - башҡорт халҡының иң боронғо этник төркөмдәренең береһе, әммә уларҙың тарихи килеп сығышы хаҡында аныҡ ҡына мәғлүмәттәрҙе табыуы үтә ҡыйын. Шул уҡ һыҙғы ырыуының тәү тарихы буйынса яҙма сығанаҡтар ҡалмаған, шуға күрә был осраҡта бары тик археология, этнонимия, генография аша табылған мәғлүмәттәргә һәм риүәйәттәргә генә һылтанып була.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ
әҙерләне.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.21 | Ҡаралған: 256

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru