«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕРБ - МИЛЛӘТТЕ БЕРЛӘШТЕРЕҮСЕ ОБРАЗ, УНЫҢ ТАРИХЫНЫҢ ДАУАМЫ
+  - 


Рәсәйҙә беренселәрҙән булып башҡорт ырыуҙары үҙҙәренең гербын эшләй башлауы һәм, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының уны юридик яҡтан нығытып ҡуйырға ниәтләүе тураһында барыбыҙ ҙа хәбәрҙар. Бөгөн герб беҙҙең өсөн дәүләтселек символы һәм ул дәүләтте таныу билдәһе лә. Ә бына ырыуҙар гербы ниндәй мәғәнәгә эйә? Рәсәй геральдистары советының идара ағзаһы, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Геральдика комиссияһы ағзаһы, тарих магистры, тарихсы-генеалог Кирилл ПЕРЕХОДЕНКО менән башҡорт ырыуҙары хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.

Һеҙ геральдика менән шөғөлләнәһегеҙ һәм башҡорт ырыуҙарының тиҫтәнән артыҡ гербын эшләгәнһегеҙ. Ә ырыу гербтарын эшләү өсөн ҡануниәт базаһы бармы, ғөмүмән, эш нисек башланды?

- Беҙҙең илдә дәүләт, ил, ведомство һәм территориялар гербтарын эшләү ҡануниәт менән көйләнә. РФ Президенты ҡарамағында Геральдика советы бар, улар экспертиза үткәрә һәм гербтарҙы теркәй. Шәхси, ғаилә, ырыу гербтарына килгәндә, улар әлегә йолалар рәүешендә һаҡланған, сөнки ырыу геральдикаһы традицияһы беҙҙә 17-се, хатта унан алдағы быуаттарҙан йәшәп килә. Ләкин улар туранан-тура дәүләт тарафынан көйләнмәй. Әммә Башҡорт ырыуҙары гербтары буйынса проектты беҙ киләсәктә уның дәүләт көйләүенә алынырға тейешлеген күҙаллап башланыҡ.
Бер ни тиклем алға китеп шуны әйтергә теләйем: бында ниндәй процесс бара? Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән берлектә тәүҙә уның ҡарамағында Геральдика комиссияһы төҙөнөк. Ул гербтарҙы эшләү принциптарын эшләне һәм киләсәктә Ҡоролтайҙың Геральдика комиссияһының экспертизаһын үткән гербтар БР Башлығы ҡарамағындағы Геральдика советына теркәү үтеүгә тапшырылырға тейеш. Был инде федерация субъекты кимәлендәге дәүләт теркәүе тигәнде аңлата. Әлегә Рәсәй кимәлендәге теркәү үтеү тураһында һөйләргә иртәрәк, әммә субъект кимәлендә теркәү үтеүгә өлгәшһәк - был ҙур ҡаҙаныш буласаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, төрлө урындарҙа шәхси ырыу геральдикаһын бер төрлө эшләргә, бер төрлө талаптарға тап килтерергә һәм теркәү үтергә тырышалар. Бындай тәжрибә Мәскәү өлкәһендә, Марий Илендә һәм тағы бер нисә субъектта бар. Ләкин был даими күренеш түгел. Башҡортостан Республикаһы был йәһәттән беренсе була, йәғни шәхси геральдиканы дәүләт кимәленә сығара ала. Тик быны нисек дөрөҫ итеп эшләү буйынса күп һорауҙарҙы һәм мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Эш күп, әммә киләсәктә ул хәл ителер тип ышанам.

Ырыу гербын эшләгәндә нимәгә төп иғтибар бүләһегеҙ, төп урынға нимәне ҡуяһығыҙ?

- Башҡорттарҙың ырыу геральдикаһын эшләгәндә төп принцип булып беҙҙең ниндәйҙер яңылыҡ асыуыбыҙ тормай, ә тап тарихи тамырҙарға мөрәжәғәт итәбеҙ һәм тарихи ысынбарлыҡты күҙ уңында тотабыҙ. Башҡорттарҙа борон-борондан тарихи символика: тамға, ҡош, оран, ағас булған.
Һәр башҡорт, моғайын, "Сыңғыҙнамә дәфтәре" тураһында хәбәрҙарҙыр. Унда Сыңғыҙхандың барлыҡ бейҙәргә символдар биреүе тураһында бәйән ителә. Бер нисә ырыу үҙенең ағасына, ҡошона, оранына, тамғаһына һәм кольчугаға (һауыт) эйә була. Йәғни беҙ ошо булған символиканы геральдикала ҡулланабыҙ.
Бында нимәгә иғтибар итергә кәрәк: тамғаларға. Тамға - ул үҙенсәлекле символ, әммә уның нимә аңлатҡаны бары тик ниндәйҙер башҡорт төркөмө йәки йәмғиәте, шулай уҡ борондан тамғалар менән ҡулланған халыҡтар өсөн генә аңлайышлы. Әммә киңерәк, юғарыраҡ, йәғни дәүләт йәки донъя кимәленә сығыу тураһында һүҙ алып барғанда, был тамғалар символикаһы үҙендә ниндәй мәғлүмәт йөрөткәне аңлашылмай. Был осраҡта урта быуаттарҙа Европала барлыҡҡа килгән геральдика ярҙамға килә лә инде. Ул дөйөм донъя мәҙәниәтенә әүерелде һәм хәҙер символдар теле донъяның һәр ерендә аңлашыла, тиергә мөмкин. Беҙҙең заманда күп символдар онотолған һәм беҙ традицион башҡорт символикаһын традицион геральдика рәүешендә, Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә аңлайышлы булырлыҡ кимәлдә ҡабаттан тергеҙәбеҙ. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының башлаған проекты ла тап башҡорт халҡының мәҙәни мираҫының донъяла танылыулы булыуына өлгәшеүҙе күҙаллай, сөнки башҡорттар бит Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, донъяның төрлө мөйөштәрендә лә йәшәй. Минең күреүемсә, был проектты халыҡ ҡабул итте, сөнки ул уларға аңлашыла, улар гербта үҙенә яҡын булған ағасын, ҡошон, оранын, тамғаһын күрә. Икенсенән, герб - ул матур, уникаль. Әҙер герб - ул тамамланған эш түгел, ул эштең башы ғына әле. Артабан уны нисек ҡулланалар, ул киң таралыу аламы - бына шунда инде хеҙмәт емеше күренә. Әле республикала гербтары эшләнгән ырыуҙар уны дәүләт һәм муниципаль символдар менән бер рәттән ихлас ҡуллана.

Ҡайһы бер ырыуҙар гербтарын ҡабул итмәүе тураһында ла ишетелеп ҡалды, йәғни улар гербтарын ырыу йыйынында раҫламаны...

- Ысынлап та, мең ырыуы гербын йыйында раҫламаны. Беҙ улар менән осрашып һөйләштек, фекер алыштыҡ. Концепция кимәлендә барыһы ла аңлашыла, әммә визуаль образдар кимәлендә кешеләрҙә һорауҙар тыуа. Был шулай булырға тейеш тә, сөнки уларҙың зауығы, донъяны ҡабул итеүе төрлөсә. Герб эшләгәндә беҙ һәр саҡ ырыу халҡының фекеренә иғтибар итәбеҙ һәм уларҙың кәңәштәрен иҫәпкә алабыҙ, кәрәк урындарҙа төҙәтеүҙәр индерәбеҙ. Эшләнгән вариантты халыҡ күрҙе лә, шунда уҡ ҡабул итте, раҫланы тип булмай, был бик һирәк күренеш, ошо кимәлгә еткәнсе уны камиллаштырырға кәрәк. Икенсе яҡтан, беҙ, йәғни ырыу гербтарын эшләүселәр - сит кешеләр. Гербтарҙы эшләрҙән алда крайҙың, ырыуҙың тарихы менән танышабыҙ, тарихи әҙәбиәт уҡыйбыҙ, аңларға, асылына төшөнөргә тырышабыҙ, әммә һәр саҡ сәпкә тейҙереп булмай. Әлбиттә, халыҡ фекерен иҫәпкә алып, төрлө варианттар эшләргә, еренә еткерергә тура килә, әммә был эш процесы. Бында шуны аңларға кәрәк: герб - ул ырыуҙың символы, ул бер тапҡыр ғына ҡабул ителә һәм артабан ғүмер буйы шуның менән йәшәргә кәрәк буласаҡ.
Гербта ҡыҙыҡлы бер мәл бар, ул - һүрәтләү. Йәғни бер һүрәтте күрәбеҙ һәм уның аныҡ билдәләнгән формалары бар, мәҫәлән, йәшел яланда үҫкән ҡайын ағасының ботағында ҡош ултыра. Ошо һүрәтләү буйынса уны төрлө рәссам үҙенсә эшләйәсәк, әммә һүрәтләү буйынса ул бер үк герб. Гербтың логотиптан айырмаһы шунда: беҙ логотипта нимәнелер бер-ике миллиметрға шылдырһаҡ йәки үҙгәртһәк, ул дөрөҫ логотип булмай. Ә герб һүрәтләнешендә ижадҡа ҙур урын бар. Әле эшләнгән гербтар ҙа эталон түгел. Шуға күрә, һүрәтләнешенә ярашлы төрлө ижади конкурстар үткәрергә мөмкин: рәсми ҡабул ителгән герб рәсми документтарҙа ҡулланылһа, һүрәтләнеше буйынса киң фантазияға урын ҡалдыра.
Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк: йыйындарҙа герб эскизын тәҡдим итеп, беҙ "Юҡ, беҙгә герб кәрәкмәй", тигән ҡаршылыҡтар менән күҙмә-күҙ осрашманыҡ. Барыһы ла уның кәрәклеген аңлай. Билдәле булыуынса, бер нисә йыл элек Башҡортостандың муниципаль район-ҡалаларының да гербтары эшләнде һәм халыҡ уның нимә икәнлеген аңлай, ә ырыуҙар гербы - ул милләт, халыҡ тарихының дауамы.

Ырыуҙар гербы Сыңғыҙнамагә һәм шәжәрәләргә нигеҙләнеп эшләнә, тинегеҙ. Ә бына ҡайһы бер тарихсылар, кемдәр икәнен әйтеп тормайыҡ, был тарихи документтарҙы миф тип ҡабул итә, йәғни башҡорт тарихының ошо яҙмаларға нигеҙләнгән өлөшө - ул тарих түгел, ә миф ҡына, имеш...

- Бында нимәгә иғтибар итергә кәрәк: беҙҙең рәсми документтар менән раҫланған тарихыбыҙ менән бер рәттән, ауыҙ-тел ижадына (фольклор) нигеҙләнгән тарих та бар. Бәлки, ундағы ваҡиғалар һәм геройҙар ысынбарлыҡта булмағандыр ҙа, әммә улар халыҡ хәтерендә һаҡланған. Мәҫәлән, ниндәйҙер легенда 18-се быуатта тәүге тапҡыр теркәлгән икән, тимәк, ул ошоға тиклем оҙаҡ йылдар телдән-телгә күсеп килгән бит. Һәм теркәлгәндән алып ул рәсми документҡа әйләнә. Әйтәйек, Сыңғыҙхан был тамғаларҙы, символдарҙы бирмәгән дә икән, ти, әммә уның тарихта теркәлеп ҡалыуы - ул халыҡ тарихының бер дәлиле. Был осраҡта беҙгә был тарихи ваҡиғаның булыу-булмауы мөһим түгел, ә ырыуҙарҙың уны ҡабул итеүе мөһим. Был символдар бер нисә быуат дауамында йәшәгәнен беләбеҙ. Ә был легендар ваҡиғаның нисек үтеүе, уның яҙылғанға тап килеү-килмәүе принципиаль түгел, был ваҡиғаның халыҡ тарихының айырылғыһыҙ бер өлөшө булыуы әһәмиәтле һәм ул 100 процент халыҡ тарихы булып тора ла.

Дәүләтселек үҙенең символикаһы - гербы, гимны, флагы менән айырыла, йәғни үҙенең дәүләт булыуын раҫлай. Ә бына Сыңғыҙхан башҡорттарға символдар - оран, тамға, ҡош, ағас бүләк иткәс, шул заманда уҡ башҡорттарҙың үҙ дәүләтселеге булған тип әйтергә буламы?

- Мин башҡорт тарихы буйынса белгес түгел, әммә башҡорттарҙың дәүләтселеге күпкә алдараҡ барлыҡҡа килгән тип уйлайым. Теләһә ниндәй халыҡтың тарихтың ниндәйҙер этабында үҙен законлаштырыу ихтыяжы тыуа. Йәғни, ул әллә ҡайҙан бер нигеҙһеҙ түгел, ә рәсми рәүештә барлыҡҡа килә. Һәр халыҡтың дәүләтселеге иҫәбе башланған нөктәһе була. Башҡорттар власть һәм территория символдарын Сыңғыҙхандан ала. Дәүләтселек - ул халыҡ берләшкәнсе даими үҫешә барған оҙайлы процесс.

Башҡорт Википедияһы ирекмәне булараҡ, ошондай һорауҙы бирмәй булдыра алмайым: башҡорт ырыуҙарының гербтарын Википедияла ҡулланыу өсөн уның ирекле ҡулланыу лицензияһы булырға тейеш, йәғни копирайт түгел, ә CreativeCommоns. Ошо үҙегеҙ эшләгән гербтарға ирекле лицензия бирә алаһығыҙмы?

- Әгәр рәсми гербтар тураһында һүҙ алып барһаҡ, Гражданлыҡ кодексына ярашлы, рәсми ҡабул ителгән гербты ҡулланыу хоҡуғы уны раҫлаған ойошмаға күсә. Ырыуҙар геральдикаһына килгәндә, хәл-торош шундай уҡ, йәғни беҙ герб эшләйбеҙ һәм уны ырыуға тапшырабыҙ. Артабан инде ырыу гербын нисек ҡулланыуҙы ырыу үҙе хәл итә. Беҙ уны нисек дөрөҫ ҡулланыу тураһында методик кәңәштәр әҙерләйәсәкбеҙ. Әммә герб - ул асыҡ тарих. Беҙ, әлбиттә, герб авторҙары булып ҡалабыҙ, әммә уны ҡулланыу хоҡуғын һаҡламайбыҙ. Авторлыҡ хоҡуғы тураһында ниндәйҙер документ эшләрбеҙ, Википедияға ҡуйыу мәсьәләһен дә хәл итеп булыр тип уйлайым.

Башҡортостанда, ғөмүмән, эш барышында нимә хәтерегеҙҙә ныҡлы урын алды?

- Был проект - уникаль проект, сөнки ул ырыуҙар символикаһы булараҡ, Рәсәйҙә беренсе тапҡыр булдырыла. Шуға күрә уны геральдика талаптары яғынан тел тейҙергеһеҙ итеп эшләү зарурлығы тыуа. Ул башҡа халыҡтар өсөн өлгө булып торасаҡ. Үҙем 1996 йылдан, ә 2004 йылдан геральдика буйынса ныҡлы эшләйем, әммә башҡорт ырыуҙары аҡһаҡалдары кеүек аҡыллы, ентекле уйлаусан кешеләрҙе күргәнем булманы. Бик йыш гербтар буйынса фекер алышыуға 10-20 кеше йыйылабыҙ һәм һөйләшеү килеп сыҡмай, һәр кем үҙенекен һөйләп тик ултыра. Башҡортостанда иһә халыҡ аңлап, беҙ тәҡдим иткәнде уйлап эш итә. Килешмәгән осраҡта, үҙҙәренең фекерен етди нигеҙләй. Улар беҙҙе белгес күреп тыңлаһа, беҙ уларҙың фекеренә гербтың буласаҡ хужалары итеп ҡолаҡ һалабыҙ. Был - илдә бик һирәк осраған һөҙөмтәле аралашыу.

Шулай итеп...
"Герб, әләм кеүек үк, ул кешеләрҙе берләштерә торған һәм берләштерә алған визуаль образ. Ул илһөйәрлек тәрбиәләүҙә лә ҙур роль уйнай, сөнки бәләкәйҙән үҙ ырыуының символын күреп үҫкән балала ҡыҙыҡһыныу тыуа - тәүҙә ул матур һүрәт күрә, һуңынан унда нимә төшөрөлгәне тураһында һораша, уға ырыу тарихын һөйләйҙәр, тәүҙә ул аңламай, әммә үҫә килә аңлай башлай, йәғни тыуған ил тойғоһо бәләкәйҙән һалына. Үҫкәс инде уның алдында, кем мин, ҡайҙан мин, тигән һорауҙар тормаясаҡ. Бигерәк тә бөгөн бик күп уҡырға яратмаған, йәғ-ни символдар менән генә эшләргә өйрәнгән яңы быуын үҫкәндә был бик уңайлы", - тине әңгәмә барышында Кирилл Викторович. Уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп, иншалла, тиергә генә ҡала. Милләтте, халыҡты берләштереүсе ысулдар һәм алымдарға беҙ ҡуш ҡуллап риза, айырмаһындар, бүлгеләмәһендәр генә...

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА
әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.21 | Ҡаралған: 272

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru