«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БИҒЛЫЙ АТАЙ"ҘАР ҘА БУЛА...
+  - 


Сабый донъяға үҙ ихтыяры менән тыумай, ғүмерҙе уға ата-әсәһе бүләк итә. Ләкин был сабыйҙарҙың иң бәхетһеҙҙәре күпмелер ваҡыттан, ҡайһылары әсәһе ҡарынында уҡ, тере етемлеккә дусар ителә: йә әсәһе баш тарта унан, йә атаһы уның хаҡында ишетергә лә теләмәй, ташлап китә.

Эйе, айырылышыуҙар бик күп, айырыуса бөгөнгө шарттарҙа. Яңы мәғлүмәттәр булмау сәбәпле, быйылғы ете ай күрһәткестәре буйынса ла фекер йөрөтөргә булалыр: ошо осорҙа 493 509 никах теркәлгән булһа, 370 469 ғаилә тарҡалған. Төп сәбәптәрҙең береһе - йәшәйеш кимәленең насар булыуы. Артабан иһә - эскелек, наркомания, хыянат, үҙ-ара һыйышмаусанлыҡ, физик һәм психик көс ҡулланыу һөҙөмтәһе. Статистика буйынса, Рәсәйҙә алимент аҡсаһына күҙ терәп торған 1,5 млн самаһы тулы булмаған ғаилә иҫәпләнә. Ошондай, элекке ғаиләһендә ҡалған балаларын кешелек бурысы буйынса үҙ теләге менән ярҙамынан ташламай, даими рәүештә алимент түләп, күрешеп, хәлдәрен белешеп йәшәгән атайҙар, бәхеткә, бар. Ләкин балаһына ярҙамдан баш тартып, аңлы рәүештә алименттан ҡасып йөрөгән әҙәмдәр һанына ҡараһаң, тәүге төркөмдәге хәстәрлекле һәм кешелекле атайҙар бик әҙ булып күренә башлай.
Ә бына үҙ балаларынан ҡасып йөрөүсе бындай әҙәмдәр күпме икән? Дөрөҫөн генә әйткәндә, Рәсәйҙә уларҙың аныҡ ҡына иҫәбенә сыға алмайҙар әлегә. Төрлө сығанаҡтарға һылтаныусы мәғлүмәттәр буйынса, һандар төрлөсә. Быйылғы йылдың туғыҙ айында Суд приставтары федераль хеҙмәтендә 1,3 млн алимент юллау документтары ҡаралған һәм һөҙөмтәлә балаларына бурыслыларҙан 22,6 млрд һум аҡса түләтелгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, был 74 процентҡа (13 млрд.) күберәк. Бынан тыш, 57 700 мөлкәт ҡулға алынған (арест), алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән 56 000 кешене эҙләү иғлан ителгән, шуларҙың 33 300-ө табылған. 97 мең бурыслы "атай"ға ҡарата - административ, 45 мең кешегә яуыз ниәттән алимент түләмәүен дауам иткәне өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был һандар юҡҡа ғына килтерелмәне, улар ил күләмендә ғаилә көрсөгө һәм алимент проблемалары масштабын, йәмғиәтебеҙҙә әхлаҡ-әҙәп категорияһының тарҡалыу барышын бик асыҡ күҙалларға ярҙам итә. Дәүләт тарафынан был хәлде нисектер ауыҙлыҡлау саралары күрелгән хәлдә лә, уларҙы урап үтергә лә оҫтарҙы хәсрәт-атайҙар. Мәҫәлән, аҫтына һыу инә башлағанды һиҙеп, шуларҙың ҡайһылары күҙ буяу өсөн бәләкәй генә сумма күсерә лә приставтар уяулығын алдап, эҙ яҙҙыра һала.
Приставтар, тигәндән, ана шундай шылғайҙарҙы контролдә тотоу, балаһын яңғыҙ ҡарарға мәжбүр әсәләрҙән килгән ғариза-ялыуҙарҙы системалы хәл итә барыуҙа күп нәмә уларға бәйле. Үкенескә, был ведомство хеҙмәткәрҙәре эшенә балаларын яңғыҙ ҡараусы әсәләрҙән дәғүәләр бик күп, айырыуса үҙәктән алыҫ төбәктәрҙә. Уларға ҡабул итеү көнөнә эләгеп тә, яҙылып та булмай, телефондары яуап бирмәй, сөнки сайттарҙа хәҙер күпселек иҫкергән йә ялған номерҙар бирелә. "Һеҙҙең шылтыратыуға беҙ бик шатбыҙ, ҡыҙғанысҡа, операторҙар бушамай", тип яуап биреүгә көйләнгән битараф автомат бәйләнеше линияһына ла эләгеп булмай һәм, ғөмүмән, телефон аша ғына бындай мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкин дә түгел. Һөҙөмтәлә ҡатындар алимент юллап, пристав хеҙмәте менән урындағы прокуратура һәм суд араһында кәлеп һалырға мәжбүр. Ғаризалар ҡаралмайынса оҙаҡ ята, тип зарлана әсәләр. Шуғалыр ҙа, интернет порталдарҙа бындай әсәләргә "Суд приставтарының ғәмһеҙлегенә ялыу яҙыу өлгөһө" йә булмаһа, "Нисек итеп приставтарҙы алимент юллауға мәжбүр итергә" тигән кәңәш-инструкциялар бирелә. Дөрөҫ, приставтарҙы ғәйепләргә мөмкин, әлбиттә, ләкин юғарылағы "астрономик" һандарҙан сығып фекер йөрөткәндә, уларҙың иңенә асылда көс еткеһеҙ бурыс йөкмәтелгән. Дәүләт структураһына был хеҙмәттең эшен йәнләндереү һәм көсәйтеү юлын ҡарарға кәрәктер, бәлки? Тураһын ғына әйткәндә, уларҙың кәнсәләре алимент ғаризалары, юллауҙары, ялыуҙарынан тонсоғор хәлдә бит! Шуға ла эштәренең һөҙөмтәһе лә ҡәнәғәтләндермәй юллаусыларҙы. Был ведомствола эшләүселәргә, икенсе яҡтан, барыбер ҙә "туң йөрәктәр", "ғәмһеҙҙәр" тигән рәнйеү һүҙҙәре, ҡарғыш алыуҙан һаҡ булырға, һәр мөрәжәғәт артында бер ғәйепһеҙ сабый күҙҙәренә "баға" белергә өйрәнеү ҙә яҙыҡ булмаҫ ине.
Ошо йәһәттән ваҡытында Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе булып, маҡталып эшләгән, әле лә тынғыһыҙ эшмәкәрлеге менән һәр кемебеҙгә билдәле Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ, булмаһа. Әлеге көндә Башҡортостанда 15 меңләп атай кеше элекке ғаиләһендә ҡалған балаларына ярҙамдан баш тарта, ти ул. "8 йылға яҡын ябай суд приставы булып эшләгән сағымда мин бындай ирҙәрҙән балаларына алиментты мәжбүри түләтеү эштәре менән шөғөлләндем, уларҙы эҙләү һәм юллау өсөн ял көндәрем менән дә иҫәпләшеп торманым, сөнки әсәләргә яңғыҙы ғына үҙҙәренә балаларҙы аҫрау нисек ауырға төшөүен күрә һәм аңлай инем. Ниңә ярҙамдан баш тартаһығыҙ, тигән һорауыма ирҙәр, ғәҙәттә, элекке ҡатындарын ғәйепләй башлай ине. Мин уларға, ҡатындарығыҙ менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙҙә балаларҙың ғәйебе юҡ, тигәнде аңлатырға тырыша инем, ләкин улар быны ишетмәй ҙә ине, ҡыҙғанысҡа. Бындай әҙәмдәр булып формалашыуҙарында уларҙың ата-әсәләре ғәйепле, әлбиттә. Сөнки улар улдарын киләсәктә үҙ балалары өсөн яуаплылыҡ тойоп, уларҙы кеше итеп тәрбиәләргә тейешле ир булырға өйрәтмәгән, тимәк..." Рәсәйҙә алимент түләтеү тәртиптәренең төрлө юлдары, яңыртылған саралары ғәмәлгә индерелә, ләкин былар нигеҙҙә балаларына ярҙамдан баш тартмай, намыҫлы эшләп йөрөгән атайҙарға, йәғни уларҙың рәсми эш хаҡына ғына түгел, өҫтәүенә, бөтөн булған килем суммаларына ла ҡағыла. Проблема уларҙа түгел, ә йәшәү һәм эш урындарын алыштырып, хеҙмәт хаҡын конвертта алып йә бөтөнләй эшләмәй, меҫкенләнеп, эсеп, аҙып-туҙып, балалары хәстәренән ҡасып-боҫоп йөрөүсе әтрәгәләмдәрҙә. Ахырҙа, эш шуға барып етте: "биғлый"ҙарҙы эҙләү бер ниндәй һөҙөмтә бирмәгәс, сараһыҙҙан, балалар мәнфәғәтендә, дәүләт хәҙер алимент түләүҙе үҙ өҫтөнә алырға мәжбүр. Бының өсөн эҙләү иғлан ителгән ҡасҡалаҡ "атай" бер йыл эсендә табылмаһа, ил Президенты В.Путин тарафынан 2018 йылдың 7 мартында ҡул ҡуйылған закон нигеҙендә суд аша был әҙәм "эҙһеҙ ғәйеп булған" тип таныла һәм РФ Пенсия фонды балаға "аҫраусыһын юғалтыу" сәбәпле социаль пенсия тәғәйенләй. Шул көндән алып алимент ҡасҡалаҡ елкәһенән дәүләт иңенә күсә, уның ҡарауы, ғәйеп булыусыны хәҙер Пенсия фонды буйынса эҙләү дауам итә, сөнки балаға дәүләт иҫәбенән түләнгән бурысты бер кем дә ғәмәлдән сығармай: ул "биғлый" елкәһендә ҡала һәм, әгәр был әҙәм табыла ҡалһа, ул енәйәт яуаплылығына тарттырыла һәм бурысы үҙенән түләтелә.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.11.21 | Ҡаралған: 334

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru