«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ФАЖИҒӘЛӘР ИР-ЕГЕТ ӨЛГӨҺӨ ЮҠЛЫҠТАНМЫ?
+  - 


Күптән түгел Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте Өфөлә неонацистик төркөмдөң биш ағзаһы ҡулға алыныуы, терактҡа юл ҡуйылмауы тураһында хәбәр итте. Эйе, был хеҙмәт Рәсәй территорияһындағы хәүефтәрҙе иҫкәртеп тора. Әммә йылына бер тапҡыр ил (Керчь, Ҡаҙан, Пермь) шундай ваҡиғалар менән осрашырға мәжбүр.

Мәҫәлән, 2021 йылдың 20 сентябрендә Пермдә хөкөм ителеүсе егет интернетҡа һалған текстарында "Беҙҙең һымаҡ кешеләр бөтә нәмәне юҡҡа сығарасаҡ; донъя серегән, бөтә нәмә серегән", тип яҙғайны. Һәр психолог бындай һүҙҙәр яҙған йәш кешенең үҙбаһаһы бик түбән булыуын аңлай. Йәш егеттең донъяға ҡарашы, донъяны аңлауы, тимәк, үҙен ир-егет булараҡ та, ғаиләнең именлеген ҡурсалаусы, лидер булараҡ та тормошҡа ашырмаған түбән үҙбаһаһына нигеҙләнә. Аҫтыртын ғына килеп атыу, үҙйөрөшлө бомба шартлатыу - был, әлбиттә, лидерҙың эше түгел. Битлек аҫтына йәшенеү шулай уҡ лидерға төҫ түгел. Бындай эштәр, кәмендә, ерәнгес эштәр рәтенә ҡарай. Был бөгөнгө Көнбайыш мәҙәниәтендә булдырылған билдәле психологик патология. Йәштәрҙең ошондай психотибы туранан-тура йәмғиәт хәленең сағылышы ул. Йәмғиәттә ниҙер дөрөҫ түгел. Ғаиләлә, балалар баҡсаларында, мәктәптә, юғары уҡыу йорттарында ла тейешенсә тәрбиә биреү күҙәтелмәй. Ул бөтөнләй юҡ дәрәжәһендә.
Йәштәр, күп тапҡыр яҙылғанса, Көнбайыш мәҙәниәте идеологияһы йоғонтоһонда үҫә, был Болон белем биреү системаһынан килә. Минең уйлауымса, кисекмәҫтән мәғлүмәти киңлектәрҙе контролгә алыу мотлаҡ. Йәмғиәттең үҫеше өсөн яҡшы мөхит булдырыу мөһим, был дәүләт кимәлендә атҡарыла торған бурыс.
Мәғлүмәти етешһеҙлектәр балаларҙың нығынып бөтмәгән психикаһын үлтерә. Негатив мәғлүмәт шул тиклем күп, хатта быны оло кешеләргә лә күтәреүе ауыр, балалар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Мәғлүмәт майҙанында күңел вибрацияһына йүнәлтелгән юғары кимәлдәге ыңғай контент юҡ тиерлек. Рухи йырҙар, күңел ҡылдарын ҡуҙғатҡан, шатлыҡтан илатҡан фильмдар ҡайҙа? Үҫмерҙәр өсөн ысын ир-егет өлгөһө лә юҡ.
Донъя шаулатҡан енәйәт ҡылынғандан һуң Пермь юғары уҡыу йортоноң тәүге ҡарары - дистанцион уҡыу форматына күсеү булды. Ошо осраҡта нимә күрәбеҙ: либераль идеология - индивидуализм. Барыһын да өйҙәргә ҡыуырға, үҙ-ара аралашырға бирмәҫкә. Йә электрон форматта ғына аралашырға. Бер кем менән дә йыйылыштар үткәрмәҫкә. Ә бит уйларға, анализ үткәрергә, барыһын да, үҫмерҙәрҙе лә бер түңәрәккә йыйып, "Ни өсөн ундай хәл булды, ҡайҙан, ни өсөн шундай кешеләр килеп сыға?" тигән һорауҙарға яуап эҙләргә кәрәк ине...
Ни өсөн мылтыҡ алып, баламы, оломо икәнен ҡарап тормай, үлтереүҙәр йышая? Бында шул уҡ билдәле бер идеологияның эҙе күренә. Егеттәрҙең башын нимә менәндер бутағандар, тултырғандар һымаҡ. Үҙбаһалары түбән булған бөтә малайҙар ҙа ҡулдарына ҡорал тотмай, әлбиттә. Һис шикһеҙ, был ҡоралды уларҙың ҡулына тапшырған, уларҙа ошо идеяларҙы үҫтергән, ошо процестар менән етәкселек иткән кешеләр барҙыр. Дүрт йыл элек ошондай енәйәти хәлдәр Көнбайышта күҙәтелде. Бөгөн былар беҙҙә ҡабатлана (Керчь, Ҡаҙан, Пермь, Өфө). Ошондай енәйәттәрҙең үҙ кураторҙары, заказсылары һәм ойоштороусылары бар, тигәнде күҙҙә тотам. Киң мәғлүмәт сараларында уларҙы енәйәттәштәр тип атайҙар. Ләкин төп проблема - ошо енәйәтселәр ниндәй мөхиттән алынып, енәйәттәштәр ҡулына эләгә? Улар ниндәй ғаиләлә үҫә? Беҙҙең мәғлүмәт сәйәсәтендә нимә дөрөҫ түгел? Ир-егеттәрҙе, малайҙарҙы тәрбиәләгәндә ниндәй хаталар китә? Бына ошо һорауҙарға яуап булырға тейеш йәмғиәттә.
Ысынында, ир-егеттәр менән бөтә ерҙә лә тоталь проблема бар. Никахтар һәм айырылышыу һандарына ғына күҙ һалғанда ла, Башҡортостанда, мәҫәлән, айырылышыуҙар һаны 75 процентҡа барып баҫа - был яуапһыҙлыҡтың сәскә атыуы ла инде ул. Тыуған илебеҙҙе һаҡлау буйынса мобилизация ресурстарын тәшкил итә алған шундай ир-егеттәрҙе, яуапһыҙлыҡты күреп, тағы ла бер һорау тыуа. Был кеше тыуған илебеҙҙе һаҡлай аламы? Пермь егете, мәҫәлән, ниндәйҙер олигархтың активтары өсөн ҡысҡырыр, әлбиттә, әммә илде һаҡларға бармаясаҡ. Ул иптәштәренә ҡаршы ут асасаҡ.
Эйе, беҙҙең үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә проблемалар бар. Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда бер аҙ икенсерәк тәрбиәләнә. Уларҙың тәрбиәһендә физик эштәр ҙә, еңеүҙәр һәм еңелеүҙәр ҙә булырға тейеш. Үҙеңдең ҡурҡыуҙарыңды, уңышһыҙлыҡтарыңды, нәфсеңде, үҙ-үҙеңде еңеү. Өлгө ала торған образдар булыуы мотлаҡ. Кемдән өлгө алырға? Нимә артынан йүгерергә? Нимәгә ынтылырға? Былар барыһы ла беҙҙең мәғлүмәт майҙанында юҡ. Ошо енәйәтсе егеттәрҙең ниндәй мөхиттән килеп сығыуын, уларҙы нисек тәрбиәләүҙәрен күҙәтергә кәрәк ине...
Минең ҡарамаҡҡа, хәҙерге ваҡытта барыһы ла юғалды, тип ҡасырға, ҡулды төшөрөргә ярамай. Үҫеп килеүсе быуынға, тәү сиратта, ир-егетлек тәрбиәләү өлкәһендә оператив саралар планы өҫтөндә уйларға кәрәк. Был мәғлүмәт сәйәсәте проблемаһы. Интернеттағы контенттың ҡайһы бер төрҙәрендә тыйыуҙар булмауы, беҙҙең заман геройҙары араһында ир-егеттәр өлгөһө булмауы проблемаһы.
Йәштәр әле тормошто ла күрмәгән бит. Уларҙың ҡыуаныстары ла аҙ. Уларҙы өйрәтергә кәрәк, сөнки улар күпте белмәй, тәжрибәләре юҡ, улар тирә-яҡта нимә барғанын да аңламай. Һөҙөмтәлә улар бөтөнләй аңлашылмаған хәлдәргә тап була. Совет заманында ғаиләлә генә түгел, мәктәптә лә уҡытҡандар һәм тәрбиәләгәндәр. Әммә бөгөн бер ҡайҙа ла уҡытмайҙар! Сөнки ата-әсәләр көнө буйы эштә, ә мәктәптәр Болон системаһы йоғонтоһо аҫтында. Быны үҙгәтергә кәрәк! Беҙгә белем матрицаһының яңы моделе кәрәк. Совет матрицаһын юҡҡа сығарғандар. Бөгөн ул юҡ. Уны тергеҙергә, яңынан яҙырға кәрәк. Унда тарихи күсәгилешлелек булырға тейеш.

Шамил БАТЫРШИН,
Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы.

"Киске Өфө" гәзите, №47, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.11.21 | Ҡаралған: 348

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru