«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАЛЬДИВИЯ УТРАУЫНДА БЕҘҘЕҢ КЕЙӘҮ ЙӘШӘЙ
+  - 


Минең алда мөләйем генә йылмайып йәш егет ултыра. Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, ғәжәпләнергә урын да юҡ һымаҡ. Ә шулай ҙа бында бер мөһим үҙенсәлек бар. Был егет беҙгә сит илдән килгән. Исеме ҡолаҡҡа ятышлы ғына - Шахил Шиам. Бер аҙ бөҙрәләнә төшкән ҡара сәстәр, ҡарағусҡыл йөҙ, муйылдай ҡара күҙҙәр... Ирекһеҙҙән, уны һиндтарҙың Митхун исемле әртисенә оҡшатып ҡуям. Заманында "индийский" киноларҙы ауыл менән көтөп ала торғайныҡ бит әле. Шул киноларҙа яратҡан әртисебеҙ әлеге лә баяғы шул Митхун булды. Үҙе йырлай, үҙе бейей, үҙе килеп тороп оҫта һуғыша. Бер мәл хатта ун етегә ун туғыҙ асҡыс менән тотош машинаны йыға һуҡты ла ҡуйҙы. Уныһы әллә нисәмә тапҡырға әйләнеп-түкмәсләп китте. Ә шулай ҙа мин беҙҙең геройҙы тиккә генә кино геройы менән сағыштырмайым - улар яҡташтар. Шахил Һиндостандан алыҫ булмаған ерҙә, дөрөҫөрәге, утрауҙа йәшәй. Мальдивия утрауҙары тип атала ул. Һиндостандан ни бары 400-500 км алыҫлыҡта ғына. Әле шуны уйлап ултырам. Шахил Митхундан күпкә батырыраҡ, буғай. Малдьдивия егете бит Бөрйәнгә йырларға-бейергә, "кеше туҡмарға" тип түгел, ә кәләш алам тип килгән! Бындай етди аҙымға Митхундың йөрәге етмәҫ ине, моғайын. Ошоларҙы күҙ алдынан үткәреп ебәргәс, Шахилға хөрмәт бермә-бер артып китә. Уның менән ҡыҫҡаса танышыу тамам. Хәҙер әңгәмәне башлап ебәрергә лә ваҡыттыр.

Шахил, үҙегеҙҙең ил тураһында һөйләп ебәрһәгеҙ ине.

- Минең илем Мальдивия Республикаһы тип атала. Утрауҙарҙа йәшәйбеҙ. Үҙаллылыҡты күптән түгел генә алғанбыҙ. Был мөһим ваҡиға 1965 йылдың 26 июлендә булған. Был көн беҙҙең милләт өсөн - оло байрам.

Утрауҙар күптер инде. Ике йөҙләп барҙыр (Шахилдың йылмайып ҡуйыуына ҡарағанда уйламайыраҡ һорау биреп ҡуйылды, буғай).

- Ике меңдән ашыу утрау бар. Ҙурҙары ла бар, бәләкәйҙәре лә етәрлек. Уртаса утрауҙың киңлеге ике, ә оҙонлоғо өс саҡырым. Иң ҙурының оҙонлоғо ете саҡырым. Уның бер яҡ осонан икенсе яғына йәйәүләп сәғәт ярым эсендә үтергә була. Бәләкәй һәм ыҡсым утрауҙар күп. Уларҙың ҙурлығы 300-400 метр самаһы ғына. Уларҙы ҡайһы бер туристар үҙҙәренең ял осорона тулыһынса һатып ала.

Утрауҙар араһында бәйләнеш нисек булдырылған?

- Төп транспорт булып кәмә (моторлыһы, паруслыһы һәм башҡаһы) иҫәпләнә. Катер, яхта-пароходтар күп. Алыҫ утрауҙарға һыу самолеттары оса. Яҡындары араһында күперҙәр бар.

Беҙҙең өйҙәрҙе күрҙең һәм йәшәнең. Ә һеҙҙәге өйҙәр нисегерәк?

- Утрауҙар бәләкәй булғас, өйҙәрҙе иркенләп төҙөп булмай. Урамдар ҙа тар ғына. Баш ҡала урынлашҡан утрауҙа күп ҡатлы йорттар бар. Башҡа утрауҙарҙа ике ҡатлы йорттар төҙөлә. Уның ҡарауы, беҙҙә йыл әйләнәһенә йылы. Шуға беҙҙә мейес-фәлән юҡ. Мунсаны ла тәү тапҡыр бында күрҙем.

Беҙҙең аш-һыу оҡшанымы?

- Оҡшаны былай (Шахил көлөмһөрәп ҡуя). Беҙҙәге аш-һыу бөтөнләй башҡа. Беҙ күберәк йәшелсә һәм дөгө менән туҡланабыҙ. Күп ризыҡтар боросло һәм әсе. Итте ашамайбыҙ, тиһәк тә була. Һеҙҙә барлыҡ аҙыҡтар сөсө. Боросто бөтөнләй тип әйтерлек ҡулланмайһығыҙ.

Ә шулай ҙа уртаҡ аҙыҡ барҙыр инде?

- (Шахил бер мәлгә уйланып ҡала). Минеңсә, ҡыҙҙырылған йомортҡалыр. Тауыҡ һәр илдә барҙыр инде ул.

Әйткәндәй, һеҙҙә күпме халыҡ йәшәй, динегеҙ ниндәй?

- 400 мең самаһы кеше йәшәй (артыҡ күп түгел икән шул). Барыбыҙ ҙа мосолман. Ислам ҡанундарына бойһоноп йәшәйбеҙ. Биш тапҡыр намаҙ башҡарыу - фарыз. Рамаҙан айы - изге һәм мәртәбәле ай. Уның талаптарын тулыһынса үтәйбеҙ. Уны оло байрам итеп ҡабул итәбеҙ. Кемдер был изге айҙа яңылыштан ауыҙ асһа (һәм кемдер уны күрһә), уға ниндәйҙер яза ҡаралған. Ололарҙың һүҙе хөрмәт менән ҡабул ителә. Һәр утрауҙа мәсет бар. Намаҙҙар мәсеттәрҙә башҡарыла.

Ғаиләгеҙ ҙурмы?

- Беҙ дүртәүбеҙ. Мин икенсе бала. Элек күп балалы ғаиләләр ҡәҙимге күренеш ине. Бөгөн бер-ике балалы ғаиләләр күбәйҙе. Бәпәй алған мәлдә атайҙың да, әсәйҙең дә түләүле отпуск алырға хоҡуғы бар. Атайға утыҙ көнгә хәтлем эшкә йөрөмәй бәпәй ҡарашырға мөмкинлек бирелә.

Белем алыу нисегерәк икән һеҙҙә?

- Һәр утрауҙа балалар баҡсаһы һәм мәктәп бар. Мәктәптәр 12 йыллыҡ. Уҡыу бушлай. Утрауҙарҙа колледж-техникумдар юҡ. Улар Малела (йәғни, баш ҡалала) ғына. Беҙҙә юғары уҡыу йорттары юҡ. Юғары белемде Шри-Ланка, Һиндостан, Танзания кеүек илдәрҙә алырға була. Европа илдәрененең юғары уҡыу йорттарында уҡығандар ҙа бар.

Һеҙ мәктәпте тамамланығыҙ һәм...

- Турфирмала эшләй башланым. Беҙҙең илдә туризм ныҡ үҫешкән. Эш һәр кемгә етерлек. Хатта сит илдән килеп эшләйҙәр. Бына мин Рәсәйҙән килгән Бөрйән һылыуы Алмагөл менән үҙебеҙҙең турфирмала таныштым. Тыныс, ипле һәм, әлбиттә, һылыу ҡыҙ минең күңелемде шунда уҡ арбап алды. Дөйөм алғанда, беҙҙә йәштәрҙең күпселеге туризм өлкәһендә эшләй. Һәм һәйбәт аҡса эшләй. Әйткәндәй, ҡунаҡханаларҙа, кафе-ресторандарҙа иҫерткес эсемлектәр һәр ваҡыт туп-тулы. Әммә улар ял итеүселәргә генә һатыла. Беҙҙекеләр уны һатып алмай (һатыу ҡәтғи тыйылған) һәм ҡулланмай.

Ә шулай ҙа кемдер эсә ҡалһа... - Иҫерткес эсемлектәрҙе эсеү түгел, уйлауы ла ҡурҡыныс. Уны тәмләп ҡараған кешене шунда уҡ төрмәгә ябалар. Беҙҙә махсус төрмәләр юҡ. Уның өсөн диңгеҙ төпкөлөндә урынлашҡан утрауҙар ҡулланыла.

Һеҙҙең туризмдың үҙенсәлеге нимәлә?

- Беҙҙә йыл әйләнәһенә йылы. Шуға күрә ял итеүселәр йыл әйләнәһенә өҙөлмәй. Туристар ике өлөшкә бүленә - яр буйында ял итеүселәр һәм һыу аҫтына сумыусылар. Тәүгеләре йылы ҡомда ҡыҙынып ял итергә ярата, ара-тирә һыу инеп ала. Икенселәре акваланг кейеп, һыу аҫтына сума һәм балыҡ-үҫемлектәр донъяһы менән таныша. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер. Беҙҙә һәр ҡунаҡханала ғалим-биолог эшләй. Ул ял итеүселәрҙе урындағы тәбиғәт менән, уның үҙенсәлектәре менән таныштыра.

Миҫал килтереп китһәгеҙ ине.

- Белеүегеҙсә, гөбөргәйел йомортҡаһын ярға сығып һала. Һәм уны ҡомға күмә. Беҙҙә йәшәгән гөбөргәйелдең бер төрө 200-гә яҡын йомортҡа һала. Әммә ни бары 2 генә бала гөбөргәйел тыуа. Ә ҡайһы бер ял итеүселәр йомортҡаларҙы ҡомдан ҡаҙып ала, ҡыҙыҡ өсөн тотоп йөрөй, аҙаҡ ташлап китә. Кем белә, бәлки, тап ошо йомортҡанан гөбөргәйел тыуыр ине. Биолог ошо турала аңлата ла инде.

Беҙҙең Бөрйән нимәһе менән һеҙҙең иҫтә ҡалды?

- Иң аптыратҡаны шул булды - һеҙҙә лә төп дин булып Ислам нигеҙҙәре тора икән. Һеҙҙең мәсеттә беҙгә никах уҡынылар. Был хәлгә мин бик шатмын. Беҙҙә лә эҫе, һеҙҙә лә эҫе (быйыл ғына шулай булды, тип өндәшеп торманым инде). Әммә бында һауа ҡоро. Шуға тын алыуы еңел. Беҙҙә һауа дымлы. Шуға эҫене үткәреүе ауырыраҡ. Һеҙҙә таҙа һыу күп. Шуның ҡәҙерен белегеҙ (беҙ ысынлап та һыу ҡәҙерен белеп етмәйбеҙ шул). Беҙҙе бөтә яҡтан һыу уратып алған. Әммә диңгеҙ һыуы тоҙло. Эсеүгә яраҡһыҙ. Тоҙло һыуҙы сөсөгә әйләндерә торған ҡоролмалар бар. Әммә барыбер һеҙҙә һыу тәмле. Ҡуйы урманды тәү тапҡыр күрҙем. Ҡыш һәм ҡар тураһында ишеткән бар. Әммә уларҙы күрергә насип булманы. Шул ҡар тигәндәренең яуғанын күрергә, уны тотоп ҡарарға насип итһә ине. Алла бирһә, Бөрйәнгә ҡыш килергә иҫәп тотам (көрәк әҙерләп ҡуйырмын, февраль айында килергә тырыш, тип кәңәш бирҙем әле). Кешеләр алсаҡ һеҙҙә. Мине матур ҡунаҡ иттеләр. Рәхмәт барыһына ла. Юл алыҫ булғас, бер үҙемә килергә тура килде. Башҡа туғандарым килә алманы. Бер үҙем килеүгә ҡарамаҫтан, мине былай уҡ ололап ҡаршы алырҙар, тигән уй башыма ла килмәгәйне. Шуныһы күҙгә ташлана: һеҙҙең илдә кешеләр әллә ни йылмайып бармай икән (күп йылмайма - алйот тип әйтерҙәр, тигән әйтем барлығы тураһында өндәшеп торманым инде).

Һүҙҙе Мальдивия килене Алмагөл дауам итә.

- Мин Нижневартовск ҡалаһында тыуғанмын. Атай-әсәй хаҡлы ялға сыҡҡансы беҙ Себер тарафтарында йәшәнек. Бөгөн Бөрйәндә йәшәйбеҙ. Мин Төмән дәүләт университетының сит ил телдәре бүлегендә белем алдым. Мальдивияға турфирма юлламаһы менән барҙым. Һәм бына ошо илдә алтынсы йыл эшләйем. Шахил менән бер турфирмала эшләйбеҙ. Уның менән дүрт йыл самаһы дуҫлашып йөрөнөк. Аллаһы Тағәлә шулай ҡушҡандыр инде. Бына бөгөн беҙгә Бөрйәндә мәсеттә никах уҡынылар. Никах тураһында таныҡлыҡ бирҙеләр. Ошо изге эште башҡарған Рәмил хәҙрәткә оло рәхмәт. Беҙҙе матур ҡаршы алған, беҙгә никах туйы ойошторған атайым-әсәйемә (Хәмит һәм Резеда Ҡолдәүләтовтар), Рәйлә өләсәйемә һәм башҡа барлыҡ-барлыҡ туғандарыма оло рәхмәтемде еткерәм.
Мальдивия тураһында шуны өҫтәр инем. Унда халыҡ бик тырыш һәм эшсән. Үҙҙәренең дине, иле, халҡы, тарихы, тәбиғәте менән ныҡ ғорурланалар. Илдә ололарҙың һүҙе, уларҙың тәрбиәһе ныҡ көслө. Дини йолаларҙы һәм байрамдарҙы юғары кимәлдәрҙә үткәрәләр. Халыҡта милләт тойғоһо көслө. Ҡайһы берәүҙәр мальдивияларҙы башҡа милләт менән (әйтәйек, индустар менән) бутап ҡуя. Был хәлде улар ауыр кисерә. Ябайыраҡ итеп аңлатҡанда, башҡортто татар менән, үзбәкте ҡырғыҙ менән бутаған һымаҡ килеп сыға. Утрауҙарға йыл әйләнәһенә ял итергә киләләр. Урындағы халыҡ сит илдәрҙән күп килеүселәргә ҡарап, беҙҙең ил иң матуры, тип иҫәпләй. Мальдивия утрауҙары оҙаҡ йылдар буйына башҡа илдәргә буйһоноп йәшәргә мәжбүр булған. Шуға күрә үҙаллылыҡ алған көндө иң оло байрам итеп үткәрәләр. Байрам иткән ваҡытта йырлайҙар, бейейҙәр һәм, шуныһы үҙенсәлекле, бер-береһенә ҡоро төҫлө буяу ташлайҙар.

Шулай итеп...
Ҡыҫҡаса әңгәмә ошоноң менән тамам. Уның маҡсаты - Мальдивия утрауҙары тураһында мәғлүмәт еткереү, зиһен-белем киңәйтеү ине. Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтке килә. Еребеҙҙе һаҡлайыҡ! Динебеҙҙе ҡәҙерләйек! Ололарҙы хөрмәт итәйек! Таҙа һыуыбыҙҙы тәләфләмәйек! Тәбиғәтебеҙҙе юғалтмайыҡ! Телебеҙҙе һаҡлайыҡ! "Йәшел йылан" яғына әйләнеп тә ҡарамайыҡ! Илебеҙ-милләтебеҙ, тип ғорурланып йәшәйек! Һәм, әлбиттә, ҡыҙҙарыбыҙҙы ситкә ебәрмәйек. Иншаллаһ, шулай булһын!

Әғләм ШӘРИПОВ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.11.21 | Ҡаралған: 931

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru