«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛӘСӘКТӘ ЛӘ БАШҠОРТ МӨХИТЛЕ ҒАИЛӘЛӘ ЙӘШӘҺӘМ ИНЕ
+  - 


Тәү ҡарашҡа тал сыбығындай һомғол был ҡыҙ баҙнатһыҙ, ҡыйыуһыҙ кеүек күренә. Әммә уның сәхнәгә сығып баҫыуы була - бөтөнләй икенсе образ күҙ алдыңа баҫа: ул үҙенең асылына ҡайта һымаҡ. Юҡҡа ғына башҡорт ҡыҙҙары ир-егеттәр менән бер рәттән уҡ атмаған, һыбай сампаған, кәрәк икән илен яҡламаған бит. Тап сәхнәлә уның ошо башҡорт асылы асыла ла инде. "Йәшлек-шоу 2014" йыр конкурсында "Өмөт" номинацияһына эйә була, "Гәлсәр һандуғас-2017" конкурсы еңеүсеһе (1-се урын), "Алтын-2018" йыр конкурсы лауреаты. 2017 йылда "Юлдаш" плюс йәштәр интернет радиоһы ойошторған хит- парад еңеүсеһе. Йылайыр районында үткән Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы лауреаты. Республика кимәлендә, Санкт-Петербургта үткән йыр конкурстарында ла әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулаусы. Ғөмүмән, уның башҡарыуында йырҙар Башҡортостан радиоһы һәм телевидение тулҡындарында яңғырап тора. Кем икән, тип баш ватаһығыҙмы? БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты магистранты (2-се курс), "Йәнгүзәл" фольклор ансамбле ағзаһы Гөлйемеш ҠЫЛЫСОВА бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.

Борон башҡорттар һәм әле лә ололар танышыуҙы "Кем балаһы булаһың?" тип башлай. Гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән таныштырыуҙан башлайыҡ әле

- Мин Өфөлә республика йыр сәнғәтен һөйөүселәргә таныш булған, йырҙары радио аша яңғырап торған Мирсәйет Ҡылысов менән "Ашҡаҙар" радиоһы журналисы Фәнүзә Баһауетдинова ҡорған ғаиләләге ике ҡыҙҙың олоһо булам. 2-се синыфта уҡығанда ғаиләбеҙ менән баш ҡала күләмендәге төрлө ижади бәйгеләрҙә ҡатнаштыҡ. Шуларҙың береһендә сығыш яһар өсөн атайым яҙған шиғыр юлдары ғүмерлеккә иҫтә ҡалды... Әле һеҙ биргән һорауға ла яуап ошо юлдарҙа тип уйлайым: - Беҙ думбыраның ҡылдары,
Башҡортостан ҡыҙҙары!
Атайыбыҙ - ғорур үҫәргән,
Әсәйебеҙ - юрматы.
Матурлыҡты яратабыҙ,
Насарлыҡҡа беҙ ҡатыбыҙ!

Афарин! Бөгөн башҡорт телен ғаилә теле тип кенә баһалаусылар ҙа бар. Был фекергә ҡарата нимә әйтер инегеҙ? Башҡорт теле һеҙгә көндәлек тормошта кәрәкме һәм эшегеҙҙә ярҙам итәме?

- Әйтеп үтеүемсә, атай-әсәйебеҙ икеһе лә тамырҙары менән башҡорт, шуға ниндәй телдә һөйләшергә тигән һорау тыумай - ғаиләлә рәхәтләнеп башҡортса һөйләшәбеҙ. Көндәлек тормошта иһә ике телде лә ҡулланырға тура килә. Әлбиттә, ике тел белеү файҙаға ғына, ул уҡыуҙа ла, эштә лә ярҙам итә. Үҙем йыр сәнғәтен үҙ иткәнлектән, башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә йырлайым. Башҡорт телен белеүем тағы ла киңерәк мөмкинлектәр аса: төрлө йыр бәйгеләрендә ҡатнашам һәм Башҡорт дәүләт университеты студенттарын ижади бәйгеләргә әҙерләйем. Башҡортостанда тыуып үҫкән һәр башҡорт туған телен белергә тейеш тип иҫәпләйем.

Урал, тиһәң, башҡорт өсөн ул шунда уҡ Ватан, тыуған ер, тыуған төйәк, йәғни йәненән дә ҡәҙерле ер булып күҙ алдына баҫа. Өфө тигәндә күңелегеҙҙә ниндәй хистәр тыуа?

- Өфө - минең тыуған ҡалам. Ошонда тыуған йортом, мәктәбем, класташтарым-дуҫтарым... Ошонда юғары белем алдым. Ситкә сыҡһам, һағынып ҡайтам. Өфө - минең өсөн иң матур, йәмле ҡала!

Өфө ҡалаһында башҡорт мөхите етерлекме, әллә тағы ла ниндәйҙер эштәр башҡарырға мөмкинме?

- Күрше-тирә ҡалалар менән сағыштырғанда, Өфөлә башҡорт мөхите күберәк, әлбиттә. Шулай ҙа ошо булғанын ҡәҙерләп, тағы ла яңы проекттар өҫтәп, гранттар отоп, башҡорт мөхитен киңәйтеү ҡамасауламаҫ ине. Һәм йәштәрҙе әүҙемләштереү кәрәк тип уйлайым. Был йәһәттән дөйөм үҙәк булдырып, төрлө форумдар, ижади бәйгеләр, оло шәхестәребеҙ менән осрашыуҙар ойоштороп, быуындар бәйләнешен һәм республика райондарында йәшәүсе һәләтле йәштәр менән аралашыуҙы нығытырға кәрәк. Ауыл йәштәре өсөн баш ҡала ишектәрен асырға ярҙам итергә, Өфө ҡала йәштәре бергә йыйылыу маҡсатында осрашыу урындары, күберәк милли байрамдар ойошторорға ине. Рухлы милли кадрҙарҙы үҫтереүҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Һәр шәхес үҙенең артынан бер генә булһа ла уҡыусыһын тәрбиәләп ҡалдырһа, башҡорт мөхите һаҡланыр ҙа, артыр ҙа, рухлы быуындар сылбыры ла өҙөлмәҫ.

Элек баш ҡалала 20-се ҡала мәктәбе башҡорт балалары белем алған берҙән-бер белем усағы ине. Һеҙгә ниндәй мәктәптә уҡырға тура килде?

- Әсәйем юғары белем алғандан һуң хеҙмәт юлын тап шул мәктәптә башлаған. Ләкин беҙҙе, Гөлгөнә һеңлем менән мине, ул мәктәпкә бирергә ашыҡманылар. Сөнки, берҙән, юл йөрөүе йыраҡ; икенсенән, йәшәгән йортобоҙға терәлеп тигәндәй 128-се мәктәп урынлашҡан. Мин ошо Затон биҫтәһенең Хәрби ҡаласығындағы мәктәптә белем алдым. Был белем усағында хеҙмәт итергә илебеҙҙең төрлө тарафтарынан йыйылған хәрбиҙәрҙең ҡатындары уҡыта. Улар төрлө милләттән, башҡорт телен бөтөнләй белмәйҙәр. Ә шулай ҙа мәктәптә башҡорт теле дәрестәре булды, ә өйҙә гелән башҡортса һөйләштек. Ҡайһы саҡта телгә рус һүҙҙәре килеп инһә, әсәйем: "Русса һөйләй башлаһаң, таҙа итеп һөйләмеңде тик русса һөйләп бөт; башҡортса башлағанһың икән, бер рус һүҙен дә ҡыҫтырмай, таҙа, асыҡ итеп тик башҡортса һөйлә", - тип талап итә ине. Бәлки, ике телдә лә таҙа һөйләшеүҙең сере лә шундалыр. Тағы ла балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөндә тәрбиәләндем. "Йәйләү" республика балалар лагерында ял иттем.

Башҡорт теле тәрбиә биреүҙә ниндәй роль уйнай?

- Башҡорт теле башҡа халыҡтар араһында минең кемлегемде билдәләй. Телде белеү, тимәк, башҡорттоң һанап бөткөһөҙ йолаларын да белеү. Ә беҙҙең һоҡланғыс йолаларыбыҙ тик ыңғай, матур тәрбиә нигеҙе булып тора.

Башҡорт телен өйрәнеү өсөн мөхит кәрәкме, әллә теләкме, тәрбиәме?

- Өс төшөнсә лә кәрәктер ул... Ләкин өйҙә алған тәрбиә ҙурыраҡ роль уйнайҙыр тим. Һәм туған телгә һөйөү ғаиләлә генә тәрбиәләнә тип уйлайым. Шуға, рус мәктәбендә уҡыйым, тигән булып, үҙ телен белмәгәндәрҙе аңламайым, аптырайым.

Кемдер, мин - башҡорт, тип күкрәк һуға һәм милләт өсөн файҙаһы шуның менән бөтә, кемдер шым ғына милләтте күтәреү өсөн ҙур эштәр башҡара. Заман башҡорто һәм Өфө башҡорто ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

- Тәү сиратта, белемле булырға тейеш! Заман талаптарынан ҡалышмай, заман менән бергә атларға, зирәк, һәләтле, ҡыйыу, тәүәккәл һәм тапҡыр булыу кәрәк. Мин - башҡорт, тип күкрәк һуҡмай ғына һәр ғаилә үҙ балаларын башҡорт рухында тәрбиәләп, туған телен өйрәтһә, һөҙөмтәһе лә күберәк булыр ине. Мәктәптән талап итеп, көтөп ултырырға түгел, туған телгә һөйөү тик ғаиләлә, атай-әсәй янында, өләсәй-ҡартатай эргәһендә тәрбиәләнә, тип һис икеләнеүһеҙ әйтә алам.

Бөгөн күптәр үҙенең юлын таба алмай ҡаңғыра, шул уҡ ваҡытта һеҙ - йәш лидер. Был тормошта үҙ-үҙеңде, үҙ юлыңды нисек табырға?

- Мин әле үҙем дә эҙләнеү юлындамын. Үҙеңде төрлө өлкәлә һынап ҡарарға кәрәк тип уйлайым. Һәм яйлап тәжрибә туплап, үҙ теләгемә, маҡсатыма өлгәшермен тип өмөтләнәм. Ә, бәлки, яҙмыш үҙе йөрөтәлер кешене, тигән уйҙар ҙа тыуып ҡуя. Юҡҡа ғына, Аллаһы Тәғәләнең беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға үҙ планы бар, тимәйҙәр бит. Тимәк, уның һабаҡтарын алырға тейешбеҙ.

Әгәр тылсымсы булһағыҙ...

- Бөгөн тәү сиратта тажзәхмәтте бөтөрөр инем һәм башҡорт балаларына тел асҡысы таратыр инем!

Киләсәккә ниндәй хыялдар менән йәшәйһегеҙ?

- Хыялһыҙ кеше булмай, әммә ул сер булып ҡалһын. Әммә, ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта мөҡәддәс тә бер теләгем бар: үҙ ғаиләмде лә башҡорт мөхитендә дауам итһәм ине.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА
әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №47, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.11.21 | Ҡаралған: 236

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru