«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИМЕР ЮЛСЫЛАР ДИНАСТИЯҺЫНАН
+  - 


Поездың рельстар буйлап хәүефһеҙ һәм ышаныслы хәрәкәт итеүен әллә нисә тиҫтә белгес тәьмин итә. Улар араһында поезд машинисы, уның ярҙамсыһы, юл монтеры, ревизор һәм башҡа күп төрлө һөнәр эйәләре бар. Йәмғиәттә тимер юлында күпселек ир-егеттәр эшләй, ә ҡатын-ҡыҙҙар иһә вагон оҙатыусыһы, кассир һәм ҡала-ара яны поезында билет һатыусы йәки тикшереүсе булып ҡына эшләй, тигән фекер төплө урын алған. Ләкин ҡорос магистралдә төрлө вазифала меңәрләгән гүзәл зат хеҙмәт итә. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - "Рәсәй тимер юлдары" ААЙ филиалы - Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәгенә ҡараған Йөйәк тимер юлы станцияһы етәксеһе булып эшләүсе Айһылыу Йәүҙәт ҡыҙы ҒҮМӘРОВА менән ҡатын-ҡыҙҙың тимер юлында эшләү үҙенсәлектәре хаҡында һөйләшәбеҙ.

Һайлаған һөнәр кешенең яҙмышын билдәләй, тиҙәр. Һеҙҙең тимер юлына эшкә килеүегеҙ нисек булды?

- Белорет районының бейек таулы, ҡуйы урманлы төбәгендә урынлашҡан Йөйәк ауылында ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килдем. Атайым оҙаҡ йылдар тимер юлында эшләп, бригадир вазифаһында хаҡлы ялға сыҡты. Беҙҙең төбәктә күптәр тимер юлында эшләне һәм әле лә эшләй. Дөрөҫөн әйткәндә, тимер юлы Белорет районының ошо төбәгендә иң эре, тотороҡло һәм ышаныслы эш биреүселәр араһында тәүге урында тора. Беҙҙә лә, күрше ауылдарҙа ла күптәр ошонда эшләй. Шуға күрә буласаҡ һөнәр һайлау мәле килеп еткәс, нәҡ тимер юлы өлкәһенә ҡараған һөнәр үҙләштерергә теләүемә аптырайһы түгел.
Мәктәпте тамамлағас, 1983 йылда Өфө тимер юлы техникумына уҡырға барҙым һәм өс йылдан дипломлы белгес булып, тыуған ауылыма эшкә ҡайттым. Мине станция буйлап дежурлыҡ итеүсе итеп тәғәйенләнеләр. Бәләкәйҙән был өлкәләге эш тураһында атайымдан, туғандарымдан ишетеп-белеп үҫкәс, эште башлап китеү ауыр булманы. Хеҙмәттәштәрем дә һәр саҡ ныҡлы терәк булып, үҙҙәре белгәнде өйрәтеп кенә торҙо.

Хәҙер һеҙ Йөйәк станцияһында етәксе вазифаһын башҡараһығыҙ. Һеҙҙең алға ниндәй бурыстар ҡуйылған? Уларҙы атҡарып сығыу өсөн тимер юлы хеҙмәткәре ниндәй һыҙаттарға эйә булырға тейеш?

- Станция етәксеһе булып 2018 йылдан эшләйем. Минең вазифама Йөйәк тимер юлы станцияһы эшмәкәрлеген ойоштороу инә. Асыҡлап әйткәндә, поезд хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, пассажирҙарҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау бурысы тора алдымда. Эш режимы нормалаштырылмаған, йәғни мин һәр саҡ үҙемдең хеҙмәти бурыстарымды үтәргә әҙер булырға тейешмен. Тимер юлында һәр эш, һәр аҙым билдәләнгән ваҡытта, минутына тиклем теүәл башҡарала. Бөтә эшселәрҙең дә ошо ҡағиҙәне теүәл үтәүе тимер юлының пассажирҙарға һәм йөк оҙатыусыларға сифатлы хеҙмәт күрһәтергә булышлыҡ итә. Ә бының өсөн тимер юлында эшләгән һәр кешенең бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе һәм үҙ эшенә яуаплы ҡарауы шарт. Эш көсөргәнешле, яуаплы, һәр ваҡыт уяу, теремек булырға, килеп тыуған һорауҙарҙы тиҙ арала хәл итә белергә кәрәк. Коммуникабеллек һәм стрестарға ҡаршы тора алыу тимер юлында оҙаҡ йылдар эшләү өсөн иң кәрәкле сифаттар рәтендә.

Һөнәри яҡтан үҫеш туҡтап ҡалмаһын өсөн эш биреүсе компания тарафынан ниндәй мөмкинлектәр бирелә?

- Был йәһәттән Рәсәй тимер юлдары компанияһы ҙур эшмәкәрлек алып бара. Мәҫәлән, мин һәр саҡ, үҙемдең үҫеш өҫтөндә эшләргә кәрәк, тигән фекерҙәмен. Был үҫеш ваҡыты-ваҡыты менән генә түгел, ә даими рәүештә алып барылыуы айырыуса яҡшы. Шуға күрә мин тимер юлында хеҙмәт итеүселәр өсөн махсус булдырылған сервистағы уҡытыу курстары менән ихлас ҡулланам. Был курстарҙа үҙең теләгән ваҡытта, мөмкинлегеңә ҡарап инеп, төрлө темаларға белемде киңәйтергә, һөнәри яҡтан оҫталыҡты арттырырға мөмкин. Уларҙың дистанцион һәм бушлай булыуы айырыуса һәйбәт.
Был ойошмала карьера баҫҡысы буйлап күтәрелеүең тик үҙеңдән тора. Әгәр тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ булһа, һәр яңы белемгә асыҡ булһаң, эшеңде сифатлы һәм урын еренә еткереп башҡарһаң, компания быны күрә һәм баһалай. Йәш белгестәр өсөн профессиональ яҡтан үҫеү мөмкинлеге ҙур. Әйтәйек, юл монтеры булып эшкә килгән йәш егеттәр, теләге булып тейешле белем алһа, үҙен яҡшы яҡтан күрһәтһә, уны һис икеләнмәй етәксе вазифаға тиклем үрләтергә мөмкиндәр. Был йәһәттән Рәсәй тимер юлында асыҡ һәм аңлайышлы сәйәсәт алып барыла - эш рәтен белгәндәргә юлдар һәр саҡ асыҡ.

Тимер юлында эшләү еңелдән түгел. Ошондай ғәйәт ҙур, иңендә пассажирҙар һәм йөктәр өсөн оло яуаплылыҡ ятҡан компанияла гүзәл заттар ниндәй вазифалар башҡара?

- Минең коллегаларым араһында төрлө һөнәрҙе үҙ итеп, тимер юлында уңышлы эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар бихисап. Мәҫәлән, станция буйынса дежур итеүсе, тимер юлы вокзалы етәксеһе һәм уның ярҙамсыһы, диспетчер, ревизор-контролер, багаж һәм йөктәрҙе ҡабул итеүсе, сигнал биреүсе (сигналист), элемтәсе, электромеханик һәм башҡа һөнәр эйәләре бар. Шулай уҡ хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар араһында хатта машинист ярҙамсыһы һәм машинист булып эшләүселәр ҙә бар. Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәгендә, мәҫәлән, Алена Миронова исемле ҡыҙ машинист ярҙамсыһы булып бик тә уңышлы эшләп йөрөй. Ә бөтә Рәсәй буйлап бөгөнгө көндә 50-нән ашыу ҡатын-ҡыҙ машинист ярҙамсыһы кеүек ҡатмарлы һәм яуаплы һөнәрҙе үҙләштергән.

Эш биреүсе булараҡ, "Рәсәй тимер юлдары" компанияһы ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй хеҙмәт шарттары булдырған?

- Компанияла эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең 30 процентын ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Беҙҙең эш шарттары карьера үҫеше менән ғаилә араһындағы тигеҙлекте һаҡлау мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ компанияла ҡатын-ҡыҙҙарҙы социаль яҡлау системаһы ла киң үҫешкән. Рәсәй тимер юлдарында бөтә эшселәрҙең һәм шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙың да хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу буйынса даими эш алып барыла, медицина хеҙмәтләндереүе яҡшы, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Бөтә ил буйлап ял итеү йорттарына, балалар өсөн лагерҙарға путевка, һаулыҡҡа ҡағылышлы даими үткәрелеп торған әңгәмә, лекция, консультациялар, йәш белгестәр өсөн ташламалы ипотека, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге һәм башҡа күп төрлө социаль гарантиялар менән ҡуллана ала тимер юлында эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар һәм бөтә хеҙмәткәрҙәр.
Әсәлеккә һәм балалыҡҡа финанс йәһәттән ярҙам ҙур. Атап әйткәндә, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиены уртаса эш хаҡына тиклем еткереү өсөн өҫтәмә түләү, бала тыуғанда матди ярҙам, 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклем бала ҡарап өйҙә ултырыусыларға айлыҡ түләү һәм башҡа төрлө аҡсалата ярҙамды билдәләп үткем килә. Шулай уҡ тотҡарлыҡһыҙ түләнгән һәм даими индексацияланған эш хаҡы ла тимер юлында эшләүселәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Һеҙҙең ял-төн тимәй эшкә саҡырылыу мөмкинлеген ғаиләгеҙҙә нисек ҡабул итәләр?

- Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла ошо режимда йәшәй. Әйтеп үтеүемсә, атайым был өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләне. Ағайым "Почетлы тимер юлы эшсеһе" тигән маҡтаулы исем алып, хаҡлы ялға сыҡты. Тағы ла бер ағайым машинист булды, үкенескә күрә, донъянан иртә китте. Ирем, улым Рәмис тә шулай уҡ тимер юлы эшселәре. Шуға күрә беҙ бер-беребеҙҙең эшен яҡшы аңлайбыҙ һәм эшкә бәйле ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыумай. Ғөмүмән, ниндәй өлкәлә лә ғаилә ағзалары бер-береһенә терәк һәм таяныс булмаһа, эшләүе ауырға тура килә. Ирем һәм улым миңә коллега булғас, үҙемде эш йәһәтенән борсоған һорауҙарҙы улар менән бүлешәм һәм һәр саҡ төплө, аңлайышлы кәңәштәр алам. Шөкөр, эшем менән дә, ғаиләм менән дә бәхетлемен.
Әйткәндәй, мин үҙемде, ауыҙ тултырып, тимер юлсылар династияһы вәкиле тип әйтә алам, сөнки әлеге ваҡытта һеңлем һәм 2 энем Өфөлә шулай уҡ тимер юлында уңышлы эшләп йөрөйҙәр.

Тимер юлында осраҡлы кешеләр булмай, тигән фекер менән килешәһегеҙме?

- Ысынлап та, тимер юлы бер аҙ эшләп, унан китеп, аҙаҡ тағы кире килеп йөрөй торған өлкә түгел. Бында бер тапҡыр килгән кеше йә эшенә берегеп, уны яратып, бар күңелен һалып, оҙаҡ йылдар эшләй йәки эштең ҡатмарлы, яуаплы булыуына түҙмәйенсә, бөтөнләйгә китә һәм башҡаса килмәй.

Тимер юлы нимәне "ғәфү итмәй"?

- Тәү сиратта, үҙеңдең хеҙмәти бурысыңа иғтибарһыҙ, яуапһыҙ ҡарауҙы. Һәр тимер юлы эшсеһенең үҙ вазифаһына ҡарата булған мөнәсәбәте пассажир һәм йөктәр өсөн яуаплылыҡтың бер өлөшөн тәшкил итә. Тимер юлында оҙаҡ йылдар эшләһәң дә, "Минең тәжрибә ҙур", тип эште үҙ яйына ҡуйырға ярамай. Ҡорос магистраль һәр ваҡыт һалҡын ҡанлылыҡты, уяулыҡты, күп бурыстар режимында эшләүҙе, стресҡа ҡаршы тора алыуҙы талап итә. Был сифаттар тимер юлында яңы ғына эш башлаған хеҙмәткәргә лә, әллә нисә тиҫтә йылдар эшләгән кешегә лә берҙәй мөһим. Әҙ генә көсһөҙлөк күрһәткәндә лә, бөтә эш юҡҡа сығырға һәм ошо рәүешле хеҙмәттәштәрҙе һәм компанияны ауыр хәлгә ҡуйырға мөмкин.

Һеҙ 35 йыл тимер юлында, атап әйткәндә, Йөйәк станцияһында эшләйһегеҙ. Үҙегеҙҙе башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына баҫтыра алаһығыҙмы?

- Бер тында үтеп китте был йылдар. Әле генә техникум бөтөп эшкә килгән йәш белгес инем, хәҙер үҙем йәштәргә тимер юлында эшләү нескәлектәрен аңлатам. Уларға һәр саҡ "Эштән, ул ниндәй генә ауыр булмаһын, ҡурҡырға ярамай. Ә ҡурҡмаҫ өсөн башҡарған эшеңде яратырға кәрәк", тип ҡабатлайым.
Тимер юлына эшкә килеүемә һәм әле лә ошонда эшләүемә бер ҙә үкенмәйем. Һөнәрҙе яңынан һайларға кәрәк булһа, мотлаҡ кире тимер юлына килер инем. Эшемде күңел һалып башҡарам һәм үҙемде башҡа бер өлкәлә лә күрмәйем. Тормош юлым мине нәҡ ошонда, тимерҙәр араһына, ҡорос магистралгә алып килеүенә, юлымда яҡшы хеҙмәттәштәр осрауына яҙмышыма рәхмәтлемен.
Бөгөнгө мәктәп уҡыусыларына, һөнәр һайлау алдында торған йәштәргә лә ошо өлкәне күҙҙән үткәрергә, төрлө яҡлап өйрәнергә саҡырам, сөнки тимер юлының һәр саҡ буласағына һәм уның әүҙем эшләүенә шикләнмәйем.

Шулай итеп...
Тимер юлы күп өлөштәрҙән торған ғәйәт ҙур комплекс. Һәм уның гелән теүәл һәм өҙлөкһөҙ эшләүендә меңәрләгән тимер юлсыларының һәр береһенең хеҙмәте һалынған. Ир-егет булһынмы ул, ҡатын-ҡыҙмы - айырма юҡ, уларҙың барыһы ла үҙ урынында кәрәкле һөнәрмәндәр. Бөгөнгө әңгәмәсем - Айһылыу Йәүҙәт ҡыҙы Ғүмәрова ла бөтә ғүмерен тимер юлына арнаған, оло маҡтауға лайыҡ, йәштәргә үрнәк булған, тимер юлсылар династияһын дауам итеүсе үҙ эшенең оҫтаһы.

Гөлназ МАНАПОВА
әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №47, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.11.21 | Ҡаралған: 338

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru