«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨРӘГЕНДӘ БАШҠОРТЛОҠ ЙӨРӨТӨҮСЕЛӘР УЛАР
+  - 


Ҡасандыр Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙенең бер шиғырында шулай тип яҙғайны. Уҙған аҙнала үткән "Арҙаҡлы рәсәйҙәр - ғәйнә башҡорттары" тип аталған онлайн-түңәрәк ҡорҙа был юлдар тағы бер яңғыраны: бары тик унда, Башҡортостан ғәйнә башҡорттарынан башлана, тигән фекер лейтмотив булып ятты. Ә бит тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, ғәйнә башҡорттарының шулай тип әйтергә тулы хоҡуғы бар. Әйткәндәр ҡоро һүҙ генә булмаһын өсөн, әйҙәгеҙ, бергәләп тарих төпкөлөнә сәйәхәт ҡылайыҡ...

Түңәрәк ҡорға йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев тәбрикләп, Башҡортостан менән Пермь крайын административ сиктәр генә түгел, ә уртаҡ тарих бәйләп тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки бында элек-электән илебеҙгә Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов һ.б. кеүек данлыҡлы шәхестәрҙе биргән ғәйнә башҡорттары йәшәй. "Башҡа субъекттар менән бер рәттән, Пермь крайында йәшәгән башҡорттар менән хеҙмәттәшлек итеү - һәр саҡ өҫтөнлөклө булып тора. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, республиканан ситтә башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр булған урындарҙа был йүнәлештә эштәр алып барыла. Пермь крайының Барҙы районы Елпачиха ауылында, мәҫәлән, йәкшәмбе мәктәбе асылды, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк эшләй. Һөҙөмтәләр артында урындағы активистарҙың тынғыһыҙ эшмәкәрлеге тора. Рәсил Мөхәмәтйәнов етәкләгән Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы был йәһәттән оҙаҡ йылдар уңышлы эшләй. Уларҙың "Ғәйнәләр: халҡым, телем тарихым" проекты бик күп мәҙәни-мәғрифәтселек сараларын тормошҡа ашырырға ярҙам итте", - тип билдәләне Урал Таһир улы.
Оҙаҡ йылдар ғәйнә башҡорттары тарихын өйрәнгән тарих фәндәре докторы Нәзир Ҡолбахтин үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, Пермь крайына Башҡортостандан иң беренсе ҙур делегация барыуы, 1996 йылда үҙенең ошо ырыу башҡорттарына бағышланған монографияһын баҫтырыуы тураһында бәйән итте. "Башҡорт ырыуҙары араһында ғәйнә башҡорттары социаль-иҡтисади йәһәттән иң алдынғы һәм үҫешкәне була. 18-се быуатта уҡ батша чиновниктары уларҙың тау эшмәкәрлеген билдәләй. Башҡорт ерҙәрен Строгановтар һәм башҡалар талай, батша власы ғәйнәләр ерҙәренә күпләп башҡа халыҡтарҙы күсереп ултырта башлағас, алдынғы ҡарашлы ғәйнәләр үҙ ерҙәрен һаҡлап ҡалыуға өлгәшә. Шул осорҙа империя сәнәғәтселәренең 95 процентын ғәйнә башҡорттары - Тасимовтар һәм башҡалар алып тора. Ҡуян ауылынан ғына 25 башҡорт тау сәнәғәте өлкәһендә эшләй. Ян-яҡтан ҡыҫырыҡлауҙар башланғас, ғәйнә сәнәғәтселәре батша власына тау эшселәре исеменән наказ яҙып ебәрә. Граф Чернышев менән башҡорт ерҙәренән мәғдән сығарып ситкә алып китеп һатҡан өсөн Тасимов уның менән 8 йыл дауамында судлаша һәм еңеүгә - 70 мең һум түләтеүгә өлгәшә. Туҡтамыш Ишбулатов - Пугачев полковнигы булараҡ билдәле, дөйөм алғанда 13 ғәйнә башҡорто Пугачев полковнигы дәрәжәһенә лайыҡ була, шуларҙың икеһе - старшина, икеһе - мулла, ҡалғандары ябай халыҡ араһынан".
Тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев: "Башҡортостан Ғәйнә башҡорттарынан башлана", - тип белдерҙе һәм бында ниндәйҙер кимәлдә тарихи хәҡиҡәт тә бар, сөнки 1-се башҡорт кантоны Елпачихала ойошторола, ә ошо кантонда формалаштырылған 20-се башҡорт полкы 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. Башҡорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов үҙ сығышында ғәйнәләрҙең тағы бер арҙаҡлы улы тураһында мәғлүмәттәр еткерҙе. Ул - дин белгесе Баһадиршаһ әл-Ғәйнәүи. Тап ул 1759 йылда Ҡаҙанда Ҡөрьәндең етенән бер өлөшөн - Әфтиәкте төрки теленә тәржемә итеп баҫтыра. Китаптың преамбулаһында уның авторы - Ғәйнә еренән Баһадиршаһ ибн-Һөйәрғол тип яҙылған. Барҙа башҡорто. Был китап татар ғалимдары Ҡөрьәндең тәржемә ителеү ваҡытын билдәләгән датанан ете йылға алдараҡ баҫылған булған.
Ғәйнә башҡорттарының башҡа билдәле шәхестәре тураһында һөйләүҙе артабан да дауам итергә мөмкин булыр ине, әммә бөгөн төп маҡсат - һөйләп кенә ҡалыу түгел, ә уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү. Был йәһәттән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында эш бер аҙ алға киткән һәм И. Тасимовҡа, Т. Ишбулатовҡа һәйкәлдәр ҡуйылған, шулай уҡ "Олатайҙарҙың алтын китабы" ла үҙ урынын аласаҡ. Уларҙа И. Тасимовтың, Т. Ишбулатовтың, Салауат Юлаев ғәскәрендә булған 8 полковниктың биографияһы, 20-се башҡорт полкының тарихы яҙыласаҡ. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов эшләнгән эштәр менән бер рәттән, проблемаларға ла, киләсәктә тормошҡа ашырыласаҡ проекттарға ла туҡталды. Бөгөн иң ҙур проблема - ул башҡорт берҙәйлеген һаҡлап ҡалыу. Был йәһәттән бары тик тарихыңды, тамырҙарыңды белеү генә ярҙам итә ала. Шуға ла ғәйнәләр тарихи хәтерҙе киләсәк быуындарға ла тапшырып ҡалдырырға тырыша: 1812 йылғы Ватан һуғышының 110 йыллығына Ҡуян ауылында 20-се башҡорт полкының иҫтәлеген мәңгеләштереү, Елпачиха ауылына ингән ерҙә ырыу тамғаһын ҡуйыу хыялы менән яна, "Алтын китап" эргәһенә Башҡорт ихатаһын төҙөп ултыртырға планлаштыра.
...Башҡортостан ҡайҙан башлана, тип һораһалар, бөгөн мин уны ғәйнәләрҙән башлана тиер инем, сөнки улар генетика буйынса ла башҡортлоҡто нығыраҡ һаҡлап ҡалған. Ә иртәгә фекерем бер аҙ үҙгәреп, Башҡортостан Ырымбур йәки Силәбе, Һамар йә Һарытау, Ҡурған, Свердловск йә Татарстан башҡорттарынан башлана, тиәсәкмен һәм хаталанмам: Башҡортостан ғәйнә башҡорттары кеүек йөрәгендә һәр саҡ башҡортлоҡто йөрөткән, ерен, рухын, телен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған һинән, минән, беҙҙән башлана. Беҙ төрлө, әммә беҙ бер бөтөн - Башҡортостан беҙҙән башлана!

Шәрифә САЛАУАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.11.21 | Ҡаралған: 288

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru