«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӘРӘКЛЕ УҠЫУ ЙОРТО
+  - 

Башҡортостандың Ағиҙел һәм Баймаҡ ҡалаларында үҙенең филиалдары булған күп профилле урта һөнәри белем биреү учреждениеһы - Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы 75 йыллығын билдәләне.

Уҡыу йорто 1946 йылда нигеҙләнгән Өфө нефть техникумы һәм 1961 йылда асылған Өфө энергетика техникумы ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән. Уны тамамлаған билдәле кешеләр араһында Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов, СССР Хөкүмәте ағзаһы Тәлғәт Хурамшин, академик Александр Николаев бар.
Колледж директоры Роза Аслаева билдәләүенсә, уҡыу йортоноң педагогик коллективы иң амбициоз мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлеш алған. Бында оҫтаханалар булдырыу һәм кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү буйынса системалы эш алып барыла. "24 уҡытыусы төрлө һөнәрҙәр буйынса демонстрацион имтихан алыу хоҡуғына эйә эксперт булараҡ һәм WorldSkills Russia төбәк чемпионатын үткәреү, 36 уҡытыусы демонстрацион имтиханды баһалау буйынса уҡыны һәм тест тикшереүе үтте, - ти ул. - 2017 йылдан алып колледж WorldSkills Russia хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Уны колледжға индереү буйынса ветеран һәм тәжрибәле педагог Люция Пономарева күп эшләне". Былтыр декабрҙә чемпионаттың төбәк этабында колледждың 13 студенты ҡатнаша һәм дүрт - беренсе, өс икенсе урын ала. Ике студент профессионаллек өсөн медальоны менән бүләкләнә. Еңеүселәр быйыл августа беренсе тапҡыр Өфөлә үткән IX WorldSkills Russia "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионатында Башҡортостан исеменән сығыш яһай, ә колледж дүрт компетенция буйынса майҙансыҡтар булдырыу өсөн яуаплы була. Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса уҡыу йортоноң дүрт студенты еңеү яулай.
"Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы лайыҡлы рәүештә алдынғы белем биреү учреждениелары иҫәбенә инә. Уны хатта ҡайһы берҙә студенттары һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы өлкәһендәге предприятие-партнерҙары һаны буйынса бәләкәй вуз тип тә атайҙар, - тине "Торатау" конгресс-холында үткән байрам тантанаһында республика Хөкүмәтенең вице-премьеры Азат Бадранов. - Йылдан-йыл бында уҡырға теләгән студенттар һаны арта, сөнки улар хеҙмәт баҙарында кәрәкле һәм юғары эш хаҡы түләнгән һөнәр ала. Колледжды тамамлаусылар хеҙмәт йылъяҙмаһына, беҙҙең иҡтисадҡа ҙур өлөш индерә".

Галина БАХШИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.21 | Ҡаралған: 236

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru