«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ АТАЙҺЫҘ ҮҪТЕК...
+  - 


Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, күренекле дәүләт эшмәкәре, ғалим, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, "Халыҡтар дуҫлығы" ордены кавалеры Миҙхәт Әхмәтхан улы МӘмбӘтов 1941 йылдың 15 сентябрендә Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында тыуған. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1971 йылда ГИТИС янындағы юғары режиссерҙар курсын, 1975 йылда БДУ аспирантураһын тамамлай. Филология фәндәре кандидаты. 1975-1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында, 1983-1990 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыта. 1990-1994 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәтендә халыҡ мәғарифы һәм мәҙәниәте бүлеге мөдире, 1994-1995 йылдарҙа БР Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы булып эшләй. 1995-2005 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары. 2005-2006 йылдарҙа Башҡортостан Президенты ярҙамсыһы, 2006-2008 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2008-2011 йылдарҙа - Өфө ҡала хакимиәте башлығы кәңәшсеһе. Әйткәндәй, "Киске Өфө" гәзите тап Миҙхәт Әхмәтхан улы Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән осорҙа барлыҡҡа килде. Быйыл Миҙхәт Әхмәтхан улы үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны ошо ғүмер байрамы менән ҡотлап, түбәндәге әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ. Унда һүҙ, асылда, шәхестең бала сағы хаҡында бара.

Миҙхәт Әхмәтхан улы, бала сағығыҙҙың иң иҫтә ҡалған ваҡиғалары хаҡында һөйләгеҙ әле...

- Мин бик һуң, дүрт йәшемдә генә атлай башлағанмын. Әсәйем көнө-төнө эштә булған, ризыҡ та етмәгәндер инде. Мине күберәген апайым һәм ағайҙарым ҡараған. Әсәйемдең Хәйбулла атлы агроном ҡустыһы район үҙәгендә эшләгән ваҡытында ауылыбыҙға килгән. Мин урамда ултырғанмын. Ул миңә таяҡ тотторған да: "Ана, үгеҙ килә!" - тип ҡурҡытҡан. Мин һикереп торғанмын да, йүгергән дә киткәнмен. Шунда тәүге тапҡыр үҙ аяғым менән йөрөй башлағас, йырлап йөрөгәнем иҫтә:
Атаҡайым, ҡайт инде,
Аҡ мендәргә ят инде.
Анау тауға ҡар яуған,
Мынау тауға ни булған?
Кеше атаһы ҡайтып ята,
Атайыма ни булған?
Мине урамда көнбағыш биреп тә, тин биреп тә йырлатҡандар. Ағайымдар, апайымдар елтерәтеп алып ҡайтып китә торғайнылар. Прокурор булып эшләгән Һибәтулла ағайым минең хаҡта: "Бәләкәйҙән яланаяҡ саң борҡотоп бейей, йырлай торғайны", - тип гәзиттә яҙып сыҡты. Ҡартатайымдарға Мөжәүир хәҙрәттең юлы төшкәндә ҡунаҡ саҡырғандар, улар алдында үҙ һөнәрҙәремде күрһәтер булғанмын. Ҡул сабып дәртләндергәндәр, етмәһә, аҡса ла биргәндәр.
Беҙҙең ауылда һуғыш яланынан тәүге "похоронка" склад мөдире булып эшләгән Нәфисә еңгәйгә килә. Әсәйем һөйләй торғайны: "Эй, йәлләйбеҙ Нәфисә киленде, бергә илашабыҙ. Үҙемдең шундай көнгә ҡалырымды уйламай ҙа инем..." Нәфисә еңгә минең атайымды юҡһынып йырлауымды ишетеп микән, келәткә индереп йырлата ла, йә яңы һуйылған малдың эсәк-ҡарынын, йә борсаҡ, йә көнбағыш биреп ҡайтара. Университеттың 1-се курсында уҡығанда Рамаҙан Йәнбәков, Зиннур Ураҡсин, Рәид Миңлебаев, Тимербай Исхаҡов менән бергәләп агитбригадала йөрөгәндә үҙебеҙҙең ауыл клубында ла концерт ҡуйҙыҡ. Шунда Нә-фисә еңгәй: "Мин һинең бәләкәй сағыңда йырлағаныңды ишетеп, әртис булыр был бала, тип юрай торғайным", - тип хәтерҙәгеһе менән уртаҡлашҡайны.

Бала сағығыҙ һуғыш йылдарына тура килгәс, атай-әсәй иркәләүҙәре лә тәтемәгәндер инде...

- Атай һуғышта, әсәй көн-төн эштә, беҙҙе кем иркәләһен инде. Бәләкәй саҡта әсәйемдең мине иркәләгәнен бөтөнләй хәтерләмәйем. Атайҙан ҡалған кейемде кейеп алыр ҙа, егеп килтергән ығыш үгеҙен етәкләп, эшкә сығып китә һәм ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инә. Асығып-талсығып, йәне алҡымына килеп ҡайта. Ундай саҡта ниндәй наҙ, иркәләү тураһында һүҙ булыуы мөмкин. Әсәбеҙҙең ул саҡтағы ҡатылығын апайым да иҫләй. Иҫләй ҙә, аҡлай ҙа ине. Апайыбыҙ Аҡъярға күсеп китте лә бүтән ҡайтманы. Беҙ әсәй менән өс малай тороп ҡалдыҡ. Күберәк ауырлыҡтар ағайымдар елкәһенә төштө инде. Рәфҡәт ағайымдың уҡытыусыһы килеп әсәйемә: "Вазифа апай, Рәфҡәтең уҡымай бит, әйтһәңсе", - тип зарланып китә. Әсәйем мине: "Ана, Рәфҡәттең дәресен әҙерләш", - тип ултыртып ҡуя торғайны. Икебеҙ бер класта уҡыйбыҙ.
Йәй көнө бесәндә ҡырҙа ҡыуышта ятабыҙ. Ауылда концерт булһа ғына ҡайтабыҙ. Ауылды, әсәйҙе һағынабыҙ, унда ла әсәмдең беҙҙе һағынып көтөп алғанын тойманыҡ. "Тәмәке тартһағыҙ, йәмкә ҡыҙҙырып баҫам ауыҙығыҙға", тигәнгә микән, беребеҙ ҙә тәмәке тартманыҡ.
Ә инде беҙ өлкәнәйеп, килендәр йомшай башлағас, әсәм бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде. Беҙгә генә түгел, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итеү йәһәтенән өлтөрәп торҙо. Бер осор ауылда иң өлкән кеше булып китте. Уны ҡулда йөрөткән һымаҡ йөрөттөләр. Доға уҡый белгән ағинәй дәрәжәһендә йыназаларға саҡыра торғайнылар. Миңә лә доғалар өйрәтте. Хәҙер әсәм өйрәткәндәрен генә беләм, ятларға тырышып ҡарайым, килеп сыҡмай. Әсәмдеке тел осома килә лә сыға, килә лә сыға. Уларҙың дөрөҫмө-түгелме икәнен дә белмәйем. Ашарға ултырғанда әсәм үҙенең алдындағы ризығын: "Миҙхәткә, Миҙхәткә", - тип минең алдыма өйгәнен ҡатыным көлөп хәтерләй. Мин уның был хәстәрен элек мәхрүм иткән наҙҙарын ошо рәүешле ҡайтарырға тырышыуы тип аңланым. Әсәм ауырып түшәккә ятҡас, янына барҙым. Ул тороп ултырҙы, үҙем тубыҡланып, башымды тубығына һалдым да: "Әсәй, башымды һыйпа әле", - тинем. Көлдө. Беҙҙә улайтып иркәләү юҡ бит инде. Башымды һалғас, ҡулын башыма тейгеҙеп алды ла: "Балаларҙың кемеһенеңдер түбәһендәге сәсе ике урау ине, һинеке икән", - тигән асыш яһаны вафатына ике көн ҡалғас. Ике урау - ике тапҡыр өйләнеүгә, тигән ырым бар бит беҙҙең халыҡта, шуға ишараһы булды инде. "Сәсең матур ғына", - тигән булды тағы ла. Шунан һуң бер нисә көн үткәс, ысын донъяға күсеп китте ғәзизебеҙ.

Миңә лә әсәйегеҙ менән аралашыу бәхете тейҙе. Уны Мәмбәттә "һөлөк көтөүсеһе" тиҙәр ине бит инде. Күлдән һөлөк тотоп алып килеп, шуны кешеләргә һалып, кире күлгә алып барып ебәрә икән. Ни өсөн шулай итеүен һорашҡайным, әсәйегеҙ: "Улар һауытта һыу менән генә асығып ултыра, һөлөктәрҙе ас тотһаң, гонаһ була", - тигәне иҫемдә ҡалған. Был хаҡтағы мәҡәлә "Киске Өфө" гәзитендә баҫылып сыҡты ваҡытында...

- Беҙгә Өфөгә килгәндә лә һөлөктәрен алып килә ине. Тегендә уларҙы ҡарамайҙар, асыҡтыралар, ти торғайны. Ваннабыҙға һыу йыйып, һөлөктәрен шунда ебәреп, тәрбиәләүҙән йәм тапҡандыр, һуңынан ҡалдырмай алып ҡайтып китер ине.

Бала сағығыҙ үткән мөхиттең шәхесегеҙ формалашыуҙағы йоғонтоһо хаҡында ни әйтерһегеҙ?

- Миңә әсәйемдең атаһында, ҡартатайымдарҙа бик йыш булырға тура килде. Дин тотҡан, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмаған кешеләр йәшәгән йорттағы мөхит иҫ киткес йылы, яҡты ине. Ҡорбан салыуҙар, аят уҡытыуҙар, Мөжәүир хәҙрәт менән аралашыуҙары үҙе ни тора! Мөжәүир хәҙрәт килһә: "Дәрүиш килгән", - тигән хәбәр тарала. Ҡунаҡ йыялар, шунда ҡымыҙ эсәләр, Йомағужа йыраусынан боронғо йырҙарҙы ҡат-ҡат йырлаталар. Беҙҙең төп бурыс - аш алдынан, ашағандан һуң, яурынға таҫтамал һалып, еҙ тасҡа еҙ ҡомғандан ҡул йыуҙырыу булды. Ҡартатайымдарға барһаң, үҙеңде бөтөнләй икенсе донъяға эләккәндәй хис итәһең. Ризыҡты исраф итмәү, валсыҡтарына тиклем ташламау, ҡысҡырып һөйләшмәү, асыуланмау. Йорттағы ҙур һуҡма сәғәттең һуғыуы ла һиҫкәндерә, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә ишаралағандай була ине.

Бала саҡтың ғүмерлек һабаҡ алырлыҡ, ғибрәт булырҙай ваҡиғалары ла булмай тормай...

- Бер саҡ әсәм тоҙ, шырпы, тағы ла нимәлер алыр өсөн 12 тәңкә аҡса бирҙе. Шуны кәрткә отторҙом. Үҙемдән олораҡ йәштәге малайҙар менән уйнағайным. Кәрт уйнап бөткәс, күмәкләп һыу инергә киттек. Теге аҡсаның ҡайҙа ятҡанын беләм бит инде. Әсәмә нимә тип яуап бирәм, тигән уй баштан сыҡмай. Малайҙарҙан алда теге өйгә килеп, аҡсаны йәһәт кенә алдым да, йүгереп ҡайтып өйгә бикләндем. Тегеләр килеп: "Бур, аҡсаны бир", - тип өй ишеген емерер хәлгә еттеләр. Ошонан һуң ике һабаҡ алдым. Берҙән, кәрт уйнамаҫҡа, икенсенән, кеше әйберенә теймәҫкә.

Һуғыш осоро ваҡиғаларын иҫләйһегеҙме?

- Мин һуғыш башланған йылды тыуғанмын. Бер хәтирә - тәҙрәне тын менән иретеп, үгеҙ егеп эшкә киткән әсәйҙе ҡарап ҡалыу, ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтөп алыу. Атайымды күрергә теләү тойғоһо миндә ифрат көслө булды. Әле лә йәшәй ул хис миндә.
Бер ваҡыт беҙҙе, атайһыҙ үҫкәндәрҙе, Дим ҡасабаһындағы Башҡорт атлы дивизияһы музейына саҡырҙылар. Музейҙа ултырғанда алып барыусы: "Хәҙер Таһир Кусимов полкы политругының улы Миҙхәт Мәмбәтовҡа һүҙ бирелә. Уның атаһы Әхмәтхан Хужанияз улы 1942 йылдың 5 декабрендә Түбәнге Деево хуторы янындағы ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк булған",- тине. Шаңҡып ҡалдым, минең өсөн оло яңылыҡ ине был. Һорашып ҡараһам, мәғлүмәтте Сәғит Әлибаевтың "Комиссар яҙмалары" китабынан алыуҙары хаҡында әйттеләр. Китапхананан шул китапты табып уҡыһам, унда атайым хаҡында мәғлүмәт күп булып сыҡты. Атайым тураһында һуғыш ваҡытында "Ҡыҙыл атлылар" гәзитендә лә күп яҙылған булған. Артабан Ростов өлкәһе хәрби комиссарына хат яҙҙым. Деево ауылы бөгөн юҡ икән, урынында һәйкәл тора. Унда Рәми Ғарипов та булып киткән. Плитаһына 12 фамилия яҙылған, атайымдың исем-шәрифе юҡ. Шул яҡта йәшәүсе яҙыусы Мәхмүт Сәлимов әленән-әле һәләк булыусы батырҙарҙың исеме табылыуын хәбәр итте. Киләсәктә яңы табылған исемдәр яҙылған тағы бер обелиск асылыуы көтөлә. Өмөттө өҙмәйем һаман. Уландарым менән бергә барып ҡайтыу тураһында хыялланам.

Әгәр ҙә Өфө, университет, юғары белем тигән оло донъяны белмәй, ауылда тороп ҡалған булһағыҙ, бөгөн кем булыр инегеҙ?

- Шул ағайымдарҙың юлын ҡыуыр инемдер инде. Өлкән ағайым ғүмере буйына ферма мөдире булды, икенсе ағайым ғүмере буйына механизатор булып эшләне, "Атҡаҙанған механизатор" дәрәжәһендә туҡтатты эшен. Ауыл тормошо миңә ят түгел, нисек тә йәшәр инем. Хатта минең менән бергә Аҡъяр мәктәбендә уҡығандарҙың күбеһе ауылда тороп ҡалды. Класташтарымдың берәүһе генә спорт менән шөғөлләнеп, Аҡъярҙа ДОСААФ-та хеҙмәт итте. Ул саҡта илебеҙҙә ауыл хужалығы аяғында ныҡлы баҫып тора ине. Эшләгән кеше хур булманы. Ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән Таңһылыу еңгәм ике тапҡыр "Ҡыҙыл байраҡ" ордены кавалеры.

Рәсәй буйынса ауылдарҙың яйлап бөтөүгә табан барыуына ла шаһитбыҙ. Эш урыны булмағас, йәштәр ҡалаларға күсенә, шуның һөҙөмтәһендә мәктәптәр ябыла. Әммә тәбиғәт бушлыҡты һөймәй, изге урын буш тормай. Ҡасандыр кемдәрҙер килеп, бушап ҡалған ауылдарҙы яуларға тейеш булып сыға. Нисек итеп ауылдарҙы һаҡлап ҡалырға һуң?

- Бигерәк тә матур тәбиғәтле ауыл урындарына ҡыҙығыусылар күп буласаҡ. Хәйбуллаға ҡайтҡанда көньяҡтағы бер район аша үтеп йөрөйбөҙ. Унда юлдың ике яғына ла көнбағыш сәселгән, гөрләп үҫеп ултырған баҫыуҙар. Баҡтиһәң, был ерҙәрҙе Ырымбурҙар ҡуртымға алып, көнбағыш сәскән икән. Тимәк, изге урын буш тормай тигән процесс әле үк бара. Ул ерҙәр бит шул тирәләге ауыл кешеләренеке. Ниңә ул ерҙәрҙе урындағы халыҡ файҙаланмай? Күп мәсьәлә, әлбиттә, урындағы етәкселәргә бәйле. Ошо ерҙе һөрөп, сәсеп, уңышын йыйып алыуҙы улар ойошторорға тейеш. Ауылды халыҡ үҙе һаҡларға бурыслы, тигән һүҙгә килгәндә, Ҡәҙим Аралбайҙың тыуған ауылы Таңатарға ҡайтып, бер нисә кеше йорт һалып ҡараны, тик дәррәү рәүештә ҡайтыусылар табылманы.
Мин әрмелә Калуга өлкәһендә хеҙмәт иттем. Әле совет власының иң көслө йылдарында ундағы ауылдарҙа ҡарт-ҡоролар ғына тороп ҡалғайны. Ә Башҡортостан шарттарында ауылды һаҡлау милләтте һаҡлауға тиң мәсьәлә итеп ҡаралырға тейеш. Йә, миңә Салауат, Белорет, Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән башҡорт яҙыусыһын, артисын атағыҙ, тип әйткәнем дә бар. Ҡаланы үҫтереү проблема түгел, ул һин теләһәң-теләмәһәң дә үҫә. Ҡаланың үҫеш системаһы өсөн барыһы ла эшләнгән. Әле Сибайҙан Подольск аша Гайға поезд юлы һалыу мәсьәләһе килеп тыуғас, халыҡты, йәштәребеҙҙе тыуған яғыбыҙҙа эш менән тәьмин итерлек, мәктәптәрҙе һаҡлап ҡалырлыҡ мөмкинлектәр асыласаҡ.
Хәҙерге ауылдарҙа ферма юҡ, ә магазиндар һөт, ит ризыҡтары менән тулы. Шул уҡ ваҡытта республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында колхоздар һаҡланып ҡалған. Илеш, Туймазы, Дүртөйлө яҡтарында колхоздар икенсе формала ойошҡан. Ә беҙҙең яҡтарҙа хатта фермаларҙы нигеҙенә тиклем емереп ташланылар.

80 йәшкә етһәгеҙ ҙә, йәштәрсә оптимисһығыҙ, бының серҙәре лә барҙыр бит?

- 80 йәшлек булараҡ, нисек булырға тейешлегемде белмәйем. Беҙҙекеләр оҙон ғүмерле булған бит инде. Әсәм йөҙгә етте, уның ҡустылары - береһе 90-да донъя менән бәхилләште, икенсеһе әсирлек, һөргөн ғазаптарын үтһә лә, әле лә иҫән-һау, шөкөр, яңыраҡ 98 йәшен тултырҙы. Апайым 90 йәшендә донъя ҡуйҙы, бер ағайым 85-кә, икенсеһе 80-гә етте. Һәр көн бер сәғәт массаж, гимнастика яһауым, тәмәке тартмауым, көн һайын саф һауала йөрөү, донъямдың бөтөн булыуы, балаларымдың барыһының да урынлашҡан булыуы, тәүге ғаиләмдәге балаларымдың хәҙергеләре менән аралашып йәшәүҙәре - ошолар ҙа йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Ҡатыным Нәфисәгә бик рәхмәтлемен, ул балаларҙың барыһына ла тигеҙ ҡарай.

Етәксе, ойоштороусы, кеше булараҡ үҙегеҙҙең күңелде тынысландырып, һеҙҙе бәхетле иткән, башҡаларҙың хәтеренә уйылған ниндәй сифаттарығыҙҙы, эштәрегеҙҙе телгә алып үтер инегеҙ?

- Минең дошмандарым юҡ. Төрлө мөхиттә аралашып йәшәргә тура килде, эшемдә, ғаиләмдә, ауылда, Мәскәүҙә. Күп кенә ситуацияларҙы алдан һиҙеүем хатта үҙемде дошманы тип һанаған кешеләр менән дә мөнәсәбәтте ыңғай ҡорорға ярҙам итте. Күңелемә ятмаған, күрәлмаған кешеләр менән дә аралашырға, ниндәйҙер мөнәсәбәт ҡорорға тура килде, сөнки биләгән вазифаларым шулай булырға ҡушты. Мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырырға бер ваҡытта ла тырышманым. Хаҡлы ялға киткәнсе кемдәр менән эшләгәнмен, барыһының да миндә телефон номерҙары бар, барыһы менән дә аралашам. Урамда берәйһе осрап: "Һеҙ миңә шул ваҡытта ярҙам иттегеҙ", - тип әйтеүселәр күп. Уларҙың күбеһен танымайым да. Хөкүмәттә, Президент аппаратында эшләгәндән һуң ҡала хакимиәтенә күскәс, ундағы водителдәр, техничкалар донъяуи йомоштары менән килә торғайны. Уларға хәлемдән килгәнсе ярҙам итергә тырыштым.
Бер мәл пенсиялар, балалар пособиелары, эш хаҡтары түләнмәй йә һуңлап түләнә башлаған ауыр заман килде. Шул саҡта ҡала хакимиәте бинаһына һуғыш, хеҙмәт ветерандары, инвалидтар митингыға килде. Уларҙы урамда тотмаҫ өсөн актовый залға индерҙеләр ҙә, социаль мәсьәләләр буйынса мэр урынбаҫары булып эшләүсене аңлашырға ултыртып ҡуйҙылар. Ярһып-ярһып һөйләне ветерандар, таяҡтары менән туҡылдаттылар, тормошобоҙҙоң ауыр булыуы хаҡында дөрөҫ дәлилдәр килтерҙеләр. Парҙарын сығарып бөткәнсе уларҙы оло түҙемлек менән тыңлап ултырҙым да, шулай һүҙ башланым: "Хөрмәтле һуғыш, тыл ветерандары, һеҙҙең алда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙың улы баҫып тора. Һеҙҙең күбегеҙ һуғыштан иҫән ҡайтып, балаларығыҙҙы уҡытып, тәрбиәләп, кеше итеп аяҡҡа баҫтырғанһығыҙ. Ә беҙ атайһыҙ үҫтек. Һеҙ фашистарҙы һуғышта ҡыйратып, илгә ҡайтып һуғыш ваҡытында ҡыйралған илебеҙҙе, хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырғас, беҙҙең әсәйҙәргә еңеллек килде. Беҙҙең ғаиләләргә еңеллек килде. Һеҙҙең арҡала икмәккә туйҙыҡ. Өҫтөбөҙ бөтәйҙе. Шуға күрә мин үҙемдең быуын исеменән һеҙҙең алда баш эйәм, оло рәхмәтемде белдерәм. Был ҡыйынлыҡтар ваҡытлыса. Һеҙ яуҙарҙа йөрөгәндә сабыр итә белдегеҙ. Ошо ауыр мәлдә лә мин һеҙгә оло сабырлыҡ теләйем. Тормош еңеләйер ул, гел былай бармаҫ..."
Залда оло тынлыҡ урынлашты. Ветерандар яйлап сыға башланы. Кемеһелер килеп арҡамдан һөйә, кемеһелер ҡосаҡларға итә. Бындай ситуациялар тормошомда байтаҡ булды.
Мин Хөкүмәттә эшләгәндә Яңы йыл шыршылары, Еңеү көндәре, Хөкүмәт, Президент исеменән сәскәләр, веноктар һалыу кеүек бихисап сараларҙы үткәрә торғайным. Ҡалаға эшкә күскәйнем, шул саралар ҙа артымдан бурыс булып эйәреп барҙы ла ҡуйҙы. Саралар йөкмәткеле, мәғәнәле, күңелле һәм оригиналь булһын өсөн фантазияны ла эшкә егергә тура килде. Бер йылды Бөйөк Еңеү байрамында трамвай вагондарын бергә ялғап, һуғыштан ҡайтыусы поезд эшләнек. Күҙ алдына килтерегеҙ: ҡала советының ҡаршыһына ветерандарҙы тейәп, тантаналы рәүештә поезд килеп туҡтай. Ҡатындар, йәштәр, балалар һалдаттарҙы сәскәләр менән ихлас ҡаршылай. Ҡосаҡлашалар, илашалар. "Кемдең идеяһы булды ул?" тип, Урал Насир улы Бакиров һаман шул Еңеү байрамын маҡтап һөйләй...

Һеҙ ҡала хакимиәтендә эшләгән осорҙа тарихта тәүге тапҡыр баш ҡаланың башҡортса "Киске Өфө" гәзите сыға башланы. Әйтергә кәрәк, "Киске Өфө" милләтебеҙ сәхифәһенең өр-яңы битен башлап ебәрҙе. Шулай бит?

- "Киске Өфө" "Вечерняя Уфа" кеүек мәғлүмәти баҫма булырға тейешме? Ошондайыраҡ һөйләшеүҙәргә шаһит булырға тура килде Өфөлә башҡорт телендә гәзит сыға башлағанда. Һәр яңылыҡ, бигерәк тә ул сығымдарға бәйле булһа, йәнә рухиәт өсөн икән, ҡаршылыҡтарға осрай. Был осраҡта ла башланғысты хуплаусыларға ҡарағанда, аяҡ салыусылары күберәк булғандыр. Әммә гәзиттең тәүге һандары тарала башлау менән уның башҡа баҫмаларҙан үҙенең йүнәлеше, тәрән йөкмәткеһе, яҡтыртҡан темаларының актуаллеге, ҡыйыулығы менән айырылып торғанын уҡыусылар күҙгә элә һалды һәм ул Өфөлә генә тороп ҡалмай, тотош республикаға таралды ла китте. Беҙ уны баш ҡала менән һәр ауыл, район араһындағы рухи, мәғлүмәти күпер итеп ҡабул иттек. Һәм бына 20 йылға яҡын ул үҙенең ошо ролен дауам итә. Хәҙер инде йәшәйешебеҙҙе "Киске Өфө"һөҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ысынлап та, ҡорғаҡһыған ергә ямғыр шифаһы нисек йән өрһә, шулай килеп инде гәзит рухи донъябыҙға. Килеп инде лә, уҡыусыларын яңынан-яңы рубрикалары, рухи, сәмле һүҙе менән ҡыуандырып, үҙенең тейешле урынында ҡалды. Тағы ни әйтәһең? Афарин, "Киске Өфө"ләр!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.21 | Ҡаралған: 258

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru