«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘҮЛЕК ӘЙЛӘНӘМЕ, ӘЛЛӘ ҺУҘЫЛАМЫ?
+  - 

Ваҡыт төшөнсәһе арауыҡ менән бергә халыҡ мәҙәниәтенең иң төп төшөнсәләренең береһе. Ваҡыт һәм арауыҡ төшөнсәләре бик боронғо төшөнсәләр. Мин был бәләкәй генә күҙәтеүемдә ваҡытты философик төшөнсә булараҡ аңлатырға йыйынмайым. Быға минең белемем дә етмәй.

Студент йылдарында "Нимә ул донъя, арауыҡ һәм ваҡыт?" тигән һорауҙар менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып, соҡона башланым. Университетта беҙҙе уҡытҡан бер философ минең китапханала оҙаҡ ултырып, күп уҡыуымды күҙәтеп, "Нимәне аңларға тырышып улай күп уҡыйһың?" тип һорашҡас, үҙемде уйланырға мәжбүр иткән баяғы теманы атаным. Философ миңә оҙаҡ ҡына һынсыл ҡарап торғандан һуң: "Егет, ул темаға күптәр инеп киткәйне, тик кире сыға алманылар. Был тема күптәрҙе харап итте. Һаҡ бул!" - тип мине киҫәтеп ҡуйҙы. Аҙаҡ был философ уҡытыусы мине иҫкәртһә лә, үҙен һаҡлай алманы. Баяғы мине ҡурҡытҡан ергә инеп китеп, сыға алмай, хәстәханаға эләгеп харап булды, бахырың.
Ысынлап та, бик ауыр һәм фундаменталь тема. Бөтә донъяға билдәле ғалимдар әле булһа был тема өҫтөндә баш вата. Мине, ғөмүмән, философияның "арауыҡ", "ваҡыт", "донъя" төшөнсәләренән бигерәк, "Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ шул нәмәләр тураһында уйландымы икән, әгәр уйланһалар, уларҙы нисегерәк күҙ алдына килтерҙеләр, аңланылар икән?" тигән һорау ҡыҙыҡһындыра ине. Ә был юҫыҡта уларҙы философиянан бигерәк этнография фәне өйрәнә. Һәм этнограф булараҡ, был теманы ярайһы уҡ асыҡлай алғандаймын. Бына шул үҙем асыҡлай алған тиклеменең телебеҙгә ҡағылышлы бер бәләкәй генә өлөшөн уҡыусыларға тәҡдим итергә булдым. Сөнки был башҡорт теленең хәҙерге хәле, торошо менән туранан - тура бәйле.
Беҙҙең күптәребеҙ магазиндарҙың йәки башҡа ниндәйҙер ойошмаларҙың ишегенә, стенаһына "Тәүлек әйләнәһенә эшләй", тип яҙылған алтаҡталарҙы уҡығаны ла, күргәне лә бар. Тик бик һирәктәр генә: "Ә тәүлек әйләнәме ни?" - тип уйланалыр. Урыҫ теле өсөн "Круглые сутки", "Круглый год" тигән һүҙбәйләнеш дөрөҫ. Сөнки уларҙа ваҡыт цикл барлыҡҡа килтерә, ә башҡортта ваҡыт һуҙыла һәм шуға күрә төрлө ойошмаларҙың ишегенә, стенаһына урыҫса "Круглые сутки" тигән яҙыу эргәһенә башҡортса "Тәүлек буйына" тип яҙыу дөрөҫ булалыр. Башҡорт теле ҡанундарына "ваҡыт әйләнә" тигән төшөнсә ят нәмә. Беҙҙең үҙебеҙҙең телебеҙҙә Ислам менән бергә килеп ингән "ваҡыт" һүҙенә тиклем "саҡ" тигән термин булған. Был һүҙ төрлө фонетик варианттарҙа бөтә төрки телдәрендә лә бар. Йәғни, ваҡытты аңлатҡан "саҡ" һүҙе беҙҙең төп үҙ һүҙебеҙ. Был һүҙ телебеҙҙә әле лә әүҙем ҡулланыла. Мәҫәлән, бала саҡ, теге саҡ.
Телсе ғалимдар урыҫтың ваҡытты аңлатҡан "время" тигән һүҙенең тамырында "вращаться", йәғни "әйләнеү" тигән мәғәнә ятҡанлығын күптән асыҡлағандар. Ғалимдар шулай уҡ был "время" һүҙенең "веретено" (орсоҡ) һүҙе менән бер тамырлы икәнен дә билдәләп ҡуйған.
Ғалимдар төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтендә ваҡыт йә цикл (әйләнеү), йәиһә һуҙым (линия) булараҡ формалашҡан, тиҙәр. Донъялағы эреле-ваҡлы халыҡтар һәр ҡайһыһы ваҡытты йәшәгән тәбиғәтенән һәм шуға бәйле хужалыҡ итеү ысулынан, йәғни үҙенең тормош тәжрибәһенән сығып, үҙенсә аңлай һәм был халыҡтың мәҙәниәтендә (телендә, фольклорында, этнографияһында һ.б.) үҙ сағылышын таба. Урыҫтарҙың ата-бабаларының йәшәү шарттары, хужалыҡ итеү ысулдары ваҡытты цикл мәғәнәһендә формалаштырһа, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үҙ тормош тәжрибәһенән сығып, ваҡытты һуҙым мәғәнәһендә аңлағандар.
Шулай итеп, хәҙер үҙ туған телен ныҡлап белмәгән йәки уны белергә лә теләмәгән быуын формалашып килә. Баяғы алтаҡталарҙағы "тәүлек әйләнәһенә" тигән яҙыуҙар (туранан-тура калька-тәржемәләр) телде белмәүҙең касафатылыр, тип уйлайым. Беҙгә телебеҙҙең үҙенсәлектәренә һаҡсыл булырға, уларға ихтирам менән ҡарарға өйрәнергә кәрәк. Сөнки улар халыҡтың тарихи үткәненең сағылышы, эҙе. Ата-бабаларыбыҙҙың беҙгә ҡалдырған иң оло мираҫылыр...

Зәкирйән ӘМИНЕВ,
этнограф.

"Киске Өфө" гәзите, №48, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.21 | Ҡаралған: 298

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru