«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДАР, БӘЙГЕГӘ!
+  - 


Башҡортостанда "Айыҡ ауыл" конкурсы башланғанға тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт та үтеп киткән. Тәүҙә ул бер нисә кешенең шәхси инициативаһы булып башланһа, хәҙер инде республика кимәленә күтәрелеп, хатта Рәсәй кимәленә лә сыға башланы - былтырғы конкурс еңеүселәрен 5-се каналдан килеп төшөрҙөләр, күптән түгел Һарытау өлкәһе айыҡлыҡ темаһы буйынса ғилми-ғәмәли онлайн конференция үткәреп, унда Башҡортостан тәжрибәһен Волга буйы федераль округына таратыу фекере лә яңғыраны.

Быйылғы конкурс сентябрҙә иғлан ителде һәм әлеге ваҡытта уның муниципаль этабы бара. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты үткәргән онлайн-конференцияла ла конкурс сиктәрендә сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауыл халҡына наркологик, психотерапевтик ярҙам күрһәтеүҙә ведомство-ара хеҙмәттәшлекте камиллаштырыу, был темаларҙы яҡтыртыуға республика һәм райондарҙың медиа ресурстарын, шул иҫәптән социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрен йәлеп итеү иғтибар үҙәгендә булды. Ойоштороу комитеты рәйесе, Республика Хөкүмәте вице-премьеры, БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тап йәмәғәт ойошмаларының халыҡ аңына үтеп инерлек яңы ысулдар, йәш быуында яңы ғәҙәттәр булдырыуын билдәләп үтте.
Ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, БДБҠ Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова конкурстың былтырғы тәжрибәләре хаҡында һөйләне һәм быйылғы айырмалыҡтар менән таныштырҙы. Мәғлүм булыуынса, былтырғы конкурста 12 еңеүсе асыҡланғайны һәм улар үҙҙәренең ауылын төҙөкләндереүгә яулаған урындарына ярашлы 2 миллиондан 5 миллион һумға тиклем аҡсалата ярҙамға лайыҡ булды. Еңеүсе 8 ауылда балалар майҙансығы, алтыһында спорт майҙансыҡтары, шул иҫәптән 3 ауылда хоккей ҡумтаһы, береһендә баскетбол майҙансығы төҙөлөргә, бынан тыш, ял парктары төҙөкләндерелергә, урамдарға ут үткәрелергә, юлдарға асфальт түшәлергә һәм башҡа эштәр башҡарылырға тейеш. Былтыр конкурстың муниципаль этабында ике меңдән ашыу ауыл ҡатнашһа, быйыл 1537 ғариза ғына бирелгән. Быны тажзәхмәт сиренә бәйле эпидемиологик хәл менән дә аңлатырға мөмкин. Һәр йылдағыса, Баймаҡ районы ҡатнашыусы ауылдар һаны буйынса алдынғылыҡты бирмәй - уларҙан 89 ауыл үҙ көсөн һынай. Ҡалтасы (былтыр - 26, быйыл - 75), Ауырғазы (42 - 73), Дәүләкән (45 - 73), Стәрлетамаҡ (55 - 67) райондары ла әүҙемләшкән. Шулай уҡ Архангел, Благовещен, Иглин, Көйөргәҙе, Мәсетле, Тәтешле, Өфө, Яңауыл райондарынан да ауылдар һаны артҡан, Благовар, Кушнаренко райондарынан - етешәр, Бишбүләк, Йылайыр райондарынан - дүртәр ғариза булған. Башҡа райондарҙан ҡатнашыусылар һаны 11 һәм унан күберәк, 11 райондан - һәр ауыл советынан берәр ҡатнашыусы.
Онлайн-конференцияла Эльвира Айытҡолова конкурста ҡатнашыусыларға ниндәй методик һәм практик ярҙам ойошторолоуы тураһында ентекләп аңлатты. Мәҫәлән, былтырғы кеүек үк быйыл да республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан райондарға халыҡты эшкә урынлаштырыу һәм уларға һөнәри белем биреү мәсьәләләре буйынса онлайн консультациялар уҙғарылған. Октябрь һуңында ике көн буйына ғаиләләге низағтарҙы иҫкәртеү һәм хәл итеү, ғаиләлә көс ҡулланыуға юл ҡуймау, айырылышыу проблемалары буйынса тура бәйләнеш үткән. Әммә шылтыратыусылар бик аҙ булған. Әйткәндәй, былтыр ҙа бындай саралар ваҡытында шундай битарафлыҡ күҙәтелгән. "Бының сәбәбе - халыҡ шундай консультациялар, ярҙам хеҙмәте булыуы тураһында хәбәрҙар түгел, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы. - Ишеткәне лә шылтыратырға йөрьәт итмәй. Бында халыҡ менән эшләү зарур".
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 1-се Республика наркология диспансерының баш табибы Руслан Арыҫланов ауыл халҡына наркологик ярҙам күрһәтеүҙә ведомство-ара бәйләнеште камиллаштырыу тураһында сығыш яһаны. Бөгөн барлыҡ ҡылынған енәйәттәрҙең - 70, юл-транспорт фажиғәләренең 60 проценты алкоголь ҡулланыу һөҙөмтәһе, тип белдерҙе ул. Быйыл 33 муниципаль районда алкоголизм, психоздар беренсе тапҡыр асыҡланған сирлеләр теркәлгән, шул уҡ ваҡытта "Айыҡ ауыл" конкурсында тотош районы менән ҡатнашҡан төбәктәрҙә бындай хәл күҙәтелмәгән.
Алкоголь ҡулланыу - ул үҙеңдең генә тормошоңдо боҙоу түгел, ғәмәлдә ғаиләлә тыныслыҡ бөтә, ололар ғына түгел, хатта балалар ҙа тынысһыҙға әйләнә, нервылар ҡаҡшай һ.б. Бындай осраҡта ла белгестәр ярҙамы ҙур роль уйнай. Халыҡты психотерапевтик ярҙам менән тәьмин итеү мөмкинлектәре, ярҙам маршруты менән Республика клиник психотерапевтик үҙәге (РКПЦ) етәксеһе Илгиз Тимербулатов таныштырҙы. Бөгөн республикала был йәһәттән өс кимәлле ярҙам күрһәтелә: тәүҙә район үҙәк дауаханаларындағы кабинеттарҙа, һуңынан амбулаторияларҙа, өсөнсө кимәлдә инде РКПЦ-ла. Һәр район медицина округтарына беркетелгән һәм мәғлүмәттәрҙе учреждение сайтында ла табырға мөмкин. Шулай уҡ сайтта табиптарҙың онлайн консультацияһын алырға була. Был хеҙмәттәр барыһы ла бушлай, әгәр кеше аноним булып ҡалырға теләһә - хеҙмәт түләүле.
Онлайн-конференция Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусылар өсөн ижади флешмоб иғлан итте - унда барлыҡ ижади фантазияны эшкә ҡушырға һәм барлыҡ алымдарҙы ҡулланырға мөмкин, әммә төп маҡсат бер булырға тейеш: халыҡта сәләмәт тормош рәүешен формалаштырыу, алкоголизмды профилактикалау. Эйе, тап профилактикалау, сөнки БДБҠ Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева белдереүенсә, барлыҡ эшмәкәрлек, конкурстар һәм башҡа саралар алкоголизмдың беренсел диагнозын асыҡлауға түгел, ә уны алдан иҫкәртеүгә, булдырмауға йүнәлтелгән. Был инде алкоголь ҡулланыуҙы сикләү түгел, ә уны бөтөнләй ҡулланмау тигәнде аңлата, республикала уның хоҡуҡи нигеҙе ҡануниәт менән дә нығытылған.
Әйткәндәй, ауылдарҙа, айырым муниципалитеттарҙа алкоголь һатыуҙы бөтөнләй тыйыу мөмкинме? Быға нисек өлгәшергә? Ошо һәм башҡа һорауҙарығыҙҙы 1 декабрҙә ауылдарҙа ойоштороласаҡ бушлай юридик консультацияларҙа бирә һәм асыҡлай алаһығыҙ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.21 | Ҡаралған: 340

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru