«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАҠ АРТЫНАН ХАҠ САБА
+  - 

Һәр көн иртән тороуға беҙҙе ике яҡ яурынға ҡунаҡлаған ике хәбәр ҡаршылай: коронавирус һәм ... хаҡтар. Тажзәхмәт, ярай, стихиялы бәлә һәм уға ҡаршы, шөкөр, көрәш саралары, дарыуҙар бар, яҡшымы-юҡмы, уның менән идара итергә өйрәнделәр. Ә бына хаҡтар тамам идараны юғалтып, рулевойһыҙ ҡалған һәм ағым ыңғайына йөҙөүсе карапты хәтерләтә башланы түгелме?

Аҙыҡ-түлектең бар төрҙәренә, шул иҫәптән, көндәлек ихтыяждағы ярма, макарон изделиелары, он, икмәк ризыҡтары ғына ла кәмендә 10-20 процентҡа артты. Үҙебеҙҙә етештерелгән һөт, ит ризыҡтары, йәшелсәгә хаҡтарҙың күтәрелеүен дә өнһөҙ генә "йотто" ҡулланыусы. Быларҙан тыш, хужалыҡ-төҙөлөш материалдары, яғыулыҡ, коммуналь хеҙмәттәр хаҡтары ла әсе ҡамыр төҫлө ҡабара ғына. Асыҡланыуынса, былар ҙа сик түгел икән әле, марафон дауам итә. Яңы йыл "тоғонда" күстәнәстәр мул әле: йыл ахырына тиклем ҡалған бер ай эсендә тағы ла электроника, көнкүреш техникаһы, автомобиль кеүек категория тауарҙарына ла сират килеп етәсәк, ти эксперттар. Өҫ һәм аяҡ кейемдәренә лә, мәхрүм тороп ҡалмаһын, типтер инде, 3-5 процент булһа ла артығыраҡ хаҡтар һуғып сығыласаҡ. Күрәһең, Яңы йылда - яңы хаҡтар тигән лозунг менән эш итәлер сауҙа ойошмалары һәм тауар етештереүселәр.
Тағын нимәләр "өҫтәмәһеҙ" тороп ҡалды? Ә-ә-ә, ашар ризыҡтарын онотоп, көнө-төнө гаджетта ултырыусыларға ла сәләм бар: интернет-хеҙмәттәр һәм телевидение өсөн кәмендә 10 процент хаҡ өҫтәләсәк, тип хәбәр итә TelecomDaily аналитиктары. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыу шыма ғына үтеп киткән хәлдә лә, интернет һәм бәйләнеш хеҙмәттәре өсөн өҫтәмәләр һиҙелмәй ҡалмаҫ: бөтөн донъя бөгөн ашамай-йоҡламай тиерлек интернетта, виртуаль донъяла йәшәй. Хәйер, кемдер әйтмешләй, был да тауыш-тынһыҙ ғына үтеп китер, моғайын. Һәр хәлдә, аҡса йәлләп, бер кем дә интернетһыҙ ултырып ҡалырға теләмәҫ, шәйт. Ни өсөн тигәндә, интернетҡа 10 процент өҫтәмәне һумдарға күсергәндә, 200 самаһы тәшкил итер, ти Telecom аналитиктары һәм улар интернет-ҡулланыусының ваҡланып тормаҫына өмөт итә.
Ләкин РФ Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт белдереүенсә, интернет һәм телевидение тарифтарын арттырыуға сәбәптәр юҡ. Тик бына интернет-провайдерҙар бер ҙә бирешерҙән түгел. Улар "Яровая законы"на ышыҡланып, клиенттар мәғлүмәттәрен ярты йыл буйы һаҡлауҙың сығымдар талап итеүенә һылтана. Өҫтәүенә, ҡорамалдарға, электр энергияһына, коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар артыуҙың уларҙы ла ситләтеп үтмәүен дәлилләй. Эйе, эт саба, тип, бет саба, тиҙәр бит тап бына ошондай осраҡта. Монополияға ҡаршы хеҙмәт фекере бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай, сөнки "сылбыр принцибы" эшкә ҡушылған, һәм ул ниндәйҙер административ сараларға буйһоноу сиген үткән. Бая телгә алынған рулевойһыҙ карап һымаҡ...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.12.21 | Ҡаралған: 249

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru