«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФӘҠИРЛЕКТЕ НИСЕК ЕҢЕРГӘ?
+  - 

Был һорау өҫтөндә баш ватыуҙар дауам итә. Һөйөнөргәме, көйөнөргәме: Рәсәйҙә быйылғы йылдан алып артабанғы өс йыл эсендә фәҡирлек кимәле йылдам темптар менән кәмейәсәк, имеш һәм 2023 йылға ул 10,1 процент тәшкил итәсәк!

Юҡ, яңылыш ишетмәнегеҙ: Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы яңы уйын, уй, ғәфү итегеҙ, яңы ысул уйлап тапҡан, ти. Фәҡирҙәр һанын кәметә торған. Юууҡ, ярлылар тормошонда бер ни ҙә үҙгәрмәйәсәк, ә бәлки, улар һаны, киреһенсә, арта ғына төшөр - быныһы мөһим түгел әлеге яңылыҡты уйлап сығарыусы чиновниктар өсөн. Нимә мөһимме? Илдә фәҡирлек кимәлен кәметеү буйынса көрәш тураһында РФ президентына отчет тотоу мөһим. Юғиһә, шул 20 млн фәҡир йылдан-йыл күҙгә төшкән сүп кеүек йонсота бит уларҙы, быға сик ҡуйыу кәрәк, юғиһә, алдағы көндәрҙә, һәр хәлдә Яңы йылға тиклем, ил етәксеһенең сираттағы матбуғат конференцияһы менән бәйле кемдәргәлер ҡыҙарып-бүртенергә, ә кемдәргәлер йылы урындары менән хушлашырға тура килмәгәйе...
Хәтерләһәгеҙ, Владимир Путин былтырғы матбуғат конференцияһында фәҡирлек сигендә йәшәүсе рәсәйҙәр һанын 2030 йылға тиклем ике тапҡырға кәметеү бурысын ҡатмарлы, ләкин реаль эш, тигәйне. Беҙҙең чиновниктар быны үҙҙәренсә аңланы, ахыры, һәм тиҙерәк рапорт бирергә ашыҡты. Һөҙөмтәлә фәҡирлек сигендә көн күреүселәр һанын иҫәпләүҙең яңы формулаһын уйлап тапты бер "алтын" башлыһы. Граждандарҙың тормош хәлен асыҡлау механизмы хәҙер элеккесә йәшәү минимумын файҙаланып түгел, ә "фәҡирлек сиге" күрһәткесе менән билдәләнәсәк. Ошоға тиклем минималь эш хаҡы менән йәшәү минимумы ҡулланыу кәрзиненә ҡарап, аҙыҡ-түлек хаҡына нигеҙләнә ине, хәҙер иһә 1 ғинуарҙан был күрһәткес йән башына медиан (йәғни, ябай тел менән әйткәндә, уртаса) килем менән медиан эш хаҡынан сығып хисапланасаҡ. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы аңлатмаһы буйынса, яңы формула индереү фәҡирлек кимәленең ошоға тиклемге, бөгөнгө һәм киләсәкке күрһәткестәрен сағыштырып ҡарау һәм инфляцияның фәҡирлеккә йоғонтоһон иҫәпкә алып барыу мөмкинлеген бирәсәк икән.
Тик шуныһы аңлашылмай, бынан фәҡирҙәргә ниндәй еңеллек? Ҡайһы бер аналитиктар фекеренсә, яңы күрһәткес "илдәге реаль иҡтисади картинаны" күрергә ярҙам итәсәк, йәнәһе. Иҡтисад хәлен "күрер өсөн" башҡа төрлө "тәҙрәләр" юҡтыр, күрәһең: һаман да халыҡ кеҫәһен ҡапшау кәрәк.
Эксперттар араһында башҡасараҡ фекер йөрөтөүселәр ҙә бар. Иҡтисад фәндәре докторы, билдәле аналитик, "Глобалләшеү проблемалары иституты" етәксеһе, бөгөнгө көндә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Михаил Делягин фекеренсә, был сара фәҡирҙәр һанын тағы ла арттырасаҡ ҡына һәм уларҙы барлы-юҡлы пособиеларынан мәхрүм итәсәк, сөнки әлеге яңы формула буйынса аҙ килемле граждандарҙың күпселеге "хәллеләр" иҫәбенә инеп китәсәк. Рәсәй Хеҙмәт министрлығының был идеяһы яңы ысул нигеҙенә минималь ҡулланыу продукттары йыйылмаһын түгел, ә дөйөм инфляция кимәлен һаласаҡ.
Шул арала аң-тоң иткәнсе, Рәсәй Хөкүмәте илдә фәҡирлек кимәлен иҫәпләүҙең яңы тәртибен раҫлап та ҡуйҙы. "Хөкүмәт иҫәп формулаһын үҙгәртеп, фәҡирлекте ҡағыҙҙа еңергә йыйына", - тип яҙа был турала "Московский комсомолец.ru". Шуныһы ҡыҙыҡ: пособиелар тәғәйенләүҙә иҫкесә иҫәп - йәшәү минимумы һаҡланасаҡ, тип ышандыра Хеҙмәт министрлығы. Шулай булғас, ниңә башты ҡатыралар? Йәнәһе, статистика өсөн... Шул уҡ ваҡытта рәсми статистика шундай: Юғары иҡтисад мәктәбенең Граждандар йәмғиәте тикшеренеүҙәре үҙәге мәғлүмәттәре буйынса рәсәйҙәрҙең 69 проценты матди ауырлыҡтар тотҡононда йәшәй; һорау алынған 39 процент кеше ғаилә килемен төп ихтыяждары өсөн дә еткерә алмауына зарлана... Бындай яңғырауыҡлы социаль сара тураһында Дәүләт Думаһының "Ғәҙел Рәсәй - Хәҡиҡәт өсөн" фракцияһы ла үҙ фекерен белдермәйенсә ситтә тороп ҡалманы, әлбиттә. Уның етәксеһе Сергей Миронов фекеренсә, Хеҙмәт министрлығының яңы формулаһы илдәге фәҡирлектең ысын кимәлен күрһәтмәйәсәк. "Беренсенән, реаль инфляция һәр саҡ рәсми мәғлүмәттәгенән күберәк; икенсенән, аҙыҡ-түлек, халыҡ ҡулланыу тауарҙары һәм хеҙмәттәр күрһәтеүгә хаҡтар йылдамыраҡ арта. Был, тимәк, килемдәренең яртыһын аҙыҡ-түлеккә тотоноуға мәжбүр булғандар өсөн хаҡтарҙың тиҙерәк артыуын аңлата, - тине ул.- Өсөнсөнән, йәшәү минимумы һәм минималь эш хаҡы күләме күп тапҡырға кәметелгән. Ике-өс бүлмәле фатирҙарҙа коммуналь хеҙмәттәр хаҡы 7-8 меңгә барып баҫа икән, 12-13 мең аҡсаға нисек йәшәмәк кәрәк? Йәшәү минимумы кимәленең иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән кимәле бөгөн - 35 мең булһа, МРОТ - 65 мең". Үәт!

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.12.21 | Ҡаралған: 487

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru