«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ДӘ СИРЛӘНЕМ...
+  - 

Күптәребеҙ инде заман афәтенә әүерелгән тажзәхмәт сирен һаман да ҡайҙалыр ситтә йөрөй, миңә ҡағылмай тип ҡабул итә.

Беҙ ҙә шулай тип уйлай инек. Беренсе тапҡыр ҡышҡыһын ауырыныҡ, көслө йүтәл менән интектек. Әммә уны һалҡын алдырыуҙыр тип уйлап, табиптарға мөрәжәғәт итмәнек. Йүтәлдән тыш тажзәхмәттең башҡа билдәләре тойолманы. Икенсе тапҡыр көҙ уртаһында ауырырға тура килде. Тәүге көндө кис температура бер аҙ күтәрелде - 37,5 ине. Башҡа билдәләр тойолмағас, иртән температураны үлсәп тормай, эшкә киттем, шулай ҙа температура барлығын тоя инем. Эшкә ингәндә электрон термометр менән температураны үлсәп индерҙеләр - барыһы ла ал да гөл. Сәғәт 10-дар тирәһендә ҡапыл хәлем бөттө лә ҡуйҙы, хатта компьютерҙың клавиатура төймәһенә баҫырға ҡулымды ла күтәрә алмайым. Саҡ һөйрәлеп поликлиникаға барып еттем, ярай әле уныһы эргәлә. Ингән ваҡытта тағы ла температура үлсәнеләр - температура юҡ. Ә мин үҙем температурам барлығын тоям - эстән янам, хатта күҙ алдары ҡараңғылана. Табип бүлмәһендә лә электрон термометр температураны күрһәтмәне. Ғәҙәти, терегөмөшлө термометр таптырып, ҡабаттан үлсәттем - 37,8.
Табип нисек сирләй башлағанымды ентекле һорашып, анализ алып, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асып, ҡайтарып ебәрҙе. Икенсе көн бөтөнләй тора алмай яттым. Температура 39 һәм унан да юғары. Хәл бөтөнләй юҡ. Әйтерһең дә, ниндәйҙер икенсе үлсәмдәһең: бер нәмә лә тоймайһың, бер нәмә лә кәрәкмәй - бары тик ятаһың, хатта күҙеңде лә асып ҡарай алмайһың.
Ике көндән анализ һөҙөмтәләре килде. Ыңғай. Был ваҡытҡа ауырыу билдәләре ҡул менән һыпырып алған кеүек юҡҡа сыҡҡайны инде, әммә температура 37,2 - 37,8 кимәлендә ҡала бирҙе. Күҙ ҙә аса алмаған ваҡыт менән сағыштырғанда, хәл дә инде. Әммә ғаилә ағзаларым сирләп китте. Ҡыҙымдың температураһы булманы, әммә ныҡ йүткерҙе һәм ҡоҫто. Улымдың йүтәле лә, тымауы ла юҡ, бары тик температураһы 39,8-гә күтәрелеп, ут кеүек янып, хәлһеҙ тик ятты. Тормош иптәшемдә барлыҡ билдәләр ҙә булды. Уларға табип саҡырттым, килеп анализ алдылар. Әйткәндәй, интернет селтәрендә яҙғандарынса, ҡабатлап та саҡыртманым, 3 көн дә көтмәнек - шул көндә үк килделәр.
Дүртенсе көнгә минең аяҡтарым һыҙлай башланы, бигерәк тә төнөн уларҙы ҡайҙа ҡуйырға белеп булмай. Улым да шулай интекте, хатта төндә тороп, иҙәнгә төшөп, тыпырсынып-тыпырсынып иланы. Иремдең бөтөн тәне һыҙланы. Анализдар килгәс, бары улымдың ғына ковид менән сирләүе раҫланды.
Ике аҙнанан компьютер томографияһы үттем. Тыным ҡыҫылмаһа ла, бер нимә лә борсомаһа ла, үпкәм 20 процентҡа зарарланғайны. Тағы ла ике аҙнанан ҡабат анализ тапшырҙым - ыңғай анализ килде. Ике көндән һуң тағы анализ бирҙем. Был юлы инде ковид раҫланманы.
Хәҙер барыһы ла артта ҡалған һымаҡ булһа ла, тиҙ генә арыйым, фатирға күтәрелгәнсе ҡаттар араһында туҡтап-туҡтап хәл йыйып алам. Үҙ башыңдан кисермәй тороп, сирҙең нимә икәнен белмәйһең икән. Ә ул - мәкерле, уның тураһында яҙып ҡына аңлатып булмай, әммә башҡаларға кисерергә яҙмаһын. Һаулығыбыҙ өсөн үҙебеҙ яуаплы, һаулығыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Унан башҡа бер ниндәй байлыҡ та кәрәк түгел.

Наҙгөл МОРАТОВА.
Өфө ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №49, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.12.21 | Ҡаралған: 630

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru