«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫҘ ТУЛТЫРЫП ҺӨЙЛӘШЕҮГӘ НИ ЕТӘ!
+  - 


Студент йылдарында, үҙем табип һөнәренә уҡып йөрөүемә ҡарамаҫтан, республикабыҙҙың башҡа райондарынан килгән һабаҡташтарым, таныштарымдың теленә, айырыуса, уларҙың башҡортса һөйләшеүенә ныҡ иғтибар итә торғайным. Дөрөҫөн генә әйтергә кәрәк, минең баймаҡтарса "Иң таҙа башҡорт теле - беҙҙә" тигән инаныуҙараҡ булған осором ине. Һәр хәлдә, төрлө яҡтан йыйылған башҡорттарҙың төрлөсә һөйләшеүен ишетеү миңә ифрат та ҡыҙыҡлы булды.

Ҡайһы бер таныштарымдың: "Нишләп һеҙ - баймаҡтар, хәйбуллалар "аҡса", "райцентр", "Аҡъяр", "Баймаҡ" һымаҡ һүҙҙәрҙең "а" өнөнә артыҡ баҫым яһап, ауыҙығыҙҙы ҙур асып, хәтәр ҡаты итеп һөйләшәһегеҙ ул?" - тиеүҙәренә ғәжәпләнә торғайным. Башҡаса нисек итеп әйтәһең инде уны? Ҡалай ғына итеп әйтһәң дә, "а" - "а" була инде ул… Һуңғараҡ ҡына аңғарып ҡалдым: күптәр был һүҙҙәрҙе "оҡса", "ройцентр", "Оҡъяр", "Боймаҡ" һымағыраҡ итеп, бер аҙ йомшағыраҡ әйтә икән. Үҙем дә "тәзәл" генә булғанмындыр инде, һис кенә лә бирешергә иҫәп юҡ. "Ә һеҙ, мәсетлеләр, нишләп сынаяҡ аҫтын "жәйпәк", ә әсәйҙе "инәй" тиһегеҙ, ә һеҙ, учалылар, ни өсөн "йышам" тиер урынға "шышам" тип әйтәһегеҙ, ә һеҙ, әбйәлилдәр, нишләп картуфты "кәртүк", ҡоҙоҡто - "ҡотоҡ", ә олатайҙы - "апа" тип һөйләшәһегеҙ?"- тигән һымағыраҡ ҡаршы һорауҙарым да үҙемдең һәр саҡ "кеҫәмдә" йөрөй торғайны.
Бынан тыш, "атайҙар", "әсәйҙәр", "ағайҙар" тип әҙәби телдә яҙыуыма ҡарамаҫтан, һөйләшкәндә "атайлар", "әсәйләр", "ағайлар" тип тә ғәҙәтләнгәнмен. Беҙҙең тирәләге барса ауыл кешеләре шулай һөйләшә. "Асҡар" яғынан булған бәғзе дуҫтарымдың "Ништәп улайтып татарса һөйҙәшәң?" тип миңә иҫкәрмә биреүселәре лә булманы түгел. Әммә бала саҡтан килгән һөйләш шулай бит инде. Әлшәйҙәрҙең дә "ҫимеҙ ҫыйыр", "ҫигеҙ ҫарыҡ", "ҫыу буйындағы ҫуғанға ҫыу ҫип" тигән һымаҡ һүҙҙәрен иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай, тикшереп алабыҙ… Беҙҙең Баймаҡ яғында ла ҡайһы берҙә "һ" өнөн "ҫ"ға үҙгәртеп әйтәләр ул, тик берәй сифатты ("ҫап-ҫаҫыҡ", "ҫип-ҫимеҙ" һымағыраҡ итеп) көсәйтеп ебәрер өсөн генә. Йә булмаһа, саманан тыш әкрен атлаған атты: "Ней бер, ҫыйыр ҡошап, ығышланып бараһың", - тип ҡыуалар.
Миәкә районынан булған бер танышымдың "хәшәрәт тәмле" йә "хәшәрәт матур" тигән һүҙҙәренән дә ҡыҙыҡ табып көләм. "Беҙҙә "хәшәрәт" һүҙен икенсе мәғәнәлә ҡулланалар", тип үҙемсә аңлатырға маташам. Танышымдың да теле әсе генә: "Хәлил, һин үҙең дә ҡалай ҡыҙыҡ һөйләшәң ул!" - тип шаярта, "ҡалай" һүҙенә айырыуса баҫым яһап. "Ҡайһылай"ҙы башҡасараҡ итеп әйтеүемде эләктереп ала һалып, шул һүҙем менән эләкләп, үҙемә "төрткөләй" башлай… Унан икәүләшеп көлөшәбеҙ. Беҙгә ифрат ҡыҙыҡ! Бәхәсләшеү хаҡында хатта уйыбыҙға ла инеп сыҡмай.
Ейәнсура, Күгәрсен яҡтарының "һеңлем"де "һылыуым" тип һөйләшеүе ни өсөндөр шунда уҡ күңелемә ятты. Хатта, уларҙан күрмәксе, йәш ҡыҙҙарға мөрәжәғәт иткәндә "һылыу" тип өндәшеүҙе үҙемә ғәҙәт итеп алдым. Ә беҙҙең Баймаҡ яғында үҙенән йәшерәк ҡатын-ҡыҙға "ҡарындаш" тип өндәшәләр. Был һүҙҙең тамырына төшә башлаһаң, "ҡасандыр был ҡыҙ һинең менән бер ҡарында ятҡан" һымағыраҡ күҙ алдына килә. Шуғамылыр, "ҡарындаш"ты әллә ни ҡулланырға тырышмайым. Күп кенә райондарыбыҙҙа "хәтәр" (ғәрәпсәнән урыҫ теленә - "опасность" тип тәржемәләнә) һүҙен дә "Бик хәтәр эш менән булышаһың бит", тип, кемделер киҫәтеү һымағыраҡ ҡулланыуҙарҙан тыш, йыш ҡына уның ярҙамында ниндәйҙер берәй сифатты көсәйтеп: "Хәтәр сибәр", "хәтәр аҡыллы", "хәтәр уҫал", - тип әйтәләр.
Бала сағымда ниндәйҙер бер китапта "уфтаныу" һүҙен "уфырыу" тип яҙғандарын уҡығаным иҫемдә (авторын хәтерләмәйем). Нимәгәлер ҡайғырып, ауыр көрһөнгән ҡартын: "Атаһы, нишләп улай ныҡ уфыраһың? Ҡайғырма…" - тип йыуатҡан әбейҙең һүҙҙәрен уҡып, Ринат исемле дуҫым менән рәхәтләнеп көлөшөп алғайныҡ. Шаян ғына был дуҫыма өлкән синыфтарҙа уҡыған Мәҙинә апаһы "Уфтаныу" тип аңларға кәрәк был һүҙҙе", тип төшөндөрөп маташа. Ә Ринат һаман: "Юҡ, мына бит, китапта "уфырма" тип яҙылған", - тип, тағы ла нығыраҡ, һыны ҡатып көлгәне хәтеремдә. Тимәк, ҡайһылыр районда ана шулай һөйләшкән милләттәштәребеҙ ҙә бар, тип уйлайым хәҙер.
Бына шулай халҡыбыҙҙың һөйләшеүҙәре хаҡында йыш ҡына сурытып алырға яратам. Әҙәби телебеҙгә оҡшап та етмәгән һымаҡ бындай һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, шулай ҙа телебеҙҙе тик матурлай ғына, тип һанайым. Ниндәй генә районда булырға тура килһә лә, урындағы халыҡтың шундай матур, ябай итеп һөйләшеүен ишетеп, үҙемде ғәйәт тәмле берәй деликатес ашағандай тойоп кинәнәм. Берәй уңайын таба һалып, ауыл кешеләре менән бай телебеҙҙең гүзәл үҙенсәлектәре хаҡында, беҙҙең яҡта әйтмешләй, "ауыҙ тултырып" гәпләшеп алырға яратам. Бик күп диалекттарҙы хәтерләп тә ҡалам. Баштараҡ үҙем "Саф башҡорт теле - беҙҙең районда ғына" тип һанауыма ҡарамаҫтан, хәҙер ошондай уҡ позицияны тотҡан яҡташтарым хаҡлы түгелдер тип һанайым. Һәр райондың, һәр ҡасабаның үҙенә күрә һөйләшеү нескәлектәре булыуы - тәбиғи. Был - телебеҙҙең ифрат та бай икәнен күрһәтә, тигән инаныуҙамын.
Кешене берәй хайуанға, ҡошҡа, хатта бөжәктәргә, йә булмаһа, берәй тере булмаған предметҡа ла оҡшатып, уларҙың атамаһын ҡушып һөйләшеүҙәр телебеҙҙә киң таралған. Берәй һорау биреп, артыҡ маҙаһыҙлай башлаған кешене һөлөк йә ыҫмалаға оҡшатыу, тиҙ генә илап бара торған берәүҙе серәкәйгә йә серек йомортҡа менән тиңләү, һуғышырға йәтеш кешене - әтәскә, ҡурҡаҡ кешене - ҡуянға, маҡтансыҡты - күркәгә, көслө кешене айыуға оҡшатыуҙарҙы күптәрҙең ишеткәне барҙыр Әҙәм балаһының тәнендә бер ниндәй ҙә һайғау булмауына ҡарамаҫтан, беҙҙең яҡ ауылдарында бәғзе берәү хаҡында "һайғауы һирәк" тигән бер һүҙбәйләнеште йыш ҡулланалар. "Башҡортса-урыҫса һүҙлек"тә был, нишләптер, "Не смыслить, не понимать" тип тәржемәләнгән. Ә беҙҙә уны, киреһенсә, берәй хәбәрҙе ярты һүҙҙән аңғарып, тиҙ генә эләктереп алған зирәк кешегә ҡарата "уның һайғауы һирәк", тип әйтәләр. Мәҫәлән, яҡында башҡа милләт кешеһе бар икән, башҡортса аңламай тип уйлап, уның хаҡында ниҙер әйтә башлаған кешегә: "Был ағайҙың һайғауы һирәк. Ипләберәк һөйлә…" - тип аңғартып ҡуялар. "Башҡортса аңлай ул, һағыраҡ бул", йәнәһе. Йә берәй бәләкәй бала алдында эс серен сисә башлаған осраҡта ла шулай тип иҫкәртәләр.
Бушҡа ғына үпкәләй һалып барыусы, үсексән кеше хаҡында ла "тәртәһе серек" йә иһә "ерек тәртәле кеше", йә булмаһа, "һеркәһе һыу күтәрмәй" тип әйтәләр. Элек ҡараған спектаклдәрҙең береһендә ("Ҡыҙ урлау"ҙа булһа кәрәк) янғын һүндереүсе булып эшләгән Мотойғулла үҙен "әллә кемгә ҡуйған" бер тәкәббер кеше хаҡында: "Һай-һай, был әҙәмдең каланчаһы бик юғары икән!.." - тигәне лә хәтеремдә. Беҙ бала саҡта әсәйем беҙҙең ойоҡтарыбыҙҙы ямай-ямай: "Һай, "төрән аяҡ" малайҙар",- тип көлә торғайны ("төрән" - лемех). Кейем-һалым наҡыҫыраҡ булған шул замандарҙа ойоҡтарыбыҙ ҙа бик тиҙ тишелгән булғандыр инде...
Кешенең ниндәйҙер ыңғай йә кире һыҙатын, берәй ағзаһын төрлөсә һүрәтләү, нимәгәлер тиңләү аша күрһәтеү ҙә бар. Ябай ғына берәй эште лә етешле атҡара алмаған, ҡулынан эш килмәгән кешене "майғул" тигәндәрен ишеткеләй торғайным. Физик эшкә әүәҫ, йылдам, тырыш кешене "ҡалын елкә", "ҡара тырыш", ә ялҡау кешене, нишләптер, "оҙон үңәс" тип тә әйтәләр беҙҙең яҡта.
Берәй нәмәне уйлап еткермәй әйткән кешегә "кәзә баш", "тауыҡ мейе" тигәнде йыш ҡына ҡулланалар. Хатта бәғзе берәү үҙе берәй нәмәне онотһа: "Ә-й-й, мин, кәзәбаш, онотоп торам да баһа…" - тип үҙен шелтәләгәнен дә ишеткәнем бар. Берәй нәмәгә яңылыш ҡына аяғы менән баҫып ватҡан кешегә "һыйыраяҡ" тиҙәр. "Һыу мейе", "батмус ҡолаҡ", "бесәй ҡолаҡ", "кишер танау", "картуф танау", "бирән ҡорһаҡ", "көрәк ҡул", "багор бармаҡ", "ҡыл үңәс" тигән һүҙҙәрҙе лә ауылда йыш ҡуллана торғайнылар.
Эт исеме менән бәйле һүҙҙәрҙең кире мәғәнәлә булыуын беләбеҙ. Мәҫәлән, "этйығыш" әҙәм - саманан артыҡ ныҡыш кеше, "эт ашамаҫ" һүҙ - насар һүҙ, "этләшеү" - кешегә яуызлыҡ ҡылыу һ.б. "Эт менән эт булма" тигән әйтем дә бар. Әммә, "эт"те ыңғай яҡтан ҡулланған осраҡтар ҙа булғылай. Мәҫәлән, "Атыңа, ҡатыныңа ышанма - этеңә ышан", тигән әйтем бар. Беҙҙең яҡта ҡайһы бер яҡшы кешене лә эт менән сағыштыралар. Әйтәйек, йомшаҡ күңелле, алсаҡ кешене "алабай" тип әйтәләр. Был да буштан ғына килеп сыҡмағандыр, тип уйлайым. Ана шулай тип аталған дәү кәүҙәле, көслө, әммә ифрат та йыуаш тоҡомло эттәр була. Кешене лә тешләмәй. Хатта өргәндә лә абалап түгел, ә ҡалын тауышлы ир кешеләрҙең тыныс итеп һөйләшкәнен хәтерләткән, тоноҡ ҡына тауыш менән өрә ул. Һис кенә лә аҫтыртынлыҡты белмәгән ябай, эскерһеҙ "асыҡ-ярыҡ" кешеләрҙе ана шул эт менән сағыштырыуҙан килеп сыҡҡан булһа кәрәк был һүҙ.
"Алабай", тигәндәй, яҡшығамы был, насарғамы, әммә милләтебеҙ кешеләренең күптәренә тап бына шундай ябайлыҡ, эскерһеҙлек сифаттары булыуы хас. Һәр хәлдә, бәғзе ваҡыт миңә шулай тойола башлай. Айырыуса ситтән килгән башҡа милләт кешеләренә ҡарата халҡыбыҙҙың мөнәсәбәтендә сағыла бындай һыҙат. Шуға ла бөтә башҡа халыҡтар башҡорттар араһында үҙҙәрен ифрат та иркен, хатта "һыуҙағы балыҡ" һымаҡ тоя, тиһәм дә, хаталанмаҫмын. Теге йәки был сит милләт кешеһен яңылыш ҡына үпкәләтеп ҡуймайым, тигәндәй, һәр саҡ ул аңлаған телдә һөйләшеүгә күсергә лә әҙер милләттәштәребеҙ (Бәйғәмбәребеҙ өс кешенең береһе аңламаған телдә, йә ул ишетмәҫлек итеп, ҡалған икәүһенең һөйләшеүен тыйған. Ә дүрт йә унан да күберәк кеше булһа - рөхсәт иткән. Шәриғәт ҡануны буйынса ла беҙ үҙ телебеҙҙә иркенләп һөйләшергә хоҡуҡлыбыҙ, тимәксемен). Сит яҡтарҙа ла булғылағаным бар: артыҡ "алабай"ланып тормаған халыҡтар ҙа юҡ түгел. Ә милләттәштәремде мин ысын күңелдән яратам. Уларҙың йөрәккә ятып, үҙенә тартып торған ихласлығы, яғымлығы, бай, матур телле булыуы, ябайлығы өсөндөр ҙә…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.12.21 | Ҡаралған: 291

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru