«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАҘЛАР - ТАРИХ АТАҺЫ ГЕРОДОТ АРГИППЕЙҘАРЫ ВАРИҪТАРЫ (3-сө бүлек)
+  - 


Иң боронғоларҙан һаналған бөрйәндәр составында ла аптал аймағы булыуы билдәле. Боронғо булғар төркиҙәре составында ла "абдал" исемле нәҫел тармағы булған, ошо хаҡта Урта быуаттарға ҡараған Сирия сығанаҡтарында мәғлүмәт булыуын тикшеренеүсе А.Н. Баскаков иғтибарға алған. Ҡаҙаҡтарҙың Кесе Жузында йәшәгән таҙларҙың да абдал, чарги, жастабан исемле ырыу тармаҡтары була. Мангышлак ярымутрауында төркмән абдалдары йәшәй, улар ҡаҙаҡ абдалдары менән бәйләнештә була. Башҡорттарҙың таҙлар һәм бөрйән ырыуҙарына ҡараған абдалдар ҙа уларға ҡәрҙәш булып сыға. V быуатта ҡеүәтле дәүләттәре булған эфталиттар уларҙың ата-бабалары булған. Фарсы телле ҙур алан ҡәбиләләре составында ла таҙлар ырыуы була. Эфталиттар дәүләте төркөттәр тарафынан яулап алынғас, урындағы фарсы телле ҡәбиләләр төркиләшә башлай.
Этник сығышында көнсығыш фарсы субстраты булған хәлдә лә, таҙлар, бөрйәндәр кеүек, иң боронғо төрки ҡәүемдәренән була. Байтаҡ ҡына тикшеренеүселәр ошо фекерҙе раҫлаусы тарихи мәғлүмәттәр булыуы хаҡында яҙа. Мәҫәлән, Алтай халыҡтары тарихы буйынса хеҙмәттәре менән билдәле булған этнограф Л.П. Потапов алтай тастары һәм телеуттар (һун сығышлы боронғо төркиҙәр) араһында этник яҡынлыҡ булыуы хаҡында яҙа. Н.В. Екеев "Алтай этногонияһы" тигән хеҙмәтендә, этнографик ялан материалдарына таянып, "ете тас" исемле алтай сёогоның (нәҫел-һөйәгенең) таҙлар берләшмәһенең айырым бер төркөмөнән тороп ҡалыуын фаразлай. Уныңса, таҙлар боронғо уғыҙҙарҙың уң ҡанатына ингән ҡәүем булған, уларҙың онгоны (ҡошо) аҡ башлы бөркөт - таҙ, тип аталған була. Уғыҙҙарҙың заманында телес (төйәләҫ) ҡәбиләләре берләшмәһендә баш ҡәүем статусында булыу мөмкинлеге лә фаразлана. VIII быуатта уғыҙҙар көнбайышҡа табан күсеп китә, уларҙың үҙҙәренең тәү төйәгендә ҡалғандары һуңынан монголдар составына ҡушыла. Үҙәк Азияла, алтайҙарҙа телеут, теленгит этнонимын йөрөткән ҡәүемдәр күпселекте тәшкил итә.
XI-XII быуаттарҙа Азия далаларын биләп йәшәгән Дәште Ҡыпсаҡ территорияһында, ҡыпсаҡтар конфедерацияһы составында ла таҙларҙың ата-бабалары була. Ҡаҙаҡтарҙың Кесе жузында, шулай уҡ ҡырғыҙ ҡәбиләләре иҫәбендә таҙ исемле этник төркөмдәр, ә үзбәк ҡыпсаҡтарының тоз ырыуы булыуы ошо хаҡта һөйләй.
Ҡырғыҙ тикшеренеүселәре тас ҡәбиләһенең дөйөм ҡырғыҙ тарихында мөһим урын биләүен билдәләй. Күрәһең, таҙларҙың башҡа бер ҡырғыҙ ырыуҙары менән этник бәйләнеше уларҙың Алтай территорияһында йәшәгән осоро менән бәйле була. Байтаҡ ҡына ҡырғыҙ ҡәбиләләренең икенсе атамаһында тас (таз, таш) этнонимы ла сағылыш тапҡан: саруу (кезектас), жоокесек (ташкесек), сарыбагыш (тас), солто (төрт тас), сайак (баштаз) һ.б. Тикшеренеүсе Н.В. Екеев фекеренсә, таҙлар (тастар) Алтайға көнбайыш тарафтарҙан, Иртыш буйынан күсеп килгән. Уныңса, был XVI быуат аҙағында Себер ханлығының тар-мар ителеүе менән бәйле була. Таҙларҙың бер өлөшө үҙҙәренең үтә боронғо төйәге булған Алтай тауҙары тарафына йүнәлһә, икенселәре Көньяҡ Уралға күсенеүҙе өҫтөн күргән. Ә XII быуатҡа тиклемге дәүерҙә уғыҙ-ҡыпсаҡ конфедерацияһы ҡәбиләләре менән этник бәйләнештә йәшәгән күп һанлы таҙ ырыуҙары Көнбайыш Себер территорияһында көн итә.
"Монголдарҙың йәшерен тарихы" әҫәрендә бәйән ителгәнсә, Ҡуян йылында (1207) монгол сардары Чжочи (Джучи) Уң ҡул ғәскәре менән Урман халыҡтарына ҡаршы походҡа ебәрелә. Монгол ханы власына барса Урман халыҡтары буйһондорола, улар иҫәбендә Шибир, Кесдиин, Байт, Тухас, Тешек, Тоелес, Тас һәм Бачжиги исемле ҡәүемдәр һаналып үтелә. Әлбиттә, Монгол иле төйәгенән иң алыҫта йәшәгән Бачжигиларҙың башҡорттар булыуына шик юҡ, сөнки был осорҙа "баш" һүҙе менән башланған башҡа бер халыҡ та булмай. Әммә шуныһы ла бик мөһим: XIII быуат башында таҙлар (Тас) һәм төйәләҫтәр (Тоелес) башҡорттарға территориаль яҡтан йәнәш булған ерҙәрҙә йәшәгән була. Монгол походтары осоронда таҙлар элекке Дәште Ҡыпсаҡ далаларының төньяҡ зонаһында көн итә. Тимәк, Алтын Урҙа осоронда (XIII - XV б.б.) таҙлар Эмба һәм Яйыҡ йылғалары арауығында, урманлы-далалы зонала йәшәй, монгол хандарына буйһона.
1224 йылда Сыңғыҙ хан үҙ империяһын йорт-олоҫтарға бүлә. Уның оло улы Джучи олоҫона бик ҙур территория бирелә: көньяҡта карлук йабгуларының Ҡаялығынан һәм Хорезмдан - бынан төньяҡ йүнәлештәге Көньяҡ Уралғаса, көнсығышта - Иртыштан көнбайышҡа табан - Волга буйынаса. Ул саҡтағы Башҡорт иле ырыуҙары ла, таҙлар ҙа Джучи йортона буйһона. Әйтергә кәрәк, боронғо риүәйәттәргә ярашлы, башҡорт ырыуҙары Сыңғыҙ хандың үҙенән йәшәгән ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын алып, уның власын таный. Сыңғыҙ хан полководецтарының береһе - Майҡы бей (Байку нойон) төмәнендә башҡорт яугирҙары ла була. Таҙлар ҙа Батый хан ғәскәре составында Европа илдәренә ойошторолған походтарҙа ҡатнаша.
Күрәһең, таҙларҙың табындар, башҡа бер башҡорт ырыуҙары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүе, уларҙың Нуғай һәм Токта (Тохта) хандар низағында ҡатнашып, һуңғыһының үс алыуынан ҡасып, XIV быуат башында Көньяҡ Уралдың көнсығыш яғында йәшәгән әйлеләр, табындар, теләүҙәр территорияһына күсеп китеүенә мөмкинлек биргәндер. Таҙларҙың тарихи хәтерендә Майҡы бей ҡулы аҫтында шул уҡ табындар менән яуҙаш булыуҙары хаҡындағы хикәйәттәр оҙаҡ һаҡлана. Табындар, уларҙың бер тармағы булған ирәктеләр ҙә таҙлар менән бәйләнештәрен өҙмәй. Ирәктеләр шәжәрәһе буйынса Майҡы бей Ҡара Табындың атаһы була. Ҡара Табындың улы Әхмәт шәйех, уның улы Абдал. Абдал бей атаһының үлеменән һуң үҙҙәренә ҡәрҙәш булған көҙәй, ғәйнә, елдәк, таҙлар, гәрәй, уран, ҡайпан ырыуҙары йәшәгән төбәктәр буйлап йөрөп ҡайта. Ошо башҡорт ырыуҙары шәжәрәләрендә Абдал бей вариҫы Иҫән хан ырыу башы сифатында иҫкә алына. Ә таҙлар ырыуы составында абдал тармағы булыуы ла уларҙың табындар менән туғандаш булыуына ишара.
Тарихи Башҡортостан ерлегендә яңы төйәктәрен тапҡан таҙлар, ике быуат самаһы ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫтан, табын ырыуына ҡараған башҡорттарҙы үҙ итә. XV быуаттың 70-се йылдарында тарҡалыу процестары кисергән Алтын Урҙа олоҫтары хакимдары - Үзбәк ханы Мөхәммәт Шейбани (Шибак) менән Себер ханы Сайид Ибраһим (Ибак) араһында власть өсөн низағ ҡуба. Көнсығыш табын башҡорттары юлбашсылары Әсәди һәм Шәкәрле бейҙәр Шейбани ханды яҡлап сыға. Себер ханы, хыянатта ғәйепләп, уларҙы үлтерергә бойора. Урал аръяғында йәшәгән табындар Танып буйына, таҙлар биләмәләренә ҡасып китергә мәжбүр була. Таҙлар уларға ошонда йәшәп китергә рөхсәт итә, был танып тармағы булған ирәктеләр шәжәрәһендә сағылыш тапҡан: "Бер заман Иҫән баба урманда таҙ ҡәбиләһе аҡһаҡалы Таҙ бабаны осрата һәм уның менән дуҫлаша. Таҙ баба Иҫән бабаны, Таныпты мәңгелек төйәк итеп, үҙе менән бергә һунар итергә, балыҡ тоторға саҡыра. Иҫән баба риза була, уның улдары Таҙ бабаның ҡыҙҙарына өйләнә."
Хәҙерге осорҙа, Танып таҙларынан тыш, башҡа бер башҡорт ырыуҙары составында ла таҙ аймаҡтары барлығы билдәле. Юрматыларға ҡараған Айыусы һәм Аҙнай, бөрйәндәрҙең Үтәкәй, ҡыпсаҡтарҙың Йомағужа, Ҡыпсаҡ-Асҡар, әйлеләрҙең Һултай, әйле ҡаратаулыларының Ҡәҙербәк, Иҫке Ҡаратаулы ауылдарында таҙлар нәҫелдәре бар. Көҙәйҙәр, дыуандар араһында "таҙ" этнонимы XIV быуаттан башлап таралып китә. Ҡырмыҫҡалы районының Таҙлар (Мырҙа), Төбәк Таҙлары (дыуан-табындар), Ейәнсуралағы Таҙлар (үҫәргәндәр) ауылдары исемдәренең таҙлар башҡорттары менән бәйле булыуы хаҡында фараз итеп була.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 48-49-сы һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №50, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.12.21 | Ҡаралған: 278

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru