«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2022

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16  |  17 
Май
   18  |  19  |  20  |  21 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балаларҙа нисек илһөйәрлек тәрбиәләргә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛЕМ МЕНӘН ҮҘ ХАЛҠЫМА ХЕҘМӘТ ИТӘСӘКМЕН!
+  - 


14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан баш ҡалала урынлашҡан алдынғы белем усаҡтарыбыҙҙың уҡыусылары менән туған тел, уның яҙмышы һәм әһәмиәте тураһында әңгәмәләштек. Һөйләшеүҙә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатынан Илүзә Янбаева, Гөлсинә Йомағужина, Ирхан Хисаметдинов һәм Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһынан Дилә Йәһүҙина менән Арыҫлан Әбдрәхимов ҡатнашты.

Барығыҙ ҙа туған башҡорт телен яҡшы белгәндәр йыйылғанһығыҙ бында. Һеҙҙе туған телгә, тыуған мөхиткә йәлеп итеүсе тәүге "уҡытыусыларығыҙ" кемдәр булды?

Илүзә:
Мин үҙем Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылынан. Беҙҙең ихатала ике өй урынлашҡайны: береһендә беҙҙең ғаилә йәшәй, икенсеһендә - олатай-өләсәйем. Шуға ике ағайым да, мин дә бәләкәйҙән олатай-өләсәй тәрбиәһен алып үҫтек. Хәҙер баш ҡалала уҡығас, йышыраҡ телефондан ғына һөйләшеп торабыҙ һәм яңылыш урыҫ һүҙҙәрен ҡыҫтырып ебәрһәм, олатай: "Ҡыҙым, һин рус теленә күсеп бараһыңмы әллә?" - тип иҫкәртә һала. Уның борсолоуын аңлап, телмәремә гел иғтибар итәм. Ғөмүмән алғанда, мин өйҙә лә, балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә башҡорт мөхитендә үҫтем. Хатта ауыл мәктәбендә уҡыу предметтары ла башҡортса алып барыла торғайны, мәҫәлән, физиканы 7-се класта башҡортса китап буйынса уҡыныҡ. Үҙем күптән хыялланған Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға инергә лә башҡорт телен яҡшы белеүем ярҙам иткәндер, тим.
Гөлсинә: Сығышым менән Белорет районы Үткәл ауылынан булам. Минең дә туған телемде яҡшы белеүем ғаиләмдән килә, атай-әсәйем һәм олатай-өләсәйем был йәһәттән тәүге уҡытыусыларым. Әсәйем үҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ул беҙҙә - миндә һәм һеңле-ҡустымда, башҡорт теленә һөйөүҙе бәләкәйҙән тәрбиәләп үҫтерҙе. Беҙ башҡортса гәзит-журналдар алдырабыҙ, бергәләп төрлө китаптар уҡыу ғәҙәтебеҙ бар, башҡортса ғына аралашабыҙ. Шуға гимназия-интернатҡа 10-сы класҡа уҡырға килгәс, күпселек дәрестәрҙең русса алып барылыуына саҡ күнектем. Шунан тәүге осорҙа үҙем дә һиҙмәҫтән каникулдарға ҡайтҡанда русса ҡатыштырып һөйләй башланым - әсәйем һәм хатта һеңлем дә шелтәләне. Хәҙер телмәремә иғтибарлы булырға тырышам.
Ирхан: Әлеге көндә мин гимназия-интернаттың 9-сы синыфында уҡыйым, ә сығышым менән Бөрйән районы Нәби ауылынанмын. Дөрөҫөн әйткәндә, Бөрйәндә бер урыҫ һүҙен дә ишетермен тимә, бөтөн халыҡ тик башҡортса ғына һөйләшә. Быға мин бик шатмын һәм беҙҙең ғаиләлә туған тел һағында торған әсәйемә рәхмәтлемен. Ул үҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, башҡортса һүҙҙәрҙең мәғәнәһен дөрөҫ аңлауҙы, урынлы ҡулланыуҙы, дөрөҫ әйтеүҙе бер ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Шуныһы ҡыҙыҡ, туған телемдең уғата бай булыуын бында уҡырға килгәс тағы ла нығыраҡ аңланым.
Дилә: Минең дә туған телемә һөйөүем - ғаиләмдән һәм ауылдан килә. Сөнки баш ҡалалағы Республика инженер лицей-интернатына, ә һуңынан Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһына уҡырға килгәнсе мин Әбйәлил районының Үтәгән ауылында йәшәнем. Бала саҡ хәтирәләренән әсәйемдең бишек йырҙарын көйләүе, башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләүе хәтерҙә ҡалған. Ә 2-се класта уҡығанда уҡытыусыбыҙ миңә "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын ятларға тәҡдим итте. Халҡымдың ауыҙ-тел ижады менән шулай таныштым һәм күңелемдә мәңгелеккә һөйөү яралды, оҙаҡ йылдар ятланым, әле лә хәтерҙе яңыртып алам һәм ундағы аҡылға таянырға тырышам. Әйткәндәй, мәктәптә айырым предметтарҙы русса өйрәнгәнгә күрә, төшөнөп етмәгәнемде атайымдан русса һораһам, ул һәр ваҡыт башҡортса аңлата. Шуға беҙ көндәлек темалар буйынса ғына түгел, уй-фекерҙәр белдергәндә лә туған телдә һөйләшәбеҙ.
Арыҫлан: Мин - баш ҡала малайы. Бәләкәйҙән рус телле мөхиттә үҫтем һәм, ҡыҙғанысҡа күрә, фекерҙәремде бындағы тиҫтерҙәрем кеүек иркен итеп туған телемдә белдереүе ауырғараҡ тура килә. Өйҙә лә беҙ күберәк русса һөйләшәбеҙ, ләкин атай-әсәйем минең киләсәгемде хәстәрләп, башҡорт гимназияһына уҡырға бирҙе. Гимназияға килгәнсе башҡорт телендә һөйләшә белеү үҙем өсөн мөһим булыуын уйламаным да, ә атай-әсәй аңлаған. Тәүҙә ауылдағы олатай-өләсәйем янында булғанда ғына башҡортса һупалаштырып йөрөй торғайным, хәҙер 11 йыл гимназияла уҡыу дәүерендә ярайһы уҡ туған телемде өйрәндем. Һәр хәлдә, барыһын да аңлайым һәм уңайһыҙлыҡ кисермәйем, туған телдә күберәк аралашырға тырышам.

Үҙегеҙ уҡыған белем усаҡтарындағы башҡорт мөхитенә лә байҡау яһайыҡ әле...

Илүзә:
Беҙҙең 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында, бөтәһе лә башҡортса һөйләшергә тейеш, тигән яҙылмаған ҡанун бар. Бының менән барыбыҙ ҙа килешәбеҙ, шуға бер-беребеҙгә туған тел нескәлектәрен өйрәнеүҙә һәр саҡ ярҙам итергә әҙербеҙ. 8-се класҡа уҡырға килгәндә бер нисә класташыбыҙ телде яҡшы белмәй ине. Шулай ҙа тәүҙә барыбыҙ ҙа башҡортса ғына һөйләшә инек, ләкин бер мәл аңламағандар арҡаһында руссаға күсеп барыуыбыҙҙы һиҙеп ҡалдыҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыбыҙ Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышеваның дәрестәрҙе бик ҡыҙыҡлы итеп алып барыуы, уйындар, төрлө конкурс-ярыштарҙа ҡатнашырға йәлеп итеүе ярҙам итте шул саҡ. Мәҫәлән, "Башҡорт теле көнө" тигән уйыныбыҙ бар, рус һүҙе әйтеүсегә штраф һалына. Үҙем етенсе кластан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап торам. Быйыл да уға әҙерлек башланды, ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт теле көнөнә арнап уҙғарған олимпиадаһында ла Гөлсинә менән ҡатнаштыҡ, һөҙөмтәләрен көтәбеҙ. Тағы ла гимназияла "Аҡ ҡауырһын" тигән ижади түңәрәк ойошторола һәм Гөлсинә менән мин унда мөхәррирҙәр. Беҙ "Интернатым - пар ҡанатым" гәзитенә гимназистарҙың шиғырҙарын, иншаларын, мәҡәләләрен етәксебеҙгә туплап бирәбеҙ, үҙебеҙ ҙә ҡәләм тирбәтәбеҙ.
Гөлсинә: Эйе, гимназиябыҙҙа башҡорт теле төп урында тора. Барлыҡ саралар ҙа башҡортса ойошторола, телгә һәм башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ҡағылышлы конкурстар үтә, осрашыуҙар йыш булып тора. Бигерәк тә башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары менән бик фәһемле әңгәмәләшкәнебеҙ бар. Тәү сиратта туған телемде өйрәтеп үҫтергән әсәйемә, был белемде киңәйткән, яңы мөмкинлектәр асҡан гимназияма һәм уҡытыусыларыма ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Был тойғоно һәр гимназист кисерәлер, тип уйлайым. Гимназияла башҡорт теле һәр саҡ йәшәйәсәгенә, Рәми Ғариповтың эше дауам итәсәгенә шик юҡ.
Дилә: Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһына гуманитар йүнәлештә белем алыр өсөн 10-сы класҡа уҡырға күстем һәм бындағы мөхит хайран итте. Бөтә уҡытыусыларҙың башҡортса һөйләшеүе, уҡыусылар араһында рус телендә аралашыуҙар таралған булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла башҡортлоғо менән ғорурланыуы, уны төрлөсә күрһәтергә тырышыуы, туған телдә үткән бихисап сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы ғәжәпләндерҙе. Ошо мөхит, билдәле шәхестәр менән даими осрашыуҙарҙан һуң туған телгә һөйөү яңынан ҡабынып киткәндәй.
Арыҫлан: Мәктәптән тыш сараларҙа ла башҡортса аралашып йөрөргә күнеккәнбеҙ. Бына мин гимназияның волейбол һәм баскетбол буйынса командалары составында уйнайым һәм беҙ йыш ҡына ярыштарҙа ҡатнашабыҙ. Бигерәк тә Өфөнөң башҡорт мәктәптәре араһында уҙған ярыштарҙа тиҫтерҙәр менән иркенләп туған телдә аралашып ҡайтабыҙ. Башҡорт булыуым менән һәм Салауат Юлаев кеүек милли батырыбыҙ булыуына ғорурланам. Сит илдәрҙең уйлап табылған супер-геройҙарынан айырмалы рәүештә, ҡасандыр йәшәгән һәм тарихыбыҙҙа юйылмаҫ эҙ ҡалдырған шәхес, милли рухтың тере сағылышы ул. Бына был хаҡта, ғөмүмән, үҙебеҙҙең халыҡҡа ҡағылышлы тарихты балаларға күберәк һөйләп-күрһәтеп, аңлатып үҫтерһендәр ине. Беҙ - милләт киләсәге бит.

Геройҙар тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, арҙаҡлы башҡорттарҙан кемдәрҙе өлгө итеүегеҙ тураһында ла белге килә...

Илүзә:
Шөкөр, беҙҙең бындай күренекле шәхестәребеҙ бик күп һәм шуларҙың береһе - Рәми Ғарипов. Гимназиябыҙ уның исемен ғорур йөрөтә. Туған теле, халҡы, иле өсөн бар ғүмерен бирергә әҙер торған шәхес. "Тел бөтһә - ил бөтә" тигән юлдары ла бар яҙмаларында, мин был хаҡ һүҙҙәрҙең мәғәнәһе тураһында йыш уйланам. Шулай уҡ китап геройҙарым да бар минең. Әле яңыраҡ Мостай Кәримдең "Ташлама утты, Прометей!" трагедияһын уҡып бөтөп, шул әҫәр, Прометей образы йоғонтоһонда йөрөйөм.
Ирхан: Минең яҡташтарымдың, билдәле фольклорсылар Мөхтәр Сәғитов менән Әхмәт Сөләймәновтың халҡыбыҙҙың һүҙ ынйыларын туплау, мәғлүмәттәрҙе киләсәк быуынға еткереү һәм билдәле итеү өлкәһендәге хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Өлгө алырлыҡ бындай шәхестәр булыуы оло ғорурлыҡ бит.
Дилә: Быйыл йәйге каникулдарҙа Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең "Хәтирәләр" китабын уҡыным. Яйлап, уйлап уҡый торған китап. Бына шул яҙмаларҙан 20-се быуат башында йәшәгән ата-бабаларыбыҙҙың автономия яуларға күтәрелеүе, илдең ҡыҙылдар һәм аҡтар булып икегә бүленгән сағында "Беҙ - башҡорттар" тип оран ташлауҙары, идеялары өсөн көрәшеүҙәре һоҡландыра. Һәр һынылышлы осорҙа дөйөм мәнфәғәтте ҡайғыртҡан шәхестәребеҙ ҡалҡып сыҡҡан, бөгөн матур Башҡортостан Республикаһында йәшәүебеҙ өсөн рәхмәт һүҙен уларға әйтергә тейешбеҙ.

Ғаиләлә, мәктәптә лә башҡортса һөйләшеп йөрөйһөгөҙ, афариндар! Ә урамда башҡортса һөйләшергә уңайһыҙланмайһығыҙмы?

Илүзә:
Һис юҡ! Гимназияның эргәһендә генә бер баҙар бар, шунда сығып әйләнгеләйбеҙ. Ҡыҙҙар менән башҡортса һөйләшәбеҙ һәм күптәрҙең беҙҙе хуплап ҡарауын аңғарабыҙ. Оло инәй-олатайҙар ҡайһы саҡ хатта арҡабыҙҙан һөйөп, афариндар тип, маҡтап та китәләр әле.
Арыҫлан: Ҡайҙа ғына йөрөрһәк тә, туған телде белгән кеше менән үҙебеҙсә һөйләшергә тырышам. Әйткәйнем инде, йыш ҡына спорт ярыштарына йөрөргә тура килә. Бына шундағы бер хәл иҫтә ҡалған. Волейбол буйынса ярышта ҡаршы командалағы бер малай беҙҙең башҡорт мәктәбенән булыуыбыҙҙы күреп, үҙ-ара башҡортса аралашыуыбыҙҙы ишетеп, насар һүҙҙәр менән үсекләшеп тора ине. Иптәштәр менән ихтыярыбыҙҙы йыйып, тегеләрҙе еңдек тә ташланыҡ! Тик үсекләшмәнек, йылмайып ҡына ҡуйҙыҡ.
Ирхан: Башҡорт телендә һөйләшеүҙең бер ниндәй ҙә ояты юҡ, киреһенсә, был бик модалы. Сөнки үҙен башҡорт тип иҫәпләгән кеше үҙ туған телендә фекерләй һәм һөйләшә белергә тейеш.

Йәш быуынды, үҙегеҙ әйтмешләй, модалы итеп үҫтереү өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк? Һеҙгә форсат һәм мөмкинлек бирелһә, был йәһәттән ниндәй эштәр атҡарыр инегеҙ?

Гөлсинә:
Хәҙерге балалар күберәк Ютуб каналында видеолар ҡарарға ярата, унда руссаһы ла, инглизсәһе лә етерлек. Бәлки, башҡортса ла шундайыраҡ видеолар төшөрөргә кәрәктер? Тағы ла балалар онлайн-уйындар ярата, үҙебеҙҙең башҡорт батырҙары ҡатнашлығында эшләнгәндәре булһа ла теләп уйнарҙар һәм туған тел, мәҙәниәт, хатта тарих менән дә ҡыҙыҡһынып китерҙәр ине. Башҡорт һүҙҙәрен өйрәнеүгә ҡоролған ҡушымталар, сағыу йәнһүрәттәр, күберәк йырҙар кәрәк. Миңә "Тамыр" телеканалы төшөргән башҡортса сериалдар оҡшай. Әле "Бирешмә" сериалының ике сезонын да ҡараным, "Ышан" тигән яңыһын көтәм.
Дилә: Ә мин ул "Ышан" сериалында үҙем төштөм! Бына шул сериалдар ҙа телде модалы итә. Үҫмерҙәр кинолағы йәштәштәренә оҡшарға, тиңләшергә тырыша. Етмәһә, беҙҙең "Ышан" сериалында башҡорт халыҡ ижады, мәҙәниәте, тәрбиә-тәртип йәһәтенән дә фәһем һалынған. Ысынлап та, балалар өсөн йәнһүрәттәрҙе барыһы ла уның менән "сирләрлек", культовый итергә кәрәк. Ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, нәҡ башҡорт халыҡ әкиәте батырҙарына тиңләшергә теләрлек булһа, беҙҙең тел һәм мәҙәниәт, тарих та бар донъяға таныулы буласаҡ.
Илүзә: Социаль селтәрҙәр бөгөн тормошобоҙҙоң мөһим өлөшөн биләй. Унда башҡорт блогерҙары күбәйә, "Тик-ток"та ла башҡортса роликтар, "тренд"тар сыға башланы. Мәҫәлән, тәүҙә көндәлек кейемдә торған ҡыҙ ҡапыл башҡорт милли кейемендә кадрға инә. Ошондай заманса күренештәр ҙә туған телебеҙҙе, мәҙәниәтте модалы итеүгә булышлыҡ итәлер. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, йәш йырсылар элек популяр булған берәй башҡорт йырының көйөн үҙгәртеп, ниндәйҙер "тренд"тар төшөрөп һалһа, өлкәндәр йыш ҡына үҙ комментарийҙарында ҙур ризаһыҙлыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, тәнҡитләп, насар итеп яҙа башлайҙар. Яңыраҡ ҡына "Өфө йүкәләре" тигән йырҙың көйөн үҙгәртеп һалғайнылар, шул уҡ хәл. Ә мин был йырҙы шулай яңыса башҡарыуҙарын ишеткәс кенә тыңлай башланым, быға тиклем, нишләптер, һүҙҙәренә лә иғтибар иткәнем булмаған...
Ирхан: Бер хәл тураһында һөйләп китәйем әле. Тикшеренеү үткәргәйнем һәм дуҫтарым араһында "Нишләп башҡорт теленән имтихан тапшырмайһығыҙ?" тигән һорауға яуап алдым. Күбеһе яуапты шундай һорау менән ҡайтарҙы: "Башҡорт теленән имтихан һөҙөмтәһенең ниндәй файҙаһы бар һуң?" Файҙаһы бик ҙур. Мәҫәлән, быйыл башҡорт теленән БДИ һөҙөмтәләренә республика вуздарында бер нисә өҫтәмә балл бирелде. Быны ғәҙәткә индерһәк, телде белергә теләүселәр һаны ла артыр ине, бәлки.
Арыҫлан: Бөтәһе лә Хабиб Нурмагомедовтың асыҡ миҫалын күрҙе. Ул донъя кимәлендә танылыу яулағанға тиклем ер йөҙөндә уның тыуған төйәге Дағстан, туған теле, милләте тураһында белеүселәр һаны артыҡ күп булмағандыр ҙа. Шуның өсөн һәр башҡорт үҙе һайлаған өлкәлә билдәлелек яуларға, үҙен башҡорт тип танытырға, Рәсәйҙе һәм Кесе Ватанын данларға, туған телендә һөйләшергә тейеш. Бынан тыш, ҡуйылған һорауға яуап итеп, шуны әйтер инем: бөгөн актуаль булған нәмәләрҙән сығып эш итергә кәрәк. Мәҫәлән, әле башҡорт һәм татар йырҙарының көйөн замансаға ауҙарған Zaki Scream тигән йәш кеше билдәлелек яулай бара. Уны башҡорттар йә татарҙар ғына тыңламай, шул музыканы үҙ иткән башҡа милләт вәкилдәре лә бар һәм кем белә, бәлки, йырҙың һүҙҙәренең мәғәнәһен аңларға теләп, телдәргә, яйлап мәҙәниәтебеҙгә лә ҡыҙыҡһыныуҙар артыр. Тағы ла бөгөн тиҫтерҙәрем араһында манга, анимелар бик популяр. Улар Салауат Юлаев, йә Урал батыр тураһында ла эшләнһә, шәп булыр ине!
Ирхан: Башҡорт халҡының тарихын, батырҙарыбыҙҙы һәм шәхестәребеҙҙе улай комикс, аниме, манга геройҙары итһәк, күпселек халыҡ хәтерендә улар шундағы персонаждар булып ҡалмаҫмы? Һуңынан Урал һәм Салауат батырҙарҙы манга геройы тип кенә уйлаһалар?
Дилә: Меңәр йылдар һаҡланған эпос ниндәйҙер комикс сығарыуҙан асылын үҙгәртеп китмәҫ. Бындай әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгәндәр нигеҙендә ысын тарих ятһа, киреһенсә, кешеләр-ҙең ҡыҙыҡһыныуы артып, ысынбарлыҡта булғанын уҡып-белергә ынтылыш тыуыр кеүек. Ҡайҙалыр саңланып ятҡансы, яңы форматта популярлыҡ яуларға мөмкин. Шуныһы ла мөһим: комикста күберәк һүрәттәр төшөрөлә, унда һүҙҙәр аҙ яҙыла һәм кемдер телде белмәһә лә, китаптың мәғәнәһен аңлай. Ә ябай бер нисә һүҙҙе тиҙ генә ятлап та алырға була.
Ирхан: Тарихы бөтөнләйгә боҙолмаһа, насар интерпретацияла булмаһа ғына шундай форматтарҙа эшләүҙәренә ҡаршы булмаҫҡа мөмкин, әлбиттә. Үҙгәртеп күрһәтелһә, күптәр рәсми ҡағыҙҙарҙы аҡтарып ултырмаясаҡ. Көлкөгә ҡалдырып ҡуймаһындар өсөн үҙебеҙҙең тарихты һәм телде яҡшы белгән кеше ижад итергә тейештер инде бындай заманса әҫәрҙәрҙе.

Тиҫтерҙәрегеҙгә әйтергә теләгән фекерҙәрегеҙ ниндәй булыр?

Дилә:
Ҡайһы бер йәш милләттәштәр, бигерәк тә ҡалала үҫкәндәре, башҡорт булыуҙары менән сикһеҙ ғорурланһа ла, туған телдә яҡшы һөйләшә алмауынан тартыналар. Шундай йәштәргә "Ҡурҡмағыҙ!" тип әйткем килә. Сөнки көндәлек аралашҡан саҡта бер кем дә уларҙан башҡорт теленән имтихан алмай, хаталанһалар ҙа һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торалар. Башҡорт теленә мәктәптәге предмет кеүек ҡарамайыҡ, көндәлектәге ғәҙәти күренеш тип беләйек. Сөнки көндәлектә хаталар эшләй-эшләй булһа ла ҡулланмаһаҡ, шулай телмәребеҙҙе шымартмаһаҡ, беҙҙең өсөн кем быны эшләр?
Гөлсинә: Киләсәктә беҙ ҙә атай-әсәй булырбыҙ. Балаларыбыҙға туған телебеҙҙе өйрәтәйек, онотмайыҡ. Төрлө-төрлө китаптар уҡыйыҡ, башҡорт телендә булған гәзит-журналдарҙы алдырайыҡ. Был баһаһын билдәләп тә булмаҫ ҡиммәт мираҫ өсөн ата-бабаларыбыҙ түккән көстө әрәм итмәйек!
Ирхан: Туған телдең киләсәге - һәр кем иңенә һалынған яуаплылыҡ. Киләсәктә мин дә бер нәмәнән ҡурҡмай, тел менән ҡоралланып, үҙ халҡыма хеҙмәт итергә теләйем. Тиҫтерҙәрем дә шул фекерҙә булһын ине.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр, тигән боронғолар. Ошо хәҡиҡәтте бәләкәйҙән аңлап буй еткергән балаларыбыҙ бар, шөкөр. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ был хаҡта уйлап еткермәгән милләттәштәргә фәһем дә булыр төҫлө.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.12.21 | Ҡаралған: 184

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2022 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 757 һум 80 тингә яҙыла алаһығыҙ. Был мәғлүмәтте йәнәшәгеҙҙәге дуҫ-иштәрегеҙгә, туғандарығыҙға ла еткерһәгеҙ ине. Әйҙәгеҙ, "Киске Өфө"гә дәррәү яҙылып, гәзитебеҙҙең быйылғы 20 йыллыҡ юбилейына бер бүләк эшләйек!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2022 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru