«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИШЕК АРТЫНДА (3-сө бүлек)
+  - 


* * *

Кеше рәхәткә тиҙ өйрәнә, тиҙәр бит, бындағы тормошона зарланмай Рәүиз. Тәү күргән нәмә башта мөғжизә һымаҡ күренһә лә, тора-бара күнегелгән күренешкә, тәбиғи әйбергә әйләнә башлай бит ул. Шулай ҙа ирҙең эсен ҡырып торған нәмә бар: "Банктарға үтесем муйындан. Хәләлемдең алҡымынан аласаҡтар, үлгәнсе минең бурысты түләйәсәк". Алтын япраҡтарға оҙаҡ итеп ҡарап торған саҡтары ла бар. Эйе, бер нисәһен һатһаң, бурыс ҡайтарыу ғына түгел, киләсәк быуынын хәстәрләрлек запас тупларға була. Ләкин былар фани донъя емеше түгел. Ер өҫтөндәгеһен ул үҙе табырға тейеш. Шул саҡ бер япраҡ усына килеп ятты: "Беҙ ярҙам итә алабыҙ". Рәүиз моңһоу йылмайып, баш сайҡаны. "Ниндәй теләгең бар? Бурыстарымды ҡайтарырлыҡ аҡсамы?" - тип яҙылды япраҡ битендә. Шул саҡ япраҡтар уның баш осонда әйләнергә тотондо: "Һайла! Һайла!"
- Эйе, бурыслымын, ләкин һеҙгә бармаҡ осо менән дә оронмайым.
Япраҡтар кире үҙ урына барып ҡунды. Шул саҡ бер себен баш осонда өйөрөлөргә кереште. "Бында себен?. Ҡайҙан?" Рәүиз ныҡ аптыраны, башын сайҡаны. Еңелсә генә баш ҡағыуҙы бурандай ҡабул иттеме, себен мәтәлә-мәтәлә әллә ҡайҙа осоп юҡ булды. Рәүиз ауыҙын асып торған арала, бер япраҡ кеҫәһенә инеп йәшенде.
Көтмәгәндә-уйламағанда, баҫҡыс хасил булды. Тимәк, Ерән һүҙендә торған, Бузмыйҙан уның ишеген ала алған! Ҡыуанысы эсенә һыймаған Рәүиз баҫҡысҡа табан ҡулдарын һуҙҙы һәм күҙ асып йомған арала ер өҫтөндә баҫып тора ине. Үҙенең ихатаһына ҡайтырмын тип уйлаған егет ҡайһы ергә килеп сыҡҡанын башта аңлай алмай торҙо. Ни өсөн Ерән ишекте урманда ҡалдырып киткән? Эйе, тылсымлы ишеге ҡайынға һөйәтелгән. Ярай, баш ватырға түгел, иң мөһиме, ул ер өҫтөндә. Ана, ҡояш ҡалай сумарт йылмая! Рәүиз ҡәҙерле йөгөн артмаҡланы ла юлға сыҡты. Оҙаҡламай бер йөк машинаһын туҡтатты. Адресын атап, тейешле хаҡ килешкәс, ҡуҙғалып киттеләр.
Ҡайтып инеү менән Дианаһына шылтыратты. Һуңғы айҙарға кәләше телефонын алмай, һәр саҡ ҡәйнәһе яуап бирә торғайны. "Нимә, үтескә һорамаҡсыһыңмы? Әллә ҡыҙымды алып ҡайтырлыҡ хан һарайы төҙөп ҡуйҙыңмы?" - тип кенә ебәрә Милана Дауисовна. Был юлы ла шулай булыр тип уйлағайны, ләкин Диананың тауышын ишеткәс, ҡыуаныстан бер килке телһеҙ торҙо. Иламһыраған тауыш менән кәләше хәлен һөйләй башланы.
- Әсәйем ҡаты ауырып китте. Операция яһатыр кәрәк. Түләүле, етмәһә. Нимә эшләргә?
- Уйларбыҙ, Дианаҡайым! - тип ҡысҡырып ебәрҙе Рәүиз . - Тыныслан! Мин хәҙер!
- Эй, ҡайҙан инде һин!.. - телефон һүнде.
Рәүиз, ыуаланып, тегеләй-былай ҡаранды. Аҡса кәрәк! Ошо уйҙан хатта йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Шуға ла "тыныслан," тип, үҙенең күкрәк тирәһен һыпырҙы, нишләптер, шул мәл уға кеҫәһе ҡалын һымаҡ күренде. Кеҫәһенән ҡағыҙ аҡсалар килтереп сығарғас, шаҡ ҡатты. Ләкин оҙаҡ уйланырға ваҡыт юҡ ине, Рәүиз кире телефонға йәбеште.
- Дианаҡайым! Күпме кәрәк? - Тейешле сумманы ишеткәс, аҡса һанарға тотондо. - Артығы менән етә! Хәҙер барып етәм, йәнем!
Ҡәйнәһенә операция уңышлы үткәнен ишеткәс, ул өйҙәге ҡалған аҡсаны иҫәпләргә булды. Ҡумтаны асты, шыптырлаҡ ҡағыҙҙарҙы ҡулына алды. Банктан алған сумма ята ине был ҡумтала... Мөғжизә. Хәҙер Рәүиз артыҡ баш ватманы, бурыстарын түләне. Бушаған ҡумтаны быраҡтырырға ғына ҡалды. Ул иркен һулап, ҡумтаны асты һәм телһеҙ ҡалды. Ҡумта эсендә алтын япраҡ ята ине. Рәүиз уға ҡараған килеш баш ҡағып оҙаҡ торҙо. Һауытты кире элекке урынына ҡуйҙы. Шунан хәләленә шылтыратты:
- Ҡайт, был донъя хәҙер һинеке.
Ҡатыны ла бер ни булмағандай кире ҡайтты, тормош көйләнде һымаҡ. Ҡәҙимге донъя көтә башланылар, тик әлегә өйҙөң эсен тултыра алмайҙар. Диана арзан мебелгә ризалашманы. Рәүиздең эш хаҡы әллә ни ҙур түгел шул. Шуға ҡарамаҫтан, иренең бер туҡтауһыҙ "Миңә вариҫ кәрәк", тип тыңҡылдауы ғына аптыратты ҡатынды. Диана элек, өйөң юҡ, тип сәбәп таба ине, хәҙер "Булыр бөтәһе лә үҙ яйы менән, сабыр ит", ти ҙә ҡуя. Бер ҡыуаныс, һауығып сыҡҡан ҡәйнәһе элекке шикелле мыжымай, һирәгерәк килә. Һәм, ғәҙәттә, кейәүе юҡ саҡта килергә тырыша.
Бер мәл Диана ҡояштай балҡып, уның эргәһенә килеп баҫты.
- Был миңәме?
Ҡатыны ҡулында япраҡ һалынған ҡумтаны күргәс, Рәүиз телһеҙ ҡалды.
- Зинһар, ҡағылма... Онот һин уны. Ишеттеңме?
Диананың күҙҙәре шарҙай булды.
- Һин нимә! Бындай хазина берәүҙә лә юҡ. Япраҡ минеке! Ниңә ҡотоң осто? Әйт, улайһа, ҡайҙан алдың? Мин үҙ өлөшөмдө талап итәм, хаҡым бар! - Ире өндәшмәгәс, ҡыҙа башланы.- Ҡайҙан алдың, тием, мыубаш!
- Ишек артынан... - тине Рәүиз ағас ишеккә күрһәтеп.- Ул тылсымлы. Ләкин берәү ҙә белмәһен. Кәрәкмәй.
Ҡатыны уға ышанманы, нәфрәт менән ҡарап тора бирҙе.
- Һин мине күптән алтын-көмөшкә күмергә тейеш инең. Алама ишектең ни ҡыҫылышы бар? Мине мыҫҡыл итеүеңме?
- Иҫкене алыштыр тип әрләй инең, мин уны тимерҙән көпләтәм.
- Нишләп һүҙҙе ситкә бораһың! Был алтын япраҡ минеке! Берәүгә лә бирмәйем.
- Диана, тыныслан. Онот был нәмәне, - Ул ҡумтаны ҡатынының ҡулынан тартып тигәндәй алды ла, кире шкаф эсенә тыҡты, шунан хәләленә боролдо. - Малай табып бир, Диана, миңә вариҫ кәрәк.
- Дауаланам, тинем бит! Булыр бөтәһе лә үҙ яйы менән. Һүҙҙе ситкә борма! Ә алама ишегеңде, ысынлап та, көпләт, кеше килһә, оят!
Рәүиз командировкаға китеү менән Милана Дауисовна килеп төштө. Ҡыҙы һуҙған алтын япраҡты күргәс, бер талай телһеҙ ултырҙы.
- Кейәү бик мәүеш түгел, бай ул, һиҙәм. Тик йәшерә-ә-ә... - тип һуҙҙы. - Бы һынным хазинаны нишләп кулон итеп таҡманың? Эл үңәсеңә, бөтөнөһө күреп шаҡ ҡатһын!
Диана Рәүиз менән булған һөйләшеүҙе әсәһенә түкмәй-сәсмәй еткерҙе. Үҙе бер аҙҙан магазинға сыҡты ла, кире ҡайтып тупһаға баҫыу менән аптырап ҡысҡырып ебәрҙе.
- Әсәй, ҡайҙа булды беҙҙең тышҡы ишек?
- Мин өр-яңы броняле ишеккә заказ бирҙем. Онлайн түләнем, иртәгә килтереп ҡуялар.
- Рәүиз көпләтергә һөйләште бит ул. Бына командировканан ҡайтыу менән эшләтә.
- Аламаны көпләтеп ултырып булмай инде! Ҡарун, күпме байлығын беҙҙән йәшерә. Юҡ, беҙ уны яулаясаҡбыҙ.
- Кемде?
- Хазинаны.
- Ә быны... Был ишекте нисек ысҡындыра алдың? Күгәнен тимер менән йәбештерҙе бит ул. Ун бурҙың да көсө етмәйәсәк, тине.
- Һа, маҡсат булғанда көс табыла, - тине Милана ханым эре генә.
- Белмәйем, оҡшатмаҫ шул... Аламаһын ныҡ һаҡлай торғайны. Ашына төшкән тараҡан була күрмә, әсәй, - тип ҡуйҙы Диана.
- Һа, хыял ҡошон эләктереп, бик бәхетле йәшәй бит әле. Ә уның хыял ҡошон кем үҫтергән? Хәҙер мин, имеш, бөтөн нәмәгә ҡыҫылыусы тараҡан. Тараҡан булһам ни! - Милана Дауисовна тышта һөйәп ҡуйылған ишеккә ымланы. - Тикшереп ҡарайыҡмы әллә?
- Шуның әкиәтенә ышанаһыңмы?
Милана ханым, күҙ ҡырыйы менән ҡарап алды ла, һөйәп ҡуйылған ишек артына сумды:
- Мин тараҡандан кәм түгел! Тикшерәм!
Уның кире сыҡҡанын көтөп торған Диана түҙемһеҙләнеп өндәште.
- Ярай, әсәй, етте, сыҡ. - Ул алтын япраҡты ҡулына алды. Йылмайҙы. - Эйе, мин хыял ҡошо, мин алтын, ишеттеңме, әсәй! - Шунан Милана Дауисовна артынан ҡыуыш эсенә уҡталды. "Тараҡан" да, "хыял ҡошо" ла кире сыҡманылар.
Иртәгәһен оҫталар килде. Ихатала һөйәп ҡуйылған иҫке ишекте күргәс, өлкәне тамаҡ ҡырып ҡуйҙы: "Хужаһы егәрле, алып әҙерләп ҡуйған! Тимәк, яңыһын ҡуйып нығытырға ғына ҡалды." Шунан ярҙамсыһы менән ауыр броня ишекте ҡуйҙылар. Иҫкеһен үҙҙәренең йөк машинаһына ырғыттылар. Бер аҙҙан тимер арба оло юл буйлап елдерҙе.
Оҙаҡламай Рәүиз командировканан ҡайтып төштө. Тимер ишекте күреп, ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сыҡты: "Килеп эшләп тә киткәндәр! Ҡалай яҡшы көпләгәндәр. Хәҙер Диана "Иҫке ишекте алыштыр", тип һөйләнмәҫ. Тылсымлы ишегем броня эсендә мәңгегә бикләнде, күңел дә тынысланды". Шул саҡ күҙе өҫтәлдә ултырған ҡумтаға төштө. Рәүиздең йөҙө кинәт ағарҙы, эйәге дерелдәп ҡуйҙы.
Ҡумта асылды. Йорт хужаһы, ирекһеҙҙән, артҡа сигенде. Бына ҡумта эсенән япраҡ осоп сыҡты һәм ирҙең усына төшөп ятты.
- Васыят япрағы, - Рәүиз тамағына тығылған төйөрҙө көс-хәл менән йотто. - Мин һинең ҡасан да булһа усыма ҡунырыңды белә инем. Бары ошо мәлде кисектерергә тырыштым. Шуға ла ҡатыныма, тиҙерәк бала тап, минең вариҫ кәрәк, тип инәлдем. Тик, нишләптер, Дианам һаман һуҙҙы. Инде был йыйған донъя кемгә ҡалырын белмәйем. Хәйер, васыят күптән яҙылғандыр инде. Үкенес, үҙ балама ҡалдырып китә алмайым, япраҡ...
"Бушҡа өмөтләнгәнһең, ҡатының һиңә бала тапмаҫ ине. Уның бындай уйы юҡ ине", - тип яҙылды япраҡ битендә.
- Мин аңлайым, һеҙҙең донъяға рөхсәтһеҙ барып индем. Мин борсоном һеҙҙе!
"Тап һин беҙҙән рөхсәт һораның!"
- Нисек?
"Ишекте шаҡының, һәм беҙ һине индерҙек".
Рәүиз сытырлатып күҙҙәрен йомдо, шунан йәнә ҙур асып, япраҡҡа текләне:
- Васыят япрағы, нимә яҙылған минең васыятта?
"Белмәйем".
- Нисек? - тип ҡабатланы Рәүиз.
"Мин һинеке түгел. Һинең васыят әле яҙылмаған. Мин инде яҙылған васыят. Икенсе кешенеке. Йәғни, уның һиңә яҙған васыяты. Оҙаҡламай ҡулыңа алырһың".
Рәүиздең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
- Яҡындарымдың ғәйебе юҡ! Минең арҡала килеп сыҡты аңлашылмаусанлыҡ!
"Һәр кем үҙе ынтылғанды алды".
- Был бит дөрөҫ түгел!
"Улар үҙ хыялдарына ирештеләр. Ҡабатлайым, васыяттары һиңә килеп ирешер".
- Япраҡ, туҡта!
"Мин ишек артына инергә тейеш. Уның юлы буйлап киттем".
- Ишек? Бына бит ул ишек. Көпләнгән!
"Тылсымлы ишекте берәү ҙә көпләй алғаны юҡ".
Рәүиздең ауыҙы асылды.
- Нисек? Улайһа, ҡайҙа ағас ишек? Ашыҡма! Мин хатаны төҙәтәм! Мин яҡындарымды ҡотҡарам!
Ләкин алтын япраҡ ҡулдан ысҡынды ла, тәгәрәй-тәгәрәй осоп китте. Рәүиз уны күпме генә баҫтырһа ла, ҡыуып етә алманы. Кире әйләнеп килгәс, ир, ярһып, броня ишекте типкесләргә тотондо.
- Ҡайҙа минең ағас ишек? Ҡайҙа? Һин нимәне, кемде һаҡларға тейеш?
Ни саҡлы типһә лә, дөмбәҫләһә лә, броняға барыбер ине.

(Аҙағы. Башы 48-49-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.12.21 | Ҡаралған: 248

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru