«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УНЫҢ ЯБАЙЛЫҒЫНА ЛА БӨЙӨКЛӨК ХАС ИНЕ
+  - 


Рәсәйҙә генә түгел, башҡа бик күп сит илдәрҙә лә, Урал-алтай телсе ғалимдары араһында ла ифрат ҙур абруй ҡаҙанған бөйөк башҡорт ғалимына арнап, һәр биш йыл һайын хәтер кисәләре, ғилми-ғәмәли конференциялар, симпозиумдар, осрашыуҙар үтеп тора, уның фәнни асыштары, әҙәби ижады, тормош юлы хаҡында ифрат юғары фекерҙәр әйтелә. Шундай һәр сарала Башҡорт дәүләт университетына Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың мәшһүр исемен бирергә, тигән мөрәжәғәттәр ҙә ҡабул ителә килә, республика Хөкүмәтенә ебәрелә тора...

Айырыуса 1996 йылда, Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 85 йыл тулған көндәрҙә, уның элекке шәкерттәре - күренекле журналист, ғалим Ризуан Хажиев, яҙыусылар Р. Бикбаев, Р. Мифтахов, Т. Йосопов, Т. Килмөхәмәтов, телсе ғалимдар В. Псәнчин, И. Ғәләүетдинов һ.б. был мөһим мәсьәләне ҡырҡыу ҡуйғайны. Йылдар үткән һайын бындай мөрәжәғәттәр республика гәзиттәрендә ҡабатлана торҙо, әммә, үкенескә ҡаршы, республикала иң тәүге филология фәндәре докторының, башҡорттарҙан беренсе профессорҙың исемен мәңгеләштереү һаман да тормошҡа ашырылмай килә.
Бөтә донъяға танылған бөйөк шәхес Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың уҙған ғүмер юлына байҡау яһаусыларҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Шуныһы мәғлүм: ул яҙған хеҙмәттәренең барыһын да баҫтырып сығара алмаған. Был инде ғәйәт аяныслы хәл! Нәшриәт буяуы аңҡып торған китапты ҡулына алыу ғалим өсөн иң ҙур шатлыҡ булыр ине лә, тик ул бындай бәхеттән мәхрүм була. Быны ғалим бик тә ауыр кисерә. Вафатынан һуң ғына уның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ ижад ителгән, 1946 йылда Яҙыусылар союзында тикшерелеп, нәшриәттә сығарырға тәҡдим ителгән "Туғандар һәм таныштар" романы нәшер ителә. Романды баҫырға әҙерләүсе әҙәбиәт белгесе, ғалим һәм яҙыусы Әнүр Вахитов ошондай фекер үткәрә: "...Бөтә хикәйәләрен, әкиәттәрен, повесть һәм очерктарын, шулай уҡ иң яҡшы шиғыр, тәржемә һәм ҡобайырҙарын туплап, "Туғандар һәм таныштар" романы менән бергә ике томлығын сығарырға кәрәк ине..." Шулай уҡ, бөтә донъя күләмендәге лингвистар күптән фәнни хеҙмәттәренең тулы йыйынтығын күрергә теләй. Тик ғалимдың вафатынан һуң 50 йыл самаһы ваҡыт үтһә лә, барлыҡ лингвистарҙың теләге булған баҫма, ғилми хеҙмәттәренең тулы йыйынтығы бөгөнгө уҡыусыға килеп етә алғаны юҡ... Ғалимдың бөтә донъяла танылыу алған "Урал-алтай тел белеменә инеш" исемле хеҙмәте, үҙе мәрхүм булғандан һуң, 1972 йылда ғына донъя күрҙе. И. Ғ. Илишевтың тырышлығы менән 1996 йылда ғалимдың "Основы исторической грамматики урало-алтайских языков" тигән фундаменталь китабы нәшер ителде. Был ҡатмарлы хеҙмәтте өр-яңынан ҡарап сығыу, ҡарамаларын мөхәррирләү өсөн Илишевҡа өс йыл ваҡыт кәрәк була. Бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған ғилми хеҙмәткә рецензияны күренекле лингвистар, академиктар П. А. Аристэ, Б. А. Серебренников, профессорҙар Н. А. Баскаков, М. З. Зәкиевтар яҙа. Ниһайәт, ҡоро көндә ямғыр көткәндәй, Ж. Ғ. Кейекбаевтың был китабы ташҡа баҫыла. Сиге булмаған эште башҡарып сыға алыуына шатланған йәш ғалим, китап сыҡҡас, сәскәләр алып бөйөк гүр эйәһенең ҡәберенә йүнәлә. Күҙҙәренә йәш алған ғалим остазының баш осона яңы сығарған китабын һәм сәскәләр һала...
...Жәлил Ғиниәт улының тел ғилеме донъяһында абруйы сикһеҙ ҙур булыуы һәммәбеҙгә мәғлүм. Мәҫәлән, ул үҙе иҫән сағында Ленинград СССР Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, Азия халыҡтары институты профессоры Андрей Николаевич Кононовты тюркологияның актуаль мәсьәләләренә арналған темаға башҡорт-татар бүлектәре студенттарына махсус курс уҡырға саҡырған була. Даны сыҡҡан төркиәтсе менән яҡындан танышыу, аралашып, киләсәккә яңы пландар ҡороу маҡсаты менән арҙаҡлы ғалим Өфөгә килергә ризалыҡ бирә. Әммә Жәлил Ғиниәт улының вафаты хаҡында ишеткәс, хатта БДУ ректоры хат яҙып саҡырыуға ҡарамаҫтан, Кононов был сәфәрҙән баш тарта.
Дүрт тиҫтәнән ашыу тел белгән, ысын мәғәнәһендә полиглоттың - ағайыбыҙҙың - остазыбыҙҙың вафатына ла 50 йыл. Уның исем-шәрифе халыҡ күңелендә. Ошо дәүер эсендә заманында ул нигеҙ һалып киткән башҡорт теле үҫеш осорон кисерә: дәүләт теле статусын алыуға өлгәште. Тиҫтә-тиҫтә телсе ғалимдар, шағирҙар, прозаиктар, драматургтар, публицистар үҫеп сыҡты, бына тигән новатор-уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре республиканы данлай. Ваҡыт бизмәне ғәҙел һәм аяуһыҙ: ул бөйөк ғалимдың башҡорт телен генә түгел, барлыҡ төрки телдәрен, Урал-алтай телдәрен ентекле өйрәнгән, уларҙың алға әйҙәүсеһе булғанлығын таный, шул уҡ ваҡытта уның хеҙмәттәренә үҙе иҫән сағында тейешле баһа бирелмәүенә шаһитлыҡ ҡыла.
"...Их, әйҙәүсең булһын ине ул!" Был Жәлил ағайҙың хәсрәттәр йотоп, сарсап, уфтанып әйткән һүҙе. Эйе, хаҡ һүҙҙәр, әйҙәүсең булып, алдан бураҙналар ярып барһа, тапалған һуҡмаҡтан барыусыларға еңелерәк шул. Ә бына алға әйҙәү, башҡорт тел ғилеменә юл ярыу бөйөк шәхестең үҙ өлөшөнә тейҙе. Йыһанда күп осҡан ҡоштарҙың ҡанаттары тиҙ туҙа. Шуның кеүек, Жәлил Ғиниәт улының йөрәге лә сикһеҙ күп талпыныуҙан иртә туҙҙы. Беҙ, йәмәғәт, балды ҡалаҡлап йотабыҙ. Бер ҡалаҡ бал йыйыр өсөн бал ҡорттары меңәр сәскәгә ҡуныуын күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, балдың ысын баһаһын да онотабыҙ. Ғалимдың хеҙмәттәре лә нәҡ шундай бер мискә татлы бал һымаҡ. Ғилемен һоҫоп алабыҙ ҙа, уға күпме көс, йоҡоһоҙ көн-төндәр киткәнен, күтәрә алмаҫлыҡ хеҙмәт түгелгәнлеген уйлап та тормай, ҡуллана бирәбеҙ...
2021 йылдың 25 октябрендә олуғ ғалимдың тыуыуына 110 йыл тулды. Тынғыһыҙ ғалим-педагог, яҙыусы һәм актив йәмәғәтсе үҙе һау-сәләмәт сағында бер эштән дә ситтә ҡала белмәне. Азия һәм Африка илдәре теләктәшлегенең Совет комитеты ағзаһы, БАССР Юғары Советы депутаты булып һайланды. Жәлил Ғиниәт улының фиҙакәр хеҙмәте Ленин һәм Почет Билдәһе ордендары менән баһаланды. "Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре" тигән оло исемгә лайыҡ булды. Ул 1942 йылдан СССР Яҙыусылар Союзы ағзаһы булып торҙо. Ж. Ғ. Кейекбаев тиҫтәнән ашыу филология фәндәре кандидаттарын әҙерләй, республикалағы фән учреждениеларының ғилми эштәрендә туранан-тура ярҙам итә, Рәсәй һәм башҡа күрше, сит илдәрҙең төрлө юғары уҡыу йорттары һорауы буйынса лекциялар уҡый, фәһемле ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, форумдарҙа докладтар менән сығыш яһай. Талантлы тел ғалимы Вәли Шәғәле улы Псәнчин бөйөк тел белгесе һәм ижадсы Жәлил Ғиниәт улы хаҡында үҙенең "Исемдәре ҡалды илендә" мәҡәләһендә шулай тип нарыҡлай: "...Жәлил Кейекбаев һәр эштә тәүәккәл, киң һәм яңыса ҡарашлы, күп белемле, һәр саҡ яғымлы, алсаҡ, олоға ла, кесегә лә берҙәй мөләйем кеше, төрлө йүнәлештә эшләүсе арҙаҡлы ғалим ине. Ул минең хәтерҙә ана шулай кешеләрҙә һирәк була торған бөтә гүзәл сифаттарҙы үҙендә берләштереүсе, бер үк ваҡытта бөйөк тә, ябай ҙа шәхес булып ҡалды. Уның ябайлығына ла бөйөклөк хас ине шул". Башҡорттоң бөйөк ғалимы хаҡындағы яҡты хәтирәләрҙе йыйһаң, үҙе бер китапҡа торошло булыр ине. Туған тел бөйөклөгөн мәңгелеккә илтеүҙәге сикһеҙ ҙур роле уҡытыусыбыҙҙың үҙен дә халыҡ ихтирамының иң юғары, яҡты һәм изге рух йондоҙона илтә. Бындай шәхестәр быуатҡа бер тыуа! Мин шулай тип хыялланам: киләсәктә бөйөк төркиәтсе, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев исемендәге уҡыу йорто алдында уның бюст-һәйкәле урын алһын ине лә, ул студенттарға тура ҡарап: "Теле барҙың - иле бар, мырҙалар!" - тип өндәшкәндәй булһын ине!

Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты,
профессорҙың 1960 йылдарҙағы шәкерте.

"Киске Өфө" гәзите, №50, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.12.21 | Ҡаралған: 241

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru