«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДИКТОР ИҪТӘЛЕГЕНӘ
+  - 

Учалыла ошо райондың Яңы Байрамғол ауылында тыуып үҫкән, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә алып барыусылар ҙың "Диктор тауышы" конкурсы еңеүселәре билдәләнде.

Өсөнсө тапҡыр ойошторолған конкурста Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән 80 уҡыусы ҡатнашты. Финалға сыҡҡан 18 кеше билдәле дикторҙың тыуған яғында оҫталыҡтарын күрһәтте. Саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбендә - Әхәт Мортазиндың хәләл ефете, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Алик Байғарин, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус хәбәрсеһе Гүзәл Ситдиҡова, дикторҙың бер туған ағаһы Радик Мортазин. Халыҡ артисының туғандары үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты, уның тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләне. Уҡыусылар текстарҙы аңлайышлы, тулҡынланмайынса тасуири итеп уҡыны, яңылыҡты яттан һөйләп бирҙе. "Минең фекеремсә, балалар, һеҙ бөтәгеҙ ҙә - еңеүселәр. Сөнки туған телдең мөһимлеген аңлайһығыҙ, уға хөрмәт менән ҡарайһығыҙ, тимәк, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте йәшәй һәм быуындан-быуынға тапшырыла", - тине уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп Тәнзилә Үлмәҫбаева.
Конкурстың беренсе этабы онлайн-форматта, муниципаль кимәлдә үтте. Һуңынан иң яҡшы видеороликтар Өфөгә ебәрелде, унда Башҡортостан телевидениеһы белгестәренән торған жюри еңеүселәрҙе һайлап алды. Улар - Әлшәй районынан Байрас Сәләмов, Өфөнән Арыҫлан Ҡырымсурин, Учалы районы Ураҙ ауылынан Линиза Шәйхетдинова, Сибайҙан Арыҫлан Мәхмүтов. Аҙаҡ сарала ҡатнашыусылар Әхәт Мортазиндың Яңы Байрамғол ауылы мәктәбендә урынлашҡан музейын ҡараны.

"Киске Өфө" гәзите, №50, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.12.21 | Ҡаралған: 247

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru