«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫРЛЫ ДОНЪЯ - НУРЛЫ ДОНЪЯ
+  - 

Бер-беребеҙгә хәүефләнеп, шикләнеңкерәп ҡарап йөрөгән мәлдә, сибайҙарҙы йоҡоһонан уятҡандай, билдәле йырсы Айгөл Әсәҙуллинаның соло-концерты гөрләп уҙҙы. Әбйәлилдән килеп еткән ата-әсәһенә, туғандарына, күрше-тирәһенә рәхмәт, яратҡан йырсыларына ышаныслы терәк булып, уны ҡотлауҙарға, гөл-сәскәгә күмделәр. Сибай концерт-театр берекмәһе етәкселеге, ижадташ коллегалары тамашаны юғары сәнғәт кимәленә күтәрҙе. Һүҙҙе ошо нурлы сараның төп геройы Айгөлгә бирәйек. Ни тиһәң дә, концертты йылы килеш ҡарап ҡына баһа биреп була, хис-тойғоларҙың ташҡан мәле лә тамаша залында көслөрәк була. Икмәк тәмен бешереүсе ашаусыға ҡарағанда яҡшыраҡ белә.

- Йырсы булыу хыялы бала сағымдан оҙатып йөрөй. Тәү тапҡыр атайым менән сәхнәгә сығыуым хәтеремә ныҡ уйылып ҡалған. Йырҙың беренсе куплетын йырланым да һүҙҙәрен оноттом. "Әй, ҡалған яғын оноттом", - тигәс, әллә көлөп, әллә йәлләп, дәррәү ҡул саптылар. Тауышым көслө булғас, атайым киләсәгемде шул саҡта уҡ күҙаллағандыр инде. Ул - Ҡыш бабай, ә мин һәр йылдың башланғысы - Яңы йыл образында сыға торғайныҡ. Ижад юлым шулайтып атайым менән бергә йөрөп башланды. Әсәйем дә йырлай минең. Тауышы көслө түгел, әммә бик моңло. Атайымдың бер туған апайҙары ла бынамын тигән йырсылар. Миңә лә тыумыштан һалынғандыр инде ул һәләт. Бала саҡтан уҡ башҡа һөнәрҙе күҙ алдына ла килтермәнем. Бишенсе класҡа, имтихандарҙы һәйбәт тапшырып, Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияға вокал һәм фортепьяно класына уҡырға индем һәм ете йылым музыкаль мәктәптә үтте. Тәнзилә Үҙәнбаева класында халыҡ йырҙарын өйрәндем. Фортепиано буйынса ла гел "биш"кә өлгәшә инем. Музыка уҡытыусыһы һөнәрен һайларға ла булыр ине, әммә йыр үҙенә тартты. Бигерәк тә Лилиә Ишемйәрованың башҡарыуындағы йырҙар оҡшай торғайны. Уны тыңлап йөрөй торғас, тауышым уныҡына оҡшай башланы хатта. Әле миңә Римма Амангилдинаның тауышы оҡшай. Яҡташым булараҡ та үҙ күрәм, үҙен сәхнәлә тотоуы, баҫалҡылығы һоҡландыра. Уның менән концерттарҙа, төрлө сараларҙа осрашып аралашып торабыҙ. Фәнил ағайым да, еңгәй ҙә бейеүселәр. Әртистәр заты инде беҙ!
Өфөнән һуң Сибай музыка училищеһының өсөнсө курсына Мусин Джон Әхмәт улы класына алдылар. Уҡыуҙы ҡыҙыл диплом менән тамамлап, 2002 йылдың авгусында Сибай филармонияһына эшкә килдем. Биш йылдан Стәрлетамаҡ филармонияһына саҡырҙылар. Унда ла шул сама эшләгәндән һуң, Өфөгә "Мираҫ" ансамбленә күстем. Күңелем кире Сибайға тартыла башланы һәм эшемде тәүге ижад йортомда дауам итәм. Ижадымдың сәскә атҡан мәлендә билдәле композитор Салауат Низаметдинов иғтибар итте, тауышымды оҡшатҡас, уның менән хеҙмәттәшлек башланғайны, тик ул арабыҙҙан баҡыйлыҡҡа күсте.
"Башҡорт йыры" проекты йәштәргә популярлыҡ яулауға, телевидение аша эфирға сығыуға, ҙур аудиторияға күренеүгә ныҡ ярҙам итә. Рита Өмөтбаеваға был йүнәлештә ҙур эштәр башҡарыуы өсөн һәйкәл ҡуйырлыҡ. Экранға сыҡҡас, ижадҡа ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрә, үҙ-үҙеңә ситтән ҡарап, етешһеҙ яҡтарың күренә. Шул проектта ҡатнашҡандан һуң мин, мәҫәлән, ябыға башланым. Был тышҡы яҡтан, ә бит уның күҙгә күренмәгән күңел торошо ла бар: халыҡ йырҙарына мөнәсәбәт үҙгәрә, халыҡ йырын йырламаған йырсы йырсы түгел, тигән аксиоманы тулыһынса аңлайһың. Соло-концертымда тауышыма тура килгән "Баяс" тигән халыҡ йырын, сәхрәләрҙә йырлағандай, бер ниндәй музыкаль оҙатыуһыҙ башҡарам.
Был минең тәүге соло-концертым. Ошоға тиклем ашыҡманым, сөнки ниндәйҙер етди әҙерлек булырға тейешен аңлайым. Минең турала тамашасы әҙме-күпме белергә тейеш бит. Ун йылдан ашыу сәхнәлә булыуым, ижад итеүем быға этәргес бирә, халыҡ алдына ижад юлым башланғандан алып башҡарған йырҙарым менән сыҡҡым килә. Йыр һайлағанда һүҙҙәре оҡшаһа, мин уға сат йәбешәм, шул көндә үк һүҙҙәрен дә ятлайым, көйөн дә өйрәнәм. Әгәр йыр йөрәгемә ятмаһа, һүҙҙәре лә батмай, көйө лә һеңмәй репертуарымдан төшөп ҡала. Үҙеңә оҡшаһа, халыҡҡа еткереүе лә еңел бит ул.
Тырышам, үҙемде ялҡау тимәҫ инем, эшсән мин. Мәҫәлән, бешеренергә яратам, балаҡайҙарым тәмле ашаһын, матур кейенһен, тип тырышам. Мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт иткәс, бөтәһенә лә өлгөрөргә тейешмен, тип иҫәпләйем. Бөтә ғүмерем, бөтә тормошом - йыр булғас, хыялым тормошҡа ашты, тиһәм дә була. Икенсе өлкәлә лә эшләй алыр инем, әммә йыр иле ебәрмәй мине. Һәр бер кешенең үҙенә генә хас һәләте була. Минеке - сәхнә һәм йыр! Концертым "Айгөл иле", тип аталыуы ла бушҡа түгел: булмышымды, яҙмышымды, тормошомдо сағылдыра, мин нисекмен, шуны йырҙар аша күрһәтә. Әҙерлек күптән башланғайны ла, төрлө сикләүҙәр арҡаһында кисектерелә килде. Аллаһҡа шөкөр, мөҙҙәте етте, шуға күрә бер ҙә ҡаушамай, әҙерлек менән сығам тамашасым алдына. Донъялар имен тоһон, тыуған яҡтарҙа ла күрһәтербеҙ, тигән өмөттәмен. Халыҡтың һөйөүен яулар өсөн күп эшләргә кәрәк икәнен яҡшы аңлайым. Тамашасылар ихласлыҡты бик нескә тоя, фонограммаға ҡушылып, ауыҙ асып ябыу кәрәкмәй уға. Ундай концертты радионан тыңлап, йә телевизорҙан ҡарап була. Концерттың музыкаль етәксеһе Рәмил Париж улы Туйсин әйтмешләй: "Тик тере тауыш булырға тейеш, халыҡты ла, үҙеңде лә алдама".

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.12.21 | Ҡаралған: 409

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru