«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘХНӘ ОБРАЗДАРЫМДЫ ӨЙӨМӘ АЛЫП ҠАЙТМАЙЫМ
+  - 


Театр - беҙҙең көндәлек, ығы-зығылы йәшәйештән алыҫ, ләкин шул уҡ ваҡытта ҡәҙимге тормоштоң сағылышы ла. Ул саф тойғолар, асыҡ хистәр иле, мөхәббәт һәм нәфрәттең йәнәш йәшәүе, яҡшының һәр саҡ яманды еңеүе. Уйҙарға һалыусы орлоҡ сәсеүсе лә, ниндәйҙер һорауҙарға яуаптар табырға ярҙам итеүсе лә ул - театр. Быларҙың барыһын да тамашасы күңеленә алып барып еткереүҙең төп бурысы театр актеры иңенә төшә. Бөгөнгө әңгәмәсем - М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Радмир АБДУЛЛИН менән уның актерлыҡ донъяһына байҡау яһайбыҙ.

Радмир, һинең сәнғәткә килеүең, театр артисы һөнәрен һайлауың маҡсатлы рәүештә булмаған, шикелле. Әйҙә, баштан һөйләп үт әле.

- Ысынлап та, театр донъяһына килеп эләгеүем осраҡлы булды. Мин Ейәнсура районы Үтәғол ауылында тыуып үҫтем. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтының тарих факультетына имтихандар тапшырҙым, ләкин балл етмәү сәбәпле, уҡырға инә алманым. Икенсе йыл тағы ла бәхетемде һынап ҡарау маҡсаты менән әҙерлек курсына ҡалырға хәл иттем. Ләкин яҙмыштың миңә ҡарата үҙ ҡарары булған, күрәһең. Һөҙөмтәлә, мин фәнгә бөтөнләй ҡағылышы булмаған һөнәргә - актерлыҡҡа уҡып сыҡтым.
Мәктәп йылдарында йыр, музыка менән мауыҡһам да, ғүмерлек һөнәрем нәҡ сәнғәт өлкәһенә ҡағылышлы булыр тип һис ҡасан уйлағаным булманы. Стәрлетамаҡта әҙерлек курстары мәсьәләһен хәл итеп йөрөгән саҡта танышымды осраттым. Ул миңә Өфө сәнғәт институтының театр һәм вокал факультеттарына абитуриенттар йыйыуҙары тураһында әйткәйне, уның менән бергә баш ҡалаға сыҡ та кит мин. Вокал бүлегенә, баҡтиһәң, музыкаль училищенан һуң ғына алалар икән, минең ундай белем юҡ бит инде, уҡырға алманылар. Шунан дуҫҡа иптәш булып, театр факультетына барып, имихандар тапшырғайным, индем дә киттем. Бына ошо рәүешле, уйламағанда-нитмәгәндә Өфөлә ҡалып, актер һөнәрен үҙләштерә башланым. Шул ваҡытта миндә ниндәйҙер осҡон күреп, сәхнәгә сығып уйнай алырымды һиҙемләп-тойоп мине уҡырға алған комиссия ағзаларына, мине уҡытҡан уҡытыусыларыма рәхмәтем ҙур.

Студент йылдары тураһында күңелеңдә ниндәй хәтирәләр һаҡлана?

- Студент саҡ балалыҡ менән хушлашып, йәшлеккә аяҡ баҫҡан мәл, ысынлап та, матур һәм күркәм осор. Яңы таныштар, үҙаллылыҡ, рухи эҙләнеү ваҡыты, кеше ғүмеренең мөһим бер өлөшө. Минең талип тормошом да матур, иҫтәлектәргә бай булды. Нәҡ ошонда "сәнғәт", "ижад", "театр" төшөнсәләре күңелемә үтеп инеп ғүмерлеккә шунда тамырланды. Башҡорт сәнғәтенең, театр өлкәһенең олуғ шәхестәрендә уҡыу бәхете, пьесалар өйрәнеү, ролдәр өҫтөндә эшләү, төнгә тиклем ҡалып репетициялар яһау, йыр-моң, курсташтар менән бергә төрлө ҡыҙыҡтар ойоштороу, ҡыҙыу бәхәстәр - быларҙың барыһы ла әле булһын күңелем түрендә. Гөлсөм Бикбулатова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Илгизә Ғилманова, Фирғәт Ғарипов, Руслан Ғәлимов, Илнур Лоҡманов, Илмир Иҙрисов, Нияз Закиров һәм башҡа талантлы ҡыҙҙар һәм егеттәр менән курсташ булыу бәхете тейҙе. Беҙ дуҫ, татыу йәшәнек, бергәләп спектаклдәр әҙерләнек, театр факультеты сәхнәһендә уйнаныҡ, ғөмүмән алғанда, студент сағым шул тиклем күңелле, үҙенсәлекле, хәтерҙә ҡалырлыҡ булды.

Актерҙар менән интервьюларҙың һәр береһендә тиерлек уларҙың сәхнәлә уйнау, актер булыу хыялы бала саҡтан уҡ яралғанлығы һәм ошо хыялды ысынбарлыҡ итеү өсөн оҙон юлдар үтеүҙәре тураһында уҡыйбыҙ. Ә һинең бөтөнләй киреһенсә. Уйламаған ерҙән театр факультеты студенты булып киткәнһең. Үҙеңде буласаҡ актер итеп ҡабул итеү процесы нисек барҙы?

- Эйе, Стәрлетамаҡта пландар селпәрәмә килгәнлектән генә тормош юлы мине Өфөгә, сәнғәт институтына - театр факультетына - алып килде. Шуға күрәлер, ижади мөхиткә ылығып китеү, театр факультетында уҡый башлау тәүҙә миңә ауыр бирелде. Көндөң беренсе яртыһында дөйөм гуманитар фәндәр уҡыттылар, уныһы әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы. Ә төштән һуң актерлыҡ оҫталығы, сәхнә теле һәм башҡа ошондай фәҡәт сәхнә, театрға бәйле булған дәрестәргә ылығып китеү, үҙемде ошо өлкәлә күрергә өйрәнеү ҡыйын булды. Ниндәйҙер сәхнәне уйнау өсөн партнерҙар таба алмай ыҙалана торған инем. Оялыуым да булғандыр инде.
Яңы йылдан һуң ғына ҡыҙыҡһыныу уянып, дәрестәргә ихлас йөрөй башланым. Шулай булһа ла, театр сәхнәһендә уйнарға тигән көслө теләккә ҡарағанда, "Уҡырға ингәс, уҡыр кәрәк" тигән фекер мине институтта тота ине. Тик 3 курсҡа еткәс кенә үҙемде буласаҡ актер итеп ҡабул иттем. Үҙемдә ышаныс барлыҡҡа килде, сәхнәлә уйнау теләге уянды, театр, сәнғәт минең артабанғы яҙмышым икәнен аңланым.
Институт сәхнәһендә тамашасылар алдында спектаклдәр ҡуйыу, унан М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эпизодик ролдәрҙә сыға башлау мине "уятып" ебәргәндәй булды. Һин сәхнәлә, залда - тамашасы, ул һинән матур, мәғәнәле тамаша көтә. Уның ышанысын аҡлау өсөн бөтә тырышлыҡты һалырға, бар һәләтеңде биреп уйнарға кәрәк. Спектакль тулыһынса үҙенә йолоп ала ла, шаршау ябылғансы һин Радмир түгел, ә әҫәр персонажы булараҡ йәшәйһең. Был бит бик шәп! Тимәк, мин алда әллә күпме образды кәүҙәләндерә, әҫәр персонаждарына "йән өрә" алам. Быларҙың барыһын да аңлау өсөн миңә ваҡыт кәрәк булды, ләкин бөгөнгөм, үҙемдең һөнәрем менән бәхетлемен.

М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләүеңә 17 йыл. Ошо ваҡыт эсендә ниндәй ролдәр өҫтөндә эшләнең, уларҙы нисек ҡылыҡһырлайһың?

- Режиссерҙар мине күберәген комик ролдәргә, тип әйтәйемме икән, тәғәйенләй. Ололарға тәғәйенләнгән спектаклдәрҙә шуҡ персонаждарҙы, балалар тураһындағы әҫәрҙәрҙә хулиган малайҙарҙы һәм ошондай тәү ҡарашҡа кире геройҙарҙы күберәк һынландырам. Был образдар аша ниндәйҙер спектаклдә кешегә хас булған кире яҡтар күрһәтелә, ә икенсе әҫәрҙә иһә улар донъяны ғәҙәти аң менән аңлап булмаған, уның гүзәл яҡтарын тулыраҡ асырға ярҙам итеүсе булып сығыш яһай. Ғөмүмән, ниндәй әҫәрҙә лә бындай образдар бәләкәй урын биләмәй һәм пьесаның төп асылын, бөтә мәғәнәһен аңлатыуҙа мөһим роль уйнай.
Ыңғай геройҙан тамашасы ниндәйҙер уйланмаған аҙым эшләр тип көтмәй, уның персонажы ҡатнашлығындағы бөтә тамаша ла тик яҡшылыҡҡа ҡоролған һәм уның менән бәйле тарих һәр ваҡыт тиерлек бәхетле тамамланыуына шик юҡ. Ул һәр ваҡыт герой, маҡтауға лайыҡ персонаж. Ә пьесалағы шуҡ персонаждан, кире образдан аныҡ ҡына нимә көтөргә лә белеп булмай. Улар һәр ваҡыт төрлө ҡиәфәттә, йә хәйләкәр, йә артыҡ ышаныусан, фекер һығылмалығы менән айырылып тора, йәғни уға төрлө сүрәткә инергә һәм тамашасыны ошоға ышандырырға кәрәк.
Комик образда ла драматизм һәм хатта трагизм ятырға мөмкин. Барыһы ла авторҙың нимә әйтергә һәм уны ни рәүешле тамашасыға еткереүенә бәйле. Мәҫәлән, Александр Вампиловтың "Өлкән ул" пьесаһы сәхнәгә комедия булараҡ сығырыла. Ләкин ундағы ғаилә, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре, хистәр донъяһы, персонаждарҙың үҙҙәрен асыу һәм ҡабул итеүендә драматизм ятмаймы ни?

Роль өҫтөндә нисек эшләйһең?

- Һәр ролде лә ихлас күңел менән ҡабул итеп алам, тарихи әҫәр булһа, уны төплө итеп өйрәнәм. Мин уйнаясаҡ персонаж ысынбарлыҡта ниндәй кеше булған, ниндәй эштәр башҡарған, ул йәшәгән осорҙа ниндәй хәл-ваҡиғалар булған - барыһы ла ҡыҙыҡһындыра, халыҡтың дөйөм йәшәйеше тураһында ла уҡыйым. Ғөмүмән, роль өҫтөндә эшләгәндә авторҙың уны нисегерәк күреүен күҙ алдына баҫтырырға, уның нәҡ ошо персонаждан сәхнәлә нимә көткәнен аңларға тырышам. Ролде бар яҡлап үҫтерәм, уның дөйөм спектакль эсендә нисегерәк буласағын уйлайым, һүҙҙәремде ниндәй тонда һәм интонацияла, ҡиәфәттә әйтәсәгемде ҡат-ҡат ҡабатлайым. Роль - сәхнәгә сығып китапҡа яҙылған репликаны ғына әйтеү түгел, ә уйнаған персонаждың теге йәки был мәлдә ни өсөн нәҡ ошо аҙымға барыуын, ошо һүҙҙе әйтеүен, үҙен тотошон аңларға тырышыу һәм тамашасыға аңлата алыуҙалыр, тип уйлайым. Эшемә яуаплы ҡарайым, сөнки спектаклдәге һәр образ уның уңышлы булыу-булмауына йоғонто яһай. Тамашасы өсөн сәхнәлә бәләкәй роль юҡ, ул һәр геройҙың һүҙен, ым-хәрәкәтен ишетә һәм күрә. Мин, актер булараҡ, әҫәр авторы әйтергә һәм күрһәтергә теләгән мәғәнәне тулы кимәлдә уға алып барып еткерергә тейешмен. Әгәр ҙә ошоға өлгәшә алһам, тимәк, актерлыҡ һөнәрен юҡҡа үҙләштермәгәнмен, үҙ урынымдамын. Эшемдә илке-һалҡылыҡты өнәмәйем.

Спектакль көндө үҙеңде сәхнәгә нисек әҙерләйһең?

- Бындай көндә мин коллегаларым менән әллә ни аралашып бармайым, тулыһынса роль тураһында уйлайым, персонажымды баштан аҙағына тиклем тағы ла бер күҙ алдына баҫтырам, һүҙҙәремде ҡабатлайым. Сәхнә артында бөтөнләй башҡа нәмә тураһында һөйләшеп тороп, сәхнәгә сыҡһам, ролгә инеп китеүе минең өсөн ауыр. Шуға күрә ситтәрәк булам, әңгәмәләргә әллә ни ҡушылмайым. Сәхнәлә барған ваҡиғаларға әҙер булып килеп сыҡһам, үҙем уйнамаған ваҡытта ла коллегаларымдың уйынын күҙәтеп ултырһам, ваҡиғалар барышына ылығып китеүе ауыр түгел.

"Ҡайһы бер актерҙарҙың иң ҙур бәхетһеҙлеге - образдарынан сыға алмайынса, уны үҙенең тормошона индереүе, үҙе һәм образы араһындағы сикте юғалтыуы", тигән фекер уҡығайным. Ошо хаҡта нимә әйтерһең?

- Был бәхетһеҙлек мине урап үтте. Мин бер ҡасан да образдарҙан сыға алмайынса йөрөгәнем юҡ, уларҙы өйгә алып ҡайтмайым, көндәлек тормошома ҡыҫылдырмайым. Әлбиттә, образ өҫтөндә эшләгәндә, әҙерләгәндә мин театрҙан ситтә лә уның хаҡында уйларға, өйҙә уйнап ҡарарға мөмкинмен, ләкин әҫәрҙәге образдың шәхсән минең тормошома үтеп инеренә юл ҡуймайым. Был тәңгәлдә миндә фанатизм юҡ һәм был дөрөҫтөр, тип уйлайым. Һәр нәмә үҙ урынында булырға тейеш, театрҙа - эш, өйҙә - ҡәҙимге тормош. Яҡындарыңды эшкә бәйле сикләүҙәргә ҡуйыу, уларҙың йәшәйешенә ҡамасаулауы - ул эгоизм. Быға юл ҡуйыу мәғәнәһеҙлек.

Шулай итеп...
Үҙ һөнәрен яратҡан, эшенән ҙур ҡәнәғәтлек кисергән кешеләр менән йәнле әңгәмәләр килеп сыға. Бөгөнгө һөйләшеү нәҡ шундайҙарҙан булды. Театр донъяһына маҡсатлы рәүештә килмәһә лә, нәҡ театр сәхнәһендә үҙ урынын тапҡан актер Радмир Абдуллинды алда тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ ролдәр, уңышлы образдар көтөүенә шик юҡ.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.12.21 | Ҡаралған: 357

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru