«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ ТАЖЗӘХМӘТ КИЛӘ...
+  - 

Коронавирустың тәүләп Көньяҡ Африка ерендә хасил булған омикрон тигән төрө донъя күләмендә хәүеф тыуҙырҙы: Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау (ВОЗ) ойошмаһы эксперттары уны 26 ноябрҙәге ашығыс кәңәшмәһендә тикшереп, "омикрон" тигән атама бирҙе.

Был вирус тәүгеләренән бик күп төрҙәргә бүленеү үҙенсәлеге менән айырылып тора, шуларҙың 30-ы ғына ла коронавирус энәләре аҡһымында "йәшәй". Ғалимдарҙа иң ныҡ хәүеф тыуҙырыусы сәбәптәрҙең береһе - омикрондың тажзәхмәт менән ауырығандарҙың да хатта иммунитетына бирешмәүсәнлеге. Уның таралыу тиҙлеге һуңыраҡ, эпидемиологик мәғлүмәттәр туплана барыуына ҡарап билдәләнәсәк. Уның хасил булыу сәбәбе бынан алдағы төр вирус менән сирләп, тулыһынса дауаланып етмәгәнлектән, көсһөҙләнгән иммунитетлы ауырыуҙандыр, тип фаразлана. Көньяҡ Африка ғалимдары омикрондың күп һанлы үҙенсәлектәренә төшөнөү өсөн был хаҡта бөтөн донъя буйынса тикшеренеүҙәрҙе туплай һәм өйрәнә. Яңы варианттың таралыу тиҙлеге лә, сирҙең бынан алдағы вирустар менән сағыштырғанда ауыр йә еңел үтәме икәнлеге лә әлегә билдәһеҙ. Тәүләп был сир менән ауырыусылар университет студенттары араһында теркәлә һәм йәштәрҙең уны еңелсә үткәреүе асыҡланһа ла, тулы мәғлүмәт өсөн бер нисә көн йәки хатта аҙна кәрәк булыуы ихтимал.
Шуныһы хафаға һала: бынан алда коронавирус менән ауырыған кешеләрҙең "омикрон"ға тиҙ бирешеүҙәре һәм ҡабатлап сирләүҙәре ихтимал. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау белгестәре әлеге ваҡытта ҡулланылған дауалау сараларының, шул иҫәптән, вакциналарҙың яңы вирусҡа тәьҫирен өйрәнә, ә шулай ҙа вакцинаның сирҙе еңелерәк үткәреүгә һәм үлем осраҡтарын кәметеүгә булышлыҡ итәсәген таный. Элекке кеүек үк, ПЦР-тестар "омикрон" вирусына ҡарата ла көсөндә ҡала. Шул уҡ ваҡытта башҡа төрлө тестар буйынса, экспресс-тестарҙы ла индереп, тикшеренеүҙәр бара. Элекке вирус төрҙәренә ҡаршы дауалау сараларынан кортикостероидтар һәм интерлейкин-6-ға ҡарата рецепторҙарҙы тотҡарлаусы препараттар көсөндә ҡала. Башҡа төр дауалау саралары буйынса уларҙың мутацияға ҡаршы һөҙөмтәлелегенә анализдар үткәрелә.
"Омикрон" дан һаҡланыу саралары буйынса әлегә халыҡҡа ниҙәр кәңәш итергә була? Иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе - халыҡ күп булған урындарҙа кешеләрҙән 1 метр аралыҡ тотоу; ауыҙ-танауҙы яҡшы ҡаплап торған битлектәр кейеү; бинаны яҡшы итеп, йыш елләтеү; кеше күп тупланған урындарҙа булмаҫҡа тырышыу; бит-ҡул гигиенаһын үтәү; терһәкте бөгөп йүткереү һәм сөскөрөү, салфетка ҡулланыу; вакцина эшләтеү.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Башҡорт дәүләт медицина университетының микробиология, вирусология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Марсель Марат улы Тойғонов коронавирустың яңы варианты ҡайҙан килеп сығыуы, уны ҡасан һәм кем табыуы хаҡында һөйләй:
- Вирус даими рәүештә үҙгәреп тора. Коронавирус һәм грипп үҙен һаҡлау маҡсатында мутацияға бирелеп, яңынан-яңы штамм барлыҡҡа килтерергә һәләтле. Шуға күрә, әгәр кеше бер штамм менән ауырыһа, вакцина һәм иммуноглобулин әлеге штамға йоғонто яһамай. Был - тәбиғи процесс. Covid-19-ҙың, йәғни омикрондың ошондай тәүге штаммы Көньяҡ Африкала - Ботсванала барлыҡҡа килгән.
Юлдар асыҡ, кеше йөрөп тора, уның менән бергә вирус та тарала. Рәсәйҙә әлегә бер нисә осраҡ теркәлгән, әммә ул башы ғына булырға мөмкин, сөнки вирусты тулыһынса контролдә тотоп булмай.
Яңы штамм тураһында әлегә бик аҙ билдәле, сөнки клиник осраҡты әлегә беҙ белмәйбеҙ. Көньяҡ Африка вариантына ҡағылышлы уның тиҙ арала пневмонияға әүерелеүе, йәғни инкубация осоро ҡыҫҡа булыуы һәм еҫ тойоу һәләте юғалыуы мәғлүм. Температура 38 градусҡаса йәки саҡ ҡына юғарыраҡ күтәрелә. Быға тиклем ауырыған кешеләр уны еңелерәк үткәрәсәк. Был антиматдәләрҙең "омикрон"дан да яҡлауы тураһында һөйләй.
Вирус яңы тулҡынды уятып ебәреүе ихтимал, сөнки үҙгәреп тороуы сәбәпле, яңы штамдан тулыһынса һаҡлана алмайбыҙ. Был бәләкәй генә тере микроорганизмдар ҡайһы берҙә контролдән сығып китеүе лә ихтимал. Шуға күрә, һаҡланып йөрөү мөһим. Битлек кейеү, ҡулды дезинфекция саралары менән эшкәртеү - бөтә вирустан да һаҡлай. Һәм, әлбиттә, вакцинация кәрәк, ул сир еңел үтеүенә булышлыҡ итә. "Вектор" Новосибирск фәнни үҙәге яңы штамдың үҙенсәлектәрен өйрәнде. Унда етештерелгән вакцинала коронавирустың элекке штаммына оҡшаған антигендар булыуы тураһында мәғлүмәт бар. Бәлки, шул вакцина кешеләрҙе "омикрон" тыуҙырған сирҙән һаҡлар.

"Киске Өфө" гәзите, №51, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.12.21 | Ҡаралған: 227

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru