«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҢЫ ЙЫЛДЫ ҠАРШЫЛАЙБЫҘ
+  - 

Ҡытай календарына ярашлы, Күк Һыу Юлбарыҫ йылы 2022 йылдың 4 февралендә киләсәк. Яңы йыл хужаһы дәрт-дарманлы, маҡсатлы, тәрән аҡыллы, ҡыҙыҡһыныусан, үҙһүҙле.

Юлбарыҫ (Барыҫ) йылы тормоштоң бөтә өлкәләренә лә үҙгәрештәр индерәсәк, тип көтөлә. Әгәр ҙә эш урынығыҙҙы алмаштырырға, икенсе ҡалаға йәшәргә күсергә, оҡшаған эшегеҙ менән шөғөлләнә башларға, яратҡан кешегеҙҙе табырға теләһәгеҙ - йыл хужаһы мотлаҡ булышлыҡ итер. Ул маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бик күп көс түктерһә лә, ваҡытында ял да итә белә. Етмәһә, быйыл Һыу барыҫы булғанға күрә, һыу энергияһына бәйле барлыҡ нәмәләр көнүҙәк буласаҡ: ижад, аралашыу, сауҙа, мәғлүмәти процестар. Һыу - ағым, шуға 2022 йыл барлыҡ йондоҙлоҡтарҙың тормошона үҙгәрештәр алып киләсәк. Шуға ғәҙәттәрҙе яҡшыға үҙгәртеү файҙалы буласаҡ.
Юлбарыҫ йылында тышҡы матурлыҡҡа, ҡиәфәтегеҙгә иғтибар бүлеү ҙә мөһим. Сөнки йыл хужаһы гүзәллекте үҙ итә.
2022 йылда мөхәббәт өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр күп булмаҡсы. Яңғыҙҙарға буласаҡ тормош иптәшен осратыу, бәхетле ғаилә ҡороу мөмкинлеге асыласаҡ. Ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе нығытыу йәһәтенән туғандар менән бергә күберәк ваҡыт уҙғарырға, күмәкләшеп сәйәхәт итергә кәрәк буласаҡ.
Ышанабыҙмы-юҡмы, 2022 йылғы Барыҫ үҙенә һыу һәм ағас энергияһын йыйған, тип иҫәпләнә. Шуға күрә ул ерҙе ярата. Уны ыңғайлатыу өсөн байрам кисендә күк, зәңгәр, һоро, охра, йәшел, зәйтүн, һары, алтын өҫөндәге кейемдәрҙә булырға кәңәш ителә. Ялтыр муйынсаҡтар, мәрйендәр ҙә урынлы буласаҡ - улар Ҡояш нурында ялтырап ятҡан һыу өҫтөн хәтерләтә. Ә бына хайуандарҙы хәтерләткән һүрәтле кейемдәрҙән баш тартырға кәрәк.
Яңы йылда яңы тормош башларға әҙер булыу өсөн ҡайһы бер эштәрҙе алдан хәстәрләп ҡуйыу мөһим. Мәҫәлән, байрамдан бер нисә көн алда йыйыштырыу эштәрен атҡарып сығығыҙ. Саңдарҙы һөртөгөҙ, иҙәндәрҙе йыуығыҙ, кәрәк икән, хатта әйберҙәрҙе урынынан күсереп ҡуйығыҙ. Яңы йыл өйҙәге яңы һәм таҙа энергиянан башланырға тейеш. Кәрәкмәгән, бүтән ҡулланмаған һәм шкафтарҙа өйөлөп, урын алып ятҡан әйберҙәрҙе таратығыҙ. Өй эсендә юлбарыҫты һынландырған берәй биҙәүес ҡуйырға була.
Байрам кәйефен булдырыу, күңелде күтәреү маҡсатында шыршы биҙәп ҡуйығыҙ, бик булмаһа, янып торған гирляндалар элегеҙ. Әйткәндәй, шыршыла күк һәм зәңгәр төҫтәге уйынсыҡтар күберәк булһа, яҡшыраҡ.
Яңы йыл төнөндә кейгән ниндәйҙер бер әйберегеҙ өр-яңы булһын: йөҙөк, муйынсаҡ, һырға йәки күлдәк һ.б. Шыршыға кәнфит рәүешендәге уйынсыҡтар элһәгеҙ - был йортҡа етешлек килтерер. Мөхәббәтегеҙҙе осратырға теләһәгеҙ, йөрәк формаһындағы уйынсыҡтар элеү кәрәк һәм мотлаҡ парлы булһындар.
2022 йылды ҡаршы алғанда өҫтәлдә итле аштар күберәк булырға тейеш. Ит төрҙәрен һайлағанда ла бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ. Емештәрҙе лә күп ҡуйырға кәрәк, бигерәк тә мандарин, әфлисун, хөрмә, ананас кеүектәрен. Сөнки ҡыҙғылт һары төҫтәге йәшелсә-емеш яҡшы тәьҫир итәсәк, тәмлекәстәр һәм торттар ҙа урынлы буласаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №51, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.12.21 | Ҡаралған: 473

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru