«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫЙЫҠ!
+  - 

Ҡағыҙ баҫманың баш мөхәррире булараҡ, гәзит уҡыусыларға ҡытлыҡ кисереүҙән генә түгел был "Әйҙәгеҙ, уҡыйыҡ!" тигән ораным. Аҡ ҡағыҙ битенән - гәзит-журналдар, китаптар уҡымауҙың ниндәй бәләгә, ниндәй наҙанлыҡҡа килтерә барғанын тойомлауҙан, йән әрнеүенән әйҙәләүем.
...Телевизорҙан бер бәйге-тапшырыу ҡарайым. Опера һәм эстрада йырсыларынан торған ике команда ярыша. Алып барыусы уларға ябай ғына шундай һорау бирә: "Кисен йоҡларға ятыр алдынан эргәгеҙгә ни алаһығыҙ?" Бик оҙаҡ хитланғандан һуң шундай яуаптар алына: телефон, телевизор пульты, стакан һыу, күҙлек... Гәзит, журнал, китап тигәне юҡ...
Хәҙерге быуын уҡымай, тигәнде раҫлар миҫалдар күп инде. Әле яңыраҡ Өфөлә йәштәр менән Башҡорт теле көнөнә арнап "Йомро баш" уйыны ойошторҙолар. Алып барыусы Рөстәм Абдразаҡов ("Самауырлы ритайым" проекты авторы ла ул) ҡатнашыусыларға башҡорт халыҡ мәҡәлдәренең дауамын әйтергә, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева кеүек башҡорт әҙәбиәте классиктарының мәктәп программаһында ла булған әҫәрҙәренән өҙөктәрҙең авторҙарын атарға, башҡорт тарихындағы ҡайһы бер ваҡиғаларҙы, данлыҡлы башҡорт зыялылары исемдәрен иҫкә төшөрөргә ҡуша. Һорауҙар күп йәштәрҙә яуапһыҙ ҡалды. Һығымта бер: уҡымайҙар...
"Әйҙәгеҙ, уҡыйыҡ!" тигән әйҙәләүгә инандырыр дәлилдәр етерлек: "Мәғлүмәтле кеше донъя менән идара итә" тигән хәҡиҡәтте күҙҙә тотоп, бар өлкәлә - заман ағышында, сәйәсәттә, иҡтисадта, социаль һәм мәҙәни өлкәлә мәғлүмәтлелектә артта ҡалмаҫ өсөн; аҡыл һәм белем туплар, дөрөҫ һөйләшер, дөрөҫ уйлар, уңышҡа өлгәшер, тарихи тамырҙарыңды нығыраҡ белер, бөтөн һорауҙарыңа яуап табыу өсөн уҡырға кәрәк. Һәм тағы бер сәбәп: немец геронтология һәм гериатрия йәмғиәте ғалимдары йәшлекте, хәтерҙе һәм теүәл аҡылды һаҡлар өсөн көн дә... бер генә бит булһа ла китап йәки гәзит уҡырға кәрәк, ти. Йәғни, аҡ ҡағыҙҙан уҡығанда беҙҙең мейе лә, тойғолар сығанағы булған йөрәк тә күнекмәләр яһай булып сыға... Аҡ ҡағыҙҙан уҡыу аң һайығайыуын , наҙанлыҡты ла иҫкәртә, тимәк...
Заман ахырының билдәләренең береһе - белемдең юҡҡа сығыуы һәм наҙанлыҡтың өҫтөнлөк итеүе, тип яҙыла Ҡөрьән-Кәримдә. Бәлки, кемдәрҙелер ошо дәлил дә уйландырыр?
Нисек кенә булмаһын, әле аҡ ҡағыҙ битендә, шулай уҡ "Киске Өфө"лә яҙылғандарҙы баһалаған, өҫтөн күргән уҡыусыларыбыҙ бар. Улар беҙҙең менән дуҫлыҡты 2022 йылда ла дауам итәсәк. Рәхмәт уларға! Үтеп барған йылда гәзитебеҙ биттәрен алтын фекере менән күтәрмәләгән, баҫмабыҙға матур йөкмәтке өҫтәгән, тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан авторҙарыбыҙға ла рәхмәт!
Яңы йыл менән!

Гөлфиә ЯНБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.12.21 | Ҡаралған: 332

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru