«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕСЕЛЕКЛЕ БУЛАЙЫҠ!
+  - 

Булған хәл тип аталған ошо бәләкәй генә мәҡәлә ныҡ тетрәндерҙе. Бер ҡатын ит комбинатында эшләгән. Бер көндө эш аҙағында тикшерергә уйлап, туңдырғыс камераға инһә, ҡапыл ишек ябыла ла, ул эстән бикләнеп ҡала. Ҡатын бар көсөнә ҡысҡырып, ишеккә шаҡып ярҙам итеүҙәрен һорай. Тик уны бер кем дә ишетмәй, сөнки эшселәрҙең күбеһе ҡайтып киткән була, өҫтәүенә, туңдырғыс эсенән бер тауыш та ишетелерлек түгел. Биш сәғәт тирәһе ваҡыт үткәс, иҫән ҡалыуға өмөт осҡоно һүнеп бөттө тигәндә ҡарауылсы ишекте асып ебәрә һәм ҡатынды үлемдән ҡотҡара. Һуңынан ҡатын хеҙмәттәшенән ни өсөн туңдырғыс камераны асырға уйлауын һорай. Сөнки тикшереү уның бурысына бөтөнләй инмәгән була. Ҡарауылсы шулай тип яуап бирә:
- Был заводта 35 йыл эшләйем. Көн һайын унда йөҙәрләгән кеше инә, сыға. Әммә һин көн һайын иртән эшкә килгәндә - иҫәнләшеп, ә кисен ҡайтҡанда һаубуллашып сығып киткән һирәк кешеләрҙең береһе. Күптәр мине күрмәмеш булып үтеп китә. Бөгөн иртән һин һәр ваҡыттағыса: "Сәләм!" - тип әйтеп инеп киттең. Әммә кисен: "Иртәгә күрешкәнгә тиклем хуш", - тигән һүҙҙәреңде ишетмәгәс, завод биләмәһен тикшерергә булдым. Мин һинең көн һайын әйткән "Сәләм", "Иртәгәгә тиклем" тигән һүҙҙәреңә шул тиклем өйрәнгәнмен. Улар миңә кемгәлер кәрәккәнемде белгертеп, күңелемде йылытып тора. Бөгөн хушлашыу һүҙеңде ишетмәгәс, һинең менән нимәлер булғанын аңланым. Бына шуның өсөн һине бөтә ерҙән эҙләп, һыуытҡысҡа барып сыҡтым, - тигән.
Уйландырырлыҡмы? Уйландырырлыҡ! Ысынлап та, беҙ йыш ҡына ишек төбөндә ултырған вахтер апайҙарға-ағайҙарға, ҡарауылсыларға, иҙән йыуыусыларға, урам һепереүселәргә иғтибар бирмәйбеҙ. Уларҙың көн һайын беҙҙе ҡаршы алыуына, беҙҙең килеүебеҙгә йыуып, йыйыштырып, һепереп йәки ҡарҙы көрәп ҡуйыуына шул тиклем өйрәнгәнбеҙ. Шулай булырға тейеш кеүек кенә ҡабул итәбеҙ һәм беҙҙең йылы ҡарашыбыҙҙы тойғоһо килгән был һөнәр эйәләрен, иҫәнләшеү, өндәшеү, рәхмәт әйтеү түгел, хатта күрмәйбеҙ ҙә. Әлбиттә, был бөтәбеҙгә лә ҡағылмай. Шулай ҙа арабыҙҙа шундайҙар бар. Ә беҙҙән күп тә кәрәк түгел, бер һирпелеп ҡарау, баш ҡағып ҡына иҫәнләшеү ҙә ҙур мәғәнәгә эйә улар өсөн... Күптән түгел оҙаҡ йылдар ҡаланың дөйөм ятаҡтарының береһендә вахтер булып эшләгән апайҙы осратҡайным. Ул йәш сағында торлаҡ ремонтлау-эксплутациялау участкаларының береһендә урам һеперҙе. Сүп ташыған йөк машинаһы кузовынан көнөнә утыҙлаған-ҡырҡлаған тапҡыр ергә һикереүҙән эсе төшөп, медицина күрһәтмәһе буйынса ауыр эш ярамағас, уны йәш булһа ла вахтаға ултыртҡайнылар. Байтаҡ йылдар биш ҡатлы ятаҡханала йәшәгәндәрҙе оҙатып, ҡаршы алып, асҡыстарын биреп ултырҙы. Төн йоҡламай, тәртип, таҙалыҡ һаҡланы, тиһәң дә була. Хәҙер күптән хаҡлы ялда инде ул.
- Бер аҙ аҡсаһы булыр, тип, яңыраҡ бер ойошмаға вахтер булып эшкә сыҡҡайным. Тик күпкә сыҙай алманым. Юҡ, эш ауырлығынан түгел. Заманалар үҙгәреше был өлкәгә лә ҡағылған икән. Вахтала ултырыу хәҙер бик еңел: бөтә ерҙә видеокамера тора, өҫтәлдә - пульт, телефон. Түҙемлегем етмәүҙең сәбәбе шунда: мине унда бер кем дә "тере" кеше итеп күрмәне. Заман менән бергә атлаған етди ойошма, хеҙмәткәрҙәре лә абруйлы, дәрәжәле кешеләр. Әммә етәксенән һәм бер урынбаҫарынан тыш, бер кем дә минең менән иҫәнләшмәй ине, әйтерһең дә, мин бөтөнләй унда юҡмын. Тәүҙәрәк уларҙың мине күрмәмеш булып үтеп китеүҙәренән ныҡ уңайһыҙланып, ишектән инеүсенән башлап үҙем һаулыҡ һораша торғайным. Башта тәүгә күргән кешегә ғәжәпләнгән һымаҡ ҡараһалар ҙа, сәләмемде алдылар, ә һуңынан ишетмәмешкә һалыша башлағас, был ғәҙәтемде ҡуйҙым.
Сыҡҡанда ла һаубуллашмайҙар, күҙле бүкәнгә ҡараған һымаҡ үтеп китәләр. Байрам көндәрендә лә бер йылы һүҙ ишетермен тимә. Егермеләгән хеҙмәткәр йә ҡулындағы телефонына текәлеп, йә һөйләшеп, береһенән-береһе уҙҙырып, ҡайҙалыр ашыға, йүгерә-атлай сығып китәләр.
Әйткәндәй, бындай мөнәсәбәт миңә ҡарата ғына түгел ине, шикелле. Бәләкәй генә коллективтың, ғөмүмән, үҙ-ара ла йылылығы булмауы һиҙелә ине. Бер-береһенең хәле, һаулығы менән дә ҡыҙыҡһынманылар улар. Мин бит оҙаҡ йылдар ябай вахтер булып эшләһәм дә, һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булдым. Кешеләрҙе лә беләм, уларҙың психологияһын да аңларға өйрәндем. Элек дөйөм ятаҡта эшләгәндә үҙемде унда иң кәрәкле, иң мөһим кеше итеп тоя торғайным. Олоһонан кесеһенә тиклем ихтирам менән ҡараны. Минең бер кемгә лә һөйләмәгәнемде белеп, иң ҙур серҙәре менән дә уртаҡлашты улар. Элек кешегә кеше кәрәк ине, ә хәҙер - юҡ. Кешенең ҡәҙере лә юҡ. Эшкә сығып, шуны аңланым... - тине вахтер апай.
Был миҫалдарға артабан сурытып, аңлатма яҙыу урынһыҙҙыр. Заман үҙгәреү менән бергә кешеләр араһындағы иң мөһим, иң изге, иң йолауи мөнәсәбәттәр үҙгәрә, шуныһы ҡыҙғаныс. Кешегә кешеләр менән аралашыу түгел, үҙенең тап-тар донъяһында соҡоноу үҙерәк, яҡыныраҡ була бара. Шуның емештәрен тирәбеҙ, тирәсәкбеҙ әле. Йәл...

Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.12.21 | Ҡаралған: 1738

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru