«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАМОНДЫҢ "ҺИКҺӘНЕНСЕЛӘР" АУЫЛЫНДА ҠУНАҠТА
+  - 


Өфө районының Шамонин ауылы беҙҙең күҙ алдында үҫте. Ундағы тәүге йорттар ҡалҡыуын, тәүләп йәшәй башлаусыларҙы ла хәтерләйбеҙ. Элек ауылда үтеп сығып булмаҫлыҡ, тубыҡтан батҡаҡ, ҡыш көрт ине. Хәҙер ауыл урамдарында асфальт түшәлгән, йорттар араһына барып инһәң, үҙеңде Европала йөрөгәндәй хис итәһең. Иң һуңғы моделле иномаркаларҙа баш ҡаланан эштән ҡайтыусылар кабиналарынан сыҡмайынса, пульт төймәләренә баҫып ҡына гараждарының ишектәрен аса. Йә, әйтегеҙ, ҡайһы ауыл ошондай сервисы менән маҡтана ала? Йорттарға килгәндә инде, архитектуранан башлап, төҙөлөш материалдарына тиклем - барыһы ла Европаса!
Туғандар шунда йәшәгәс, шәхсән үҙемдең диҡҡәтем Салауат Юлаев исемендәге урамдың көньяҡ осонда йәшәүселәрҙә булды. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан, башлыса, ауылдарҙан килгән йәш ғаиләләр ҙур энтузиазм, йәшлек романтикаһы менән һуңғы ун йыл эсендә ҡасандыр колхоздың ташландыҡ баҫыуы булып, сәнскәк һәм әрем баҫҡан яланды гөл-сәскәле оазисҡа әйләндерҙе.
Мин белгән күршеләрҙе татыулаштырыусы, бер йоҙроҡҡа туплап, ауыл эсендәге ауылға әйләндереүсе сәбәп-шарттарға килгәндә инде:
-уларҙың барыһы ла ауылдарҙан баш ҡалабыҙ Өфөгә йән атып килеп, ғаилә ҡороп, яҙмыштарына "Шамонино" бәхете төшөүселәр;
-барыһы ла тиерлек Өфө ҡалаһында хеҙмәт итә;
-был татыу күршеләр: "Беҙҙең хатта пиондарыбыҙ ҙа бер төптән, сөнки улар бер ата-әсәнән", - тиҙәр.
-барыһы ла тиерлек уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында донъяға килеүселәр һ.б.
Тап шуның өсөн дә был күршеләр үҙҙәренең берлеген "Һикһәненселәр" тип атай ҙа инде. Тағы ла шуныһы: татыу күршеләрҙең ошо "Һикһәненселәр" берлегенә ҡараусылар икенсе урынға күсеп киткән осраҡта ла һаман да ошо ауыл кешеһе булып ҡала. Был да күп нәмә тураһында һөйләй.
Бөгөн был ауылда 9 ғаилә күрше булып йәшәй. Уларҙың ҡайһы берҙәренә түбәндәге һорауҙар менән мөрәжәғәт иттем.
Ғаилә башлыҡтары тәүҙә үҙҙәре менән дә таныштырып үтте.

Шамонин ауылында йәшәй башлаған тәүге йылдарығыҙ ниндәй хәтирәләр менән күңелегеҙгә уйылып ҡалды?

- Беҙ сығышыбыҙ менән Хәйбулла районының Урыҫбай ауылынан. Тормош иптәшем Азамат Кадаев менән беҙ бер ауылдан, күршеләрбеҙ. Исемем Мөнирә, ике малай, бер ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Өлкән улым Батырға 16 йәш, Өфө авиация техникумында белем ала, уртансы улым Моратҡа - 13, бәләкәс ҡыҙыбыҙ Алһыуға 2 йәш тулды. Иптәшем 20 йыл полицияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, үҙем ҡыҙым менән декрет ялындамын. Өфөлә витамин заводында эшләйем.
Һеҙҙең һорауға килгәндә, беҙ Өфө ҡалаһынан бында 2010 йылдың июнендә күсеп килдек. Ике йәш бала менән өйҙә газ, һыу, юлдар булмауы ауырға төштө. Мәтеле батҡаҡ урамдар, машина менән түгел, йәйәүләп үтеүҙәр, батҡаҡҡа батып ҡалған итектәрҙе эҙләй-эҙләй ҡайтыуҙар, таныштарҙан бидонлап һыу ташыуҙар, биш-алты ғаиләгә бер мунса яғып төшөүҙәр - барыһы ла булды. Яҡын тирәлә аҙыҡ-түлек кибеттәре булмауы ла ауырға тура килде. Иң иҫтә ҡалғаны шул булды: бейемем 30 йәшемә матур быймалар бүләк иткәйне. Аҡса юҡ, ашарға бөттө, шул быймаларҙы һаттым бит әй аптырағас, ә уны нисек һатып ебәреү үҙе бер ҡыҙыҡлы ваҡиға ул. Аҙаҡ, аяҡтар өшөгән һайын, нишләп кенә һаттым тип үкендерә торғайны (бейемем әле булһа ла белмәй, әйтеп ҡуймағыҙ!)
Шулай булһа ла беҙ бәхетле инек, сөнки беҙҙең күптән хыялланған өйөбөҙ, балаларыбыҙ сыр-сыу килеп уйнап йөрөгән ихатабыҙ бар. Алдағы көндәргә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Шамонино ауылында йәшәй башлаусы беҙ, йәш ғаиләләр, тырышып йәшәп, эшләп алып киттек. Күршеләр менән ауыр ваҡыттарҙа бер-беребеҙгә терәк-таяныс булдыҡ, бөтә уңайлыҡтары булған йорттар төҙөнөк.

Һеҙҙе нимә берләштерә: күрше йәшәү генәме? Йомош төшөүме? Мохтажлыҡмы? Байрамдармы? Тыуған көндәрме? Бәпес тыуыуымы?

- Беҙ Хөснитдиновтар ғаиләһе, ирем Руслан Ағиҙел ҡалаһынан, мин Фәйрүзә - Татарстандың Йотаза ауылынан. Руслан әле Өфөлә бер фирмала менеджер булып эшләй, мин Шамонин мәктәбендә инглиз теле уҡытыусыһы. Улыбыҙ Асҡарға 10, ҡыҙыбыҙ Азалияға 8 йәш.
Руслан күршеләр менән бер-беребеҙгә ярҙамлашып, аралашып йәшәүҙе иң мөһиме, тип иҫәпләй. Минең иһә буш ваҡытым булмау сәбәпле, холҡомда интровертлыҡ өҫтөнлөк иткәнгә күрә, ундай аралашыуға форсатым ҡалмай, шуға күрәлер ҙә, күршеләребеҙ менән күмәкләп байрам өҫтәле артында осрашыуҙарҙы һағынып көтөп алам. Бигерәк тә һуңғы ике-өс йылдарҙағы ихлас осрашыуҙар, эскерһеҙ аралашыуҙар ваҡытында йығылып көлөрлөк көләмәстәр һөйләнгәндә ысын мәғәнәһендәге бәхетле минуттар кисергәнебеҙҙе тоябыҙ. Был хаҡта мин күршеләребеҙгә әйткәнем дә бар. Шуға күрә беҙҙе берләштереүсе төшөнсәгә килгәндә, мин уны ихлас аралашыу мохтажлығы тип атар инем.

Бергә үткәргән байрамдарҙы, башҡа сараларҙы һанап үтһәгеҙ ине...

- Хәлиловтар ғаиләһебеҙ, мин Айҙар Ейәнсура районының Абҙан ауылынан, эш урыным Башҡорт дәүләт медицина университетының физкультура уҡытыусыһымын, ҡатыным Фирүзә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡустығол ауылынан, Республика ҡан ҡойоу станцияһында бүлек мөдире. Ҡыҙыбыҙ Юлиә - Мәскәүҙә Пирогов исемендәге медицина университеты студенты, улыбыҙ Булат Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, Амелияға 2 йәш.
Беҙҙә күршеләрһеҙ бер байрам үтмәй, бер эш эшләнмәй! Яңы йылда сиратлап күршеләрҙә йыйылышабыҙ. Күмәкләшеп табын әҙерләйбеҙ, уйындар ойошторабыҙ. Ватанды һаҡлаусылар, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көндәренә тышта усаҡ яғып, аш-һыу әҙерләп, квест ойоштороп үткәрәбеҙ. Йәш ғаиләләр булғас, Аллаға шөкөр, бәпестәр ҙә тыуып тора. Күршеләр менән йәш әсәйҙең ҡайтыуына тәмлекәстәр бешереп, әҙерләнеп торабыҙ.
Өй булғас, өйәбеҙ ҙә өйәбеҙ. Төкөтмәләр, мунсалар, гараждар төҙөү күршеләрҙең берҙәм ярҙамынан башҡа эшләнмәй. Нисек эшләйбеҙ, шулай матур итеп ял итә лә беләбеҙ. Башҡортостаныбыҙҙың матур төйәктәрен йәй һайын тиерлек барып күрергә тырышабыҙ. Шүлгәнташ, Мораҙым мәмерйәләрен күреү үҙе бер ғүмер булды. Бындай саралар үҙебеҙҙе лә, балаларыбыҙҙы ла берләштерә, усаҡ янында үҙ телебеҙҙә аралашып, йырҙар йырлап ултырыуға ни етә! Йәйҙең эҫе көндәрендә һә тигәнсе йыйылышып, йылға-күлдәр буйына сығып китәбеҙ. Йолаларыбыҙҙы онотмай, Ҡөрьән аштары ла үткәреп торабыҙ. Театр-концерттарҙы ла ҡалдырмайбыҙ. Йорт төҙөр алдынан күршеңде һайла, тиҙәр. Беҙгә һайларға форсат булманы. Шуға ҡарамаҫтан, күршеләребеҙҙән уңдыҡ. Һайлап йыйһаң да шулай тура килмәҫ ине.

Халыҡта "Күршең һуҡыр булһа, бер күҙеңде ҡыҫып йөрө" тигән әйтем бар. Быны нисек аңлайһығыҙ?

- Беҙ Гөлсимә, Даян Иштановтар ғаиләһе. Даян Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында хужалыҡ эштәре буйынса бүлек етәксеһе, мин Күгәрсен районының Юлдыбай ауылынан, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләйем. Улдарыбыҙ Бәхтейәр менән Баязит Шамонино урта мәктәбендә уҡый, бәләкәсебеҙ Байназар балалар баҡсаһына йөрөй.
Һорауға килгәндә, тимәк, һин дә күпте күрмә. Үҙен белгән әүлиә, тиҙәр бит, шуның кеүек, үҙеңдең хаталарыңды белмәһәң дә, кешенеке тиҙ генә күҙгә салынып бара. Ут күршең менән татыу йәшәүҙең бер сере инде ул күп нәмәгә күҙҙе йомоп ҡарау. Ә күршеңә күҙ һалмай булмай, йорт алдында нимәлер менән булышып йөрөгәндә ҡойма аша тағы кемдеңдер көнгөр-ҡанғыр килеп йөрөүе үҙе бер кинәнес бит ул.
Беҙ йорттарыбыҙға күсеп йәшәй башлағанда бөтәбеҙҙең дә балалары бәләкәй, ҡатын-ҡыҙҙар күбебеҙ декрет ялында ултыра инек. Үҙ-ара танышып, аралашып китеүебеҙ ҙә тап шул балалар арҡаһында булғандыр. Балаларыбыҙ өсөн уйын майҙансығы - йорт алды, шунда сығарып уйнатабыҙ. Тәүҙә балалар, шунан әсәйҙәр дуҫлашты. Бер мәл декрет ялы тамамланып, эшкә сығып киткәйнеләр, иң тәүҙә шул ҡойма аша кеше йөрөмәүе эсте бошора икәнен, күршенең ялы етеп, ишек алдында баҡса, йорт эштәре менән булышыуын көтөп алғаныңды һиҙә башлайһың. Беҙ хәҙер үҙ-ара шаяртып алабыҙ, сираттағы декрет ялында ултырыусы әсәй - ул "дежурный по стране", йәғни беҙҙең урамдың донъя тотҡаһы. Уның күҙ уңынан бер нәмә лә ысҡынмай: балалар ҡасан мәктәптән ҡайтҡан, ҡайҙа уйнарға сығып киткәндәр, өйҙө бикләгәндәрме, ҡар көрәгәндәрме, ҡош-ҡортто ҡарағандармы, баҡсаға һыу ҡойғандармы һ.б. Бер-беребеҙгә ышаныс кимәле юғары беҙҙә. Беҙҙең осраҡта күршеңдең хаталарын түгел, ниндәйҙер ыңғай эштәрен күреп, шунан өйрәнеп йәшәү күберәктер. Төрлөбөҙ төрлө яҡтан, һәр кемдең үҙенең донъя көтөү әмәле бар. Кемдәндер ҡаҙҙай тауыҡ үрсетергә өйрәнәбеҙ, кемдәндер баҡса үҫтерергә, ә кемдәндер таш һалырға - арабыҙҙа оҫта ташсы ла бар. Йәштәрбеҙ бит әле, дәртләнеп, сәмләнеп, ярышып донъя көтөп ятҡан мәл. Шуныһы менән ҡиммәт беҙҙең дуҫлыҡ.

Әгәр ҙә һеҙҙе ауыл тип атарға ҡушһалар, уға ниндәй исем бирер инегеҙ?

- Беҙ Зәйтүновтар ғаиләһе. Мин, Ләйсән, Хәйбулла районының Подольск ҡасабаһында тыуғанмын, ирем Самат - Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылы егете, ике ҡыҙыбыҙ һәм бер улыбыҙ бар. Шамонинды мин "Һикһәненселәр" ауылы тип әйтер инем. Сөнки күбеһе тап шул 1980-1986 йылдарҙа тыуғандар булып сыҡты. Шамониноға күсеп, бер йыл тирәһе йәшәгәс, бер-бер артлы юбилейҙар осоро башланды: бер күршегә 30 йәш тулды, саҡ ҡына ваҡыт үткәс, икенсеһенә-өсөнсөһөнә... Күбеһенә лә шул уҡ йәш тулды. Шул мәл ныҡ иҫтә ҡалған - күбебеҙ бер сама йылғылар икәне асыҡланды. Әлбиттә, башҡа йылда тыуыусылар ҙа бар, әммә "һикһәненселәр" күберәк. Үҙебеҙ бер тирә йәштәштәр булғас, балаларыбыҙҙың да йәш айырмаһы ҙур түгел. Беҙ Өфөнөң төрлө ятаҡтарынан ауылға күсеп килдек, һәр ғаиләлә тиерлек бәләкәй балалар бар, барыбыҙ ҙа яңы мөхиткә сумдыҡ - эш, өй мәшәҡәттәре араһында яңы ҙур өйҙәрҙә бер-бер артлы тағын балалар тыуа. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, бер осор күмәкләп декрет ялына сығып алдыҡ, ул мәл матур хәтирәләр менән иҫтә ҡалды. Күршеләрҙең ярҙамын тойоп, ауырлыҡтарға иғтибар итмәй, дәртләнеп, тырышып йәшәйбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ. Балалар менән бергә баҡса үҫтереү менән дә мауығып киттек - үҙ ҡулдарың менән үҫтергән сәскәләргә, емеш-еләккә, йәшелсәләргә ни етһен! Ауылда ир-егеттәрҙең дә эштәре күп: йорт-ихата төҙөкләндереү ирҙәребеҙ яурындарында. Ярҙам кәрәк булһа, күршеләр "һә" тигәнсе йыйылышып, ярҙам итергә әҙер.

Һеҙҙең күршеләр тормошонда ниндәй иҫтә ҡалырлыҡ ҡыҙыҡ, фәһемле ваҡиғалар булды?

- Беҙ Розалия, Руслан Мағашевтар икебеҙ ҙә Хәйбулла районынан. Рәсүл "Роснефть"тә баш белгес булып хеҙмәт итә, мин Өфө ҡалаһы ветстанцияһында ветеринария табибы булып эшләйем. Ике ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ, Нәркәскә - 11, Наҙгөлгә 7 йәш. Һорауға килгәндә, беҙ бер йыл 20 мулард өйрәктәре алғайныҡ. Күршеләребеҙ Кадаевтар ҙа алған. Ишек алдындағы үләнде ашап бөттөләр былар, шуға урамға сығарҙыҡ. Азамат Ҡадаев та сығарған икән. Бер мәл былар ҡушылып 40 баш булып йөрөп яталар. Мин өйҙә булмағанмын, ирҙәр саҡ айырып алған. Аҙаҡ ҡасҡалаҡтарҙы алып ҡайтҡас, Азамат бер өйрәк тотоп килә ята, тей. Руслан да берәүһен ситнәтәләр, беҙҙеке түгел, тип тотоп сыҡҡан. Урам уртаһында алыш-биреш эшләгәндәр.

Әйткәндәй...
"Һикһәненселәр" ауылы берҙәмлеге феноменының тағы ла бер сәбәбе - уларҙың күбеһенең Хәйбулла районынан булыуындалыр ҙа. Был район халҡының берҙәм булыуын Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов шулай аңлатҡайны: "Нимә генә тиһәк тә, район халҡы ҡырыҫ тәбиғәт ҡосағында йәшәй. Бында ел ныҡ өрһә, урамда баҫып та тороп булмай. Ҡышҡы һыуыҡта кешенең ун минут эсендә туңып үлеүе мөмкин. Машинаңдың тәгәрмәсе тишелеп, двигателе һүнде йә булмаһа көрт һалған юлдан үтә алмай ултыраһың икән, ти... Шундай шарттарҙа йәшәгәс, Хәйбулла халҡы өсөн берләшеү, бер төптән тотоноу хасыраҡ..." Мине "Һикһәненселәр"ҙең тағы ла бер сифаты һоҡландыра. Ул да булһа, бер-береһенә ҡарап, сәмләнеп донъя көтөүҙәре, йорт-ҡура бөтәйтеүҙәре. Береһе өйөнә төкәтмә эшләһә, башҡаларында ла йорттар иркенәйә, икенсеһенең гараж төҙөүе була, башҡалары ла унан ҡалышмай, өсөнсөләре шәп иномарка алһа, күршеләре лә шәп атҡа атлана. Бына шулай йәшәй Өфөләрҙәге берәгәй "Һикһәненселәр" ауылы!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.12.21 | Ҡаралған: 438

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru