«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАРЫҪ НИҘӘР ВӘҒӘҘӘЛӘЙ?
+  - 

Көнсығыш йондоҙнамәһенә ярашлы, 2022 йыл беҙгә ниҙәр алып килер? Маҡсатлы һәм маҡсатына ирешеүсәндәр мотлаҡ уңышҡа өлгәшәсәк, тиелә. Шулай ҙа ҡыҫҡаса ғына һәр йондоҙлоҡҡа айырым туҡталып китәйек:

Сысҡан. Сысҡан йылында тыуғандар өсөн 2022 йыл юл йөрөүҙәргә һәм сәйәхәттәргә бай булмаҡсы. Эш урынын алмаштырыу йәки яңы бинаға күсенеүегеҙ мөмкин. Романтика өлкәһендә бик күп ҡыҙыҡлы танышлыҡтар буласаҡ. Яҙмыш бик күп ыңғай мөмкинлектәр биреп торор, әммә маҡсатҡа өлгәшеү өсөн үҙегеҙ ҙә көс һалырға онотмағыҙ.

Үгеҙ. Йыл дауамында үҙ оҫталығығыҙҙан шикләнерһегеҙ. Үгеҙ бик төплө уйлап эш итә, ә йыл энергияһы тәүәккәл һәм энергиялы кешеләрҙе яҡлай. Шулай ҙа оҙаҡ ҡына аҙаҡҡыға ҡалдырып килгән бер нисә эшегеҙҙе хәл итә алырһығыҙ. Эш һәм карьера өлкәһендә лә уңыштар көтә, вазифағыҙ үрләүе мөмкин. Ҡараштарығыҙҙы киңәйтегеҙ, үҫешкә иғтибар бүлегеҙ. Шәхси тормошта ла барыһы ла ыңғай буласаҡ.

Барыҫ. Йыл, һис шикһеҙ, һеҙҙең өсөн уңышлы уҙасаҡ. Барыҫтар яңы маҡсаттарға ынтыласаҡ һәм үҙе тирәләй ысынбарлыҡты үҙгәртергә ынтыласаҡ. Йылдың тәүге яртыһында бизнесығыҙҙы үҫтереүгә иғтибар бүлегеҙ, шул осраҡта июлдән алып тырышлығығыҙ үҙ емештәрен бирә башлар. Йыл барлыҡ башланғыстарығыҙға ярҙам итәсәк.

Ҡуян. Йыл уңышлы ғына булмаҡсы, сөнки Барыҫ һәм Ҡуяндың уртаҡ көсө бар - ағас. Шулай ҙа Ҡуян йылында тыуғандарға пландарына иғтибарлы булырға кәңәш ителә, юғиһә, ҡайһы берҙәре бойомға ашмауы ла бар. Эштә лә тырышырға, ең һыҙғанып эшләргә кәрәк - бының ыңғай һөҙөмәһе оҙаҡ көттөрмәҫ.

Аждаһа. Ул йыл хужаһы Барыҫ кеүек сағыу һәм көслө. Был уға йылды үтә лә уңышлы уҙғарырға булышлыҡ итәсәк. Иң мөһиме - барыһын да алдан уйлап хәл итеү, ҡабалан ҡарарҙар ҡабул итмәү. Маҡсатығыҙға табан барығыҙ. 2022 йылда яңы кешеләр менән танышыуҙар күп булыр. Бизнеста яңы перспективалар асылыр. Тормошоғоҙҙо күптән үҙгәртергә теләһәгеҙ, мөмкинлектәр тыуыр.

Йылан. Йыл шәхси тормошта бик күп мөмкинлектәр килтерер. Бик күп кешеләр һеҙгә ғашиҡ булыр һәм романтик тәҡдимдәр ҙә яһар. Эш икенсе планға күсер. Йылан Барыҫ менән бик яҡшы мөнәсәбәттә түгел. Әммә был уның өсөн насар булыр, тигәнде аңлатмай. Ни бары килгән энергияларға ваҡытында яйланып өлгөрөү кәрәк.

Йылҡы. 2022 йыл һеҙҙең өсөн энергиялы һәм актив булмаҡсы. Парһыҙҙарға тормош иптәшен осратыу өсөн мөмкинлектәр күп буласаҡ һәм ғаилә ҡорорға тәҡдимдәр ҙә ишетерһегеҙ. Эштә ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар килеп тыуыуы мөмкин, әммә Йылҡының дипломаттарса һөйләшеү оҫталығы хәлде үҙ файҙаһына борорға ярҙам итәсәк.

Ҡуй. Комфорт зонаһын киңәйтеү - Ҡуй өсөн киләһе 2022 йылға иң төп өҫтөнлөктәрҙең береһе. Тормошоғоҙҙо үҙгәртергә теләһәгеҙ, барлыҡ ҡыйыулығығыҙҙы туплап, эшкә тотонорға ваҡыт. Яңылыҡҡа ынтылығыҙ. Килеп тыуған ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлын таба алаһығыҙ. 2022 йылда тормошоғоҙҙоң яңы битен асырһығыҙ, әммә теләк кенә кәрәк.

Маймыл. Йылдың тәүге яртыһында теләктәрегеҙҙе бойомға ашырғанда ҡаршылыҡтарға осрауығыҙ бар. Сәбәләнеүҙәр, ваҡ конфликттар көс һәм ваҡытығыҙҙы алыр. Әммә эш урынын ҡыҙыҡлыраҡ һәм аҡсалырағына алмаштырыу мөмкинлеге бар. Йылдың икенсе яртыһында килемегеҙ артырға мөмкин. Шәхси эшегеҙҙе асыу өсөн яңы мөмкинлектәр тыуыр.

Әтәс. 2022 йылда етәкселек, коллегалар һәм туғандар менән араларҙы боҙмаҫ өсөн алтын урталыҡ табырға, дипломат булырға тырышығыҙ. Киләһе йыл карьера һәм белем алыуҙа яҡшылыҡтар алып килер. Яҡты киләсәк тураһында хыялланыу түгел, ә уға ирешеү өсөн аныҡ эштәр атҡарыу кәрәк. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай яңылыҡтар, мөхәббәт вәғәҙә итә.

Эт. Йыл уғата уңышлы булмаҡсы. Яңғыҙҙар һөйгәнен осратыр һәм ғаилә ҡорор. Йәшәгән урынығыҙҙы алмаштырыу йәки үҙ торлағығыҙға күсенеү мөмкинлеге бар. Карьера өлкәһендә шәхси байлығығыҙ артыр һәм яңы белем алырһығыҙ. Төп кәңәш - актив булығыҙ, үҙ идеяларығыҙҙы алға һөрөгөҙ һәм хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланыр.

Ҡабан. 2022 йыл ваҡиғаларға бай булыр. Был үҙ тормошоңа яңы күҙлектән бағыу, өҫтөнлөктәрҙе яңынан билдәләү өсөн уңай осор. Шәхси үҫешкә иғтибарҙы күп бүлегеҙ, хис-тойғоларығыҙҙы контролдә тоторға өйрәнегеҙ - был бихисап ыңғай үҙгәрештәр килтерер. Мөхәббәт өлкәһе йәй башында активлашыр. Эштә үҙ тырышлығығыҙ һәм тәжрибәле хеҙмәттәштәрегеҙ ярҙамында уңышҡа өлгәшерһегеҙ.

Ниҙәр генә вәғәҙәләмәһен йондоҙлоҡтар, барыһы ла үҙ ҡулыңда булыуын һәм киләсәгеңде үҙең генә төҙөүеңде хәтерҙән ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Тырыш, маҡсатлы, уңған һәм ынтылышлы һәр кемгә Барыҫ ҡына түгел, бар Ғаләм ярҙам итергә әҙер торалыр.

"Киске Өфө" гәзите, №52, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.12.21 | Ҡаралған: 1018

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru