«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҘҒАН ЙЫЛДЫҢ УН ДҮРТ БҮЛӘГЕ
+  - 


2021 йылдың 1 июленән йәшәү минимумынан түбән килемле һәм тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнеүсе 8 йәштән 14 йәшкәсә балаларҙың һәр ҡайһыһы 5 мең күләмендә өҫтәмә түләү ала башланы. Атай йәки әсәй суд ҡарары менән алимент алырға хаҡлы йәки уларҙың береһе ғаиләне яңғыҙ тәрбиәләгән осраҡта тулы булмаған ғаилә тип иҫәпләнә.

2021 йылдың көҙөнә тиклем ҙур стажы булмаған йәш әсәләргә сирләп киткән балаһын ҡарау буйынса ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ (больничный) өсөн эш хаҡының ни бары 60-80 проценты ғына түләнде. Тулы эш хаҡын алыу өсөн кәмендә 8 йыл эш стажы кәрәк ине. Был ғәҙелһеҙлек төҙәтелде: хәҙер сирләп киткән 7 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса, стаж күләменә ҡарамаҫтан, атай йә әсәйгә эш хаҡы 100 процент күләмендә түләнәсәк.

Килеме йәшәү минимумынан кәм булған ҡатындар йөклөлөктөң иртә срогында ҡатын-ҡыҙ консультацияһында иҫәпкә торған осраҡта элекке кеүек бер тапҡыр түгел, ә ай һайын 5320,5 һум (Башҡортостан буйынса) пособие аласаҡ. Был түләү ғариза биргән айҙан башлап бала тыуҙырған айға тиклем түләнә, ғаризаны "Дәүләт хеҙмәттәре" аша Пенсия фондына ебәрергә кәрәк.

Владимир Путин ҡул ҡуйған указға ярашлы, 2021 йылдың мартынан 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар ҡараған аҙ килемле ғаиләләр өсөн пособие күләме арттырыла. Ошоға тиклем был пособие күләме һәр балаға 5038,5-әр һум тәшкил иткән хәлдә лә, ғаилә аҙ тәьминәтле булып иҫәпләнә икән, пособие 7557,75 һумғаса арттырыласаҡ. Был хәлдә лә ғаилә килеме йәшәү минимумынан кәм ҡала икән, пособие 10 077 һумға тиклем арттырыла.

2021 йылдың көҙөнән 14-22 йәшлек йәштәргә "Дәүләт хеҙмәте. Мәҙәниәт" ҡушымтаһы аша дәүләт иҫәбенә ил буйынса концерттар, спектаклдәр һәм күргәҙмәләр ҡарау өсөн "Пушкин картаһы" алырға мөмкин. Ошоға тиклем был картала 3000 һум аҡса булһа, хәҙер уға 5000 һум күсереләсәк. Башҡортостанда 155 мең кеше ошондай картаға эйә булды. Владимир Путин күрһәтмәһе буйынса тиҙҙән "Пушкин картаһы" менән ватан кинофильмдары өсөн дә иҫәпләшергә мөмкин буласаҡ.

Ташламалы ипотека Рәсәй граждандарының бөтәһенә лә йыллыҡ 7 процент менән кредит алырға мөмкинлек бирә. Был программаны 2021 йылда тамамлау ҡаралған булһа ла, уны 2022 йылдың йәйенә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде. Иң юғары кредит суммаһы - 3 млн һәм торлаҡ хаҡының 15 процентын тәүге взнос итеп түләү ипотеканың шарты булып тора. Фатирҙы төҙөлөп ятҡан йорттан уны төҙөүсе ойошма аша йәки яңы төҙөлгән йорттан алырға була.

Был яңылыҡ, әлбиттә, социаль түләүҙәргә ҡағылмай, шулай ҙа ул бик мөһим һәм файҙалы. 2021 йылдың 2 апреленән Өфөнән Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез аша Күмертауға тиклем "Орлан" экспресс-поезд йөрөй башланы, ә сентябрҙә уның маршруты Ырымбурға тиклем оҙайтылды. Ошоға тиклем 11 йыл инде Өфө менән Ырымбур араһында тимер юл хәрәкәте юҡ ине, хәҙер иһә был көньяҡ төбәккә 6 сәғәт эсендә барып етергә була.

Рәсәй коронавирустан теркәлгән өс һәм уның төрҙәрен иҫәпләп - биш, ә инде әле эшләнеп ятыусы төрҙәрен дә иҫәпләп - ете вакцинаға эйә берҙән-бер ил. "СпутникУ" һәм "Спутник лайт" шуларҙың иң күп ҡулланылғаны һәм бойондороҡһоҙ сит ил белгестәре тарафынан хупланған төрҙәре. Рәсәйҙә бөтөн вакциналар ҙа бушлай яһала.

2021 йылда ил буйынса сәйәхәттәр өсөн кешбэк программа бик ҙур популярлыҡ менән файҙаланды. Башҡортостан шифаханаларға һатылған путевкалар һаны буйынса Рәсәйҙә туристар иң күп килгән төбәктәр иҫәбенә инде. Был программа 2022 йылда ла ғәмәлдә ҡаласаҡ. 2022 йылдың 18 ғинуарынан 22 апреленә тиклем Рәсәй буйынса сәйәхәткә йәки ҡунаҡханала йәшәгән өсөн "Мир" картаһы менән иҫәпләшеп, хаҡтың 20 процентын (тик 20 меңдән дә күберәк суммала түгел) кире ҡайтарып алырға була.

2021 йылда дәүләт "туристик кешбэк" программаһы кеүек үк, йәйге балалар лагерына путевка хаҡының да 20 процентын түгел, ә ярты хаҡын ҡайтарып бирҙе һәм 2021 йылдың 25 майынан 120 миллионлыҡ 5175 путевка һатып, ил буйынса өс лидер төбәк иҫәбенә инде. 2022 йылда был программаның дауам ителәсәге хаҡында әлегә мәғлүмәт булмаһа ла, уны ҡабатлауҙары бик мөмкин.

2021 йылда Социаль страховка фонды компания һәм ойошмаларға эшкә ҡабул ителгән һәр бер эшһеҙ кеше өсөн аҡса түләне. Был эшһеҙлек кимәлен кәметеү һәм эш хаҡы сығымдарын ҡаплау маҡсатында ғәмәлгә ашырылды. Башҡортостанда эшкә ҡабул ителгән һәр хеҙмәткәр өсөн компанияларға 19 153 һум түләнде. 950 эш биреүсе компания 1 568 кешене, шул иҫәптән, 55 инвалидты, уҡыу йорттарын тамамлаған 28 йәш кешене, пенсия алды йәшендәге 275 кешене, бер үҙе ғаилә аҫраған йәки күп балалы 180 ата-әсәне эшкә ҡабул итте.

Бәләкәй һәм урта бизнесҡа ҡараған компаниялар ярты хаҡҡа рөхсәт ителгән ватан софты (программалау тәьминәте) һатып алырға мөмкин. Рәсәйҙең Цифрлаштырыу буйынса министрлығы ошондай программа тәҡдим итә. Исемлектә әлегә документ әйләнеше, сауҙа, логистика, персонал һәм финанстар менән идара итеү, шулай уҡ башҡа йүнәлештәр буйынса 50-нән ашыу программа бар.

Рәсәйҙәрҙең ер участкаларына газ хәҙер бушлай үткәреләсәк. Беҙгә бары участка сигенән йортҡа тиклем газ торбаһы үткәреүҙе һәм газ ҡорамалдары (ҡаҙан, һыу йылытҡыс, торбалар, плитә, хисаплау приборы) өсөн түләргә кәрәк була. Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса Дәүләт Думаһы шундай закон ҡабул итте. Башҡортостанда бөтәһе 2500 тораҡ пунктында 180 мең йортҡа газ үткәреү бурысы тора. Әгәр ауылға электән газ үткән булһа, айырым йорттарға газ бушлай тоташтырыласаҡ.

2021 йылда шундай төр һалым айырмаһы индерергә ҡарар ителгәйне - кешеләр үҙҙәренә һәм балаларына спорт-һауыҡтырыу саралары өсөн түләгән суммаларының 13 процентын ҡайтара ала. Был яңы һалым айырмаһы дауаланыу, белем алыу, ДМС, страховка һәм пенсия взностары кеүек "социаль айырма" төркөмөнә инә һәм дөйөм лимит буйынса 15 600 һум аҡса кире ҡайтарыла.


"Киске Өфө" гәзите, №1, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.22 | Ҡаралған: 340

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru