«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛЕНДӘ ДОНЪЯ АҠЛЫҒЫ ИНЕ
+  - 

Фәүзиә апай Рәхимғолованың ижады менән беҙҙең быуын бала саҡтан таныш. Уның кескәйҙәр өсөн ҡойоп ҡуйған рифма-ритм менән яҙылған аңлайышлы шиғырҙары үҙенән-үҙе ятланыла торғайны.

Ә шағирәнең үҙе менән шәхси танышыу уның һуңғы йылдарына тура килде, тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Мин уның янына тәү тапҡыр радиоға тапшырыу эшләр өсөн барғайным. Шунан алып, әҙибә менән бәйләнеш өҙөлмәне. Минең атай-әсәйҙән өлкән булғас, Фәүзиә апай миңә һәр саҡ "ҡыҙым", тип өндәшә торғайны. Шағирә өйөнән бик сығып йөрөмәне, шуға ла үҙенә йыш саҡырып торҙо. Ғәҙәттә, эштән һуң апайҙың янына барып сыға инем. Фәүзиә апай уңған хужабикә, һәм уның һәр саҡ ҡоймаҡҡа әсетеп әҙерләп ҡуйған шыйыҡ ҡамыры була. "Кем килһә лә ҡоймаҡ менән һыйларға яратам", ти торғайны ул ихлас йылмайып.
Эйе, Фәүзиә апайҙың тәмле ҡоймағынан да ауыҙ итергә, эс серҙәрен дә тыңларға насип булды. Тыштан һәр ваҡыт тыныс, ипле күренгән апайға шатлыҡтарҙан тыш, хыянатты ла, ауырлыҡтарҙы ла кисерергә тура килә. Ләкин ул һәр нәмәгә фәлсәфәүи ҡарашта булды. Етемлектә үткән бала сағын иҫенә төшөргәндә лә, зарын түгел, яҡты мәлдәрҙе телгә алыр ине. Шуны ла әйтергә кәрәк, Фәүзиә апай сәйәхәт итергә, ер-һыу күрергә яртҡан, юл-сәфәрҙәге ҡыҙыҡ хәлдәрҙе, көтөлмәгән осрашыуҙарҙы һөйләп көлдөрөп ала. Тағы ла шағирәнең асылын күрһәткән бер күренеште телгә алырға кәрәк. Уның фатирына ингәс, залда мебель түгел, ә дүрт стенаһын биҙәгән пейзажға иғтибар итәһең. Эйе, стеналар туғай, йылға, тау менән уратып алынған һәм барып-барып, тышта тәҙрәне ҡаплап үҫкән ағастар араһына алып инеп киткәндәй. Ошо тәбиғәт эсендә йәшәүе менән сикһеҙ ғорур ине Фәүзиә апай. Ә яҙыу өҫтәле ҙур түгел, тегеү машинкаһы өҫтәле ошо хеҙмәтте үтәй, Фәүзиә апай уға тылсымлы өҫтәлгә ҡараған кеүек ҡарай.
Бер барғанымда кесе йәштәге мәктәп балалары менән булған осрашыуын һөйләп алды. "Ныҡ оялып ултырҙым, ҡып-ҡыҙыл булып, тирләп бөттөм", ти. Был һүҙҙәр мине ныҡ аптырауға һалды. Ни өсөн икәнен һораным һәм һис уйламаған-көтмәгән яуап алдым: "Шундай матурҙар балаҡайҙар, эргәләрендә уларҙы йәмһеҙләп ултырамдыр инде, тип уйлайым да, оялам".
Фәүзиә Рәхимғолованың шундай хыялый, эскерһеҙ булып ҡалыуы кемдәрҙер өсөн, бәлки, сәйер ҙә тойолғандыр. Ләкин ул феномен ине. Маҡсатлы, тырыш булыуы менән күптәргә өлгө булырлыҡ. Студент йылдарында әхирәте Кәтибә Кинйәбулатованың мандолинала оҫта уйнағанын күреп, иҫе китә һәм үҙе лә өйрәнергә ҡарар итә. Мандолина серен үҙе өсөн аса, ғүмере буйы ошо музыка ҡоралынан айырылманы. Осрашыуҙарға йөрөгәндә лә шағирәнең ҡулында мандолина була торғайны.
Студент йылдарында илһамланып шиғыр яҙа башлайҙар. Был мәлдәрҙе Кәтибә апай ҙа иҫләп ала торғайны. Педагогтары (хәҙер генә исемен хәтерләмәйем) дәрестә шиғыр яҙыу алымдарын аңлата. Ҡанатланған ике ҡыҙ шиғыр яҙалар һәм уны мөғәллимдәренә алып баралар. "Шиғыр өсөн фекер кәрәк", ти уҡытыусы. "Ҡайтып барышлай, Фәүзиә минән: "Кәти, нимә була икән ул фекер?"- тип һораны, мин үҙем дә был һүҙҙе аңлата алманым", тип шул замандарҙы иҫләп көлөп алғайны. Был ике шағирә башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә тос өлөш индерҙе.
Фәүзиә апай әҙәбиәтте уҡып барҙы, ижади торошто бик яҡшы белде, төплө анализлауы, тәрән һығымталар яһауы менән мине аптырата торғайны. Һүҙ сәнғәте, бөгөнгө әҫәрҙәр тураһында сәғәттәр буйы һөйләшеп ултырабыҙ. Был яҙмалар миндә һаҡлана, ҡасан да булһа, донъя күрер, тип уйлайым.
"Бал ҡорто һәм күбәләк" тигән автографлы китабын ҡәҙерләп һаҡлайым. Теүәл 26 йыл элек яҙып бүләк иткәйне. "Фәрзәнә ҡыҙыма. Өр-яңы йыл менән ҡотлап, иң изге теләктәр теләп, бәхет, мөхәббәт, шатлыҡ, ижад ҡыуаныстары юлдаш булһын, тип, бик ныҡ яратып, Фәүзиә апайың. Ғәфү ит инде, бармаҡтарым тыңламай. 16.12.95."
Фәүзиә Рәхимғолова миңә бау менән аҫып йөрөтә торған ручка ла бүләк итте. Уны ла һаҡлайым. Ҡулыма алһам, Фәүзиә апайҙың йөрәк йылыһын тойғандай булам...
"75 йыл йәшәйем әле, үҙемә шулай һүҙ бирҙем", тигәйне ул. Саҡ ҡына етмәй ҡалды...

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.22 | Ҡаралған: 242

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru