«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮЛБАРЫҪТАР ТУРАҺЫНДА
+  - 

Йыл хужаһы - юлбарыҫ тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланған. Был йәнлек бесәй һымаҡтар ғаиләһенә ҡарай һәм барыһы араһында иң ҙуры. Уларға ҡағылышлы иң ҡыҙғаныс мәғлүмәттәрҙең береһе - юлбарыҫтарға Ер йөҙөнән юғалыу ҡурҡынысы янай. Был кешеләр эшмәкәрлегенә туранан-тура бәйле, әлбиттә. Бөгөнгө көндә булдырылған юлбарыҫтарҙы яҡлаусы һәм уларға шарттар тыуҙырыусы халыҡ-ара ойошмалар браконьерҙарҙан етеҙерәк эшләй алмай.

Ата юлбарыҫтар буйға 3 метр оҙонлоҡҡа һәм 300 килограмм ауырлыҡҡа етә ала. Инә юлбарыҫтар уларҙан бәләкәйерәк була. Шулай уҡ был хайуандар 5-6 метр бейеклеккә һикерә һәм сәғәтенә 65 км тиҙлек менән саба ала. Башҡа бесәйҙәрҙән айырмалы рәүештә, юлбарыҫтар ағас башына менә алһа ла, унда ултырыуҙы хуп күрмәй. Уяу саҡтарында тик кенә ял итеп ятыуға ҡарағанда йөрөүҙе өҫтөн күрәләр.
Юлбарыҫтарҙың сағыу ҡыҙғылт-һарыға ҡара һыҙатлы туны ауға сыҡҡанда бик ярҙам итә. Сөнки ҡуш тояҡлы йәнлектәр, приматтарҙан айырмалы рәүештә, төҫтәрҙе икенсе төрлө айыра һәм үлән араһына йәшеренгән юлбарыҫты тиҙ генә аңғарып өлгөрмәҫкә мөмкиндәр.
Аҡ юлбарыҫтарҙың күҙҙәре күк төҫтә була һәм улар альбиностарҙан нәҡ шуның менән айырыла ла: альбинос юлбарыҫтың күҙҙәре ҡыҙыл һәм ҡара һыҙаттары юҡ.
Юлбарыҫтар ит менән генә туҡлана. Улар башлыса эре табышты - болан, ҡабан һәм хатта филдәрҙе ярата. Шулай уҡ бик яҡшы балыҡсылар: балыҡты алғы тәпәйҙәре менән тотоп, ярға ырғыталар. Кешегә лә ташланыуы ихтимал, әммә йышыраҡ ҡарт, ауырыу һәм яралылары башҡа ашар ризыҡ булмағандан йәки үҙ биләмәһен яҡлап һөжүм итә.
Һунар иткәндә юлбарыҫтар ҡыҫтырылып йөрөгән иптәштәрен яратмай, яңғыҙ сыға. Был уларҙы арыҫландарҙан айырып тора. Һунарға кисләтеп йәки төндә сығалар. Күҙҙәре лә яҡшы күрә, ҙур тәпәйҙәре лә йомшаҡ һәм тауышһыҙ баҫып йөрөргә булышлыҡ итә. Ашарына таба алмаған ата юлбарыҫ инә юлбарыҫтарға "ҡунаҡҡа бара" ала. Ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы тип, уларҙы ла үҙенә саҡырырға мөмкин. Ләкин үҙ енесенән булған башҡаларҙы табынға яҡын да килтермәй. Юлбарыҫтың ҡолағында күҙҙәре бар икән! Дөрөҫөн әйткәндә, был - уларҙың ҡолаҡ осондағы ҡара фондан айырылып торған аҡ таптар. Ҡайһы берәүҙәр был "күҙҙәр" башҡа йыртҡыс йәнлектәрҙе иҫкәртеү өсөн тип иҫәпләй, икенселәр инә юлбарыҫты балалары бейек үлән араһынан күреп торһон, эҙ яҙлыҡтырмаһын өсөн кәрәк, ти.
Юлбарыҫтар, башҡа бесәй һымаҡтарҙан айырмалы, һыу инергә ярата һәм 6 километрға тиклем араны бер көсәнеүһеҙ йөҙөп үтә ала. Был уларҙың эҫе климатта йәшәүенә бәйле, тип аңлатыла.
Юлбарыҫ балалары донъяға килгәндә һуҡыр була һәм уларҙың ауырлығы 1 килограмға ла тулмай. Әммә улар бик тиҙ үҫә, 3 айлыҡ саҡта 10 килограмға етәләр. Ярты йәшкә тиклем инәләренең һөтөн имеп йәшәйҙәр, артабан йәнлектәрҙең көндәлек аҙығына күсереләләр. Бер йәш тулғанға тиклем уларҙы инә юлбарыҫ бағырға тейеш, сөнки улар үҙ-үҙен яҡлай алмай әле. Нәҡ ошо бер йәшкә тиклемге осорҙа бик күп юлбарыҫ балалары үлә икән.

"Киске Өфө" гәзите, №1, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.22 | Ҡаралған: 324

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru