«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕНЗИНҒА ҠУШЫП... ҺЫРА?
+  - 

Почта бүлексәләрендә беҙгә хеҙмәттәр күрһәтеү менән бергә, кәнсәләр тауарҙары, кер порошогы, һабын, парфюмерия, түшәк кәрәк-ярағы кеүек һәм башҡа төр көнкүреш-хужалыҡ тауарҙары ла тәҡдим ителеүенә һәм һатып алырға мөмкин булыуына өйрәнгәнбеҙ инде, һәм бында әллә ни хилафлыҡ күрмәйбеҙ: ниндәйҙер тыйыу һалынған йә рөхсәте сикләнгән әйбер һатмайҙар бит, шуныһына ла шөкөр. Тик бынан почта предприятиеларына берәй килем-төшөм бар микән - уныһы беҙгә ҡараңғы.

Ә бына уҙған йыл ахырында Рәсәй мәғлүмәт сығанаҡтарында таралған хәбәр күптәрҙе аптырашта ҡалдырыу ғына түгел, йомшаҡ итеп әйткәндә, асыу тойғоһо тыуҙырмай ҡалмағандыр. Дөрөҫ, бөгөн бер почта предприятиеларының ғына хәле мөшкөлдән түгел, иҡтисад бөлгөнлөгө ҡағылмаған тармаҡ, учреждение-ойошма юҡтыр ҙа. Хатта хаҡы көнләп-сәғәтләп арта барған стратегик продукция - яғыулыҡ менән сауҙа итеүсе бензин ҡойоу станциялары ла (артабан - АЗС тип алыныр) "саҡҡа тын ала" башлаған, тиҙәр. Әйткәндәй, почтала оҙаҡ йылдар эшләгән бер таныш менән булған һөйләшеү иҫкә төшә. Почта хәлдәре менән ҡыҙыҡһынғас, ул "Почтальондар фәҡирләнә, юғарылағы топ-менеджерҙар байый", тип яуап биргәйне. Туҡтағыҙ, бензин менән дә шулайыраҡ хәл килеп сыға түгелме? Көн-төн йоҡламай бензин һатыусы станциялар ҙа фәҡирлек сигенә еттеме ни инде? Ошо мәлдә күҙ алдынан һәр ваҡыт ҡәнәғәт йылмайған "бензин королдәре" йөҙҙәре сағылып китә. Юғарылағыларға рәхәт тә ул, тик бына бөтөн ҡара эште башҡарыусы түбәнге звеноларҙың хәле күренмәйҙер шул уларға... Шулай булмаһа, аптырағандың көнөнән арты менән һыуға сумған ҡош хәленә төшмәҫ ине улар. Дөрөҫөрәге, хәле мөшкөлләнгән АЗС-тарға сауҙа менән әллә ни уртаҡлығы булмаған "икенсе һулыш" РФ Энергетика министрлығы бирмәксе икән. РБК, "За рулем", Интерфакс сайттарында һәм "Известия", "Московский комсомолец" гәзиттәрендә хәбәр ителеүенсә, Энергетика министрлығы АЗС-тарға... һыра һатыу мөмкинлеге биреү тәҡдиме менән Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт иткән, имеш. Яғыулыҡ булмаған тауарҙар ассортиментын киңәйтеү бензин станцияларының көндәлек килем кимәлен арттырып, уларҙың иҡтисади хәлен яҡшыртасаҡ, йәнәһе. Шулай булырмы-юҡмы - билдәһеҙ, тик шуныһы асыҡ: юлдарҙа көн һайын үлемесле авариялар булып торғанда һәм шул һәләкәттәрҙең байтаҡ өлөшөндә эскән килеш руль артына ултырыусы аңһыҙ-тоңһоҙ водителдәр ғәйепле булыуына ҡарамаҫтан, АЗС-тарҙа бензин менән бергә һыра һатыу тәҡдимен айыҡ аҡыл менән ҡабул итеүе ҡыйын. Предприятиелар хәлен еңеләйтеү маҡсатында һөҙөмтәлерәк механизмдар эҙләү һәм табыу урынына, иҡтисад һәм сауҙа ведомстволары эшенә ҡыҫылып, Энергетика министрлығының уларға "тишек-тошоҡто" популяр булмаған өҫтәмә сауҙа кәсебе ярҙамында "ямау һалып" ҡотолорға тәҡдим итеүен бер ҙә генә профессиональ идара итеү ысулы тип әйтеп булмай. Шул элеккесә "алыпһатарлыҡ" шөғөлө генәлер инде был, бер яңылыҡ та түгел.
Әйткәндәй, АЗС-тар өсөн дә был яңылыҡ түгел, элек улар был кәсеп менән шөғөлләнгән булған, ләкин 2012 йылда бензин станцияларында һыра менән сауҙа ҡәтғи тыйылған. Ә икенсе тапҡыр бер үк тырмаға баҫыуҙың ни менән бөтөрө билдәле. Эксперттарҙың байтағы был аҡылһыҙ идеяның киләсәге юҡ тип ҡараһа ла, уның бойомға ашырылырына өмөт иткән һәм хатта уны хуплаған әҙәмдәр ҙә етерлек. Рәсәй Яғыулыҡ союзы етәксеһе Евгений Аркуша фекеренсә, был сара барыбер АЗС проблемаларын хәл итә алмаясаҡ. Тыйыуҙы юҡҡа сығарып, һыра һатыу алдан иҫәпләүҙәр буйынса бер литр бензинға ни бары 30-40 тин генә өҫтәмә бирәсәк икән. Шулай булғас, был хәүефле башланғысҡа тотоноп тороу ҙа кәрәкмәй! Юғиһә, автоһәүәҫкәрҙәрҙең кеҫәһенә икеләтә яу буласаҡ. АЗС витринаһында теҙелеп торған һәр төрлө шешәләр кемеһенең генә күҙен ҡыҙыҡтырмаҫ? Иң ихтыярлылар менән ҡатын-ҡыҙ водителдәрҙең генә шешәләргә иҫе китмәҫ китмәһә, ә башҡалар үҙҙәрен бик бәхетле һәм ҡәнәғәт тойор, моғайын. Тик был юл-транспорт ваҡиғаһы йә булмаһа, тәүге Юл-патруль посы хеҙмәткәре туҡтатҡанға тиклем генә дауам итер. Һәр хәлдә, һемереп өлгөргән водитель штраф түләп кенә ҡотолһа ла шөкөр ҡыласаҡ. "Рөхсәт итһәләр, итһендәр, әйҙә. Ләкин руль артында эскән водитель, бер яҡтан, беҙҙең өсөн табыш ҡына - аңралар бар икән, шуны белеп ҡуйһындар", - тип интервью бирә билдәһеҙ ҡалырға теләгән Юл-патруль хеҙмәтендә эшләүсе берәү "Московский комсомолец" хәбәрсеһенә. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.01.22 | Ҡаралған: 236

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru