«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДАРҒА АДВОКАТТАР КӘРӘК!
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең былтырғы 51-се һанында баҫылған "Иҫтә ҡалған яңы йыл" тигән мәҡәләне ҡыҙыҡһынып уҡый башланым. Ғәҙәттә, яңы йыл мажараларға бай була, бында ла шундай ҡыҙыҡ ваҡиғалар тураһында яҙылғандыр, тип уйланым. Етмәһә, авторы ла минең фамилиялаш - Фәүзиә Ҡотлогилдина.

Ғафури районының Ватан (Родина) ауылынан килгән был хат бер ҙә ҡыҙыҡ түгел, ә фәһемле һәм файҙалы ине. Ауыл старостаһы Фәүзиә ханымдың ауылдаштарына нисә йыл күрмәгән Яңы йыл байрамын ойоштороу өсөн нисек урын, аҙаҡ клуб даулап йөрөүҙәре, үҙе әйтмешләй, китап яҙырлыҡ, уның эшмәкәрлеге күптәргә өлгө булырлыҡ. Ауыл уртаһында павильон эшләтеп, халыҡҡа үҙе етештергән уңыштарын, шәхси хужалығынан артҡан әйберҙәрен һатырға мөмкинлек тә булдыра ул. Быныһы ла бик кәрәк эш. Сөнки бөтә кеше лә, бигерәк тә өлкән йәштәгеләр, мал тота алмай. Һөтөн, майын, ҡаймағын, эремсеген, ҡоротон, ҡатығын һатып алһа, әллә күпмегә етә. Һатҡан кешегә лә файҙа. Ә бит ауыл ерендә баҡса үҫтергән кешеләр ҡайнатмаһын да, компотын да, салаттарын да, тоҙланған әйберҙәрен дә үҙенән арттырып һата ала. Оло инәйҙәр ойоҡ, бейәләй, йөн тәпешкәләр бәйләп тәҡдим итергә мөмкин.
Быларҙы ниңә яҙам, тиһегеҙме? Күп ерҙәрҙә старосталарҙың исем өсөн генә һайлап ҡуйылыуын белгән өсөн яҙам. Күптәре шул силсәүит ойошторған сараларҙа ҡатнашыуҙан (дөрөҫөрәге, ҡарап тороуҙан) ары уҙмайҙар икәненә лә шаһит булған бар. Фәүзиә ханымдың мәҡәләһе "Киске Өфө" гәзитенә яңы рубрика тәҡдим итергә этәргес бирҙе: "Ауыл адвокаттары". Эйе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең дә шул исемдәге әҫәре бар. Ысынлап уйлап ҡарағанда, ауыл старосталары, адвокаттар кеүек, ауыл мәнфәғәтен яҡлап йөрөүселәр булырға тейеш бит. Күреүегеҙсә, Фәүзиә ханым үҙ ауылында павильон аса, клубҡа бина даулауға өлгәшә, аҙаҡ бинаның беренсе ҡатына ла хужа булып алалар. Һуңынан унда китапхана, медпункт, элемтә үҙәге урынлаша. Бер ҡатын ғына ни тиклем эш башҡарған! Бына, исмаһам, староста!
Әгәр гәзиттә "Ауыл адвокаттары" тигән рубрика асһағыҙ, бүтән ауылдарҙағы старосталар ҙа үҙҙәре башҡарған эштәр тураһында һөйләр, тәжрибә уртаҡлашыр ине. Бәлки, шуларҙы уҡып, ҡул ҡаушырып ҡына йөрөгән старосталар ҙа "уянып", дәртләнеп эш башлар. Бигерәк тә әлеге мәлдә, республикабыҙҙа "Айыҡ ауыл" конкурсы барған осорҙа, старосталарҙың эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыуы файҙаға ғына булыр. Ысынында, ауыл халҡына бөтөн башланғыстарҙы күтәрмәләп йөрөгән Фәүзиә Ҡотлогилдина кеүек тынғыһыҙ, уйлы-ғәмле кешеләргә эйәреп, үҙ көнөн үҙе күрергә, үҙ биләмәһен үҙе һаҡларға, үҙе тәртип урынлаштырырға тейеш икәнен аңларға ваҡыттыр инде.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.01.22 | Ҡаралған: 356

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru