«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕҢ ЯРАҠЛАШҠЫҢ КИЛМӘҺӘ ЗАМАНДЫ ҮҘЕҢӘ ЯРАҠЛАШТЫР!
+  - 


Яҙмыш ғәли йәнәптәре йыш ҡына әҙәм балаһын төрлө юлдарҙан, боролоштарҙан йөрөтөп-йөрөтөп, ҡасан да булһа, иртәме-һуңмы, тейешле һуҡмағына сығара ла, уның булмышына, тәғәйенләнешенә тура килгән яңы маҡсаттар, бурыстар билдәләп ҡуя. Әгәр кеше үҙен-үҙе эҙләһә... Бер урында тапанмаһа... Өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмаһа... Публицист, шағир, әҙәби тәнҡитсе Азамат Рәмил улы ЮЛДАШБАЕВ менән осрашып, уның хәйләһеҙ, шул уҡ ваҡытта серле лә күңел донъяһына сәйәхәт ҡылғандан һуң, уны тормошондағы һәр этапты лайыҡлы үтеүе һәм йөкмәтелгән бурысты уңышлы атҡарыуы менән башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға йөрьәт иттем.

Азамат Рәмил улы, шиғырҙарығыҙ, публицистикағыҙҙы һөйөүселәр өсөн ҡапыл балҡып, нисектер ҡапыл юғалып ҡалған кеүек булдығыҙ. Бының сәбәптәре нимәлә? Ә, бәлки, роман яҙаһығыҙҙыр?

- Балҡыуҙар тураһында һүҙ алып барғанда, унан алда мин мәғариф өлкәһендә лә сағыу балҡып, атылған йондоҙ бит әле. Шунан һуң ғына журналистикаға, әҙәбиәткә килдем. Әммә ул өлкәләрҙән киткән хәлдә лә, уларҙың һәр береһе минең булмышымда әле лә бар. Уҡытыусылыҡ, мәктәп директоры... Улар ҙа ғүмер буйы үҙем менән йөрөйәсәк. Шул уҡ ваҡытта журналистиканан да, әҙәбиәттән дә ваз кисмәгәнмен. Уларҙан ҡасып сығып китмәгәнмен. Был өлкәнән китеүемдең сәбәбе, моғайын, минең үҙемдең характерыма, һәр ваҡыт эҙләнеү юлында булыуыма бәйлелер.



Ғөмүмән, мин бер кәртәгә, бер ҡалыпҡа, бер өлкәгә һәм бер даирәгә генә һыйып, күнеп йәшәй торған кешеләрҙән түгелмен. Миңә һәр ваҡыт экстремаль ситуация кәрәк. Бер ҡусты: "Азамат ағай, һин үҙеңдең яҙмышың менән эксперимент үткәргән һымаҡһың. Һәр ваҡыт үҙеңде ниндәйҙер экстремаль шарттарҙа һынау алдына ҡуяһың", - тип яҙа ине. Бәлки... Лермонтовтың һәр ваҡыт "дауыл көҫәп йәшәгән елкәне" кеүекмендер. Ғөмүмән, тормош - үҙе үк бик һәйбәт эксперименталь майҙансыҡ. Дөйөм әйткәндә, тормошомдоң һәр этабы менән ҡәнәғәтмен, ул "этаптар" минең менән ҡәнәғәтме, белмәйем, әйтә алмайым.
Юҡ, роман яҙмайым. Роман яҙырға сабырлығым етмәй. Еңел атлеттар араһында спринтерҙар һәм стайерҙар була бит, йәғни, ҡыҫҡа һәм оҙон араға йүгереүселәр. Мин стайер түгел. Миңә һөҙөмтәһен тиҙ күрә торған эш кәрәк. Шуға күрә ҙур күләмле әҫәрҙәр яҙырға түҙемлегем етмәй, шуның өсөн дә ул эшкә тотонғаным юҡ. Әммә киләсәктә, бәлки, яҙырмын да. Темалар күп. Миңә милләт яҙмышы эсендәге кеше яҙмышы темаһы яҡын, сөнки беҙ күп ваҡыт халыҡ, милләт тураһында һөйләйбеҙ. Ошо глобализм шарттарындағы 7 миллиард кеше араһындағы туҙан бөртөгөндәй бер кеше образында милләт яҙмышын да һүрәтләргә мөмкин бит. Ул нимә уйлай, бөгөнгө заманда ниндәй кисерештәре өҫтөнлөк итә, яңы маркалы айфон йәки яңы моделле БМВ автомобиле сыҡҡанын көтәме? Әллә криптовалюта менән һатыу итәме? Әллә пенсияһының йәки эш хаҡының осон осҡа ялғап йәшәйме? Ошо тормошонда уның ниндәй уйҙар, кисерештәре менән яныуы ҡыҙыҡ миңә. Бөгөнгө заман үҙгәрештәре эсендәге башҡорттоң яҙмышы. Яраҡлашҡанмы ошо глобаль үҙгәрештәргә, әллә яраҡлашмағанмы?

Ә заманға яраҡлашырға кәрәкме беҙгә?

- Бөгөнгө йылдам үҫешкән осорҙа заманға яраҡлаша белеү бик мөһим. Заманға яраҡлашмайбыҙ икән, цифрлаштырыу, нанотехнологиялар, криптовалюталар хаҡында белергә теләмәйбеҙ икән, заман беҙҙе тапап үтеп китәсәк, йәғни яҡын киләсәктә үҙ илебеҙҙә гастарбайтер булып, башҡаларҙы хеҙмәтләндереүсе генә булып ҡалыуҙы оҙаҡ көтөргә тура килмәйәсәк. Шуға күрә йә заман менән бергә, йәки унан алдараҡ атлайбыҙ, йә гастарбайтер булып ҡалабыҙ.
Яраҡлашыу, тигәндән. Ул ниндәйҙер баш эйеп йөрөүҙе, булмышыңды, динеңде, енесеңде, милләтеңде, телеңде алмаштырыу тигәнде аңлатмай, ә ошо замандың геройына әйләнеү хаҡында һүҙ алып барыла. Тирмә ҡороп, ҡымыҙ эсеп, йылҡы һуйып, ҡурай уйнап ултырыу мотлаҡ булһын. Тик был һинең ҡалалағы офисыңда ниндәйҙер бер нисә миллион һумлыҡ килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң сығып байрам итеү ваҡиғаһына ғына әйләнергә тейештер.
Эйе, яраҡлашыу һүҙе, ғәҙәттә, кире тойғо ла тыуҙыра ул. Бик матур һүҙ түгел, әлбиттә. Әммә яраҡлашҡың килмәһә, заманды үҙеңә яраҡлаштырырға мөмкин. Яңы компьютер программалары өҫтөндә эшләйһең икән, шулай уҡ смартфондарҙың ҡушымталарын беләһең икән, йә булмаһа, яһалма интеллект йәки яңы дизайн өлкәһенә яңы алымдар индереп, донъяның һушын алаһың икән, бына шунда донъя һиңә яраҡлашасаҡ.

Һәр ваҡыт йәмәғәтселек күҙе алдында, иғтибар үҙәгендә булған Азамат Рәмил улын "Подпольеға киткән" тип уйлаусылар ҙа булманы түгел...

- Юҡ, подпольела түгелмен. Әгәр ҙә әле мин башкөлләй шөғөлләнгән эшмәкәрлегем майҙаны - минең "Мосафир" оҫтаханаһы Тик-ток майҙанында 1 миллион 300-гә яҡын подписчик йыя икән, нисек мин подпольела була алам? Ә мине уҡыусылар 200 миллионға яҡынлашҡан. Хәҙер был рубежды ла күптән үттем. Әгәр ҙә лайктар менән һанаһаҡ, улар 11 миллиондан ашыу. Америка Ҡушма Штаттары майҙансығы беҙҙең оҫтахана тураһындағы видеоға репост эшләгәйне, күп тә үтмәне, уны 31 миллион кеше ҡараны. Миллионлап просмотрҙар тураһында һүҙ алып барабыҙ икән, подполье тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Унан тыш, оҫтахана Инстаграмда, Ютубта, Яндекс.Дзенда, Пинтереста иң төп иғтибар үҙәгендә. Эйе, мин матбуғаттан ситләштем, радио, телевидение эфирҙарынан да ситкә киттем, һәр хәлдә, йыш йөрөмәҫкә тырышам. Сәбәбе бик ябай: мәғәнә күрмәйем. Әгәр минең һүҙем милләтемә, милләтемдең бер генә булһа ла вәкиленә ыңғай кисерештәр алып килмәй икән, минең әйткән һүҙемдән ни мәғәнә! Һүҙҙе һүҙ булһын өсөн генә яҙырға, әйтергәме ни?
Ә бына эшҡыуарлыҡта яңы мәғәнә күрәм, сөнки ниндәйҙер кимәлдә йәштәргә өлгө була алам. 55 йәшемдә үҙ эшемде асырға йөрьәт иткәнмен икән, был күптәргә үрнәк булырға тейеш, тип уйлайым. Минең өлгөм, һаҡалы ағарып бөткән ирҙең ҡулынан килә икән, нишләп беҙҙең ҡулдан килмәҫкә тейеш, тигән фекер тыуҙырһа, бына шунда мин мәғәнә күрәм.
Ошо көндәрҙә Америка eBay.сом маркетплейс майҙансығынан хат килеп төштө. Унда һеҙҙең һатыуҙарығыҙ күп, шуға күрә һеҙгә өҫтәмә лимит бирәбеҙ, тигәндәр. Быға тиклем беҙҙең 41 мең долларға тиклем генә һатыу хоҡуғыбыҙ бар ине. Ә хәҙер айына 82 мең долларға тиклем һатырға мөмкин. Беҙҙең һатыуҙарҙың күбеһе уның аша үтә, атап әйткәндә, АҠШ, Австралия, Англия, Мексика кеүек 40-тан ашыу илгә оҙатыла.
Башҡортостанда беҙҙең тауарҙарҙың 15 проценты тирәһе, Рәсәй буйлап 70 проценты һатыла, 15 процент тауарҙарыбыҙ сит илгә китә. Беҙҙең маҡсат - сит илгә һатыуҙы арттырыу. Уларҙа күн әйберҙәрҙең, ҡул эштәренең хаҡын, баһаһын яҡшы беләләр. Шуға күрә уларға һатыу беҙгә күпкә файҙалыраҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда күн әйберҙәргә, ҡул менән эшләнгән әйберҙәргә ихтыяж ҙур тип әйтә алмайым. Шуға күрә тауарҙарыбыҙҙың 50 процентын сит илгә, 25 процентын - Мәскәүгә, ҡалғанын Рәсәй буйлап сығарыу - маҡсатыбыҙ.
Әлбиттә, беҙҙең төп маҡсат аҡса эшләү генә түгел. Беҙ глобаль проектты тормошҡа ашырыу менән булабыҙ. Беҙ "Мосафир" брендын булдырабыҙ. Был бренд донъяуи кимәлдә танылыу яуларға тейеш. Тауарға патент алыу ҙа бик мөһим. Аллаға шөкөр, бер йыллыҡ процестың һөҙөмтәһе шул - бөгөн Рәсәй киңлегендә "Мосафир" тауар билдәһенең эйәһе беҙ. Эш күп, пландар ҙур, йәғни, бөгөн подпольеға киткән Азамат тәүлегенә 24 сәғәт, аҙнаһына 7 көн, айына 31 көн, йылына 365 көн эшләй.

Бизнес донъяһы әҙәбиәт, ижад донъяһынан нимәһе менән айырыла? Ул донъяның ҡанундары ҡаты, тиҙәр...

- Уларҙың бер ниндәй уртаҡлығы ла юҡ. Икеһе - ике даирә. Әле мин, 57 йәшлек ир, үҙемде эшҡыуарлыҡ өлкәһендә икенсе класс уҡыусыһы һымаҡ ҡына итеп тоям, 3 йылда саҡ беренсе синыфты тамамланым. Сөнки илле биш йәшлек тормош тәжрибәмдең бөтәһен дә һыҙып ташлап, яңыһын башланым. Бизнес әлифбаһын башланым. Шуға күрә уларҙың уртаҡлығын тапмайым.
Эшҡыуарлыҡ донъяһының ҡанундарына килгәндә, ғәҙел генә итеп әйткәндә, закондар-ҡанундар, киреһенсә, зыялылар араһында күпкә ҡатыраҡ. Төрлө интригалар ҙа күберәк. Ғәйбәт, көнләшеү кеүек кире күренештәр ҙә йышыраҡ осрай. Ә бизнес донъяһында барыһы ла асыҡ. Кемдең кем икәнлеге асыҡтан-асыҡ күренә. Унда матур, бөҙрә һүҙҙәр менән, ике төрлө стандарттар менән алға китә алмайһың.

Һеҙ һәр ваҡыт логикаға ҡаршы барған кеүек: был үҙмаҡсатмы, әллә донъяны үҙегеҙсә ҡабул итеүегеҙме?

- Юҡ, мин бер ваҡытта ла логикаға ҡаршы бармайым. Бында эш минең логиканың башҡаларҙыҡына тап килмәүендә генә. Миҫалға әле генә булған ваҡиғаны килтергем килә: редакцияға ингәндә мине: "Ооо, Азамат һаҡал үҫтереп ебәргән!" - тип ҡаршы алдылар. Был йыш ҡына ҡабатлана торған күренеш. Беҙҙә һәр ваҡыт төҫ-ҡиәфәткә, өҫ-башҡа, кейемгә ныҡ иғтибар бирәләр. Бер-береһенең өйөнөң ҙурлығын, машинаһының затлылығын күрәләр. Әгәр ҙә һин иғтибар итәһең икән, тимәк, һин азат түгелһең. Кешенең кейеменә, байлығына ҡарамай, уның кемлегенә генә иғтибар итһәң, һин шул ваҡытта ғына иреклеһең. Антуан де Сент-Экзюпериҙың "Бәләкәй принц"ындағы кеүек әйткәндә, "Они не спрашивают какой он человек, а спрашивают, сколько он зарабатывает". Миңә кешенең ниндәй өйҙә йәшәүе, ниндәй маркалы машинала йөрөүе, кейеме бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел. Уларға ҡарап кеше тураһында фекер йөрөтөү - анахронизм, үткән заман ҡалдығы. Беҙ бөгөн бөтөнләй икенсе донъяла йәшәйбеҙ. Мин кешегә: "Был минең өсөн ҡыҙыҡлы кешеме, әллә юҡмы?" - тип ҡарайым. Миңә уның кейеме лә, өҫ-башы ла, мөгөҙлөмө ул, әллә ҡойроҡломо - барыбер.
Былар, әлбиттә, минең логика. Ә дөйөм ҡабул ителгән логикаға килгәндә, ул, әлбиттә, түбәндәгесә: "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев шул дәрәжәгә өлгәшкән икән, ул шунда ултырырға, пенсияға тиклем эшләргә тейеш, Яҙыусылар берекмәһе ағзаһы икән, ваҡыты-ваҡыты менән уның йыйылыштарына йөрөргә, биш йылға бер тапҡыр китабын сығарырға, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән билдәһе булырға һәм артабан халыҡ шағиры йәки халыҡ яҙыусыһы тигән исем юллай башларға тейеш. Үрҙә әйтеп китеүемсә, был - дөйөм ҡабул ителгән логика.
Ә хәҙер минең логика: "Мин вафат булғанда үҙем менән нимәләр алып китә алам? Мин үҙем менән ирекле, азат йәшәгән көндәремде, үҙем менән аралашҡан кешеләрем тураһында матур хәтирәләрҙе һәм үҙемдең шикһеҙ-хәсрәтһеҙ йоҡлаған тыныс төндәремде, үҙемдең сәйәхәттәремде алып китәсәкмен". Бына шулай. Шуға күрә дөйөм ҡабул ителгән логикаға, ҡалыптарға һыймайым икән, эш миндә генә түгел, ә ҡалыптарҙың тарлығындалыр, бәлки?
Ә иң ҡыҙығы нимәлә, беләһегеҙме? Ул ҡалыптарҙың булмауында. Ул ҡалыптар юҡ. Ул һәр кемдең башында. Шик-шөбһәләрендә. Ҡурҡыуында. Күршеләр нимә тип әйтер? Ауылдаштар нимә тип уйлар? Нимә тип һөйләрҙәр? Бармаҡ төртөп күрһәтерҙәрме икән? Бына ошолар барыһы ла дөйөм логиканың нигеҙен тәшкил итә.

Бер мәл, йәштәр күберәк ҡалаға күсергә тейеш, тигәнерәк фекер әйткәйнегеҙ. Һаман да шундай ҡараштаһығыҙмы? Башҡорт ауылының киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?

- Милләт ҡалала формалаша. Йәштәр ҡалаға күсергә тейеш, тигән фекер шунан сығып әйтелгәйне. Бына, мәҫәлән, үткән быуаттың 30-сы йылдар тулҡынын алайыҡ. Ул осорҙа милли интеллигенцияның, зыялыларҙың сығанағы ауылдан булды. Исемләп ҡарағанда Һәҙиә Дәүләтшина, Афзал Таһиров, Ғөбәй Дәүләтшин һәм башҡалар. Шунан башланды урбанизация процесы.
Алтмышынсы йылдарҙа икенсе тулҡын килде. Иң көслө быуын, тип ҡарайым уны. Уларҙың бөгөн күптәре иҫән. Тап ошо йылдарҙа ҡала башҡорт интеллигенцияһы формалашты. Уларҙың бөтәһенең дә сығышы ауылдан: Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Ҡәҙим Аралбаев, Хәсән Назар, Тамара Ғәниева. Бына улар - алтмышынсы йылдар. Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа милли рухи донъябыҙ шул тиклем нығынды, көсәйҙе. Әҙәбәиәтте алып ҡараһаҡ, шул уҡ Мостай Кәрим, сәнғәттә Арыҫлан Мөбәрәков, Заһир Исмәғилев, Әхмәт Лотфуллин. Шул тиклем көслө рухи күтәрелеш булды, улар беҙҙең аңда революция эшләне. Алтмышынсылар. Беҙ бөгөн ана шул рухи байлыҡтың дивидендтарына йәшәйбеҙ. Бизнесмендар инвестиция һала бит, шуның кеүек, беҙ ҙә уларҙың рухи дивидендттарын әле булһа файҙаланабыҙ. Рәми Ғариповтың дивидендтарын һаман булһа "ашайбыҙ". Хатта ки уларҙың рухи байлығын һаман һурып, әрәмтамаҡҡа әйләнә барабыҙ. Хәҙер ауылдың милли кадрҙар биреү краны ябыла бара. Сөнки хәҙер ҡалала ана шул алтмышынсы йылғыларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килә. Бөгөн ҡала мәҙәниәтенә ихтыяж ҙур. Әйтәйек, алтмышынсы йылғыларҙың ижады бөтәһенең дә тиерлек ауылға, ауыл темаһына йүнәлтелде. Ауыл уҡыусыһына, ауыл тамашасыһына. Бөтәһе лә тип әйтмәйем, әммә башлыса шулай булды.
Ә бөгөн яңы ихтыяж тыуҙы. Ҡалала үҫкән, ҡала мөхитендә тәрбиәләнгән кешеләр тыуҙырырға тейеш башҡорт ҡала мәҙәниәтен. Һәм бында рухи мираҫты яңы етештереүселәр, яңы ҡулланыусылар булырға тейеш. Тамашасылар, ҡулланыусылар, уҡыусылар, тыңлаусылар һәм башҡалар.
Йәштәр элекке һымаҡ шау-шыулы исемдәргә мохтаж түгел, тип әйтеп үттем бит инде. Улар күберәк заман талаптарына ярашлы тыуҙырылған продукттарҙы ҡабул итергә әҙер. Бөгөн йәштәр бөтөнләй икенсе. Улар ирекле, улар азат, ҡурҡып, баҫылып йәшәгән быуын түгел. Халыҡ яҙмышын да белә, уны үҙҙәренсә хәл итә. Утыҙынсы йылдарҙа милли интеллигенцияны үҫтереүгә, алтмышынсы йылдарҙа уны СССР кимәленә сығарырға, күтәрергә ихтыяж бар ине. Беҙҙең ағайҙар, апайҙар күтәрҙе, рәхмәт. Әммә бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тип әйтәйекме, рухи аҙыҡты етештереүгә лә, ҡулланыуға ла ихтыяж ҙур түгел.
Аңлатып китәм: ул ваҡытта китаптар 70, 80, 100 мең дана менән сыҡһа, ә гәзит-журналдарҙың тиражы 50,60,100 мең дана булһа, бөгөн китаптар 500 дана, гәзит-журнал 300-ҙән башлап 3000-4000 дана тирәһе генә тарала. Тимәк, ихтыяж юҡ. Бизнес термины менән әйткәндә, бөгөн яҙыусыларҙың күп итеп яҙыуына һәм рухи продукт етештереүенә ихтыяж юҡ, йәғни ҡулланыусы юҡ. Уның сәбәптәрен эҙләргә кәрәк. Бәлки, бер кемгә лә кәрәк булмаған тауар етештереләлер? Бәлки, бер кемгә лә кәрәкмәгән һәм авторҙың үҙенән башҡа берәүгә лә ҡыҙыҡ булмаған тема күтәреләлер. Әйтәйек, мин роман яҙҙым да, уны уҡыусы һәм аңлаусы юҡ, тип бар ғәләмгә ғәйеп тағам. Ғәфү итегеҙ, бер мин хаҡлы булып, 1 млн 600 мең башҡорт ахмаҡ була алмай. Киреһенсә булыуы бик тә ихтимал. 1 млн 600 мең кеше бер юлы яңылыша алмай. Ә, бәлки, китапҡа, театрға һәм башҡа рухи ҡиммәттәргә ихтыяж юҡтыр? Һәм бер ҡасан да булмаҫ. Ҡатмарлы һорау был.
Утыҙынсы, алтмышынсы йылдарҙа барлыҡҡа килгән рухи ҡиммәттәр бөгөн милләтте һаҡлап, яҡлап, ҡурсалап тора һәм милләтте башҡа халыҡтар араһында типә-тиң итеп тойорға булышлыҡ итә. Эшҡыуарлыҡ та шулай. Бәләкәй, урта һәм эре бизнес. Әгәр бөгөн милләттең буржуазияһы булмаһа, бөтә милләт, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән, ҡурайсыларҙан, йырсыларҙан, уҡытыусыларҙан ғына тора икән, уның киләсәге бик ҡыҙғаныс. Шуға күрә йәштәргә бөгөн ошо юҫыҡта үҫешеү мөмкинлеге бар икән, шул йүнәлештә үҫешергә кәрәк.
Бөгөн - башҡортса белгән, тамырҙарын онотмаған, милли музыка тыңлаған, милли китап уҡыған, милли театрға йөрөгән, шул уҡ ваҡытта заманса технологиялар менән эш итә белгән, фекерләгән, финанс грамоталығы булған эшҡыуарҙар заманы. Улар киләсәктә беҙҙең милләтебеҙҙең нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Ни өсөн? Сөнки улар, бәләкәй, урта, эре бизнес вәкилдәре, ирекле һәм бюджет имсәгенә йәбешкән ҡатламға ҡарағанда азатыраҡ һәм иреклерәк. Бөгөнгө һәм киләсәк йәштәрен шулай күрәм.

Башҡортостанды 100 йылдан һуң нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

- Мин ун йылдан һуң да нисек булырын күҙ алдына килтерә алмайым. Сөнки ваҡыт шул тиклем йылдам үҙгәрә. Элек үҙгәрештәр ун йылға һуҙылһа, хәҙер бер йылдан теге йәки был яңылыҡ иҫкелек ҡалдығы булып күренергә мөмкин. Пандемия күрһәтте бит цифрлы технологияларҙың мөһимлеген. Бында күрәҙәлек итеү хатта урынһыҙ. Бер йылдан нимә булыуын да күҙ алдына килтерә алмайым.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән дуҫ инегеҙ. Уның вафатын нисек кисерҙегеҙ? Уның хаҡында иҫтәлек яҙырға уйығыҙ юҡмы?

- Эйе, Рауил Бикбаев менән дуҫ булдыҡ. Минең яҙмышымда, булмышымда иҫ киткес роль уйнаны ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа бик аралаша алманыҡ. Иҫтәлектәргә килгәндә, уның алдында был минең рухи бурыс булып тора. Иҫтәлектәрҙән бигерәк, уның ижадының тәрәнерәк ҡатламдарын байҡарға ине, Алла бирһә. Ун йылдар элек самалап, ниәтләп ҡуйған пландарым бар. Экзистенция күҙлегенән. Нисек бер үк ваҡытта бар милләттең күҙ алдында йәшәгән аҡһаҡал булырға һәм шул саҡта уҡ шиктәр, икеләнеүҙәр хас булған, ваҡыты менән ҡысҡырып торған яңғыҙлыҡ тураһында. "Бар ғүмерем ҡуныр урын тапмай, яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны", тигән юлдарын хәтерләйһегеҙме? Хоҙай насип итһә, ул иҫтәлектәр яҙылыр тип уйлайым. Ғөмүмән, уның тураһында яҙырға кәрәк, сөнки Рауил Бикбайҙы уҡыусыһы өсөн бик асылған шағир тип әйтә алмайым. Ярай, фараз итмәйек, бөгөнгө көн тураһында ғына һөйләшәйек.

Әлеге ваҡытта һеҙҙе ныҡ борсоған проблема ниндәй?

- Дөрөҫөн генә әйткәндә, бөгөн мине бер генә проблема борсой - мин маркетинг һәм таргетингты, йәғни үҙебеҙҙең оҫтаханала етештерелгән әйберҙәрҙе аныҡ кешегә еткерергә булышлыҡ иткән рекламаны ныҡлы өйрәнгем килә. Етештереү процесын өйрәндем, оҫтаханам әҙер. Бөгөн үҙебеҙҙе донъя кимәлендә өлгөрөп еткән оҫталар, тип әйтә алабыҙ. Улай ғына ла түгел, беҙ һәр бер илдең оҫталары менән ярыша алабыҙ. Әммә реклама механизмын тейешле кимәлдә белмәүем, ысынлап та, мине борсой. Әгәр ҙә мине бөгөнгө әхлаҡ ҡанундары, халыҡтың китап уҡымауы, сәйәсәт борсой, тиһәм, дөрөҫ булмаҫ ине. Һеҙ туранан-тура һорау бирҙегеҙ, мин дә яуапты туранан-тура бирергә тырыштым. Башҡа һорауҙар мине борсомай. Бөгөн минең ныҡ өйрәнгән, уҡыған темам - таргетология һәм маркетология, сөнки улар - заманса сауҙа итеүҙең төп күрһәткесе.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны ғына әйтергә теләйем: матур итеп йәшәр өсөн бер кем дә уңайлы шарттар тыуҙырмай хәҙер. Кеше үҙе тырышырға тейеш. Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, хаталаныуҙан, яңылышыуҙан ҡурҡмағыҙ, һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтылығыҙ. Рәхәтләнеп йәшәрлек мөмкинлектәрҙе үҙегеҙ булдырығыҙ.

Лена АБДРАХМАНОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.01.22 | Ҡаралған: 390

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru