«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ҺӨЙЛӘШӘМ!
+  - 


Ошо көндәрҙә баш ҡалала Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүселәре билдәләнде. Утыҙ алтынсы тапҡыр уҙғарылған олимпиадала Башҡортостандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән бөтәһе 218 уҡыусы ҡатнашты.

Быйыл олимпиада ике өлөштән торған: тәүҙә ситтән тороп һайлап алыу туры уҙғарылған, һөҙөмтәлә иң-иңдәр Өфөгә саҡырылған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, тәүге турҙа ике меңгә яҡын уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараған һәм улар араһынан 218-е артабан ҡатнашыу хоҡуғын алған. Һөҙөмтәлә олимпиаданың 9 еңеүсеһе һәм 39 призеры билдәләнгән.
Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған белем усаҡтары араһында Өфө ҡалаһының Ф.Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһының 11 синыф уҡыусыһы Камила Ҡыуатова (уҡытыусыһы Л. Бикбаева) еңеүсе тип табылды. Шулай уҡ Ишембай ҡалаһының Ә.-З. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 10 синыф уҡыусыһы Ғәлиә Шәрипова (уҡытыусыһы Ф. Әмирханова) менән Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 9 синыф уҡыусыһы Сәлимә Яҡупова (уҡытыусыһы Ф. Миһранова) иң юғары баһаға лайыҡ булды.
Еңеүселәр шулай уҡ башҡорт телен туған һәм дәүләт телдәре булараҡ өйрәнеүселәр араһында ла билдәләнде. Был номинацияларҙа 11 синыф уҡыусылары араһында Әбйәлил районы Асҡар ауылының Т. Кусимов исемендәге гимназияһынан Светлана Килмөхәмәтова һәм Өфө ҡалаһының 160-сы лицейынан Рина Хәсәнова беренсе урын алды. Башҡортостандан ситтә йәшәп тә, туған теле һәм мәҙәниәтен, тамырҙарын онотмаған йәш милләттәштәребеҙ - Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Аҡбаш мәктәбе уҡыусыһы Радик Кирәев һәм ошо уҡ райондың Яратҡол мәктәбенән Айлина Шәмсетдинова, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбенән Рамаҙан Ҡасҡынов, Красногвардейский районы Д.Юлтый исемендәге мәктәп уҡыусыһы Адель Төркмәнова ла юғары баһаланды.
Быйыл олимпиадала ҡатнашыусылар тексты анализлауҙан тыш, Башҡортостан мәҙәниәтенә ҡағылышлы викторина һорауҙарына яуап бирҙе һәм тәҡдим ителгән темаларға фекер алышты. "Быйыл бигерәк тә уҡыусыларҙың үҙ-ара аралашыу мәҙәниәтенә иғтибар иттек. Сөнки бөгөн мәктәптәрҙең көнүҙәк бурыстарының береһе - баланы һөйләшергә өйрәтеү", - ти Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, баһалама ағзаһы Илшат Янбаев.
- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала 8 синыфтан алып йыл да ҡатнашам, әммә быға тиклем призерҙар йә еңеүселәр рәтенә ингәнем юҡ ине. Ҡайһы берҙә бер генә балл етмәй төшөп ҡала торғайным. Быйыл еңеү яулауым минең өсөн көтөлмәгән оло ҡыуаныс булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡытыусым Лилиә Ғилметдин ҡыҙы Бикбаеваға сикһеҙ рәхмәтлемен. Был юлы олимпиада һынауҙары ярайһы уҡ ҡатмарлы ғына ине. Тәүҙә Башҡортостан мәҙәниәтенә ҡағылышлы 20 викторина һорауына яуап бирҙек, һуңынан бирелгән тексты анализланыҡ һәм үҙ фекеребеҙҙе жюри ағзаларына телдән белдерҙек. Миңә Илгизәр Бураҡаевтың "Туғанлыҡ көсө" тигән матур ғына тексы эләкте. Шуны әйтергә кәрәк, элек олимпиаданың был өлөшөндә шиғыр һөйләтә торғайнылар бит, былтыр түңәрәк ҡор рәүешендә үткәйне, быйылғыһы иң отошлоһо булды, минеңсә. Олимпиадала ҡатнашыусылар бик күп булды һәм араларында башҡорт телен бик яратҡан, киләсәктә һөнәре итергә уй-ниәте булған тиҫтерҙәрем бихисап ине. Әммә уларҙың барыһы ла призер урынына үтә алмай, илашып та бөтөүҙәрен күреүе күңелгә ауыр тәьҫир итте. Еңеүҙе уларҙан тартып алған кеүек булды хатта. Бәлки, киләсәктә ойоштороусылар призер урындары һанын арттырыр, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Өфө ҡалаһы Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһының 11 синыф уҡыусыһы Камила Ҡыуатова.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Өфөнөң 64-се гимназияһында телде дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе 9-сы синыф уҡыусыһы Кирилл Васильев башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып, призер тип танылды. Бындай ҙур еңеүгә өлгәшкән рус милләтле малай менән әңгәмә ҡормай үтеп китеп булманы.

Кирилл, һиндә, рус егетендә, Башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу нисек барлыҡҡа килде?

- Эйе, минең атайым рус милләтенән, әсәйем - татар ҡыҙы. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ 2 кластан уҡыйым. Ә ныҡлап ҡыҙыҡһыныуым 3 класта башланды. Ошо осорҙа мин "Һаумы, һаумы, әкиәт" исемле конкурс тураһында ишеткәйнем, уҡытыусым ҡатнашып ҡарарға тәҡдим иткәс, ике лә уйлап тормай ризалаштым. Башҡорт халыҡ әкиәтен өйрәнеү, ятлау барышында башҡорт теленең йомшаҡ, наҙлы булыуын, ҡолаҡҡа яғымлы ғына булып ятыуын аңланым. Шул ваҡыттан алып башҡорт телен төплөрәк өйрәнә башланым. Башҡорт теле өйрәнеү өсөн ғәйәт ҡыҙыҡлы. Беҙ Башҡортостан Республикаһында йәшәйбеҙ, тимәк, үҙебеҙҙең тыуған төйәктең ерле халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын белергә, өйрәнергә тейешбеҙ. Ниндәй милләт вәкиле булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда йәшәгәс, уның төп телен әҙ генә булһа ла белергә бурыслыбыҙ. Был республикаға, уның теленә, мәҙәниәтенә ҡарата хөрмәт сағылышы.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса шундай мәртәбәле олимпиадала икенсе йыл рәттән ҡатнашыуыма, телде яҡшы белгән тиҫтерҙәрем менән аралашыуыма һәм танышыуыма ифрат шатмын. Үҙемдең мәктәбемде һәм Өфө ҡалаһын был сарала лайыҡлы күрһәтә алдым, тип уйлайым. Мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте минең иң яратҡан предметтарымдың береһе. Шулай уҡ математиканы һәм биологияны яратам. Был предметтарҙан олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашам. Былтыр ҙа башҡорт теле һәм математика фәндәре буйынса республика олимпиадаларында ҡатнашып, шулай уҡ призер булдым.

Бындай тырыш егеттең шөғөлдәре лә күптер, моғайын?

- Мин йөҙөргә яратам һәм бассейнға бик теләп йөрөйөм. Шулай уҡ бейеү һәм программалау буйынса түңәрәктәрҙе үҙ итәм. Бейеү коллективы менән Башҡортостандың, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында сығыш яһарға тура килде. Бындай ижади сәйәхәттәр миңә бик оҡшай, сөнки уларҙан һуң тағы ла дәртләнеп, ихласыраҡ уҡыуға сумам һәм түңәрәктәргә йөрөй башлайым. Тағы ла компьютерҙа төрлө программалар яҙырға, уйындар һәм проекттар эшләргә өйрәндем. Беҙ интернетҡа ҙур урын бирелгән йәмғиәттә йәшәйбеҙ, шуға күрә был өлкәне яҡшы белергә кәрәк, тип уйлайым.

Йәштәштәреңә ниндәй теләктәрең бар?

- Уҡыуға ҙур иғтибар бүлһендәр, тип әйтер инем. Башҡорт халыҡ мәҡәле "Көслө - берҙе, белемле меңде еңер", ти. Тормошта ҙур уңышҡа өлгәшеү өсөн мәғлүмәтле, белемле, зирәк, уҡымышлы һәм тәрбиәле булыу мөһим.

Шулай итеп...
Кирилдың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡытыусыһы, уны олимпиадаға әҙерләүсе Гүзәлиә Рәсих ҡыҙы Һамарбаева әйтеүенсә, егет телде бик теләп өйрәнә һәм яҡшы уңыштарға өлгәшә. Ул шулай уҡ тырыш егеттең ата-әсәһе тарафынан да телгә төплө иғтибар бүленеүен, уларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡағылышлы һәр башланғысты хуплап тороуын белдерҙе. Кирилдың ҡустыһы ла телгә битараф түгел, шулай уҡ төрлө конкурс һәм бәйгеләрҙә ҡатнашырға теләүен еткерҙе, ти Гүзәлиә Рәсих ҡыҙы. Ысынлап та, өйҙәге һәр һөйләшеү, фекер һәм күренеш балала сағыла. Васильевтар ғаиләһендәге Башҡортостанға, ерле халыҡҡа, уның теленә һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләнеүе уларҙың улдарында асыҡ сағыла. Шулай уҡ телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, уны өйрәнеүгә ҙур этәргес көс биреү уҡытыусыға ныҡ бәйле. Уның бала күңеленә ошо осҡондо һалырлыҡ, уны артабан дөрләтеп ебәрерлек һәләткә һәм оҫталыҡҡа эйә булыуы ғына ҙур уңыштарға килтерергә мөмкин. Гүзәлиә Рәсих ҡыҙының, һис шикһеҙ, был һәләткә эйә педагог булыуына шик юҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА,
Гөлназ САФУАНОВА.

"Киске Өфө" гәзите, №3, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.01.22 | Ҡаралған: 322

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru