«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ БИҪТӘ
+  - 

Гәзиттә лә, интернет киңлектәрендә лә Өфө тураһындағы фекерҙәрҙе уҡып барам. Шулай ҙа әлегә тиклем үҙем тыуып үҫкән һәм әле лә шунда ғүмер иткән Шаҡша биҫтәһе хаҡында фекерҙәрҙе бик әҙ осратам. Был бигерәк тә матбуғат сараларына ҡағыла. Беҙҙең район тураһында барыһы ла онотҡандай тойола миңә. Беҙ Өфө ҡалаһы составында, ләкин шул уҡ ваҡытта уға бөтөнләй мөнәсәбәте булмаған айырым хужалыҡ кеүек. Шуға күрә үҙемде борсоған һәм шулай уҡ биҫтәлә нимә оҡшауы тураһында бер кәлимә фекеремде белдереп китәйем әле, тип ҡулыма ҡәләм алдым.

Һуңғы ваҡытта йәмәғәт транспортына ҡағылышлы күп һорауҙар өҫкә ҡалҡып сыҡты. Халыҡ, бәлки, урынлы көйһөҙләнәлер, сөнки эшкә һәм уҡыуға барыу, башҡа йомош менән сыҡҡанда туҡталҡала оҙаҡ автобус көтөү бер кемгә лә оҡшамай. Ләкин ана ҡойолам, бына тиреләм тип йөрөгән иҫке автобустарҙы ҡулланылыштан алыу күптән кәрәк ине, тигән фекерҙәмен.
Ә хәҙер беҙҙең биҫтәгә күсәйек. Шаҡша биҫтәһендә был проблеманың барлыҡҡа килеүенә бер-ике йыл ғына түгел, ул ғүмер буйы булды. Ә баш ҡаланың үҙәгенә бала ултырған коляска менән барыу кәрәклеге ҡалҡһа, бөтөнләй эштәр харап, сөнки быға ҡулайлаштырылған автобустар бөтөнләй юҡ кимәлендә. Дауаханалар - ололарҙыҡы һәм балаларҙыҡы - бар, әлбиттә, ләкин унда башлыса терапевт һәм педиатр ғына эшләй. Башҡа белгестәргә күренер өсөн ҡала үҙәгенә сығырға кәрәк йәки коммерция дауаханаларына барырға тура килә. Ял, байрамдар ваҡытында сауҙа үҙәктәрендә уҙғарылған төрлө саралар тураһында уҡып ҡына беләбеҙ. Беҙҙең биҫтәлә лә ошондай матур, заманса, балалар өсөн тәғәйен уйын бүлмәләре булған нөктәләр барлыҡҡа килһә ине, тигән хыял менән йәшәйбеҙ. Шулай уҡ бассейн тураһында хыялланабыҙ.
Ваҡытында беҙҙең Шаҡша эшселәр ҡасабаһы ине. 1980 йылда ҡасабаны Өфөгә ҡушҡас, атай-әсәйҙәрҙең "Үәт, хәҙер, беҙҙең ҡасаба ҙурайып, үҫеп, баш ҡаланың башҡа үҙәк райондары кеүек буласаҡ", тип һөйләгәндәрен иҫләйем. Ләкин бөгөнгө Шаҡша шул ваҡыттағы ҡасабанан бер нәмәһе менән дә айырылмай тиерлек. Әлбиттә, тәүҙә ҡасаба ҙурайҙы, элекке көтөүлектәр урынына күп ҡатлы йорттар ҡалҡты, йәш ғаиләләр күсеп килде, балалар баҡсалары, мәктәптәр асылды. Тик тора-бара был энтузиазм һүрелде. Өфөгә "миллионлы ҡала" исеме алырға ярҙам иткән биҫтәбеҙ ҡағыҙҙа ғына баш ҡаланың райондары иҫәбендә, ә асылда бөгөн дә ҙур ауыл булып ҡала килә.
Иң иҫте китергәне - юлдар. Йорттар араһында балалар майҙансыҡтары төҙөп ҡуйҙылар, ләкин яҙын-көҙөн унда барып етеү өсөн һыулы-ҡойоло марш-бросок үтергә кәрәк.
Шаҡша - ҙур төҙөлөш майҙансығына дәғүә итә алырлыҡ биҫтә. Беҙҙә төҙөлөш алып барырға ярамаған урындар, архитектура һәм тарихи ҡомартҡылар юҡ, йорттар төҙөү өсөн бихисап урын, ләкин ошо өлкәләге бөтә компаниялар ҙа Өфөнөң нәҡ үҙәгендә майҙан эләктереп ҡалыу өсөн тартҡылаша.
Беҙҙә бер нисә бәләкәй күл бар. Ләкин уларҙың бөгөнгө хәл-торошо һәйбәттән түгел. Бигерәк тә Ҡасим быуаһы урындағы халыҡтың иң ҙур бәләһе. Уны таҙартып, тирә-яғын матурлап, парк йә булмаһа пляж эшләнһә ине, тигән теләктәбеҙ. Яҙаһы ла, әйтәһе лә һүҙҙәр күп, бер мәҡәләгә генә һыйып та бөтмәй. Нисек кенә булһа ла Шаҡшала йәшәгән һәр кем уны тыныслығы өсөн ярата. Беҙ күрше-тирә менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ, бында һәр кем үҙ ҡапсығына бикләнмәгән. Яҡын киләсәктә беҙ ҙә үҙебеҙҙең хаҡта Өфөнөң тулы хоҡуҡлы бер өлөшө итеп һөйләп, биҫтәлә барған үҙгәрештәрҙе күреп, шатланып ултырырбыҙ, тип өмөт итәм.

Рафиҡ ШӘЙХЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.01.22 | Ҡаралған: 263

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru