«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШ ҠАЛАЛА УРМАНДАР ҠАЛЫРМЫ?
+  - 

Өфөнөң 2042 йылға тиклем яңы Генпланы буйынса йәмәғәт фекер алышыуҙары барышында халыҡты бигерәк тә урман зоналарын һаҡлау һәм үҫтереү перспективалары борсоуы асыҡланды. Рекреацион зоналар (парктар, скверҙар, йәйәү йөрөү урындары) темаһы буйынса ҡала хакимиәтенә тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр менән 823 мөрәжәғәт килгән (транспорт инфраструктураһына ҡағылышылы тәҡдимдәр - 344).

Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе Өфөнөң Баш архитектура идаралығы һәм яңы планды эшләүсе Мәскәүҙең Генплан институты ғәйебе буйынса ебәрелгән хаталар менән бәйле. Мәҫәлән, уникаль тәбиғәт һәйкәле булған Непейцевск дендропаркы территорияһының бер өлөшө презентация материалдарында төҙөлөш территорияһы тип күрһәтелеүе ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Өфөнөң Баш архитектура начальнигы урынбаҫары Ольга Сарапулова быны башҡарыусының техник хатаһы булыуы ихтималлығын һәм төҙәтеләсәген белдерҙе.
Ҡала халҡы яңы генпландағы йәшел зоналарға етди зыян килтереүе ихтимал булған башҡа мәлдәргә лә иғтибар йүнәлтте. Мәҫәлән, буласаҡ ҡала электричкаһының Воронки станцияһы туҡталышына ике һыҙатлы автоюлды "Сәләмәтлек һуҡмағы" булған Ғафури паркы артындағы урман эсенән үткәреү. Халыҡты Аҡ Йорт комплексы артындағы территорияһының, Калинин паркының бер өлөшөн, Ботаника баҡсаһы артындағы урманды, Блюхер урамындағы йәшел зонаны йәмәғәт-эшлекле зонаға, шулай уҡ медицина колледжы артындағы урманға терәлеп торған гараж кооперативы майҙанын һәм Урман юлы урамы буйын төҙөлөш майҙансығына әйләндереү ихтималлығы борсой.
Ҡала халҡы фекеренсә, Өфө экосистемаһына иң ҙур зыянды яңы генпланға һалынған Затон күперенән башланып, хәҙерге тимер юлына параллель рәүештә Дежнев юл сиселешенә тиклем үтәсәк Көнбайыш шоссе төҙөлөшө килтерәсәк. Мөрәжәғәттәрҙә билдәләнеүенсә, был ҡиммәтле, файҙаһыҙ юл Өфө тау битләүенең уникаль тәбиғәтен юҡҡа сығарасаҡ, шулай уҡ ул ҡатмарлы геологик шарттарҙы һәм карст бушлыҡтарын күҙ уңынан ысҡындыра.
Ошо һәм башҡа иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, рәсми һөҙөмтәләргә ярашлы, фекер белдереүселәрҙең күпселеге генераль пландың яңы вариантын хуплай. Граждандарҙан барлығы 16910 мөрәжәғәт килһә, уларҙың 12843-ө - проект яҡлы, 1135-е - ҡаршы. Өфө ҡала советы депутаты Павел Васильев аныҡлауынса, килгән мөрәжәғәттәрҙе ҡарау һөҙөмтәһе буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткән тип таныла. Йомғаҡлау протоколы әҙерләнеп, һығымта ҡала советы сайтына ҡуйылды. Раҫланған генплан йәйгә әҙер буласаҡ.

Сергей НИКОЛАЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.01.22 | Ҡаралған: 294

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru