«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫРҒА, ЭШЛӘРГӘ КИЛДЕК ТӘ ӨФӨЛӘ БЕР ҠОРҒА ТУПЛАНДЫҠ
+  - 


Һәр заманда ла илдәрҙең киләсәге йәштәр ҡулында булған һәм буласаҡ. Нәҡ йөрәктәре дөрләп янған, һәр яңылыҡҡа асыҡ булған, төрлө өлкәлә үҙҙәрен һынап ҡараусы, еңеүҙәргә ынтылыусы йәштәр заманды алға этәреүсе, үҫештең төп көсө. Бөгөнгө Башҡортостан йәштәре лә һәр йәһәттән әүҙемдәр, ғәйрәтлеләр һәм маҡсатҡа ынтылыусандар. Ә баш ҡалала уларҙы бер ҡорға туплап, уларға һәр яҡтан ярҙам иткән, йәштәрҙең бөтә башланғысын күтәрмәләп тороусы ойошма - Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһының уңышлы эшләп килеүе уларға тағы ла ышаныс өҫтәй. Бөгөнгө әңгәмәлә ассоциация етәксеһе Ғәйнислам АТАНҒОЛОВ һәм берлек ағзаһы Камил АБДУЛЛИН менән ойошманың эшмәкәрлеге, бөгөнгө көн йәштәренең тел, милләткә ҡағылышлы уй-фекерҙәре тураһында һөйләшәбеҙ.

Ғәйнислам:
Беҙҙең Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы 2008 йылдан эшләй. Бөгөнгө көндә ойошма составында республиканың төрлө төбәгенән егерменән ашыу берлек иҫәпләнә. Ассоциацияла төрлө йүнәлеш буйынса эшләгән бүлектәр бар. Ойошманың үҙәгендә 9 кешебеҙ, ә берләшмәгә ингәндәрҙең дөйөм һаны 200-ҙән ашыу.
Камил: Билдәле булыуынса, Өфөлә уҙған быуаттың 70-се йылдарынан алып Урал аръяғы райондарының йәштәре берләшеп, ошондай ойошмалар булдырған һәм әүҙем эшмәкәрлек алып барған. Ләкин уларҙың һәр береһе үҙаллы эшләгән. 2008 йылда иһә бөтә ошондай ойошмаларҙы бер ассоциацияға туплап, уның эшен тағы ла киңерәк йәйелдергәндәр. Берләшкән яҡташтар ассоциацияһын ул ваҡыттарҙа Тимур Лоҡманов, Азат Бадранов, Илнур Ҡотләхмәтов, Даян Сиражетдиновтар етәкләгән.
Ғәйнислам: Берлектең маҡсаты - республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән йәштәрҙе Өфөлә бер урынға туплау, бер береһе менән таныштырыу, уларға ҡала мөхитенә инеп китергә ярҙам итеү. Шулай уҡ йәмғиәткә файҙалы булған төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу, уларға йәштәрҙе ылыҡтырыу, туған телдең ҡулланылышын әүҙемләштереү, милли мәҙәниәт үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө индереү, фәнни-ғәмәли өлкәлә йәштәрҙе үҫтереү, спортҡа бағышланған һәм башҡа эштәр беҙҙең алдыбыҙҙа торған бурыстар. Улар араһында, мәҫәлән "Аҫылташ", "Урал мираҫы" һәм башҡа форумдарҙы билдәләргә була. Бындай эшмәкәрлек баш ҡалаға килгән йәштәргә юғалып ҡалмаҫҡа, төрлө өлкәлә үҙҙәрен табырға булышлыҡ итә. Камил: Төрлө район берлектәренең әүҙем эшмәкәрлеген билдәләп үткем килә. Улар райондаштарын бергә туплай, Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһына ҡушыла. Эште был рәүешле алып барыу һәр йәш кешене айырым туплауға ҡарағанда, күпкә отошлораҡ, бер райондан булғандар үҙ ойошмаларына ауылдаштарын, класташтарын саҡыра, улары иһә үҙҙәренең таныштарын ылыҡтара һәм район яҡташтар ойошмаһы киңәйә бара. Бында айырыуса район ойошмалары рәйестәренең эшен билдәләп үтергә кәрәк, сөнки нәҡ уларҙың ныҡышмалығы, тырышлығы, әүҙемлеге үҙ райондаштарын бер урынға тупларға һәм улар менән бергәләп эшләргә мөмкинлек бирә.

Бынан 20 йылдар элек Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Учалы, Белорет йәштәре берлеге әүҙем эшләне. Төрлө спорт һәм мәҙәни саралар уҙҙы, һабантуйҙар үтә ине. Ә бөгөнгө көндә был исемлекте тағы ла кемдәр тулыландырҙы?

Ғәйнислам:
Урал аръяғы райондары бөгөнгө көндә лә Өфөлә иң әүҙем эшләгән берлектәр. Шулай уҡ уларға иш булып Краснокама, Йылайыр, Балаҡатай, Илеш, Федоровка райондары йәштәре лә үҙ берләшмәләрен булдырып, актив эшмәкәрлек алып бара.
Камил: Ысынында, Ғәйнислам һанап үткән райондарҙың йәштәре берләшеп, беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә эшләй башлауҙары ҡыуаныслы күренеш. Ни өсөн тигәндә, әлегә тиклем баш ҡалала уҙған төрлө сараларҙа ул райондарҙан сыҡҡан йәштәр һирәк ҡатнашты. Ни тиһәң дә, Башҡортостан тик Урал аръяғы райондарынан ғына тормай. Шуға күрә беҙгә башҡа район йәштәрен дә үҙебеҙҙең проекттарға ылыҡтырып, бергә төрлө саралар уҙғарып, аралашып йәшәргә тырышырға кәрәк. Башҡортостан ҙур биләмәле төбәк һәм уның йәштәре бер төптән булып, һәр яңы башланғысты әүҙем күтәреп алып, бөтә сараларға ла үҙ делегаттарын ебәреп торһа, ҙур уңыштарға өлгәшеүебеҙгә шик юҡ.

Даими уҙғарған төрлө форум, спорт, мәҙәни сараларҙан тыш, бөгөнгө көндә берлек тағы ниндәй мөһим проекттар өҫтөндә эшләй?

Ғәйнислам:
Хәҙер йәштәр алдында иҫ киткес мөмкинлектәр асылған, ниндәй өлкәлә булһа ла үҙеңде һынап ҡарарға, төрлө проекттар менән ил, донъя кимәлендә сығыш яһарға, гранттар оторға була - бары тик теләгең генә булһын. Гранттарға килгәндә, беҙҙең Башҡортостан йәштәре үҙҙәренең идеяһын төрлө проекттарға һалып, әллә күпме сараларҙа ҡатнашып, финанс ярҙам алыуға өлгәште. Беҙ уларҙың һаны тағы ла күберәк булһын һәм республикала йәштәребеҙ тарафынан ойошторолған төрлө саралар артһын, тигән уй-фекерҙе өҫкә күтәрәбеҙ. Шул уҡ туризм өлкәһендә әллә күпме эштәр атҡарырға була, фермерлыҡ, фәнни эштәр менән шөғөлләнергә мөмкин, һәм башҡалар. Ә форумда ҡатнашырға һәм грантҡа дәғүә итерлек проекттар яҙыу еңелдән түгел. Ошоно күҙ уңында тотоп, беҙ әлеге мәлдә "Проекттар мәктәбе" эшмәкәрлеген әүҙемләштерәбеҙ. Уның сиктәрендә төрлө өлкәлә уңышлы эшмәкәрлек алып барған һәм үҙ проекттарына гранттар алыуға өлгәшкән кешеләр йәштәргә теге йәки был программа тураһында һөйләйәсәк. Шулай уҡ нисек итеп проект яҙырға, комиссия алдында уны нисек яҡларға, грант алғас, эште нимәнән башларға, проектты тормошҡа ашырыу уңышлы булһын өсөн ниндәй аҙымдар яһарға һәм башҡа күп төрлө һорауҙарға яуап бирәсәк мәктәп.
Камил: Башҡортостан федераль кимәлдә гранттар алыу буйынса тәүге 5 урында тора. Был беҙҙең йәштәрҙең ни тиклем сәмле, үҙ идеяһын, хыялын ысынбарлыҡ итеү өсөн тырышыусы, маҡсатлы, дәртле булыуы тураһында һөйләй. Ошондай йәштәр һаны тағы ла артһын һәм беҙҙең төбәк тағы ла күберәк һәм ҙурыраҡ гранттар отһон, тигән уйҙы алға һөрөп, әлеге мәктәп эшмәкәрлеген алып барыу тураһында килештек. Ғәйнислам: Мәҫәлән беҙҙең ассоциация "Яҡташтар көсө" исемле проектты тәҡдим итеп, 3 миллион һум күләмдә грант алды. Башҡортостанда Радий Хәбиров инициативаһы менән "Атайсал" программаһы уңышлы эшләп килә. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ошо проектта ҡатнашҡан һәм үҙенең тыуған ерендә ниндәйҙер эште атҡарып сыҡҡан шәхесте шул район биләмәһе йәштәре менән осраштырып, аралаштырып, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар табырға булышлыҡ итәбеҙ. Йәштәргә үҫер, дөрөҫ юлдан барыр өсөн матур өлгөләр кәрәк. Ә үҙенең тыуған ере өсөн тырышҡан кеше нәҡ ошондай өлгөлө шәхестәрҙең береһе лә инде. Беҙҙең проект быуындар бәйләнешен нығытыуға, улар араһындағы аралашыуҙы әүҙемләштерергә, ололарҙың йәштәр менән тәжрибә бүлешеүенә йүнәлтелгән. Бындай осрашыуҙар барышында беҙ шулай уҡ баш ҡалалағы йәшәйеш менән таныштырабыҙ, төрлө уҡыу йорттары тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ.
Камил: Йыл да үткәрелеп килгән "Аҫылташ" форумы шулай уҡ беҙҙең мөһим проекттарыбыҙҙың береһе. Ул башҡорт йәштәренең йыйылышып аралашыу, фекер уртаҡлашыу, үҙ идеялары менән бүлешеү, спорт һәм мәҙәни саралар майҙаны. "Аҫылташ"тың төп һәм мөһим проекты - башҡорт телендә ойошторолған дебаттар.
Бындай уйындар 2017 йылдан башлап үткәрелә. Төрлө мәсьәләләр, тема һәм һорауҙарҙы үҙ эсенә алған парламент дебат уйындары бөтә республика йәштәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Декабрҙә уҙған дебат уйындары еңеүселәре итеп Илһам Килмәтов һәм Камила Бикбаеванан торған Көйөргәҙе районы командаһы билдәләнде.
Шулай уҡ бөгөнгө көндә миллилеккә, милли үҙаңға ҙур иғтибар бирелеүен күҙ уңында тотоп, декабрь башында онлайн форматта "Урал мираҫы" тип аталған ғилми йәштәр этнофорумын үткәрҙек. Сарала миллилектең (этно) йәшәйәшебеҙгә нисек һәм ниндәй кимәлдә тәьҫир итеүен, шулай уҡ уның үҙтәрбиәлә һәм рухи үҫештә ниндәй роль уйнауын асыҡларға тырыштыҡ. Форумда билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр һәм башҡа төрлө өлкәлә эшләүсе шәхестәр спикер булараҡ сығыш яһаны һәм ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар бирҙе.

Егеттәр, тел тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, был темаға төплөрәк туҡтайыҡ. Глобализация заманында йәшәйбеҙ һәм ошондай ваҡытта туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм уны үҫтереү өсөн ниндәй эштәр башҡара алабыҙ?

Ғәйнислам:
Туған тел, мәҙәниәт, ғөмүмән, миллилек һәр кем өсөн иң ҙур рухи сығанаҡ. Уларҙы яҡлау, һаҡлау, киләсәк быуынға тапшырыу бөтә милләт алдында торған иң ҙур бурыстарҙың береһе. Туған телеңде яратыу тәү ҡарашҡа бәләкәй генә булған аҙымдарҙа, эштәрҙә сағыла. Әллә ҡасан инде телефонда ҡулланыу өсөн башҡортса клавиатура эшләнеләр, уны телефоныңа ҡуйып, хәбәрҙәрҙе башҡортса яҙыуың да ошо йүнәлештәге ҙур аҙым булып тора. Шулай уҡ республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙы уҡыу, спектакль-концерттарға йөрөү ҙә милли баҫманы, мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк бит. Барыһы ла ябай һәм бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора. Көндәлек тормошобоҙҙа сағыла телебеҙгә һәм башҡа өлкәләге миллилеккә булған ҡарашыбыҙ.
Камил: Күптән түгел халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тамамланды. Ябай ғына иҫәп ҡағыҙындағы һәр яуап тотош милләттең артабанғы яҙмышына йоғонто яһаясаҡ. Шуға күрә һәр кем бөтә яуаплылығын һалып, туған милләтенең киләсәген күҙ уңында тотоп эш иткәндер, тип ышанғы килә. Был өлкәлә йәштәр ҙур эштәр атҡара. Ғәйнислам билдәләп үткән башҡортса клавиатураны күптәр ҡуллана, һүҙҙәрҙе урыҫсанан башҡортсаға әйләндергән һүҙлектәр эшләнеләр, балаларға башҡорт телендә һөйләшкән, йырлаған уйынсыҡтар етештерәләр. Шулай уҡ телевизорҙа уңышлы тапшырыуҙарҙың береһе булған "Әлләсе" уйынын виртуалләштереү өҫтөндә эшләй егеттәр. Интернет селтәрендә лә миллилеккә ҙур иғтибар биргән егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙ биттәрен әүҙем алып бара. Башҡорт телле блогерҙарыбыҙ бар. Быларҙың барыһы ла телде, мәҙәниәтте, тарихыбыҙҙы, дөйөмләштереп әйткәндә, башҡорт булмышыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә.
Ғәйнислам: Халыҡ иҫәбен алыуға килгәндә, сараның мөһимлеген һәм кәрәклеген инҡар итеп булмай. Милләт булараҡ бөгөнгө хәлебеҙ ниндәй, туған телебеҙҙең артабанғы яҙмышы һәм башҡалар - быларҙың бөтәһе лә сағылыш таба бит инде. Ләкин быны барыһы ла аңлап эш итәме, бына мәсьәлә нимәлә. Минең фекеремсә, йәштәр араһында халыҡ иҫәбен алыуҙың бөтә мөһимлеген төптән аңламағандар ҙа бихисап. Һәм ололар тарафынан ошо йүнәлештә аңлатыу эштәре алып барыуҙы яңы кимәлгә күтәреү мөһим. Был эшмәкәрлек йәштәр араһында ғына түгел, ә киләсәктә үҙҙәре айырым шәхес булараҡ иҫәп алыуҙа ҡатнашасаҡ мәктәп уҡыусылары араһында ла киң йәйелдерелергә тейеш, тип иҫәпләйем. Һәм, иң мөһиме, аңлатыу эше иҫәп алыу процесы башланыр алдынан ғына түгел, ә даими рәүештә алып барылһа ине, тигән теләктә ҡалам.
Шулай уҡ иҫәптә бар, һанда юҡ, тигән һымаҡ булмайыҡ. Башҡорт булараҡ теркәлергә һәм үҙебеҙҙең матур йәшәйешебеҙ, эшмәкәрлегебеҙ менән иҫбатлайыҡ. Милләт, республика һәм тотош ил өсөн файҙалы булырлыҡ маҡсаттарыбыҙҙы донъяға ашырыу өҫтөндә әүҙем эшләйек. Конкурентлыҡ һәм компетентлы булыу кимәлен үҫтерәйек.

Йәш яҡташтар берләшмәһенең эшен тағы ла әүҙемләштереүҙе нимәлә күрәһегеҙ?

Ғәйнислам:
Ассоциацияға килгән, беҙгә ҡушылған һәр кешене, район берлектәрен шатланып ҡаршы алабыҙ. Сөнки уларҙың һәр кеме үҙе менән яңы идея, яңы ҡараш алып килә, ойошманы тулыландыра. Берләшмәлә тик башҡорт йәштәре генә бар һәм буласаҡ, тиеү хата, сөнки ойошмаға теләге булған һәр милләттең йәш вәкиле килеп ҡушыла ала, беҙ һәр кемгә асыҡбыҙ. Киләсәктә берләшмәлә Башҡортостандың бөтә төбәгенән дә йәштәр тупланыр һәм улар бер төптән булып ҙур эштәр атҡарыр, тип ышанам. Ойошмаға рәхим итегеҙ. Бөгөнгө көндә йәштәр алдында бөтә ишектәр ҙә асыҡ, тырышлыҡ ҡына кәрәк, ә ойошма һәр йәш кешенең маҡсаты ысынбарлыҡ булһын өсөн ярҙам итергә тырыша.
Камил: Берләшмә үҙе алдына Башҡортостан йәштәрен генә түгел, ә беҙҙең төбәктә тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Рәсәйҙең төрлө төбәгендә уҡыған, эшләгән йәштәрен дә берләштереү маҡсаты ҡуйған. Әлеге ваҡытта Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбурҙағы Башҡортостан йәштәре берлектәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған.

Шулай итеп...
Үҙ эшен, шөғөлөн мөкиббән китеп башҡарыусыларҙың ихласлығы, маҡсатлығы күҙҙәрендә сағыла. Әңгәмә барышында Ғәйнислам менән Камилда нәҡ ошо осҡондо күреүем, үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында янып-ярһып һөйләүҙәрен ишетеүем улар етәкләгән ойошманың киләсәге ышаныслы булыуына асыҡ ишараланы. Нәҡ ошондай әүҙем йәштәребеҙ үҙҙәре лә алға бара һәм арттарынан башҡаларҙы ла эйәртә. Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһына эштәренең уң булыуын, маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләргә генә ҡала.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.01.22 | Ҡаралған: 304

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru