«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ТӨНЬЯҠ АМУРҘАРЫ" АЛЫШҠА СЫҒА
+  - 

Бөгөн мәктәп үҙидаралығы, мәктәп ҡоролтайҙары, мәктәп парламенттары менән бер кемде лә аптыратып булмай. Эйе, беҙ, йәштәр, заман менән бергә атлайбыҙ һәм барлыҡ яңылыҡтарҙы тиҙ арала эләктереп алабыҙ, үҙебеҙҙең "үлсәмгә" һалабыҙ.

Республикала әүҙемләшкән урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы кеүек үк, беҙҙең мәктәптә лә муниципаль белем биреү ойошмалары уҡыусыларының тәҡдимдәренә нигеҙләнгән инициативалы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙаллаған проекттар конкурсы үтте. Унда биш команда ҡатнашып, беҙҙең "Төньяҡ амурҙары" проекты еңеп сыҡты. Еңеүебеҙ үҙенә күрә символик әһәмиәткә лә эйә, сөнки быйыл ата-бабаларыбыҙ ҡатнашҡан 1812 йылғы Ватан һуғышына 210 йыл тула, тап ошо һуғышта уларҙы "Төньяҡ амурҙары" тип йөрөтә башлайҙар. Был беҙгә оло яуаплылыҡ өҫтәй. Шуға күрә проект өҫтөндә бик күп эшләргә, күп нәмәләрҙе өйрәнергә, тарихҡа, тәрбиә мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтергә тура килде.
Проектта ҡаралғанса, ошо арала мәктәптә тир бүлмәһе булдырыу, уны йыһазландырыу кеүек эштәрҙе атҡарып сығырға кәрәк. Бының өсөн уҡ, ян, лазерлы автомат, пистолет, экран, проектор һатып алырға кәрәк буласаҡ. Традицион яндан уҡ атыу күңел асыу йәки милли спорт төрө генә түгел, ә милләтте рухи тәрбиәләү, үҫеп килгән быуында үҙ милләтенә, тыуған иленә, тарихына ҡарата һөйөү уятыу, милли йолаларҙы тергеҙеү сараһы ла.
Был тирҙа шөғөлләнеп, ГТО нормаларының һөҙөмтәһен яҡшыртырға, "хәүеф төркөмөнә" ингән балаларҙы, ата-әсәләрҙе һәм яҡын-тирәләге ауыл халҡын да ылыҡтырыу, төрлө спорт ярыштары, фестивалдәр, һабантуйҙар үткәреү, хәрби-патриотик тәрбиә эше алып барырға мөмкин. Шулай уҡ 8-се, 10-11-се синыф уҡыусылары (150 кеше) өсөн йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәренең практик өлөштәрен ошо тирҙа үткәрергә мөмкин. Кластан тыш саралар ярҙамында йәш быуынды бынамын тигән итеп илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә, төрлө сараларға ата-әсәләрҙе лә йәлеп итеп, быуындар бәйләнешен нығытырға була.
Йыл да район күләмендә үткәрелгән хәрби сараларҙа беҙҙең мәктәптән 20 егет ҡатнаша. Әгәр ҙә беҙҙең мәктәптә тир булһа, улар атыу буйынса үҙҙәренең күрһәткестәрен тағы ла нығыраҡ яҡшыртыр ине. Бынан тыш, ун бала традицион яндан уҡ атыу буйынса Өфө районы өсөн республика һәм төбәк-ара, Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашырға йыйына. Шулай уҡ уҡытыусылар командаһы ла "Зарница" уйындарында үҙ көсөн һынап ҡарай, "Мәргән уҡсы" этабында ҙур һөҙөмтәләр күрһәтә ала. "23 февраль - Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусылар", " Атайҙар көнө" һәм башҡа сараларҙа ла уҡ атыу бәйгеләрен индерергә мөмкин.
Традицион яндан атыу йолаһын тергеҙеү, үҙаллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, милли спорт төрҙәрен, милли йолаларыбыҙҙы өйрәнеү йәш быуынға рухи, патриотик тәрбиә бирә тип уйлайым. Шуның өсөн дә был проект мәктәбебеҙҙә яҡлау тапты. Артабан район күләмендә лә хупланыр тип өмөтләнәм.

Дания ҒӘЗИЗОВА,
Өфө районы Шамонин мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы.

"Киске Өфө" гәзите, №3, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.01.22 | Ҡаралған: 324

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru