«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БИОНОРД" ЗЫЯНЛЫ ТҮГЕЛ
+  - 

Рәсәй ҡалалары йылдан-йыл боҙлауыҡҡа ҡаршы заманса реагенттар ҡулланыуға күсә. "Бионорд" һәм шундай составлы ҡатнашмалар илдә - 10 йылдан, ә сит илдәрҙә ярты быуаттан ашыу ҡулланыла.

"Бионорд" - сауҙа атамаһы. Ул төрлө климат шарттарына һәм ҡулланыу өлкәһенә яраҡлаштырылған тиҫтәләгән рецепты берләштерә. Һәр аныҡ ҡала йәки төбәк өсөн бик күп критерийҙарҙы, шул иҫәптән климатты һәм ҡулланыу урынын иҫәпкә алып, боҙлауыҡҡа ҡаршы материал эшләнә. Мәҫәлән, Новосибирск өсөн эшләнгән "Бионорд" Дондағы Ростовта ҡулланылғанынан составы буйынса ныҡ айырыла.
Һәр "Бионорд" нигеҙен минераль тоҙҙар: натрий хлориды (аш тоҙо) һәм хлорлы кальций тәшкил итә. Ике тоҙ ҙа аҙыҡ-түлек һәм фармацевтика сәнәғәтендә ҡулланыла. Бындай состав дүртенсе, кеше организмына иң зарарһыҙ йоғонто яһау класына индерелә. Мәҫәлән, аш тоҙо һәм аш содаһы өсөнсө хәүеф класына ҡарай. Юл рецептураһы өсөн, нигеҙҙә, юғары сифатлы тоҙ һәм хлорлы кальций төрлө нисбәттә ҡулланыла, уларға коррозия ингибиторы һәм биофиль матдәләр өҫтәлә. Был компоненттар барыһы ла һыуҙа ирей. Ҡайһы берҙә өҫтәмә рәүештә мәрмәр онтағы ҡушыла. Эксперттар белдереүенсә, ҡулланыу буйынса билдәләнгән норманы һәм инструкцияны аныҡ үтәгәндә "Бионорд" тирә-яҡ мөхиткә зыянһыҙ. Техник тоҙ, йәки тоҙ һәм ҡом ҡушылған ҡатнашма менән сағыштырғанда, был материал тупраҡҡа һәм үҫемлектәргә зыян итмәй, сөнки унда натрий хлориды аҙыраҡ.
Реагент составына органик компоненттар ҙа инә, улар тупраҡҡа эләккәс, һыуға һәм углекислый газға әйләнә. Ҡалаларҙың тулыһынса бындай составты ҡулланыуға күсеүе менән оҙаҡ йылдар тоҙ-ҡом ҡатнашмаһы ҡулланыу һөҙөмтәһендә әселәнгән тупраҡтың әселек кимәле түбәнәйеүе күҙәтелә. Мәскәүҙә бындай ҡатнашмаларҙы 9 йыл ҡулланыу һөҙөмтәһендә тупраҡ әселеге өс тапҡырға кәмегән. Тире-аяҡ кейемдәре сәнәғәтенең фәнни-тикшеренеү институты һығымтаһына ярашлы, аяҡ кейемдәре өсөн "Бионорд" ирегән ҡар кеүек. Бары тик өйгә ҡайтҡас, аяҡ кейемен йылы һыу менән йыуып, киптерергә кәрәк. "Бионорд"тың автомобилдәрҙең лак-буяу ҡатламына ла зыяны юҡ. Аллергик реакцияларға килгәндә, Роспотребнадзорҙың лаборатория тикшеренеүҙәре нигеҙендәге һығымтаһына ярашлы, ул аллергия ла барлыҡҡа килтермәй, тын юлдарына ла ултырмай, тирегә лә үтеп инмәй.
Ә быға тиклем ҡулланылған ҡомло-тоҙло ҡатнашма - ул бысраҡ сығанағы, һәм урамдарҙы унан таҙартыуға боҙлауыҡҡа ҡаршы тотонолған аҡсанан күберәк сығым һәм тырышлыҡ талап ителә. Яҙғыһын ҡом туҙанға әүерелә, һуңынан халыҡтың үпкәһенә ултыра. Шулай уҡ юл ситтәрендә йыйыла, төрлө микроорганизмдарҙы, шул иҫәптән үңәҙ бәшмәктәре спораларын, бактериялар һ.б. тыуҙыра. Һуңынан улар туҙан менән бергә кеше организмына эләгеп, аллергия барлыҡҡа килтерә.
2021-2022 көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә урам-юл селтәрен боҙлауыҡҡа ҡаршы эшкәртеү өсөн ҡала хакимиәте Урал боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар заводынан 12,6 мең тонна "Бионорд" һәм минераль тоҙ (галит) һатып алған. Предприятие продукцияһы ҡулланыуға рөхсәт документацияһына, шулай уҡ дәүләт экологик экспертизаһының ыңғай һығымтаһына эйә.

"Киске Өфө" гәзите, №4, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.01.22 | Ҡаралған: 253

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru