«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШТӘР БИТАРАФ ТҮГЕЛ!
+  - 


Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Драмквадратик" балалар һәм үҫмерҙәр өсөн театраль лаборатория" мәғариф проектының йомғаҡлау кисәһе булды. Тамашасылар йәш драматург Әнгизә Ишбулдина етәкселегендә ижад иткән ҡыҙҙарҙың тәүге пьесалары буйынса сәхнәләштереүҙәрҙе ҡараны.

"Хәҙерге балалар, ә бына беҙ..." тип күңелдәрен төшөргән өлкән быуын кешеләрен йыш ишетергә тура килә. Бөгөнгө йәштәрҙең тышҡы ҡиәфәттәренән алып, донъяға ҡарашы, ҡыҙыҡһыныуҙары, хатта һөйләгән һүҙҙәре лә шул тиклем айырыла һәм улар менән аңлашыуы ҡайсаҡ еңелдән булмай. Әммә "Драмквадратик" мәғариф проектының йомғаҡлау кисәһе был быуындар араһындағы кәртәләрҙе емерҙе һәм быны театрҙың Бәләкәй залына йыйылған һәр кем яҡшы төшөндө. Баҡтиһәң, балаларыбыҙ, 13-16 йәшлек үҫмерҙәр, беҙ уйлағанса, йәмғиәттәге күренештәргә ул тиклем үк битараф түгел икән. Улар тиҫтерҙәре менән дөрөҫ мөнәсәбәттәр ҡороу, йәмғиәттәге хәл ителәһе социаль мәсьәләләр, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр, быуындар бәйләнешенә ҡағылған һорауҙар менән дә бик ҡыҙыҡһына. Бына нәҡ шундай мөһим темаларға мөрәжәғәт иткән үҙҙәренең тәүге драма әҫәрҙәрендә баш ҡаланан ете ҡыҙ - Айгөл Ибраһимова, Таисия Иванова, Виктория Васильева, Влада Тулупова, Елена Камалова, Екатерина Максимова һәм Александра Әсләмова. Театрҙың тәжрибәле актерҙары һәм режиссерҙары булышлығында улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы яңғырата, йәмғиәттәге күренештәргә иғтибар йүнәлтә алды. Бер көн килеп үҫмер балағыҙ таныш булмаған берәүгә үҙенең елеген (костный мозг) бирергә һәм шул рәүешле ғүмерен ҡотҡарырға теләген белдерһә, ни эшләр инегеҙ? Был һорауҙы 13 йәшлек Таисия Иванова "Ғүмер бүләк ит" ("Подари жизнь") тип исемләнгән мини-спектаклендә күтәрә. Спектаклдең төп геройы Сабина ошо хаҡта ата-әсәһенә һәм олатаһына әйткәс, тиҙ генә аңлау тапмай. Бала һәм өлкәндәр араһында ҡапма-ҡаршы фекерҙәрҙән, атай-әсәйҙең ғәзиз балаһы өсөн борсолоуҙарынан, таныш булмағандарға ҡарата мәрхәмәт күрһәтмәү тигән йәмғиәттәге яҙылмаған ҡанундан торған күҙгә күренмәгән кәртә барлыҡҡа килә. Әсәй кеше хатта: "Ташландыҡ эт-бесәйгә ярҙам итеү, сүп-сарҙы айырым йыйыу, ҡан биреүҙе аңларға тырыштыҡ, ә был?" - тип йөрәген тота. Бына шундай минуттарҙа ултырып һөйләшеү, ғаилә ағзаларының бер-береһен ишетә белеүе, ярҙам итергә тырышыуы нисек мөһим булыуын һәм беҙҙең балаларҙың ниндәй етди мәсьәләләр тураһында уйланыуын күрҙе тамашасы. Бынан тыш, өлкәндәрҙең намыҫ, батырлыҡ, ярҙамсыллыҡ тураһында әйткән һүҙҙәре менән эштәре тап килеү-килмәүен дә сағылдырҙы сәхнәләштереү.
"Өлгөрөргә" ("Успеть") тигән сәхнәләштереү үҫмер ҡыҙҙың шағирә Агния Бартоның "Болтунья" шиғырын яттан һөйләүе күренешенән башланды. Артабан инде беҙ төп героиняның үҙ тормошо ла ошо шиғырҙағы һөйләнсек Лиданыҡынан артыҡ айырылмауын, ул үҙе лә ҡырҡ яҡта таралып ятҡан ҡырылмаһа ҡырҡ эшенән һис бушамаған ҡыҙыҡай булыуын аңлайбыҙ. Баҡтиһәң, был мәңге эшенән бушамаған әсәһенең яғымлы ҡарашына, күңел йылыһына мотаж ҡыҙҙың үҙенә иғтибар йүнәлттереү ысулы икән. Балаларын етеш тормошта йәшәтеү өсөн "тәгәрмәстәге тейен кеүек" өйөрөлгән атай-әсәйҙәргә йәш драматург Елена Камалова пьесаһы буйынса был сәхнәләштереүҙе кисекмәҫтән ҡарау кәрәк. Әйткәндәй, яҡындарыңдың ҡәҙерен белеү һәм уларға иғтибарлы булыу, тигән фекер был кескәй спектаклдәрҙең һәр береһендә үҙәккә ҡуйылды. Уны беҙ Айгөл Ибраһимованың "Федот"ында ла, Александра Әсләмованың "Тыквенный пирог", Виктория Васильеваның "Человек - не феникс", Екатерина Максимованың "Бумажный лебедь" һәм Влада Тулупованың "Без дождя и радуги не будет" әҫәрендә лә тойҙоҡ. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе борсоған һорауҙар, тиҫтерҙәре араһында ла хатта аңлау таба алмаған үҫмерлек йылдары, үҙ-үҙенә ҡул һалыу хаҡында уйлағандарға ла әйтер һүҙе бар йәштәрҙең.
- Бындай уҡытыу курсын өсөнсө тапҡыр ойошторам һәм проект йылдан-йыл үҫешә барыуын күреүе ҡыуаныс. Сөнки тәүге тапҡыр уны дуҫтарым ярҙамында үҙ көсөм менән генә үткәргәйнем, унда ҡатнашыусыларға таныш режиссерҙар һәм актерҙар килеп, дәрестәр бирҙе, һуңынан М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшебеҙгә йомғаҡ яһаныҡ. Икенсеһен Өфөнөң Йәш тамашасылар театры сәхнәһендә үткәрҙек. Шунда уҡ театр ярҙам итһә, эшләүе еңелерәк булыуын, ижадҡа ваҡыт күберәк ҡалыуын аңланым һәм был йәһәттән М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына ла рәхмәтлемен. Проект Шотландияның Траверс театры тарафынан уйлап табылған Class Act эш методикаһын үҙ эсенә ала. Рәсәйҙә лә уны 20 йылға яҡын ҡулланалар, әммә Башҡортостанда әлегә тиклем мөрәжәғәт иткәндәре булмаған. Ошо эш методикаһына таянып, үҫмерҙәргә драматургия нигеҙҙәрен төшөндөрҙөк. Балалар тәүге 5 көндә алтышар сәғәт уҡыны. Ноябрҙә башланған эшебеҙҙең һөҙөмтәһен бөгөн күрҙек, бик ҡәнәғәт ҡалдым, - тине "Драмквадратик" мәғариф проектының авторы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры хеҙмәткәре, йәш режиссер Әнгизә Ишбулдина һәм киләсәктә проекттың баш ҡала балалары өсөн генә түгел, тотош республика кимәленә күтәрелеүен теләүен дә белдерҙе.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Тыквенный пирог" сәхнәләштереүен ҡарағандан һуң бик күп тамашасыларҙың: "Ошо ғына арауыҡта дүрт тапҡыр иланым", - тигән һүҙҙәре ишетелде. Бының сәбәбен тик ошо тамашаны күргән кешеләр генә аңлай алыр, моғайын. Шөкөр, киләсәк быуындың рухи тәрбиәһенә, үҫешенә битараф булмаған замандаштарыбыҙ был мөмкинлекте баш ҡала тамашасыһына бүләк итергә әҙер: М.Ғафури исемендәге театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин да, баш режиссеры Айрат Абушахманов та был йәһәттән тейешле саралар күрелеренә ышаныс белдерҙе.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.22 | Ҡаралған: 254

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru