«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УНЫҢ БӨРӨЛӘРЕНЕҢ БЕРЕҺЕМЕН
+  - 


Рәми ағай үҙенең 1972 йылда яҙған көндәлектәрендә: "Ғүмеремдең яртыһын (ә уға 40 йәш!) ниңә мин иләк менән һыу ташып үткәрҙем икән? Шул шиғырҙарҙы тәржемә итеп кенә лә мин күпме файҙа эшләр инем!.. Юҡ, ҡырҡҡа еттем, аҡылға ултыра аманым", - тип яҙа.

Ә бына 1968 йылда, "Аманат" исемле шиғырҙар китабын әҙерләп, Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә тапшырғас, көндәлегенә яҙған юлдары: "Ә шулай ҙа был донъянан берәй эш эшләнем тип китке килә. Иң аянысы - бушҡа ҡорбан булыу. 18 йыл! Бер кешенең ғүмере... Ә үҙемә ҡалһа - лириканы бар иттем тигән булам - һис бер ялғанһыҙ. Хәйҙән һуң, Мәлих Харистан һуң... Ә Мостай ағай? Ә минең, исмаһам, Рауилдарым, Тимерҙәрем, Мөхәмәттәрем, Хәсәндәрем, тағы әллә күпме бөрөләрем бар... (Рәшит кенә ауырыу, зато - гений). Юҡ, минең 18 йылым, бәлки, ул тиклем бушҡа ла үтмәгәндер. Мин бит, күҙгә күренмәҫ булһам да, аҫтыртын ғына булһа ла - бөтәһен дә биргәнмен. Тик үҙемде таба алһам ине. Ҡайҙа икән мин? Бәлки, мин юҡтыр ҙа. Тик намыҫым ғына бар, саф. Мин - әҙәбиәтебеҙгә хыянатһыҙ..." (1968, 14 июнь).
Был юлдарҙан Рәми ағайҙың башҡорт әҙәбиәтенә килгәндән алып (1950 йыл) үткән 18 йылда үҙенең әҫәрҙәрен, йәғни шиғырҙарын ғына яҙып йөрөмәгәнен, ә әҙәбиәткә хеҙмәт иткәнен, әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә бөтәһен дә биргәнлеген аңларға була. Әҙәбиәткә инде китмәҫкә килгән шәкерттәренән бары бишәүһен генә атаһа ла (Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Мәхәммәт Илбаев, Хәсән Назар, Рәшит Назаров), "тағы ла әллә күпме бөрөләрем бар" тип асыла, күңелен йыуата, өмөтөн өҙмәй. Рәми ағайҙың бына ошо "әллә күпме бөрөләрем бар" тигәнендә уның әҙәбиәткә килеүсе йәштәр менән даими рәүештә бәйләнештә булыуы, аралашыуы, хаттар яҙыуы, уларҙың шиғыр шәлкемдәрен әҙерләп баҫтырыуы, ҡулъяҙмаларына баһаламалар яҙыуы, төрлө-төрлө кәңәштәр биреүе (тормош, ижад буйынса һ.б.) - уның арымай-талмай, йыбанмай-ялыҡмай ваҡытын бүлеүе, йәш әҙиптәрҙе ысын мәғәнәһендә ҡайғыртыуы, хәстәрләүе күренә лә инде. Рәми ағайҙың ана шул "бөрөләре"нә яҙған хаттары, рецензиялары һәм йәштәрҙең шиғырҙарына яҙған баш һүҙҙәренә - фатиха биреүенә ҡарап та ул "бөрөләр"ҙең кемдәр икәнен билдәләп, исемдәрен тергеҙеп була. Бына "Рәми бөрөләре"нең ҡайһы берҙәре: Рәшит Әхтәров, Нур Хәбиров, Ғәли Ильясов, Мәрйәм Биктимерова, Сафуан Әлибаев, Әнисә Таһирова, Ҡәҙим Аралбаев, Мәүлит Ямалетдинов, Гөлфиә Юнысова, Таңһылыу Ҡарамышева, Рәмзилә Хисаметдинова, Вафа Әхмәҙиев, Земфира Муллағәлиева, Зөбәржәт Йәнбирҙина, Аҫылғужа Баһуманов, Динис Бүләков, Флорида Әхмәтова, Зилиә Ҡужабәкова, Венер һәм Рәмил Йәнбәковтар һ.б.
Рәми ағай 1964 йылдың 7 ғинуарында көндәлегендә бик күңелһеҙ уйҙарын яҙа. "Һабантурғай йырҙары" йыйынтығын Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә илтеп биргәс: "Ярай, бөгөн китаптан ҡотолдом әле. Өҫтән бер тау төшкәндәй булды. Тик китап сығарыуҙың инде ҡыҙығы ла ҡалманы, - тип дауам итә шағир. - Үҙең теләгәнсә сығарыу мөмкин түгел. Биш йыллыҡ эште 2 табаҡҡа һыйҙырырға кәрәк. Алдан уйлаған уй бөтөнләй юҡҡа сыҡты... Китап сығарыуҙан хәҙер беҙҙә таштан май һығып сығарыу еңелерәктер. Планды торған һайын ҡыҫа баралар, ҡыҫа баралар... Әллә ниндәй яҙмышҡа юлыҡты инде был башҡорт..." ("Көндәлектәр", 344 б. 2012 й.).
Рәми Ғарипов йәшәгән, ижад иткән осор еңелдән булмаған. Һаман да эҙәрлекләү, ҡыҫыу, йәберләү, милләтселектә ғәйепләүҙәр дауам иткән; Яҙыусылар ойошмаһында ла мөхит ҡатмарлы, шик-шөбһәле, шикәйәттәрҙән арынмаған мәл булған. Өлкә Комитетына саҡырып, "тәрбиә" эше лә алып барылған.
1964 йылдың 11 мартында КПСС-тың Өлкә Комитетында Рәми Ғариповтың "милләтселек" мәсьәләһен тикшереү үткәрелә. Ундағы һөйләшеүҙән ҡайтҡас, Р. Ғарипов көндәлектәренә шуны теркәп ҡуйған: "Минең халҡым бар. Уның ауыр, ҡатмарлы тарихы бар, уның яулап алған хоҡуҡтары, киләсәге бар. Мин тик уның Октябрь биргән ошо хоҡуҡтарынан тулыһынса файҙаланыуын, бер кемдең дә уға бысраҡ ҡулын һуҙмауын, бер кемдең дә уны мыҫҡылламауын, уның исеме менән һатыу итмәүен генә һәм уның шағирҙарының 5 йылға 2 табаҡлыҡ китап сығарырға зар-интизар булып йөрөмәүен генә теләйем".
Башҡорт шиғриәтендә Р. Ғарипов үҙенән аҙаҡ килер бик күп быуындарға ҡабатланмаҫ өлгө, поэтик лидер, шәхес булараҡ рухиәтебеҙ күгендә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Шиғриәткә Рәми фиҙаҡәрҙәрсә бирелгән ине, һәм шундай булып ҡалды, башҡорт шиғриәтен фәлсәфәүи тәрәнәйтте, лирик йәһәттән хискә сорнаны, илгә тоғролоҡта, илһөйәрлектә бер башҡа юғары күтәрҙе. Рәми Ғарипов ижады, уның барлыҡ әҙәби мираҫы, бөгөнгөнән киләсәккә ҡыйыу үтәсәк, килер быуындар уҡыусыһын яҡтылыҡҡа, милләт мәнфәғәте хаҡына изгелеккә, ғәҙеллеккә, матурлыҡҡа, берҙәмлеккә һәм татыулыҡҡа саҡырып торасаҡ. Башҡорт халҡының киләсәктә күпме быуаттары булһа, Рәми Ғарипов шиғриәтенең дә шунса ғүмере буласаҡ. Тел тыуҙырған халҡым -
Бөйөк бер тел!
Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә.
Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте
Үҙен-үҙе ергә күммәһә!.. - тип яҙҙы ул 1972 йылда үҙенең үлемһеҙ шиғырҙарының береһендә.
Эйе, бөгөн дә бөйөк шағир-мәғрифәтсе М. Аҡмулла, Ш. Бабич, М. Кәрим, Н. Нәжми, З. Биишева һәм Р. Ғарипов яулаған кимәлде төшөрмәҫкә, Р. Ғарипов яулаған тел, рух, милли тойғо традицияларын дауам итеү маҡсаты менән янып ижад итә ҡәләмдәштәребеҙ. Рухҡа тоғролоҡ - ул халҡыңа тоғролоҡ, Рәми рухына тоғролоҡ тигән һүҙ. Шиғриәттә ең һыҙғанып, йөрәк һыҙлатып ижад итеүсе ҡәләмдәштәремдең ижад кредоһы, уй-ниәттәре, изге маҡсаттары шундай.

Ҡаялағы Ҡайындың өҙгөләнгәне:
(Поэманан өҙөк)

- Мин тыңланым уны төнө буйы,
Ул бер тынғыһыҙ зат ине лә.
Ҡаратауҙың менде үркәсенә,
Йонсоуына китмәй иҫе лә.
Мине яҡын күрҙе микән инде -
Миңә яҡын ятты терәлеп.
Ә юлдашын һалды ситтәнерәк,
Үҙе көлә ихлас, ирәбе:
"Минең, - тине, - Әғзәм, йоҡлағанда
Насар ғәҙәтем бар - тулайым,
Осормон да аҫҡа
Берәй ташҡа
Эленеп торормон тип уйлайым..."
Ятҡас та ул тынғы табалманы,
Табып алып ҡоро аҡ туҙҙы,
Көйрәп ятҡан усағына барып,
Тәмәкеһен нисә ҡабыҙҙы...

Ташҡа сат йәбешеп үҫеүемә
Һоҡланғанын уның күрһәгеҙ! -
"Әғзәм! Ҡара әле, шул ҡаҡ ташта
Тамырҙарын нисек үргән ул!..."

Мин ултырам һаман шул ҡаяла,
Япраҡтарым көнгә кинәнә...
Суҡтарымда сыңлай -
Киткәнендә
Шиғыр уҡығайны миңә лә!..
Ҡояш балаһына тиңләп мине
Бик ҙурланы. Күккә тейгәйнем!..
"Ҡайын һис тә ташҡа тотонмаған,
Ташты ҡоршап тора..." тигәйне.
Нисә яҙҙар уҙҙы...
Туҙым туҙҙы...
Ваҡыт ниҙе генә йыҡманы!
Килгәндәргә йырлар йырым ҡалды:
"Арҡа терәп Шағир йоҡланы..."

Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры, "Рәми бөрөләре"нең беренсе быуыны вәкиле.

"Киске Өфө" гәзите, №6, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.22 | Ҡаралған: 357

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru