«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮБӘЛӘКТӘР, ТИЛӘҮҘӘР, ҠЫУАҠАНДАР - КӨНСЫҒЫШ БАШҠОРТТАРЫ БУЛАБЫҘ
+  - 


Күбәләк, ҡыуаҡан һәм тиләү ырыуҙары ауылдары, башлыса, республикабыҙҙың Учалы, Әбйәлил һәм Белорет (1 генә ауыл) райондары территорияһында нигеҙләнгән. Ҡасандыр хәҙерге Силәбе өлкәһендәге, Тарихи Башҡортостан территорияһындағы ҡыуаҡан ауылдарының (шул иҫәптән, ҡыуаҡан тармағы түбәләҫтәрҙең) боронғо аҫаба ерҙәре батша чиновниктары тарафынан заводтар һалыу маҡсатында тартып алынған, ауылдары юҡҡа сыҡҡан. Әлеге ваҡытта ҡыуаҡандарҙың элекке ерҙәрендә Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһы һәм районы, Сулея станцияһы, Йүрүҙән, Межевой Лог, Златоуст ҡалалары урынлашҡан. Ә хәҙерге Салауат районының Баш-Илсекәй, Ҡалмаҡҡол, Яңы Сөрөкәй, Тирмән, Урмансы ауылдарына ҡыуаҡандарҙың яҡын ҡәрҙәштәре - түбәләҫтәр нигеҙ һала.

Әле аталған башҡорт ырыуҙары әллә ни ҙурҙарҙан түгел, этнология фәнендә улар оло Табын ырыуының айырымланып, үҙаллы көн итә башлаған тармаҡтары итеп күҙаллана. Улар хәҙерге Башҡортостан Республикаһының көнсығыш зонаһын биләй. Ғөмүмән, Тарихи Башҡортостан территорияһында таралып йәшәгән оло табын башҡорттары этносәйәси берләшмә булған, әммә этногенетик сығыштары буйынса улар бер-береһенән ярайһы уҡ айырылып тора. Башҡорттарҙың тарихи хәтерендә, шәжәрәләрендә шул уҡ күбәләктәр, уларға йәнәш йәшәүсе тиләүҙәр төп башҡорт ырыуҙары иҫәбенә индерелә: XIX быуатта ижад иткән башҡорт яҙыусы-мәғрифәтсеһе, күренекле дин әһеле Таджетдин Ялсығол шәжәрәһендә башҡорттоң төп бабаһы Иштәктең аҫыл нәҫелдәре исемлегендә Күбәләк һәм Түбәләҫ бабалар тамъян, үҫәргән, бәкәтун, һарт, тырнаҡлы, дыуан башҡорттарының иң яҡын ҡәрҙәштәре итеп һанала. Ғалим-этнолог Р.Ғ. Кузеев күбәләк ырыуын оло табын ҡәбиләһенең бер тармағы, тип иҫәпләй. Ул күбәләктәрҙең килеп сығышы хаҡында мәғлүмәттәр таба алмаған, әммә боронғо риүәйәттәрҙең береһендә Күбәләк һәм Тиләү исемле ир-егеттәрҙең бер туған булыуҙары хаҡында бәйән ителеүен иҫкә ала. Ошондай риүәйәттәрҙең береһендә Баймөхәмәт исемле ҡарттың тол ҡалған ҡатынының бер мосафир менән осрашҡандан һуң, буйға уҙып, бала табыуы хаҡында һөйләнелә. Был ҡарттың Айбағыш һәм Көнбағыш тигән уландары, һунарҙан йөрөп ҡайтҡас, баланы күрәләр һәм ошолай тип әйтәләр: "Был бәпес үҙе күбәләк кеүек кенә икән, исеме лә Күбәләк булһын әйҙә". Ул ағайҙарының ерҙәрендә йәшәй, унан таралып киткән быуындар ҙа күбәләктәр, тип атала башлай.
Башҡорт риүәйәттәрен ысынбарлыҡта ҡасандыр булып үткән хәл-ваҡиғаларҙың фольклорҙағы сағылышы рәүешендә ҡарау фарыз. Шул уҡ Күбәләк исемле кешенең исеме лә тарихи сығанаҡтарҙың береһендә теркәлеп ҡалған. Тарихсы Ә.З. Әсфәндиәров былай тип яҙа: "Тиләү улусынан (Телевская волость) Бабиш Аслаевтың 1680 йылда яҙылған үтенесенән уның сығышы буйынса нуғай кешеһе булған Күбәләк исемле бабаһының XVI быуат аҙағында - XVII быуат башында Табын улусында припущенник булыуы беленә. Ғаризнамә яҙыусы Бабиш үҙе лә, уның атаһы ла припущенниктарҙан була. Һалынған яһаҡтың бер өлөшөн түләү шартында уларға аҫаба ерҙә (табындар ерендә. - Авт. иҫк.) йәшәргә рөхсәт ителә. Ошо кешеләрҙең вариҫтары, аҫабалыҡ хоҡуғы алып, табын общинаһы ерҙәренең бер өлөшөнә хужа булыуға өлгәшә. Шулай итеп, Күбәләк улусына - ырыу биләмәләренә нигеҙ һалына. 1722 һәм 1733 йылдарға ҡараған документтарҙа Нуғай даруғаһында Күбәләк улусы иҫәпкә алына. Себер даруғаһында шулай уҡ Күбәләк-Табын улусы була".
Әлбиттә, Күбәләк ырыуы атамаһының антропоним, йәғни Күбәләк исемле нуғай кешеһе менән бермә-бер бәйле булыуы тарихи ысынбарлаҡҡа тап килә. Әммә ошо яңы башҡорт улусы халҡының бары тик Күбәләк вариҫтарынан ғына хасил булыуын раҫлау дөрөҫ булмаҫ ине. Нуғай кешеһе Күбәләктең ейәне Бабиштың Тиләү улусында йәшәүе, риүәйәттәге Күбәләк менән Тиләүҙең бер туғандар булыуы хаҡындағы мәғлүмәттәр, XVIII быуат башында Күбәләк улусының Нуғай даруғаһына ҡарауы, һуңынан күбәләктәрҙең Себер даруғаһының Табын улусына күсеп килеүе уларҙың ата-бабаларының оло Табын ҡәбиләһе менән борондан уҡ этник бәйләнештә йәшәүенә дәлил булып тора. Тап шуның өсөн Күбәләк улусы башҡорттарының табын сығышлы булыуы, бында ошо оло ырыу тармаҡтары вәкилдәренең быуаттар буйына ҡан-ҡәрҙәшлектә көн итеүе тарихи ысынбарлаҡҡа тап килә.
Әммә күбәләктәрҙең этногенетик маркерҙары бер иш түгел. Уларҙың бер өлөшө N1c1-M178 гаплотөркөмөнә ҡарай. Уларға күрше йәшәүсе түңгәүерҙәрҙең дә төп гаплотөркөмө шул уҡ. Күбәләк башҡорттарының икенсе бер төркөмөнөң гапломаркеры - G2a1-P303, ә был гаплотөркөмгә Кавказда йәшәүсе осетин-дигор һәм ирондар ҙа инә. Тимәк, Күбәләк бабаның нуғайҙарҙан булыуы, үҙ сиратында уның ата-бабаларының Кавказ ерлегендә йәшәүсе халыҡтар менән тығыҙ этник бәйләнештә йәшәүе хаҡ булып сыға. Әлбиттә, R1a-M198 маркерлы башҡорттарҙың да күбәләктәр араһында булыуы асыҡланған - ә был табын ырыуы башҡорттарының төп гаплотөркөмө.
Күбәләк ырыуы башҡорттарының бөгөнгө вариҫтары Әбйәлил районының Аһылай (Аслай), Байым, Балапан, Яңы Балапан, Оло Ғәбдин, Йәнекәй, Мораҡай, Рәхмәт, Туйыш, Яйҡар, Белорет районының Абҙаҡ, Учалы районының Баттал, Ҡаҙаҡҡол, Ҡарағужа (был ауыл юҡ инде), Ҡобағош, Оҙонкүл ауылдарында йәшәй.
Ә күбәләктәр менән йәнәш йәшәүсе тиләүҙәрҙең этнонимы, башҡорттарҙан башҡа, нуғай, ҡаҙаҡ (телеу), күсмә үзбәк (тиләү), ҡарағалпаҡ (тилеукусши) халыҡтарының этник номенклатураһына инә. Этнографик тикшеренеүҙәргә ярашлы, тиләү ырыуы һәм уның тармаҡтары сығышы менән VI быуатта уҡ Төрки ҡағанатында билдәле булған боронғо теле ҡәбиләһенә ҡарай. Теле ҡәбиләләр берләшмәһе Ҡытай хроникаларында, мәҫәлән, "Суй-шу" хроникаһында (VII б.) телгә алына: "Телестарҙың ата-бабалары Хунну тоҡомдарынан, ырыуҙары иң күптәрҙән. Көнбайыш Диңгеҙенән көнсығышҡа табан, тау үҙәндәрендә, һәр ҡайҙа ла оҙайлы йәшәйҙәр. Дуло-йылғанан төньяҡҡараҡ "пугу", "тунло", "вэйхэ", "басгу", "фуло" бер үк ваҡытта "сыцзинь", "мэнчэнь", "тужухэ", "сыцзе", "хунь", "хусюэ" тип йөрөтөлгән һәм башҡа бик күп ырыуҙар йәшәй, улар ике мәртәбә 10-ар меңлек ғәскәр йыя ала. Иунан көнбайышҡа, Яньцинан төньяҡҡа, Аҡ тауҙарға яҡын, "чиби", "булочжи", " иде", "супо", "нахэ", "уяньгуань", "хэгу", "еде", "юнияньгуань" тоҡомдары йәшәй, улар шулай уҡ ике тапҡыр 10-ар меңлек ғәскәр йыя ала. Алтын тауҙарынан көньяҡ-көнбаштараҡ "сюеяньто", "делээр", "шипань", "дачи"лар йәшәй, улар 10 меңдән артығыраҡ яугирҙар йыя ала. Адэ-йылғаға яҡын булған "Тыныс илдән" башлап хэдэ, хэшэнь, боху, бигань, цзюйхай, хэбиси, хэцосу, баевэйкэдаларҙың өс тапҡыр 10-ар меңлек ғәскәре бар. Дэни диңгеҙенән көнсығышта һәм көнбайышта сулоцзе, саньсое, мицу, лунху - ырыуҙары күп, 8 меңдән артығыраҡ яугирҙары бар. Фулиндан көнсығышҡа - эньчу, алань, божуцзюли, фувахундар ике тапҡыр 10-ар меңлек кеше. Төньяҡ Диңгеҙенән көньяҡҡа табан "Дубо". Ырыу атамалары төрлөсә булған хәлдә лә, улар, тулайым алғанда, телестар".

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №6, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.22 | Ҡаралған: 278

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru