«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАҒИР ДОНЪЯҺЫНА СӘЙӘХӘТ
+  - 

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бынан ун йыл элек Рәми Ғариповтың 80 йыллыҡ юбилейына арнап, "Февраль. Буран..." спектаклен сәхнәгә сығарҙыҡ. Ул ошо йылдар буйына Шағирҙың тыуған көнөндә һәр йыл ҡабатлап уйнала килде. Кисә, 11 февралдә лә, Рәми ағайҙың 90 йыллыҡ юбилейына арнап, спектакль тамашасыларға тәҡдим ителде.

...Хәтеремдә, бер көндө Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова: "Быйыл Рәми Ғариповтың 80 йыллыҡ юбилейы, уның ижады хаҡында шиғри кисә үткәреү тәҡдименә нисек ҡарайһың?" - тип һораны. Мин уның тәҡдимен хупланым һәм Рәми ағайҙың шиғырҙарын һайлап алып, артистарға бүлеп бирҙек, эш башланыҡ. Ә шулай ҙа ниҙер етмәгән һымаҡ ине. Икеләнеүемде Гөлли Арыҫлан ҡыҙы менән уртаҡлаштым: "Рәми Ғариповтың юбилейына арналған кисә тип иғлан иткәс, тамашасы сәхнәлә барыбер Рәми Ғариповтың һынын, образын күрергә теләйәсәк. Сөнки сара театр сәхнәһендә үтәсәк бит", - тим. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы был фекер менән ризалашты. Зөһрә Бураҡаеваны, Рәми ағайҙың ҡыҙы Гөлнараны саҡырып, өсәүләп ултырып ниндәйерәк йүнәлештә эшләргә кәрәклеген хәл иттек. Рәми ағайҙың ижадын һәм биографияһын яҡшы белгән кеше булараҡ, Зөһрә Бураҡаева ҡыҫҡа ваҡытта ҙур күләмле сценарий яҙып алып килде. Уны ыҡсымлатып, бер формаға килтерҙек. Шундай билдәле шәхес тураһында спектакль ҡуйыуҙың яуаплылығын тойоп эш иттек...
Премьераға тиклем ун көн алдан уҡ кассала билеттар һатылып бөткәйне. Ә премьера көндө залда алма төшөрлөк тә урын булманы. Тамашала Рәми ағайҙың гәүһәр бөртөгөнә тиң шиғырҙары, аяныслы тормош юлы хаҡында күренештәр, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Артур Кәбиров башҡарыуында композитор Илшат Яхин яҙған "Минең йондоҙом" йыры ғына ла ни тора! Ул хәҙер йәштәрҙең яратҡан хитына әүерелде. Яҙыусыларҙың тамаша залын тултырып килеүе һәм спектаклде бик эмоциональ ҡарауы, ҡул сабыуҙар, көсөргәнешле мәлдә көрһөнөүҙәр, күҙ йәштәре менән оҙатылып барыуы хәтергә уйылып ҡалды. Спектакль тамамланып, артистар баш эйгәндән һуң спектакль тәьҫиренән тамашасылар берәм-берәм сәхнәгә сығып: "Рәмиҙе ҡайтарғанығыҙ өсөн рәхмәт!" - тип артистарҙы алҡыштарға һәм сәскәләргә күмде. Шаршау ябылғас, Рәми ағайҙың балалары һәм оло йәштәге тамашасылар сәхнә артына эркелде.
Рәми ағайҙы шәхсән күреп белеүселәрҙе таң ҡалдырған бер факт тураһында әйтергә теләйем. Ул да булһа - Рәми Ғарипов ролен башҡарыусы Артур Кәбировтың һәм Надя Ғарипова ролен башҡарыусы Ирада Фазлаеваның үҙ геройҙарына тышҡы булмыштары, ҡиәфәттәре менән ныҡ оҡшаш булыуы. Хәйер, был оҡшашлыҡ рух уртаҡлығынан да киләлер: "Тамашала Рәми Ғарипов исеменән әйтелгән һәр һүҙ минең тойғоларым, эске донъямдағы кисерештәрем менән тап килә. Бәлки, мин үҙ фекерҙәремде улай асыҡтан-асыҡ әйтә лә белмәйемдер, әммә эстән шулай уҡ телем, халҡымдың киләсәге, тип янам", - ти бит Артур үҙе лә.
Был тамаша, дөйөм алғанда, театрыбыҙҙың оло ағайыбыҙ рухы алдында баш эйеүе булды. Артистарыбыҙҙың һәр ҡайһыһының тамашаны күтәреү өсөн ҙур тырышлыҡ һалыуы, шағирҙың ижадын һәйбәт белеүе һоҡландырҙы хатта. Бигерәк тә йәш быуын өсөн әһәмиәтле спектакль килеп сыҡты. Ябай ғына ауыл малайының ни тиклем маҡсатҡа ынтылышлы булыуы, ҙур теләк-ынтылыштар менән янып йәшәүе һәм, ахыр килеп, шиғырҙары телдән төшмәгән оло шағир дәрәжәһенә күтәрелеүе - ниндәй һоҡландырғыс өлгө бөгөнгө йәштәргә. Рәми Ғарипов - башҡорт мәҙәниәтендә айырым бер күренеш. Уның ижады ла, шәхесе лә, яҙмышы ла, шиғырҙары ла - барыһы ла уникаль.
Әйткәндәй, был юлы Шағир ролен Фирғәт Ғарипов урынына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡунаҡбаев башҡара. Артур Булат Йосоповтың фильмында ла Шағир ролен уйнай, актер Рәми Ғариповтың тормошон да, ижадын да яҡшы белә, шуға күрә спектаклдә Рәми Ғариповты кем уйнаясағына бер ниндәй ҙә шик булманы.

Хөрмәт ҮТӘШЕВ,
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.

"Киске Өфө" гәзите, №6, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.22 | Ҡаралған: 296

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru