«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨМӨТ ЙОНДОҘО ҺҮНМӘҺЕН!
+  - 

Танышымдың ейәне көҙгә 1-се класҡа бара. Ҡайһы мәктәпкә бирергә белмәйенсә, былтырҙан алып баш ваталар.

Өләсәһе баланы башҡорт гимназияһына бирергә теләй. Ә әсәһе менән атаһы йорттарына терәлеп ултырған мәктәптә уҡытырға ниәтләй. "Юл аша сығып йөрөргә түгел, яҡын, мәктәпкә инеп киткәнсе балкондан ҡарап торорға ла мөмкин. Төрлө яҡтан хәүеф-хәтәр янаған, юл транспорты хәрәкәте көслө бөгөнгө заманда иң ҡулайы - белем усағының яҡын булыуы", - тип әйтәләр икән.
- Ә минең ейәнемде туған мөхитенән айырғым килмәй. Әсә телен онотмаһын тип, балалар баҡсаһына ла ебәрмәй, эшемдән китеп, ошоға тиклем үҙем ҡараным бит. Башҡорт батырҙары тураһында әкиәттәр генә тыңлап үҫкән берҙән-бер ейәнемде башҡа мәктәптәрҙең береһенә лә биргем килмәй, - ти ул.
Малайҙың теле бик иртә асылды. Йәш ярымда матур итеп башҡортса һөйләшеп йөрөй ине инде. Өндәрҙең барыһын да дөрөҫ әйтеп, тамамланған фекерле һөйләмдәр менән һөйләшкәнен үҙем дә йыш ишеткәнем булды. "Урыҫса белмәгәс, балалар баҡсаһына йөрөй башлаһа, береһен дә аңлай алмай аптырар инде", - тип борсолғайны хатта атай-әсәһе. Әммә хәл башҡасараҡ булды. Урыҫ милләтендәге тәрбиәселәрен башта "инәй" тип кенә йөрөгән бала ике ай эсендә тулыһынса урыҫсаға күсте лә ҡуйҙы.
- Балалар баҡсаларының барыһында ла башҡорт төркөмдәре юҡ шул. Булһа, һис шикһеҙ, шунда бирер инек. Шунан уйланым-уйланым да, ейәнем менән өйҙә ултырғаным яҡшыраҡ булыр, тип, эштән киттем. Өс йыл буйы улыма әкиәт, арҙаҡлы шәхестәребеҙ, тарихи йырҙарыбыҙ тураһында легендалар, риүәйәттәр һөйләп кенә үҫтерҙем. Бер йылдан ашыу урыҫ мөхитендәге балалар баҡсаһында тәрбиәләнгәндән һуң башҡортса һөйләшеп китеүе еңел булманы уға. Йәнһүрәттәрҙең дә, телефондағы уйындарҙың йоғонтоһо ҙур булды, әлбиттә, - ти танышым.
Уның борсолоуҙарын яҡшы аңлайым. Туған телдә аралашыу өсөн, ысынлап та, тәү сиратта мөхит кәрәк. Бала әсә телен ғаилә теле генә итеп ҡабул итеп, урамда, түңәрәккә, секцияға йөрөгәндә, мәктәптә, балалар баҡсаһында һөйләшмәһә, аралашмаһа, киләсәктә үҙ телен онотмаҫына өмөт юҡ, сөнки башҡортса һөйләшкән өләсәй-олатайҙар ҙа, әсәй-атайҙар ҙа һәр ваҡыт эргәлә була алмай.
Декабрь аҙағында Өфөләге "Торатау" конгресс-холында үткән "Туған тел - халыҡ йәне" тип аталған республика ата-әсәләр форумында ла балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн башҡорт мөхитен булдырыу мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелде. Унда баланың теле асылып, телмәре үҫешкән ваҡыттан уҡ тейешле шарттар тыуҙырыу мөһимлеге билдәләнде. Иң беренсе кескәйҙәрҙе мауыҡтырырлыҡ ҡыҙыҡлы йәнһүрәттәр, анимация фильмдары булдырыу һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Әлбиттә, беҙҙә улар бар, әммә әлегә бик аҙ. Бәләкәстәр иһә бер үк картинаны ҡабат-ҡабат ҡарарға яратмай, уларға көн һайын яңы тамаша кәрәк. Өҫтәүенә, мультфильмдарҙың күбеһе тыныс тауышлы, телмәр, хис-тойғо аҙыраҡ, минеңсә. Шуға күрә балалар уларға бик илтифат итмәй, ә "Фиксики", "Три кота", "Щенячий патруль" кеүек дауамлы, эмоциональ яҡтан көслө, сағыу, күләмле картиналарға өҫтөнлөк бирә.
Бәләкәстәрҙең фекерләү, сағыштырыу һәләттәрен үҫтереүсе китаптар ҙа юҡ. Магазин кәштәләрендә бик күп тә инде, тиерһегеҙ. Дөрөҫ, тик улар башҡорт телендә түгел. Ә бит балаларҙың тап ошо мәктәпкәсә осоро - илһөйәрлек, ватансылыҡ хисен тәрбиәләү, милләттең милләт булараҡ йәшәйешен тәьмин иткән, башҡа халыҡтар араһында юҡҡа сығыуҙан һаҡлаған ҡеүәтле тойғоно - милли үҙаңды - формалаштырыу өсөн иң яҡшыһы.
Ә был тойғо бөгөн бик кәрәк! Ошо хис булмағанға ла йәш быуын урам, интернет йоғонтоһона тиҙ бирелә, халҡыбыҙҙың быуаттар буйына формалашҡан әхлаҡи ҡағиҙәләре һәм рухи ҡиммәттәре юғала бара. Бына шуның өсөн дә балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә халҡыбыҙҙың аҫыл хазиналары нигеҙендә балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелергә тейеш. Бының өсөн, һис шикһеҙ, белем биреүҙең бөтә этабында ла аныҡ маҡсаттар ҡуйып, эште дөрөҫ ойоштороу мөһим. Әммә ниндәй генә дәлилдәр, сәбәптәр килтерһәләр ҙә, әгәр бала үҙен фәҡәт ошо милләттең вәкиле итеп танымаһа, тәрбиәсе, уҡытыусы, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт нисек кенә тырышмаһын, йәш быуын телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнһен өсөн ниндәй генә уңайлы шарттар тыуҙырмаһын, мөмкинлектәр булдырмаһын, уларҙың ҡыҙыҡһыныуы булмаясаҡ. Тыуған ере, халҡы, үткәне менән ғорурланмаясаҡ.
Шуға күрә үрҙә атап үтелгән өләсәйҙән өлгө алып, иң тәүҙә балабыҙҙы, ейәнебеҙҙе башҡорт булыуы менән ғорурланырға өйрәтәйек, унда милли үҙаң формалаштырырға ярҙам итәйек. Ә бының өсөн беҙҙән күп кәрәкмәй: бәләкәстәребеҙгә халҡыбыҙ тарихында оялырлыҡ, хурланырлыҡ бер нәмә лә юҡлығын аңлатырға, атай-олатайҙарыбыҙҙың данлы үткәне менән ғорурланырға өйрәтергә генә кәрәк. Яҙмамды ғалим һәм тел белгесе Әкрәм Бейештең һүҙҙәре менән тамамлағым килә: "Беҙҙең халыҡ бер ваҡытта ла башҡаларҙың ер-һыуын баҫып инеп, ҡан ҡоймаған, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын илатмаған. Киреһенсә, үҙе ете быуат ярым буйы ҡанһыҙ баҫҡынсыларҙың йыртҡыслығынан ҡаты ғазап сиккән, ғәҙеллек өсөн, азатлыҡ өсөн көрәшкән. Һәләкәткә төшмәҫ, тамам бөтмәҫ өсөн ҙур көс һалырға кәрәк. Өмөт йондоҙо әле һүнмәгән. Шул йондоҙҙо ысын ирек ҡояшы итеп ҡабыҙып ебәреү - хәҙерге замандың мөҡәддәс бурысы".

Лена БАРЫЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.02.22 | Ҡаралған: 393

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru